Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанатлы Гөлфиә
Ҡанатлы Гөлфиә— Һеҙҙе күптәр "ҡанатлы Гөлфиә" тип атай. Әгәр ҡош булһағыҙ, ниндәйен һайлар инегеҙ?
— "Гөлфиә" тигән ҡош булыр инем, сөнки мин әле лә, бала саҡтағылай, төштә осам. Ҡош рәүешендә түгел, ә үҙем булып. Өҫкә күтәреләм дә күпмелер ваҡыттан кире төшәм. Тағы ла бейергә яратам һәм шундай саҡта ла үҙемде ҡош кеүек хис итәм.
— Был донъяла нимәнән ныҡ ҡурҡаһығыҙ?
— Нахаҡтан. Үҙең эшләгән һәр ҡылыҡҡа, ғәмәлгә яуап бирергә мөмкин, аңлатырға була. Ә нахаҡ башҡа кешеләр ҡулы менән ҡылына. Шуға уға яуап ҡайтарыу ҙа мөмкин түгел.
— Үҙегеҙгә насарлыҡ эшләгән кешеләргә нисек ҡарайһығыҙ? Хаслыҡты ғәфү итеп йәшәү ауырмы?
— Ғәфү итеп йәшәү ҡыйын түгелме, тип һорағас, кисерә белгәнемде лә аңлайһығыҙҙыр. Йәлләйем мин ундай кешеләрҙе. Алама холоҡтары арҡаһында үҙҙәре этләнеп йәшәй бит. Ислам дине лә, асыуҙы өс көндән дә артыҡ йөрөтөргә ярамай, тип өйрәтә.
— Донъялағы иң ҙур үкенесегеҙ?
— Улай сәстәр йолҡорлоҡ, терһәк тешләрлек ныҡ үкенесем юҡ, Аллаға шөкөр. Нисек теләйем, шулай йәшәйем.
— Ҡыйын саҡта бирешмәҫкә ҡайҙан көс табаһығыҙ?
— Был һорауға иң беренсе ғаилә көс бирә, тип әйтер инем. Ул һәр кем өсөн дә шулай. Юҡҡа ғына, ғаилә — ул тыл, тип әйтмәйҙәр. Ирем Мирас Хәмзә улы ла — яҙыусы, ғалим, хәлемде аңлап тора. Улдарым Артур менән Урал да — ижад кешеләре, терәгем һәм таянысым.
Икенсенән, миңә тәбиғәт көс бирә. Ҡыш — саңғыла, йәй велосипедта йөрөйөм. Йөҙәм. Ғөмүмән, бейергә яратам. Тормошто яратыу атай-әсәйҙән киләлер, тип уйлайым. Әсәйем ауыр саҡта йырлап-бейей торғайны. Инде олоғайып, сирләп ятҡанында ла, 81 йәшендә, йөрөй алмаһа ла, өҫтәлгә тотоноп, беҙҙе бейеп оҙатып ҡала ине. Үҙенсә, минең өсөн борсолмағыҙ, тиеүе инде. Әсәйҙәрҙең ошондай матур өлгөһө беҙгә көс бирә. Ҡыйын саҡта сит-яттарға түгел, ә ғаиләгә, туғандарыңа таянырға кәрәк, яҡындарыңдан да нығыраҡ аңлаған кеше юҡ барыбер.
— Гөлфиә апай, ә һеҙҙең нисә эшләпәгеҙ бар?
— Белмәйем инде, уны кем һанаған. Һәр кейемемә ярашлы төҫтәрҙе, биҙәктәрҙе һайларға тырышам. Мосолман ҡатын-ҡыҙы башын ҡаплап йөрөргә тейеш, тиҙәр. Яулыҡ урынына эшләпә лә беҙҙе насар энергетиканан һаҡлай. Унан берәй ергә ашығыс барырға кәрәк булһа, сәсте рәтләп өлгөрмәһәң, эшләпә был уңайһыҙлыҡтан ҡотҡара. Күптәр, миңә килешмәй, тип кеймәй. Бөтә кешегә лә килешә ул, хатта бәләкәй буйлыларға ла, тик формаһын һайлай белергә кәрәк тиһәм, беҙ кейһәк, һине ҡабатлаған кеүек булабыҙ, тип көләләр.
— Китаптарығыҙға исемде гел үҙегеҙ ҡуштығыҙмы?
— Әлбиттә, күбеһенә үҙем уйланым. Шулай ҙа бүтәндәрҙең дә фекерен, тәҡдимен алғаным булды. Мәҫәлән, балаларҙың бәләкәй саҡтағы ҡыҙыҡтары тураһында яҙған хикәйәләр китабына "Юлдар ҡайҙа илтә?" тигән исемде иптәшем Мирас тәҡдим итте. Ә "Балаларға йөҙ йыр" тигәнем, атамаһынан уҡ күренеп торһон, тип Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең ул саҡтағы баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимованың фекеренә ҡолаҡ һалып ҡушылды.
— Улдарығыҙҙың исемдәре бик матур. Уларҙы кем уйланы?
— Артур батыр булһын тип "Күгәүен" әҫәрендәге герой исемен һайланыҡ. Ә икенсегә ҡыҙ көткәйнек, хатта Гүзәл тип исем дә әҙерләгәйнек. Элек хәҙерге шикелле ҡарында ятҡан баланың енесен билдәләүсе аппарат юҡ ине бит. Ә Урал тигән исемде төштә күрҙем. Бында ниндәйҙер мистика ла бар һымаҡ. Иң ҡыҙығы шунда: бала тыуғас, әле исем дә ҡушмағанбыҙ, әсәйемдәр почта аша сабыйға тип күстәнәс, бүләктәр ебәргән һәм "Иҙелбаев Уралға" тип яҙып ҡуйған. Шунан нисек аптырамаҫһың?!
— Һеҙ кемдән үрнәк алаһығыҙ? Оҡшарға теләгән кешегеҙ бармы?
— Үҙеңә кумир тыуҙырма, тип әйтелә дин тәғлимәттәрендә. Һәр кем өсөн ата-әсәһе өлгө булып торалыр. Беҙҙең барыбыҙҙы ла ғаиләлә, кешенән кәм йәшәмәгеҙ, һәйбәт булығыҙ, тип өйрәттеләр. Атай менән әсәй үҙҙәре лә тырышып эшләне, балаларын да шуға өндәне. Уларҙың йәшәү рәүеше — беҙгә иң ҙур һабаҡ биргән дәреслек. Бынан тыш, белем биргән уҡытыусыларымдан да күп нәмәгә өйрәндем. Өс мәктәптә уҡыным. Бөтә уҡытыусыларымды ла һағынып иҫкә алам. Китап геройҙары ла, тормошта осраған хәл-ваҡиғалар ҙа һәр ҡайһыһы ниндәйҙер кимәлдә шәхес булараҡ үҫеүҙә йоғонто яһағандыр, тип уйлайым.
— Сибай башҡорт дәүләт театрында һеҙҙең "Осоп булмай ҡанатһыҙ" тигән музыкаль әҫәрегеҙ сәхнәләштерелгәйне. Был тәжрибәгеҙҙе артабан да дауам итергә уйлайһығыҙмы?
— Юҡтыр. Сөнки театрҙа әҫәреңде сәхнәгә сығарыуҙа, уны нисек итеп күрергә теләүҙә авторҙың хоҡуҡтары сикләнгән. Бында режиссер бөтә нәмәне күбеһенсә үҙе хәл итә. Ә мин ижадта азатлыҡты яратам.

* * *

...Ижадҡа ғына түгел, ә төрлө өлкәләргә ҡағылған был һорауҙы күренекле шағирә, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлфиә Юнысова менән осрашыу кисәһенә йыйылған тамашасылар бирҙе. Тамаша Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында үтте. Уны шағирәнең 65 йәшлек юбилейы уңайынан китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Матур сараға килеүселәрҙе әҙибәнең китаптарынан төҙөлгән бай күргәҙмә ҡаршыланы. Ә инде кисә барышында Гөлфиә Юнысованың ижадына, тормошона, ҡаҙаныштарына арналған бай мәғлүмәтле виртуаль күргәҙмәне барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Шағирә үҙенең шиғырҙарын һөйләне, йыйылыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап бирҙе. Ә инде кисәне алып барыусы, сценарий авторы, китапхананың бүлек етәксеһе Айгөл Буранғолова иң һәйбәт һорауға конкурс иғлан иткәс, тамашасылар айырыуса әүҙемләшеп китте. Республика иҡтисад лицей-интернатынан килгән уҡыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы яҙып ебәрҙе. Гөлфиә Юнысова барыһына ла ихлас яуап биреп кенә ҡалманы, ә китаптарын, йырҙары яҙылған дисктарын да бүләк итте.
Шағирә һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны. Уларҙы "Лейди" төркөмөнән Ләйсән Мөхлисова менән Дилара Иҙелбаева, Сәйҙә Ильясова, Светлана Хәкимова, Нурия Абдуллиналар башҡарҙы. Хатта тамашасылар араһында ла Гөлфиә Юнысованың йырҙарын ишеттереүгә конкурс булды. Бында инде яҙыусы Таңсулпан Ғариповаға етеүсе табылманы. Ул "Аҡҡош күле"н моңло итеп йырлап, бүләк алды.
Юбилей кисәләренең ошолай бәләкәй залдарҙа үтеүенең һәйбәт яғы ла бар. Бында тамашасыны шағирә менән сәхнә бейеклеге айырып тормай. Күҙгә-күҙ ҡарашып, яҡындан аралашыу айырыуса ихлас мөхит тыуҙыра һәм шәхесте халыҡҡа тағы ла нығыраҡ яҡынайта.
Кисәләрҙе үткәреүҙең йәнә бер шәп үҙенсәлеге: шәхескә рәхмәт һүҙҙәрен еткереүгә бер сәбәп тә ул. Гөлфиә Юнысоваға иһә был көндә бихисап ҡотлау-теләк яуҙы. Юҡ, юбилей уңайынан әйтелергә тейеш инде тип ҡаралған яһалма һүҙҙәр, дежур сығыштар түгел улар, ә ысын күңелдән, ихлас йөрәктән үткәндәрҙе хәтерләп, көлә-көлә, илай-илай юлланғандары ине. Һәр осраҡта ла Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ҡәләмдәш кенә түгел, ә ярҙамсыл, игелекле кеше булыуын да билдәләп киттеләр. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы "Башҡортостан ҡыҙы" журналында баш мөхәррир сағында бер генә хеҙмәткәрен дә урамда йөрөтмәне, барыһын да йәшәр мөйөшлө итте. Хатта бөтәһенә лә тиерлек маҡтаулы исемдәр юллап алып биреште. Шуға ла, бөгөн журналда бөтөнләй икенсе йәштәр эшләһә лә, шағирәне ҡотларға бөтә коллектив килеп, һәр береһе үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Юбиляр әле лә улар менән бәйләнешен өҙмәй, һәр саҡ хәлдәрен белешеп, кәңәштәрен еткереп тора.
Башҡорт дәүләт университетында бер осорҙа уҡыған, хәҙер инде танылған әҙиптәр булып киткән прозаик һәм драматург Таңсулпан Ғарипова, шағирәләр Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Хәлисә Мөҙәрисова, өлкәнерәктәрҙән Дилә Булгакова, Ирек Кинйәбулатов, халыҡ табибәһе Мәҙинә Дәүләтбирҙина, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы директоры Айгөл Моратова, "Ҡурай" йыр-моң каналы етәксеһе Айгөл Әхмәҙиева Гөлфиә Юнысованы ҡотлап, ихлас теләктәрен еткерҙе. Һәр кеше сығыш яһаған һайын тамашасы шағирәнең бығаса билдәле булмаған яҡшы сифаттарын белеп, һоҡланып ултырҙы. Хатта быны музыка ҡорамалы пульты алдында ултырған композитор, шағирәнең улы Урал Иҙелбаевтың йөҙөндә лә күрергә мөмкин ине. Балаң һоҡланып ҡарарлыҡ әсә булыу — ниндәй бәхет!
Был көндә Гөлфиә Юнысова ла, кисәгә килгән тамашасылар ҙа иҫ киткес ҙур энергия, көс алғандыр, моғайын, сөнки ижадтағы ихласлыҡ уҡыусылар күңелендә лә ыңғай хис-тойғо тыуҙырмай ҡалмай. Әҙибәнең ошондай кисәләр үткәреүе беренсегә генә түгел. Уның осрашыуҙарында һәр ваҡыт һорау яуҙыра тамашасы. Шуларға яуаптарҙан ғына ла бер китап ҡулъяҙмаһы әҙерләнгән. Был күптәр өсөн ҙур бүләк булыр ине.
Гөлфиә Юнысованың публицистикаһы ла әллә нисә китаплыҡ йыйылғандыр. Нисәмә тиҫтә йыл буйына ҡәләмдәштәре, сәнғәт кешеләре, башҡа һөнәр оҫталары хаҡында очерктары мауыҡтырғыс итеп яҙылған.
Изгелеккә изгелек менән яуап бирә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. Кеше уға бер яҡшылыҡ эшләһә, унлата ҡайтара. Ана шулай рәхмәтле була белгәне өсөн дә тормош әҙибәнең үҙенә лә мәрхәмәтлек күрһәтә. Әлеге кисә лә шуның бер сағыу өлгөһө булды. Ҡанатлы шағирәнең илһамы шиғриәт һөйөүсе уҡыусыларға ла ҡанат ҡуйҙы. Әҙәбиәттең бурысы ла шул түгелме ни?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 775

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 781

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876