Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төпкөлгә кем ярҙам итер?
(Рәмил Шәрипов, “Аптырағандың көнөнән”, 2013 йыл, 25 октябрь)
Авторға теләктәшлек күрһәтеү теләге уянды миндә. Шәхсән үҙен күреп белмәһәм дә, Елмерҙәк һырттары, Еҙем буйҙары уртаҡ тыуған төйәгебеҙ икән дәһә, тип ҡуйҙым, яҙманы уҡығас. Икебеҙ ҙә заманында Белореттың данын бөтә илгә таратҡан, уртаҡ сым һуҙыусы һөнәренә эйә булған коллегалар ҙа етмәһә. Хатта ул күтәргән мәсьәләләр ҙә уртаҡ.

Баҡыйҙан утыҙ саҡрым самаһы түбәнерәк ятҡан Толпар ауылының бер килке проблемаларын ҡалҡытып, мин дә Ғафури районының «Табын» гәзитендә бер нисә йыл элек мәҡәлә баҫтырғайным. Толпарҙан биш саҡрым арала урынлашҡан Һуйыр ауылы тураһында ла Белорет районының «Урал» гәзитендә яҙып сыҡтым. Хәҙер ул ауыл юҡ инде. Ҡасандыр Елмерҙәктең ике яҡ битендә гөрләп ятҡан һигеҙ ауыл Ер йөҙөнән бөтөнләй юғалды. Ағас бөтөүенә һылтанып, леспромхоздар ябылды. Ағас ҡырҡыусылар, сайыр һыҙыусылар эшһеҙ ҡалды. Заманалар үҙгәреп, боронғо кәсептәр ҙә юҡҡа сыҡты. Һалабаш һалып септә һуғыу, арҡан ишеү, туғын бөгөү, көрәк сабыу һәм башҡа күп кәсептәрҙең кәрәге ҡалманы. Сөнки ул тауарҙар ҡулланылыштан сыҡты. Эше юҡтың ашы ла, көнө лә юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, нисәмә тиҫтә йыл Өмөтбай менән Баҡый халҡының ныҡышып донъя көтөп, етеш көн күрергә тырышып ятыуы һоҡландыра. Егерме беренсе быуатҡа көн күреү өсөн түгел, башҡалар күргән тулы тормошто татыу хоҡуғы менән аяҡ баҫҡайны улар ҙа… Барыһын булмаһа ла, баҡыйҙар ғүмер буйы башҡарған ҡайһы бер эштәрҙе тергеҙергә мөмкин, моғайын, өҫтәгеләр ташлама яһап, фатиха бирһә. Таһыллыҡ менән көс кенә түгел, батырлыҡ та талап иткән һал ағыҙыу эшен баҡыйҙар әле лә онотмағандыр. Ағасты һалға бәйләп ағыҙыу өсөн юлдар һалыу, ярҙамсы техникаға көрәктән башҡа әллә ниндәй ҡорамалдар ҙа, яғыулыҡ та кәрәкмәй. Был — бер.
Икенсенән, Елмерҙәк һыртының көнбайышы, Еҙемдең уң ярынан Сырышҡы менән Көйөк тирәһенән башҡа (бөткән ауылдар) — бер осонан икенсе осонаса етмеш саҡрым самаһы, кеше аяғы теймәгән шыр урман ул әле лә. Бөрйән урмандарынан бер ере лә кәм түгел. Солоҡтары ла, ҡырағай ҡорттары ла, төрлө кейек-ҡоштары ла күп ине заманында. Әле лә Өфө, Стәрле яҡтарынан килгән браконьерҙар тапандыһына әйләнеп бөтмәгәндер, моғайын. 200 мең самаһы гектар япраҡлы урманды ҡурсаулыҡҡа әйләндерһәң, киләсәк быуындарға ни тиклем байлыҡ һаҡланыр, шул буйҙа йәшәүселәр өсөн эш булыр ине. Йәй ундағы йүкәләрҙән тамып торған йөҙәрләгән тонна бал ғына ла урмандарҙың хаҡын бермә-бер арттыра. Һәр хәлдә әлеге кеүек Белорет—Өфө юлындағы йөҙ метр һайын тиерлек сит өлкәләрҙән килгән шикле кешеләрҙең шикле тоҡомло ҡорттары беҙҙең ҡорттарҙы ҡыҫырыҡламаҫ ине.
Быға тиклем күскәндәре күскән инде, улар менән бер ни ҡылып булмаҫ. Бының һөҙөмтәһе ниндәй булырын уйлап ҡарамаған улар ваҡытында. Ҡалғандарға нисек тә атай-олатайҙарының нигеҙен ҡоротмауҙы хәстәрләү зарур хәҙер. Әлбиттә, «юғарылағылар» ярҙамы менән. Бер-ике тиҫтә бала өсөн мәктәп тотоу отошло булмаһа, юлдарҙы рәтләргә кәрәк. Рәмил дөрөҫ әйтә. Юлды төҙәтеп тәртиптә тотоу өсөн бер кем дә күп миллиондар талап итмәй. Ямғыр йыуған соҡор-саҡырҙарға ҡырсын һибеп, онотмай тигеҙләп торһаң, шул да етә. Баҡыйҙар асфальт һорамай бит.
Юл тигәндән, бер телгә килгәндә яҙайым әле. Әллә мыҫҡыл итеп, әллә яңылыш инде, машина навигаторы Егәҙе — Өфө юлын Баҡый аша күрһәтә. Айыс ауылынан да Өфөгә борон һыбай ғына йөрөп булған Һуйыр—Толпар—Красноусол аша барырға ҡуша. Этә-төртә Инйәрҙән Айысҡа барып еткән сүрәттә лә, Толпарға тиклем ҡалған тағы егерме саҡрымды осоп ҡына бармаһаң, башҡа юл юҡ. Ер юлдашына оялап алып, «күктәгеләр» ялған сигнал ебәреп ултырмайҙыр инде навигаторға? Быйыл йәй машинама ултырып, Елмерҙәк һыртына сығып, күҙ талғансы тыуған яҡтарыма ҡарап торормон тигәйнем. Ямғыр йыуған леспромхоз юлынан машинала түгел, арба егеп ат менән дә барырлыҡ түгел икән шул. Йәйәү һикереп тә сыға алмаҫлыҡ соҡорҙар, йырындар хасил булған. Ике йыл элек Һуйыр ауылына «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡайтыусылар, утыҙ биш саҡрымды «Урал» йөк машинаһында һигеҙ сәғәттә үттек, тигәйне. Юлдың ҡап яртыһы Баҡый юлынан бара. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ инде, шулай булғас.
Хат авторы әйтеүенсә, «иптәш Миронов килеп тә сыҡмай». Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Рәил әфәнде Ғәлиуллин Баҡый юлын яҡшы беләме икән? Ул турала хатта ләм-мим.
«Кемдең баш булыуы мөһимме, әллә кемдең баш була белеүеме?» тигән һорауҙың яуабы ошолайыраҡ яңғырай тип уйлайым: ат туғарып егә белмәгән кешегә дилбегә тотторманылар беҙ үҫкән саҡта. Магнитогорск менән Учалыға ҡарап көнләшәбеҙ. Ҡала тип баҡыйҙар ауыҙ һыуын ҡоротҡан Белорет күптән инде ҙур ауылға әйләнеп бөтөп бара. Етәкселәр ауыҙынан сыҡҡан вәғәҙәләргә ышанһаң, беҙҙекенән дә шәп ер юҡтыр, тип уйларға мәжбүрһең. «Иләнмәгән-һуғылмаған, килен, һиңә бер балаҫ» тигән һымағыраҡ.
Егәҙе ауыл биләмәһенә бер нисә ауыл ҡарай. Инйәр хакимиәтендәге Айыс, Арышпар, Ноҡат ауылдарына ла еңелдән түгел. Егерме йыл да уҙмаған уларҙың да гөрләп тороуына. Хакимиәт башлыҡтары Мөфтәхетдиновмы, әллә Ғәлиуллинмы, шул ауылдарға барып, халыҡты йыйып: «Ни эшләйбеҙ, йәмәғәт, ауылдарыбыҙ юҡҡа сыға бит, мәғарифты ҡулайлаштырыу мәктәптәрҙе яптыра. Мәктәп ябылһа, ауыл бөтәсәге лә шикһеҙ. Эш булһа — бөтмәҫ, мәктәбе лә ҡалыр ине. Әллә шулай итеп ҡарайыҡмы, әллә былаймы, һеҙгә — эш, беҙгә һалым аҡсаһынан юлдарҙы, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү еңеләйер ине», — тип уларҙың кемеһе халыҡҡа бизнес-план тәҡдим итеп ҡараны икән? «Китсе, булмаҫтайҙы!» тип әйтерһегеҙ. Мин дә шулай уйлайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873