Рәсәйҙә Һөләймән тигән ете ауыл бар. Улар Ҡурған өлкәһенең Әлмән, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Башҡортостандың Ауырғазы, Ейәнсура, Ҡариҙел, Учалы һәм Мәсетле райондарына ҡарай. Бынан тыш, Көйөргәҙе районының Түбәнге Мотал ауылы эргәһендәге тау, Федоровка районының Иҫке Сытырман ауылы янындағы һаҙ ҙа Һөләймән тип йөрөтөлә. Был атамалар Мәсетле, Учалы, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында — "Һөләймән", ҡалған райондарҙа "Сөләймән" тип нарыҡланған, ғалимдар уларҙы Сөләймән пәйғәмбәр (антропоним) исеменә бәйләй.
Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә Мәсетле районындағы Һөләймәндең йәнә "һыйыр", "һуйыр", "һөлөк" тигән атамалары ла бар, улар тарих төпкөлөнә барып тоташа һымаҡ. Әгәр "һыйыр" тигәне, һыйыр малы кеүек, сыҙамлылыҡты, талымһыҙлыҡты, байлыҡ, муллыҡты, шул уҡ ваҡытта бер аҙ үшәнлекте, ығышлыҡты, артыҡ бошонмаусанлыҡты аңлатһа, "һуйыр" — ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған матур урман ҡошо, "һөлөк" — матурлыҡ, сибәрлек, ыҡсымлыҡ билдәһе. Халыҡта "һыйыр һымаҡ мыштырлама", "һыйыры барҙың һыйы бар", "һуйыр һымаҡ һуйған да ҡаплаған", "һыу һөлөгөндәй ҡупшы кәүҙәле, зифа буйлы" тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер. Тимәк, һәр һүҙҙә, һәр атамала үҙенә күрә мәғәнә, асыл ята.
Һөләймән "һөнәрмән" һүҙенән дә килеп сыҡҡан булырға тейеш. Ваҡыт үтеү менән өндәр сиратлашҡан: "н" өнө — "л"гә, "р" "й" өнөнә әйләнгән. "Һөнәрмән" иһә — "һөнәрле", "оҫта ҡуллы", "эшсән" һүҙҙәренең синонимы. Ысынлап етдиерәк һәм төптәнерәк уйлағанда, был ауылда борон-борондан тырыш, ныҡыш, үткер телле халыҡ йәшәй.
Һөләймәндәрҙең шәп һөнәр эйәләре икәнлеген Әй йылғаһы буйындағы ошо ауылдан сыҡҡан 18 "атҡаҙанған хеҙмәткәр" исемен йөрөтөүсе асыҡ иҫбатлай.
Гәзит уҡыусыларҙы шуларҙың бер нисәүһе менән таныштырмаҡсымын. Әле 1949 йылда уҡ Һөләймән ҡыҙы Фая Ғибәтоваға РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә. Ул егерме йылдан ашыу Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе директоры булып эшләй, ауылда ла, районда ла оло абруй ҡаҙанған депутат ине.
Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған геологы Заһир Хафизовҡа был исем 1970 йылда бирелә. Өфө нефть институтын тамамлағас, ул "Туймазынефть" тресында, "Аксаковнефть" нефть сығарыу идаралығында эшләп тәжрибә туплағас, бер төркөм Башҡортостан нефтселәре менән "Бохара – Урал" газ үткәргесе эшселәренә ярҙамға китә. "Бохаранефтеразведка" тресының нефть һәм газ разведкалау экспедицияһының баш инженеры итеп тәғәйенләнә. Ул етәкләгән экспедиция биш яңы газ ятҡылығын аса. Бөгөн уның һөнәрен улы Зөфәр — Өфө нефть сығарыу идаралығының өлкән технологы һәм ҡыҙы Зилә — Канадала нефтсе-инженер – дауам итә.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, нефть сәнәғәте отличнигы Иҙелбай Таһиров Мәскәү нефть институтын тамамлағас, Һарытау нефть разведкаһына өлкән геолог итеп эшкә ебәрелә. Бер йылдан һуң Башҡортостанға ҡайта. Дәүләкән, Стәрлебаш, Шкапов, Федоровка нефть разведкаларында — өлкән геолог, баш геолог урынбаҫары, "Ишембайнефть" нефть һәм газ сығарыу идаралығының разведкалы быраулау контораһының баш геологы, "Башюгнефтеразведка" тресының баш геологы, "Башнефть" берекмәһенең Ишембай быраулау эштәре идаралығының баш геологы булып эшләй. Уның етәкселегендә 30-ҙан ашыу нефть һәм газ ятҡылығы, шул иҫәптән Грачев, Күмертау, Ҡансура, Табын, Архангел, Бөркөт ятҡылыҡтары асыла. Иҙелбай Таһировтың журналдарҙағы мәҡәләләре бөгөн дә геологтар өсөн уҡыу әсбабы булып тора. Ул "Почет Билдәһе" ордены менән наградланған.
Башҡорт теле белгесе — диалектолог, филология фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәжибә Мәҡсүтова К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаларын үтәй. Башҡортостанда һәм унан ситтә диалектологик экспедициялар ойоштора. Башҡорт теле диалекттарын һәм һөйләштәрен системалы тасуирлау буйынса 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Башҡорт һөйләштәре һүҙлеген (өс томда) нәшер итеү эшенә етәкселек итте, башҡорт теленең диалектологик атласын төҙөүҙә ҡатнашты. Башҡорт космонимияһы, терминологияһы, төрки, фин-уғыр һәм монгол телдәренең сағыштырма лексикаһы буйынса тикшереү үткәрә, башҡорт теленең ғилми грамматикаһында ярҙамсы һүҙҙәр хаҡындағы бүлекте яҙа. Үткән быуаттың 70–90-сы йылдарында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Терминология комиссияһы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе булды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Чехословакияла хәрәкәт иткән "Бөйөк Татр" партизан отряды командиры Вафа Әхмәҙуллин, һуғыштан ҡайтҡас, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исемдәренә лайыҡ була.
1940 йылда урта мәктәпте тамамлау менән ул Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Бөйөк Ватан һуғышын Украинаның Каменецк-Подольск ҡалаһында ҡаршылай. 1941 йылдың көҙөндә уларҙың часы, дошман ҡамауында ҡалып, иҫән ҡалған һалдаттарҙан партизан отряды ойошторола. 1944 йылдың авгусына тиклем Вафа Әхмәҙуллин "Смерть фашизму" отрядында элемтәсе, взвод командиры урынбаҫары, взвод командиры булып һуғыша. Фашистарға ҡаршы Словакия милли ихтилалы башланғас, ул бер төркөм совет парашютсылары менән дошман тылына төшөрөлә һәм, тауҙарға китеп, "Бөйөк Татр" партизан отрядын ойоштора. 280 кешенән торған был төркөм немецтарҙың 626 һалдатын һәм офицерын, ике самолетын, 4 танкыһын, 5 бронетранспортерын, 29 йөк һәм еңел автомашинаһын, 11 орудиеһын, 5 минометын юҡ итә, 5 күпер шартлатыла, немец штабы, бер рота хортист (Венгрия) һалдаттары әсиргә алына, партизан миналарынан ҡорал тейәлгән өс поезд юҡҡа сығарыла. Һан яғынан күпкә өҫтөн булған гитлерсылар отрядты 29 тапҡыр ҡыйратырға маташып ҡарай (партизандар дошмандың өс полкын үҙҙәренә ҡаратып тота), ләкин уңышһыҙ: фашистар отрядты ҡыйрата алмай. 1945 йылдың февралендә "Бөйөк Татр" беренсе булып һөжүмгә күскән совет ғәскәрҙәрен һәм Людвиг Свободаның 1-се Чехословакия корпусын ҡаршылай.
1945 йылдың майынан 1946 йылдың майына тиклем Вафа Әхмәҙуллин Көнбайыш Украиналағы Ужгород өлкәһенең Стырь ҡалаһында милиция начальнигы булып эшләй, бандеровсыларға ҡаршы көрәш алып бара. Ул I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, "1939 йылғы Чехословакия тәреһе" (ул беҙҙә Ленин орденына тиң), "Батырлыҡ өсөн", "Партизан һуғышында ҡатнашыусы", "Словакия милли восстаниеһына — 20 йыл" миҙалдары менән наградланған. Чехословакияның почетлы гражданы.
Вафа Әхмәҙуллиндың улы медицина фәндәре кандидаты Роберт Әхмәҙуллин — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡорт медицина институтын тамамлағас, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хирургы, Яңауыл район дауаханаһының баш табибы, "Йоматау" шифаханаһының баш табибы, "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһының баш табибы-директоры булып эшләй. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһының шифаханалар, курорттар һәм ял йорттары идаралығы начальнигы вазифаһын да үтәй. Ул II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Мәсетле районының Өфөлә йәшәүсе "Әй таңдары" яҡташтар йәмғиәте рәйесе булды. Уның туранан-тура ҡатнашлығы менән Яңауыл районында Ямаҙы участка дауаханаһы һалынды, ҡалала 2-се дауахананы төҙөүгә проект-смета документтары әҙерләнде, үҙәк дауахананың балалар консультацияһы бүлеге һәм стоматология амбулаторияһы яңы бинаға күсерелде. "Йоматау" шифаханаһында балалар баҡсаһы, дүрт ҡатлы торлаҡ йорт, шифахананың яңы корпустары, йөҙөү бассейны сафҡа инде. Шифаханалар, курорттар һәм ял йорттары идаралығында эшләгәндә "Асы" һәм "Танып" шифаханалары асылды, балаларҙың ата-әсәһе менән республика пульмонологик "Оло Ыҡтамаҡ" һәм "Ҡарағай" шифаханаларында яңы дауалау, ял корпустары ҡалҡып сыҡты.
(Аҙағы бар).
РЕДАКЦИЯНАН. Был яҙма — билдәле журналистың һуңғы мәҡәләһе. Үҙе иҫән саҡта гәзиткә тапшырылған иҫтәлекте уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итеүҙе изге бурысыбыҙ һананыҡ. Ауылдаштары ла Ризван Хажиевтың яҙмаһын хушлашыу һүҙе булараҡ ҡабул итер.