Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сираттағы һынаумы?
Сираттағы һынаумы?2011 йылдың майында булған шартлауҙан һуң күңел яралары уңалып бөтмәгән Иглин халҡының башына йәнә бер хәсрәт төштө: Интернет селтәрендә «райондың Түбәнге Ләмәҙ ауылы янында радиоактив ҡалдыҡтар күмеләсәк» тигән хәбәр таралды.

«Росатом» дәүләт корпорацияһының рәсми сайтында «зарарлы ҡалдыҡтарҙы ергә күмеү пункттарын урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса «Радиоактив ҡалдыҡтар менән эш итеүсе милли оператор» федераль дәүләт унитар предприятиеһының мәнфәғәттәренән сығып документтар әҙерләү хоҡуғына» тендер иғлан ителеүе республика халҡын борсоуға һалды: сайтта урынлаштырылған туғыҙ лот араһында Башҡортостан да бар. Исемлектең ниндәй принциптарға таянып һәм кем тарафынан әҙерләнгәне билдәһеҙ.
Хуш еҫле балы, йүкә урмандары менән дан тотҡан Иглин төйәгендә ҡурсаулыҡ ойошторор урынға Европаның ядро ҡалдыҡтары ҡәберлеген булдырыу – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, «Росатом»дың Башҡортостан Хөкүмәтенә лә, төбәктә урынлашҡан башҡа федераль ведомстволарға ла был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт иткәне булмаған, шуға күрә бындай мәғлүмәттең ҡайҙан барлыҡҡа килеүен асыҡлау маҡсатында дәүләт корпорацияһына рәсми һорау ебәрелгән.
– Республикала ниндәй ҙә булһа ҡалдыҡтарҙы, тәү сиратта радиоактив матдәләрҙе күмеүгә ҡырҡа ҡаршымын, – тигән позицияһын белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Төбәктә бындай ҡәберлектәрҙе булдырмаҫ өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен. Әлеге сәйер мәғлүмәттең кем тарафынан, ниндәй маҡсатта урынлаштырылыуын асыҡларға кәрәк. Бының Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер субъекттарында сәйәси мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереү маҡсатында ойошторолған сираттағы ҡотҡо булыуы ихтимал. Әммә республика халҡын тынысландыра алам: бер ниндәй шарттарҙа ла төбәктә ҡалдыҡтар күмеүгә юл ҡуймаясаҡмын.
1989 йылда райондың Оло Тәләк ауылы янында ике пассажир поезы һәләкәткә осраны, 500-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлдө, 600-ҙән ашыуы ғәрип булып ҡалды... 2011 йылдың майында Урман ауылы янындағы хәрби келәттә снарядтар шартланы, ҡот осҡос янғын сығып, йөҙҙән ашыу ғаилә йортһоҙ ҡалды... Былтыр фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың егерме йыллыҡ селекция эше емештәре – Ирландия, Германия, Англия, Американан килтерелгән яҡшы тоҡомло, шулай уҡ башҡорт тоҡомло 13 аты, башҡа мал-тыуары – янғында һәләк булды... Урман ауылы геройы Александр Минеевтың фажиғәнән һуң күп көс һалып тергеҙелгән умарталығы яндырылды... Әле килеп районда халыҡтың эсәр һыуын, һулар һауаһын, туҡландырыусы ерен ағыулаясаҡ ҡалдыҡтарҙы күммәкселәр. Әлбиттә, республика етәкселеге быға юл ҡуймаҫ тип ышанғы килә. Тик ни өсөн бер төбәккә шуның сама бәлә? Һаулығын, имен, тыныс тормошон ҡорбан итеп, ниндәй һынауҙар аша үтергә мәжбүр халыҡ? Башҡортостанда йәшәүселәр былай ҙа һәр ваҡыт стресҡа дусар ителә: экологик именлек өсөн борсолоу булһынмы, тормош ҡотон һаҡлаған мәктәптәрҙең ябылыуы, туған телдәрҙең ҡыҫырыҡланыуы, аҫабалыҡ хоҡуҡтарының, ерҙәребеҙҙең юғала барыуы өсөн әрнеүме – халыҡ түҙеп-түҙеп, өҙөп ҡуймағайы. Хәйер, кешенең тәбиғи инстинкттары көслө: үҙенең һәм балаларының именлеге өсөн ул бөтә көсөн тупларға һәләтле.

Александр ЕРШОВ, «Йәмәғәт экологик контроле» төбәк йәмәғәт ойошмаһының административ советы рәйесе:
– Әлеге ваҡытта «Росатом» төбәктәрҙең геологик үҙенсәлектәрен өйрәнеп, радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмер өсөн ер эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай матдәләрҙең зыянын бөтөрөү технологиялары әлегә уйлап табылмаған, шуға күрә уларҙы махсус капсулаларҙа, бының өсөн ярашлы урындарҙа һаҡларға тура килә, ундай урындарҙы белгестәр билдәләй. Халыҡтың зарарлы ҡалдыҡтар ҡәберлеге эргәһендә йәшәргә теләмәүе аңлашыла. Бында ышандырырлыҡ дәлилдәр һәм йәмәғәт тыңлауҙарында үҙҙәренең эш һөҙөмтәләре менән таныштырған ирекле эксперттар кәрәк.

Радик ХАНДАНОВ, Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Был хәбәр минең һәм, ғөмүмән, район халҡы өсөн көтөлмәгән булды. Радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү өсөн Түбәнге Ләмәҙ ауылының һайланыуы беҙҙе хафаға һалды: төбәгебеҙ ҡурсаулы зоналарҙан һанала, бында республикала айырыуса әһәмиәткә эйә булған йүкә урмандары үҫә, донъялағы иң яҡшы бал етештерелә. Был ерҙә зарарлы һаҡлағыс урынлаштырыу һис тә мөмкин түгел. Район халҡы хилафлыҡ ҡылыуға юл ҡуймаясаҡ.

Радик Таһиров, «Иглинские вести» гәзитенең баш мөхәррире:
– Әлбиттә, бындай аҙым яһауҙарына ҡырҡа ҡаршымын. Ауыл янында ядро ҡалдыҡтары ҡәберлеген булдырыу ҙур хәүеф менән янай. Беренсенән, был тәбиғәткә ҙур зыян килтерәсәк. Райондың айырыуса һаҡланған, кеше аяғы баҫмаған тиерлек биләмәһе генә түгел, йылғалар, ер аҫты һыуҙары аша Өфө ҡалаһы, ярты Башҡортостан да ағыуланасаҡ. 80-се йылдарҙа ауылға күрше төбәктән геологтар килеп ерҙе тикшергәнен һәм унда тоҙ ҡатламдарын асыҡлағанын иҫләйем. Ғалимдар фекеренсә, тоҙ ҡатламдары радиоактив сүп-сарҙың тирә-яҡ мөхиткә үтеп инеүенән ышаныслы һаҡлай. Йәғни, ғилми яҡтан ҡарағанда, был урынды ҡалдыҡтар һаҡлау өсөн ярашлы тип табыуҙары ла бар.
Икенсенән, был — бик сетерекле мәсьәлә. Үҙем шул ауылда тыуып үҫтем. Халыҡтың быуындан быуынға күсә килгән бай, хозур ерҙәре бар, берәүҙең дә уларҙы сүплек ояһына әйләндергеһе килеп тормаҫ. Бик ауыр хәл килеп тыуыуы ихтимал. Хәҙер Интернет селтәрендә мәғлүмәт күп, һәм ул тиҙ тарала, кешеләр үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә тора. Бер-бер хәл була ҡалһа, халыҡтың дәррәү күтәрелеүе лә бар. Кешеләрҙе ярһытҡан сәбәптәр былай ҙа күп. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан төбәкте ҡуҙғытыу һаламға ут төртөүгә тиң. Үҙәктәге абзыйҙар быны яҡшы аңлай, тип уйлайым. Ниндәйҙер ҡарарға килер алдынан улар бик ныҡ уйланырға тейеш.


Автор: Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә