Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарауыл! Беҙҙе юҡ итәләр...
Ҡарауыл! Беҙҙе юҡ итәләр...Кеше яңылыҡһыҙ, мәғлүмәтһеҙ йәшәй алмай. Күҙ алдына килтерегеҙ: тома һуҡыр, һаңғырау икәнһегеҙ, өҫтәүенә тәм, еҫ һиҙмәйһегеҙ ти. Тимәк, остоҡ ҡына ла хәбәр ҡабул итә алмайһығыҙ. Дошманыңа ла теләмәйһеңдер бындай хәлде.
Иртән торғас та кеше яңылыҡ үҙләштерә башлай. Көн дауамында ғаилә ағзалары, күршеләре, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, таныштары менән аралаша. Урамда китеп барғанда, туҡталышта транспорт көткәндә, магазинда сиратта торғанда кем менәндер хәбәрләшә, мөһим нәмәләр тураһында ишетә, ҡыҙыҡһына, үҙе лә белгәнен бүлешә. Юҡ-бар темаға ләстит һатып булһа ла, “аслыҡ”ты баҫа. Ҡыҫҡаһы, бер кем дә мәғлүмәтһеҙ оҙаҡ түҙә алмай.

Хәүефһеҙлек

Мәғлүмәт төрлө була. Өҫтә уны ҡабул итеү ысулдарын, тапшырыу формаларын бер аҙ һанап уҙғайныҡ. Билдәле, тәғәйенләнеше буйынса ла айырыла ул: дөйөм, махсус, йәшерен һәм шәхсән.
Беҙҙе айырыуса шул шәхсәне борсой, эйеме? Был бит туранан-тура хәүефһеҙлегебеҙгә лә бәйле. Бөгөнгө алдынғы технологиялар заманында һинең, минең турала яңылыҡ йәшен тиҙлегендә бар донъяға тарала. Ҡыҙыҡ өсөн Интернетҡа инеп, эҙләү графаһына үҙеңдең исем-шәрифеңде теркә әле – бик һирәктәр хаҡында ғына бер кәлимә мәғлүмәт тә табылмаҫ. Ә күптәр тормошон энәһенән ебенә хәтлем белергә була. Ул шәхси серҙәрҙе яҡшы маҡсатта файҙаланһалар – бер хәл. Әгәр ҙә һинең менән ҡара уйлы берәй бәндә ҡыҙыҡһынһа... Уйлауы ла ҡурҡыныс бит!
Элек айырым шәхестәр тураһында мәғлүмәтте махсус хеҙмәттәр генә йыйып, ул дөйөм халыҡ, йәмәғәт иғтибарына сығарылманы. Ҡайҙалыр өҫтә көнитмешеңде энә күҙәүенән үткәреп ултырһалар ҙа, тыныс йоҡланың. Ни хәл итәһең, ил хәүефһеҙлеге һағында тороу ошо зарурлыҡты тыуҙыра. Ә бөгөн мотлаҡ рәсми документ юллау өсөн кәрәкле органдарҙан тыш банктар, дауаханалар, эре магазин селтәрҙәре, сымһыҙ телефон операторҙары, төрлө Интернет-сайттар – эте лә, бете лә тигәндәй, һинең шәхсән базаңды туплау менән мәшғүл. Өй, электрон почтаң адресы, телефон һандарың күптән инде бар ғаләмгә билдәле. Хеҙмәтләндерелгән бөтә урында ла тиерлек был мәғлүмәтһеҙ документтарыңды ҡабул да ҡылмайҙар. Өҫтәүенә мыҫҡыл иткән шикелле, “Үҙ иркем менән шәхсән мәғлүмәтте ҡулланырға рөхсәт итәм” тип имзаңды ла алалар әле. Рөхсәт бирмәй ҡара! Һинең ситтәргә ундай мәғлүмәтте күрһәткең килмәүе уларҙы борсомай. Бына шундай ирекле-мәжбүри тәҡдим-талап.
Кемдер, шәхсән мәғлүмәт эске ҡулланыш өсөн генә, тиер. Көлкө! Бар, берәй ерҙә телефон һаныңды ҡалдыр – шунда уҡ банктан да, магазиндан да, такси хеҙмәтенән дә тәҡдимдәр яуа башлай, сыҙа ғына! Ситтәргә эләкмәгәс, барыһы ла ҡайҙан ала һуң һинең бәйләнеш координатаңды?! Дәүләт закон сығарыу акттары дәүләт, коммерция, шәхсән, банк, һөнәри серҙәрҙе туплаған мәғлүмәтте һаҡлауҙы тәьмин итһә лә, ысынбарлыҡта ул йыш ҡына боҙола.
Хәҙер килеп бөтә документтар урынына универсаль электрон карта уйлап табып тарата башланылар. Эсендә әлеге лә баяғы өй, электрон почтаң адресы, телефоның, медицина картаһынан ауырыу тарихың, ЮХХДИ һалған штрафтың, түләгән йә түләргә тейешле һалымыңдың күләме, банк, транспорт карталарың иҫәбе, хатта балаларыңдың көндәлегенән билдәләр булыуы бар. Ҡайҙалыр барһаң, Пенсия фонды бүлексәһенәме, Социаль страховкалау фондынамы, махсус аппаратта картаңды асып, мәғлүмәт ҡараясаҡтар, аласаҡтар. Шул мәлдә уның күсермәһен эшләмәҫтәр, ниндәйҙер ҡара эштәр өсөн ҡулланмаҫтар тип кем гарантиялай ала? Электрон карталарҙы, почтаны, сайттарҙы емереп инеп, зыян ҡылыусы, аҡса, сер урлаусы хакерҙар ҙа етерлек. Америка үҙе менән визаһыҙ мөнәсәбәт булдырылған егерме ете илдә әйләнешкә пластик паспорт индереүҙе талап итә. Бөйөк Британияла, мәҫәлән, шундай өс миллион документ таратылған да инде. Хакерҙар был системаны тиҙ емерҙе. Ә голланд “оҫталары” тағы ла алғараҡ китте: махсус ҡорамал – сканер аша ябыҡ электрон паспортты утыҙ сантиметр алыҫлыҡтан “уҡыу”ға өлгәште. Йәғни, һиңә яҡыныраҡ килеп, кеҫәңдә ятҡан документты еп-еңел “асып ҡарауҙары” ихтимал. Ә уны үҙләштереп, үҙгәртә лә башлаһалар? Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгес Лукас Грюнвальд үҙенең паспорты менән шундай тәжрибә үткәреп ҡараған инде. Ул документының күсермәһен яһап, шуны буш электрон паспортҡа урынлаштыра алған. Ҡот осмалы бит!
Әле Рәсәйҙә лә төп документыбыҙ пластик карта рәүешендә индерелә. Мәскәү, Ленинград, Калининград өлкәләрендә тәжрибә барһа, 2015 йылдан иһә бөтә ил был системаға күсәсәк. Бынан тыш, тиҙҙән сит ил паспортын да мөһим үҙгәреш көтә. Унда граждандың бармаҡ эҙе мотлаҡ булырға тейеш. Баштан-аяҡ ҡапҡанға эләгәбеҙ түгелме, йәмәғәт?..
Интернет селтәре лә таяҡтың ике башлы булыуын иҫкәртә. Айырыуса социаль селтәрҙәге бәйһеҙлек хәүефле. Күптәр шәхсән биттәрендә үҙе тураһында ниндәй генә мәғлүмәт урынлаштырмай. Тот та теләһә кемдең биографияһын уҡы! Ҡайҙа барған, нимә һатып алған... Шунан енәйәтселәр шуларҙың өйөнә төшә, балаларын, туғандарын аманатҡа алып, күп аҡса талап итә.

Мәғлүмәт һуғышы

Донъяла һаман да милек бүлешеү бара. Көслөнөкө – замана тигәндәй, аяғында ныҡлы баҫып торған дәүләттәр күберәк байлыҡҡа хужа булырға, ул ғына ла түгел, бөтә ерҙә хакимлыҡ итергә теләй. Элекке кеүек бихисап ҡорбандар менән, ҡан ҡойош аша ғына алып барылмай был илбаҫарлыҡ. Йышыраҡ мәғлүмәт һуғышы йәйелдерелә. Бүтән илдең биләмәһендә ялған хәбәр таратыу юлы менән халыҡтың аңын томалап, алдаштырып, ынтылышын һындырырға ла сеймал, энергетика һәм башҡа ресурстарына эйә булыу хыялы ҡайһы бер башлыҡтарҙың төн йоҡоһон ала.
Әлбиттә, мәғлүмәти һөжүм борондан ҡулланылған. Әйтәйек, бөйөк баҫҡынсы Сыңғыҙхан ғәскәренең алдынан татар-монголдарҙың иҫ киткес аяуһыҙлығы тураһында даны барған. Шул хәбәрҙе ишетеп, ҡаршы торған яҡ алдан уҡ рухи еңелеү кисергән. Һөҙөмтәлә уларҙың физик ҡаршылығын һындырыуы ауыр булмаған.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында мәғлүмәт һуғышы яңы һулыш алды. Төп агрессор – Америка Ҡушма Штаттары. Илдәге ике йөҙ ғаилә династияһы уның бар байлығына тиерлек эйә. Шулар тотош донъяға ла хужа булмаҡсы.
Мәғлүмәт һуғышы күп яҡлы һәм төрлө сүрәттә йәшерен алып барыла. Ул иҡтисадтың социаль-мәҙәни юҫығында – мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, тәбиғәтте һаҡлау, дәүләт менән идара итеү органдары майҙанында – йәйелдерелгән. Эшмәкәрлек төрлө фондтарҙың гранттарын бүлеү, сит илдәрҙә стажировка үтеү мөмкинлеген биреү аша нығытыла. Миҫалға билдәле Америка байы Джордж Соросты килтерәйек. Ул бик яҡшатланып, Рәсәй ойошмаларына, граждандарына ярҙам итә, мәрхәмәтлек күрһәтә. Беҙҙең Башҡортостанда ла “Сорос фонды” лауреаты булған, шуны әләм итеп күтәргән кешеләр бар. Ә бының тиктомалдан түгел икәнлеген уйлаусы табылдымы икән?
Донъяны иҡтисади контролдә лә бер өйөр бай кландар тота. Кәрәк икән, улар йәһәт кенә яһалма финанс көрсөгө тыуҙыра ала. Бөтә илдәр бурысҡа йәшәгәндә Халыҡ-ара валюта фонды бер генә дәүләткә ташламалы кредит бирмәһен әле... Ҙур финанс ойошмалары етәкселегендә, күҙәтеү советында шул аҡсалы “буратинолар” ултыра бит.
Ошолай йөҙгә-йөҙ осрашып һуғышмайынса ла еңеп-еңелеп була бөгөн. Юҡҡамы ни Американың хәрби ведомствоһы Пентагондың бер етәксеһе: “Беҙ барыһының да, һалдат булмаһа ла, хәрби хәрәкәттә ҡатнашыуын тәьмин итерлек үҫеш баҫҡысына етеп киләбеҙ. Бурысыбыҙ – тере көстө юҡ итеү түгел, ә милләттең маҡсатын, ҡарашын, үҙаңын үҙгәртеү, кирегә бороу”, – тигән.
Был “үҫеш баҫҡысы”н барлап сығайыҡ әле.
1. Бер илде икенсеһе ҡорал көсө менән буйһондора. Автоматтар, танктар, самолеттар эшкә егелә. (Ҡаһарманлыҡта беҙгә тиңдәр юҡ, шөкөр!)
2. Әммә шул уҡ йә башҡа дәүләт һине лә яулай ала. Ҡорбан, ҡол булыуың бар. Шуға хәйлә кәрәк. Ҡаршы яҡты тәмәке, араҡы, наркотик, ҡомарлы уйындарға ылыҡтырып та юҡ итергә мөмкин бит! Айырыуса башлыҡтарын “энәгә ултыртһаң”, ул теләһә ниндәй кәрәкле указға ҡул ҡуясаҡ. Ваҡытында Америкала индеецтарҙы шул рәүешле еңделәр. Хәҙер илдең аҫаба халҡы билдәле бер биләмә сигендә генә – резервацияла йәшәй. (Башҡорт, һаҡ бул, эсмә, тартма, телеңде, ереңде һатма!)
3. Тәмәке тартыуҙы, араҡы эсеүҙе ташларға, ҡыйын булһа ла, наркотиктан арынырға мөмкин. Ә бына тотош ҡәүемде бурысҡа батырһаң, киләсәк быуындар ҙа уны халҡының, иленең байлығы менән түләйәсәк. Кредит-финанс системаһының ҡапҡан икәнен үҙ елкәгеҙҙә тойғанһығыҙҙыр. (Халҡым, булғанды әрәм-шәрәм итмә, бурысҡа батма, юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ!)
4. Ҡапыл “йоҡонан” уянып китеп, кешеләр үҙҙәре менән нимә эшләгәндәрен аңламаһын өсөн төрлө идеологиялар уйлап табыла. Ҡарағыҙ әле: ниндәй генә сәйәси партиялар, ижтимағи ойошмалар, дини ағымдар, секталар юҡ! Бер-береһе менән ярышалар, бәхәсләшәләр, көрәшәләр, власть өсөн талашалар. Һөҙөмтәлә – буталыш, ҡаңғырыш, иғтибарҙы ситкә йүнәлтеш. (Башҡортом, бер тәьҫиргә лә бирешмә, бер ҡарашты ла көсләп таҡтыртма һәм таҡма!)
5. Хронологик, тарихи характерҙағы мәғлүмәтте боҙоп күрһәтеп, аңды томалау дауам итә. Тарихи имеш-мимеш, “әкиәт” миллиондарҙы яңылыш юлға этәрә. Улар нигеҙендә ялған идеология, дини культ тыуа. (Тамырыңды онотма, шәжәрәңде барла, тарихыңды боҙорға юл ҡуйма, башҡорт!)
6. Бөтә ошо үҙгәрештәргә һуҡырҙарса эйәреү тәбрикләнә. Шуға ла дөрөҫлөк бөртөгөн күрә, аңлай белеү талап ителә беҙҙән. Ҡыҫҡаһы, һәр хәлде хәүефһеҙлек юҫығынан дөрөҫ баһаларға һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә инде. (Аҡыллыға – ишара, милләттәшем!)
Дөйөмләштереп, замандың иң ҙур ҡурҡынысы – ядро ҡоралының таралыуын һәм ҡулланылыуын сикләүгә, кешелеккә яңы хәүеф – мәғлүмәт ҡоралы – янай башланы, тиергә була. Был бигерәк тә Рәсәй халҡына ҡағыла. Америка гражданы Аллен Даллестың Икенсе донъя һуғышы бөткәндә үк нимә тигәнен онотмайыҡ: “Һуғыш тамамланыр, бөтәһе лә тынысланыр. Һәм беҙ барлыҡ алтыныбыҙҙы, матди көсөбөҙҙө кешеләрҙе ахмаҡландырыуға йүнәлтербеҙ. Кеше мейеһе, аңы үҙгәрештәргә бирешә. Шунда тынғыһыҙлыҡ сәсеп, һиҙҙермәйсә генә уларҙың ҡиммәттәрен ялғанына алмаштырырбыҙ ҙа шуларға ышанырға, табынырға мәжбүр итербеҙ. Нисекме? Рәсәйҙең үҙендә фекерҙәштәребеҙҙе, ярҙамсыларыбыҙҙы табып. Шулай яйлап ҡына баш эймәҫ халыҡты юҡ итеү фажиғәһе йәйелдереләсәк”.

Киберһуғыш

Киберһуғыш – яҡын киләсәк һуғышы. Ул башланды ла инде. Бөгөн ябай ғына компьютер, ноутбук оҫта белгес ҡулында ысын ҡоралға әүерелә ала. Мәҫәлән, 2010 йылда “Wikileaks” сайтында бик күп йәшерен материал баҫылып сыҡты. Был атом бомбаһы шартлауын хәтерләтте, сөнки Афғанстан менән Ираҡта барған һуғышҡа ҡағылышлы серле мәғлүмәт, шулай уҡ Америка илселәренең бер-береһенә яҙған хаттарының эстәлеге миллиондарса кешегә билдәле булды. Шуныһы ҡыҙыҡ: был юлы Америка үҙе хакерҙар ҡорбанына әүерелде. Ошо рәүешле ил дипломатияһына һәм имиджына ҙур зыян килде. Бөтә идара итеү эшмәкәрлеге Интернет киңлектәренә күскән заманда бер дәүләт тә ошондай хәүефтән азат түгел шул.
“Wikileaks”ҡа нигеҙ һалған Джулиан Ассанжға АҠШ шунда уҡ “һунар” ойошторҙо. Ул, Англияға ҡасып өлгөрһә лә, “донъя хакимы”на тотоп тапшырыу ҡурҡынысы тыуғас, Лондондағы Эквадор илселегендә яҡлау тапты. Әле йыл ярым буйы шунда йәшенеп йәшәргә мәжбүр.
Америка гражданы Эдвард Сноудендың да яҙмышы “Эквадор тотҡоно”ныҡына оҡшаш. Үҙәк разведка идаралығы һәм Милли именлек агентлығының элекке хеҙмәткәре илдең йәшертен эшмәкәрлеге тураһында серҙе таратты. Был мәғлүмәт донъя күрер саҡта ғына Сноуден Гонконгка осто. Властар, иленә хыянат итеүсе тип, уны яуапҡа тарттырырға булып, Ҡытай етәкселегенә мөрәжәғәт итеп тә өлгөрмәне, ҡасаҡ Рәсәйгә килеп төштө. Айҙан ашыу Мәскәүҙең “Шереметьев” аэропортында көн күргән Сноуден, ниһайәт, беҙҙә ваҡытлыса йәшәү урыны тапты.
Сноуден биргән мәғлүмәттән Милли именлек агентлығының 35-ләгән дәүләте башлығының телефон һөйләшеүҙәрен тыңлағаны билдәле булды. Шул иҫәптән АҠШ-тың дуҫы – Германия канцлеры Ангела Меркелдең дә. Америка президенты Барак Обаманың МХА-ға был эшмәкәрлекте тыйырға ҡушыуы ғына халыҡ-ара ыҙғышты туҡтатып ҡалды. Ә Обама үҙе, йәнәһе лә, был турала бөтөнләй белмәгән. Имеш...

Һуңғы һүҙ урынына

Халыҡ түҙемһеҙләнеп ришүәтселәрҙең язаға тарттырылыуын көтә. Кешеләрҙе бигерәк тә элекке оборона министры Анатолий Сердюковтың яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Иманым камил, ғәйепләнеүсе мөһөрөн алып, хөкөм ителмәйәсәк ул. Ни өсөнмө? Юғарыла яҡлаусылары булғанға ғына түгел. Нисек уйлайһығыҙ, оборона министры күпме йәшерен серҙе белә? Ил хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы күпме документты уҡып сыҡҡан? Тимәк, уны ғәйепләүҙән тик зыян күрәсәкбеҙ. Иртәгәһенә үк ҡайҙалыр “серле архив” пәйҙә буласаҡ.
Валлаһи, бөйөк көс, ҡорал ул мәғлүмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524