Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...
Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...Башҡортостандың Журналистар союзында уны – тынғы белмәҫ, битараф ҡала алмаҫ, көслө тауышлы, ҡыйыу шәхесте – оҙаҡ юҡһынырҙар. Үҙенсәлекле яҙмышҡа эйә булған кешеләр был тормошта байтаҡ осрай. Ундайҙарға йәбер-золом, тирә-йүндәгеләрҙең аңламауы, яңғыҙлыҡ төшөнсәһе яҡшы таныштыр. Әммә бындай шәхестәр хаҡлы, дөрөҫ, тәбиғи тип иҫәпләгән үҙ юлынан алға бара, йәшәй, ижад итә.

Уның хаҡында һәр саҡ төрлө фекер йөрөнө, әммә “Ризван Хажиев талантлы, ихлас һәм ҡыйыу кеше ине” тигән һүҙҙәр менән барыһы ла килешер, моғайын. Мәҡәләләрен уҡымайынса ҡалдырыу мөмкин түгел. Улар ниндәйҙер ут-ялҡын, осҡон менән һуғарылыр, үҙенә генә хас фекере, тауышы булыр ине.
Республика Журналистар союзы рәйесе вазифаһында эшләгән осоро күптәрҙең хәтерендәлер. Ул йылдарҙа Союздың уставы, Журналистың һөнәри этикаһы кодексы ҡабул ителде, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йыллыҡ премия булдырылды, һуңыраҡ ул Хөкүмәттекенә әүерелде.
1990 йылда Ризван Закирхан улы 226-сы Ләүйылға һайлау округынан ун икенсе саҡырылыш республика парламентына халыҡ депутаты итеп һайланды. Ошо абруйлы вазифала мәҙәниәт, фән, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге закондарҙы эшләүҙә әүҙем ҡатнашты. Уны республикалағы миграция, Бөрйән районында һәм тотош төбәктә туризмды үҫтереү, йәштәр проблемалары борсоно.
Хеҙмәттәшебеҙ бер һүҙле, ныҡышмал, тәүәккәл булды. “Журналист оҫталығы дәрестәре” тигән китабы баҫмаға әҙерләнгәндә Хажиев беҙгә, ул саҡтағы ҡала һәм район гәзиттәре мөхәррирҙәренә, тейешле материалдарҙы тиҙ арала әҙерләп биреү бурысын ҡуйҙы һәм уны үтәүҙе талап итте. Миңә бүленгән тема “Әңгәмәләрем: гәзиттә һәм йөрәктә ҡалдырған эҙ” тип атала ине. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында донъя күргән китаптары һуңыраҡ һәр журналистың кәңәшсеһенә, өҫтәл китабына әүерелде.
Ризван Закирхан улы шул йылдарҙа уҡ баҙар шарттарына яраҡлашырға тырышты, ижади ойошманың шәхси баҫма тауарын сығарыу башланғысын тәҡдим итте. Әммә был ул осорҙа ниңәлер хуплау тапманы. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән Союз корпоратив матбуғат баҫмаһына – “Журналист Башкортостана” гәзитенә эйә булды.
Ризван Хажиев СССР, һуңыраҡ Рәсәй кимәлендәге профессиональ даирәләрҙә лә танылыу яуланы. Миңә ил журналистары съездарында уның сығышын тыңлау бәхете тейҙе. Яңғырауыҡлы, тапҡыр һүҙе менән күңелде арбауы, берәүҙән дә ҡурҡмайынса, үҙ фекерен әйтә алыуы менән аптырата ине ул барыһын да. Һөнәри бурысын үтәгән журналистарҙың хоҡуғын яҡлап сыҡты. Коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләһен күтәрҙе, сөнки киң мәғлүмәт сараларының ярҙамынан тыш был афәтте еңеп булмауына инана ине. “Замандың киҫкен, көнүҙәк ваҡиғалары тураһында яҙған журналистар “чинуштар”ҙан да, енәйәтселәрҙән дә яҡланмаған”, тип көйәләнде ул йыш ҡына.
СССР Журналистар союзы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы, “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Ватандаш” журналы премиялары лауреаты булды, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Йәнә Мәсетле районының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депутаты. Былар барыһы ла уның хаҡында.
Ризван Хажиев хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен дәртләнеп дауам итте, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты, публицистика өлкәһендә шөғөлләнде, республика матбуғатында уның мәҡәләләре күренә торҙо. Хеҙмәттәшебеҙҙең йөрәктән урғылып сыҡҡан ижад емеше Ватаныбыҙға артабан да оҙаҡ хеҙмәт итер тип ышанғы килә.


Автор: Мәүлиҙә ЯҠУПОВА, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 06.12.2013, 06:11
    Мөхтәрәмә Мәүлиҙә Яҡупова, үҙе лә күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы булараҡ, коллегаһы хаҡында ифрат яҡшы яҙа. Ысынлап та, беҙҙең башҡорттар араһында Ризван ағай кеүек ҡыйыу, тура һүҙле, халҡы өсөн үҙен аямаусы, талантлы инсандар күп түгел. Етмәһә, уларҙы ваҡытында рәсми билдәләргә башҡорт милләтенән сыҡҡандар аҙ булған хакимиәт тырышып та бармай. Минеңсә, Ризван ағай Салауат Юлай орденына хаҡлы ижадсы һәм эшмәкәр ине. Ләкин тарихи башҡорт батыры исемендәге орден менән, йыш ҡына, үҙ вазифаһын ғына башҡарып йөрөгән, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен дә белмәгән, бик шикле әҙәмдәрҙе генә бүләкләйҙәр, ә ысын башҡорт ирҙәренең һәм ҡатындарының хеҙмәте баһалауһыҙ ҡала...

Комментарий өҫтәргә