Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...04.12.2013
Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу икән...Башҡортостандың Журналистар союзында уны – тынғы белмәҫ, битараф ҡала алмаҫ, көслө тауышлы, ҡыйыу шәхесте – оҙаҡ юҡһынырҙар. Үҙенсәлекле яҙмышҡа эйә булған кешеләр был тормошта байтаҡ осрай. Ундайҙарға йәбер-золом, тирә-йүндәгеләрҙең аңламауы, яңғыҙлыҡ төшөнсәһе яҡшы таныштыр. Әммә бындай шәхестәр хаҡлы, дөрөҫ, тәбиғи тип иҫәпләгән үҙ юлынан алға бара, йәшәй, ижад итә.

Уның хаҡында һәр саҡ төрлө фекер йөрөнө, әммә “Ризван Хажиев талантлы, ихлас һәм ҡыйыу кеше ине” тигән һүҙҙәр менән барыһы ла килешер, моғайын. Мәҡәләләрен уҡымайынса ҡалдырыу мөмкин түгел. Улар ниндәйҙер ут-ялҡын, осҡон менән һуғарылыр, үҙенә генә хас фекере, тауышы булыр ине.
Республика Журналистар союзы рәйесе вазифаһында эшләгән осоро күптәрҙең хәтерендәлер. Ул йылдарҙа Союздың уставы, Журналистың һөнәри этикаһы кодексы ҡабул ителде, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йыллыҡ премия булдырылды, һуңыраҡ ул Хөкүмәттекенә әүерелде.
1990 йылда Ризван Закирхан улы 226-сы Ләүйылға һайлау округынан ун икенсе саҡырылыш республика парламентына халыҡ депутаты итеп һайланды. Ошо абруйлы вазифала мәҙәниәт, фән, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге закондарҙы эшләүҙә әүҙем ҡатнашты. Уны республикалағы миграция, Бөрйән районында һәм тотош төбәктә туризмды үҫтереү, йәштәр проблемалары борсоно.
Хеҙмәттәшебеҙ бер һүҙле, ныҡышмал, тәүәккәл булды. “Журналист оҫталығы дәрестәре” тигән китабы баҫмаға әҙерләнгәндә Хажиев беҙгә, ул саҡтағы ҡала һәм район гәзиттәре мөхәррирҙәренә, тейешле материалдарҙы тиҙ арала әҙерләп биреү бурысын ҡуйҙы һәм уны үтәүҙе талап итте. Миңә бүленгән тема “Әңгәмәләрем: гәзиттә һәм йөрәктә ҡалдырған эҙ” тип атала ине. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында донъя күргән китаптары һуңыраҡ һәр журналистың кәңәшсеһенә, өҫтәл китабына әүерелде.
Ризван Закирхан улы шул йылдарҙа уҡ баҙар шарттарына яраҡлашырға тырышты, ижади ойошманың шәхси баҫма тауарын сығарыу башланғысын тәҡдим итте. Әммә был ул осорҙа ниңәлер хуплау тапманы. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән Союз корпоратив матбуғат баҫмаһына – “Журналист Башкортостана” гәзитенә эйә булды.
Ризван Хажиев СССР, һуңыраҡ Рәсәй кимәлендәге профессиональ даирәләрҙә лә танылыу яуланы. Миңә ил журналистары съездарында уның сығышын тыңлау бәхете тейҙе. Яңғырауыҡлы, тапҡыр һүҙе менән күңелде арбауы, берәүҙән дә ҡурҡмайынса, үҙ фекерен әйтә алыуы менән аптырата ине ул барыһын да. Һөнәри бурысын үтәгән журналистарҙың хоҡуғын яҡлап сыҡты. Коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләһен күтәрҙе, сөнки киң мәғлүмәт сараларының ярҙамынан тыш был афәтте еңеп булмауына инана ине. “Замандың киҫкен, көнүҙәк ваҡиғалары тураһында яҙған журналистар “чинуштар”ҙан да, енәйәтселәрҙән дә яҡланмаған”, тип көйәләнде ул йыш ҡына.
СССР Журналистар союзы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы, “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Ватандаш” журналы премиялары лауреаты булды, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Йәнә Мәсетле районының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депутаты. Былар барыһы ла уның хаҡында.
Ризван Хажиев хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен дәртләнеп дауам итте, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты, публицистика өлкәһендә шөғөлләнде, республика матбуғатында уның мәҡәләләре күренә торҙо. Хеҙмәттәшебеҙҙең йөрәктән урғылып сыҡҡан ижад емеше Ватаныбыҙға артабан да оҙаҡ хеҙмәт итер тип ышанғы килә.


Вернуться назад