Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәйем мин донъяла сабыр итеп...
Йәшәйем мин донъяла сабыр итеп...Коллегабыҙ Зинфира Яруллинаны йыш ҡына маҡтап телгә алалар, уның тырыш, кешелекле, кеселекле, изге күңелле, сабыр холоҡло, бөйөк әсә булыуына, тормошто яратыуына һоҡланалар.

Ғәҙәттә, хаҡлы ялдағы кеше онотолоп та ҡуя. Әммә хеҙмәттәшебеҙҙе һис хәтерҙән сығарырлыҡ түгел. Уның һикәлтәле лә, шатлыҡлы ла, ваҡыты менән көйөнөслө лә тормош юлын ниндәй генә эпитеттарға төрөп тасуирлаһаң да, аҙ булыр кеүек. Яҙмыш тигән төшөнсә лә бар бит әле. Елеккә үтеп ингән ана шул әсе яҙмыш еле кешене ғүмер буйы һынай.
Әйтәләр бит: "Бөтәһе лә тыуған ерҙән, тыуған тупраҡтан, тәүге тапҡыр йәшел сиҙәмгә аяҡ баҫҡан миҙгелдәрҙән башлана". Зинфираның донъяға тәү тапҡыр ауаз һалған, һулыш алған ере йырҙарҙа йырланған, республикабыҙға, илебеҙгә ҙур таланттар бүләк иткән гүзәл Борай яҡтары икән. Борай тигәс, уның һоҡланғыс тәбиғәте, бормаланып аҡҡан Танып, Ағиҙел йылғалары күҙ алдына баҫа. Беҙҙең геройыбыҙ Зинфира Яруллина ана шул Ағиҙел һылыуы инде. Гүзәл йылға ярҙарына һыйынып ултырған Вострецов ауылы — уның тыуған төйәге. Ғәжәйеп матур яҡтар. Ағиҙелдә тулҡын ярып йөҙгән аҡ пароходтарҙың тауыш биреп, ҡысҡыртып үтеп китеүе генә ни тора!
Ана шул пароходтарға ултырып ҡына Өфөгә бараһы ине, тип хыялланды биш ҡыҙ менән бер малай араһында буй еткереүсе үҫмер. Ә тормош тигәнең төрлө һынау әҙерләп, әсе яҙмыш ҡанаттарын йәйеп торған икән. Зинфираға 14 йәш тулғанда, әсәһе Лотфикамал апай 43 йәшендә генә гүргә инә. Был әле яҙмыш ғазабының, тормош һынауының тәүге баҫҡыстары ғына була.
Шулай ҙа рухи көс туплап, Зинфира Өфөгә юллана. Мәктәптә уҡығанда йыр-моңға тартылған ауыл ҡыҙы тәүҙә музыка училищеһына уҡырға инә. Тик уға бында белем алырға тура килмәй. Атаһы Әхмәтсафа: "Ҡыҙым, фатир өсөн түләргә мөмкинлегем юҡ", — тигәс, апаһы Рәсимәнең тәҡдиме буйынса ул полиграфистар әҙерләү училищеһына уҡырға инә. Унда етем бала өсөн уҡыу, көнкүреш шарттары бик ҡулай була. Ә шулай ҙа тыуған-үҫкән яҡтар һағындыра. Һирәк-мирәк булһа ла, апаһы менән ауылына ҡайтып йөрөйҙәр.
Училищены тамамлағас, йәш белгес Өфөнөң приборҙар эшләү заводы типографияһында эшләй. Көтмәгәндә баш ҡаланың драма театрында Зинфира мөхәббәтен — буласаҡ тормош иптәше Әсхәтте — осрата. Бәләбәй районы егете Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамларға йөрөй икән. Оҙаҡ та үтмәй, йәштәр гөрләтеп туй яһай.
Әсхәтте юллама буйынса Йәрмәкәй районына эшкә ебәрәләр. Ул заманында агроном да, хужалыҡ етәксеһе лә, район Советы башҡарма комитеты рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары ла булып эшләй, "Хеҙмәт ветераны", "Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе" тигән исемдәргә лайыҡ була. Әле лайыҡлы ялда.
Зинфира Яруллина иһә һөнәре буйынса район типографияһына хәреф йыйыусы булып эшкә урынлаша. Әлбиттә, ул саҡта эш шарттары бик шәптән булмай. Хеҙмәт хаҡы ла — ни бары 75 һум. Шулай ҙа ул, әхирәттәре Ғәйникамал Ғүмәрова, Зөмәрәт Ғиззәтуллина менән уртаҡ тел табып, ошонда 40 йылға яҡын хеҙмәт итә. Дипломлы белгес булараҡ, Зинфира уларҙы хәреф йыйыусы һөнәренең нескәлектәренә өйрәтә. Эш урыны завод цехын хәтерләтә: бында һәр саҡ станоктар геүләп, һелкенеп тора. Тәжрибә уртаҡлашырға тип Бәләбәйгә, Бишбүләккә баралар.
Типографияла, гәзит баҫыуҙан тыш, төрлө бюллетендәр, телефон белешмәләре, саҡырыу билеттары, буклеттар, проспекттар, афишалар, брошюралар, төрлө бланктар эшләп сығарыу менән дә шөғөлләнәләр. Хеҙмәт, партия дисциплинаһы ныҡ була. Әйткәндәй, Зинфира Яруллина үҙе лә коммунист, хатта оҙаҡ ҡына йылдар дауамында партия ойошмаһы секретары була.
Эштә төрлө хәлгә тарыйһың. Хәрефтәрҙе иһә ҡул менән берәмләп йыяһың. Ҡайһы саҡта, таллер нығынып бөтмәү сәбәпле, ҡойоп эшләгән хәрефтәрҙең сығып осҡан саҡтары була. Уларҙы йәнә берәмләп йыйырға, гәзит битен яңынан нәшерләргә тура килә. Ә инде Өфөнән телетайп аша материалдар ваҡытында килеп етмәһә, типографиянан таң атҡанда, әтәстәр ҡысҡырғанда ҡайтҡан саҡтар ҙа булғылай. Был тәңгәлдә журналистика ветераны Наилә Ғәтиәтуллинаның яҙмаһынан бер эпизодты миҫалға килтерге килә.
"...Типографияла эшләү дәүерендә Зинфираның ҡулынан күпме цинклы шрифт үткәндер ҙә, күпме юл йыйғандыр. Көн һайын эштә ҡулдарының ҡором кеүек ҡап-ҡара типография буяуына батыуын хәтерләйем. Гәзит өсөн ҡойолған ҡурғаш юлдарҙы иретеү ҡаҙанына сығарып һалыу, һуңынан яңы юлдар ҡойоу өсөн әҙерләнгән ауыр металды күтәреп индереү тиһеңме... Типографияла эшләүсе ҡатындар иңенә шундай ауыр йөктәрҙе лә күтәрергә тура килде ул замандарҙа. Бик күп ауырлыҡ күрҙе Зинфира иҫке типографияла эшләгән осорҙа. Әммә ул был йылдарҙы йылылыҡ менән иҫкә ала, сөнки унда матур йәшлеге, иң яҡшы йылдары ҡалған, ә уларҙы бер ни ҙә алыштыра алмай..."
Зинфира Яруллинаның хәреф йыйыу яйланмалары, ҡайһы бер инструменттары әле Йәрмәкәй районының тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. Ә ул үҙе тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн маҡтау грамоталарына, "Хеҙмәт ветераны" исеменә лайыҡ булды.
Зинфира Әхмәтсафа ҡыҙына ғаиләле булғас та байтаҡ йылдар яҙмыш менән яғалашырға тура килә. Ҡайғы-хәсрәтте бер кем дә һорап алмай. Тәүге балалары Гөлнара шатлыҡ бүләк итһә, улдары Илфатты мәкерле сир һағалап торған. Әйткәндәй, малайҙың теле лә иртә асыла, бик тиҙ атлап та китә. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә ул хәлһеҙләнеп, йыш ҡына йығылып китә башлай.
Зинфира Илфатты өс тапҡыр Республика балалар клиник дауаханаһына алып бара. Айҙар буйы тикшергәс, уға диагноз ҡуялар. Тик дауалауҙың файҙаһы ғына теймәй. Илфаттың мәкерле сиргә дусар булғанына хәҙер утыҙ биш йылдан ашыу ваҡыт үткән. Әлбиттә, тиҫтерҙәре кеүек уның да мәктәпкә барып, парта артына ултырғыһы килгәндер. Тик яҙмыш уға уның урынына инвалид коляскаһы әҙерләгән. Рухи ныҡлыҡ, белемгә ынтылыш көслө була үҫмерҙә. Беренсе уҡытыусыһы Сәриә Райманова Илфатты өйөнә килеп уҡыта. Һуңыраҡ Рима Ғәтиәтуллина, Фәниә Сөләймәнова һәм башҡалар төрлө фәндәрҙән белем бирә уға.
Ныҡышмаллыҡ, ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһендә Илфат та тиҫтерҙәре менән бергә өлгөргәнлек аттестаты алыуға өлгәшә, сығарылыш кисәһендә лә ҡатнаша. Тик артабан уҡыу мөмкинлеге теймәй. Ул шулай ҙа хәҙер, Интернетҡа инеп, үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе туплай, дуҫтары менән аралаша. Төплө, аҡыллы егет. Гараждарында яңы автомашинаһы тора. Кәрәк саҡта дуҫтары, туғандары менән Борай, Бәләбәй, Туймазы яҡтарына ҡунаҡҡа барып, донъя күреп ҡайталар. Илфат зарланырға яратмай, район үҙәгендә заманса коляскала иркен йөрөй, магазинға, дарыуханаға бара. Ошондай яҡшы коляска өсөн Яруллиндар райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәренә бик тә рәхмәтле. Дуҫтар йыйылғанда ул: "Осар ҡанаттарым булһа, тормаҫ инем бер минут", — тип йырлап та ебәрә. Яҡташы Р.Ханнановтың был популяр йыры уның күңеленә лә бик яҡын. Баҡһаң, уның мәрхүмә ҡыҙы Лиана Илфатты коляскала этеп йөрөткән икән. Ҡыҙ мәрхүмә булғас, Илфат уның ҡәберенә барып сәскәләр һала һәм класташтар исеменән район гәзитенә замандашының яҡты иҫтәлегенә мәҡәлә бирә...
— Хан һарайындай ҙур йорт та төҙөмәнек, кешенән артта ҡалырға ла тырышманыҡ, — ти Зинфира Әхмәтсафа ҡыҙы. — Бары улыбыҙ өсөн йәшәнек. Өҫтәлебеҙҙә һәр саҡ һөт, ҡатыҡ, ит булды. Йортобоҙҙа газ, ҡайнар һыу, бәҙрәф бүлмәһе бар.
Көн һайын улдарын ятҡырыу, торғоҙоу, мунсала йыуындырыу, ашатыу-эсереү — үҙе генә лә ҙур батырлыҡ. Был процедуралар Зинфира апайҙың да, Әсхәт ағайҙың да йәшәү тәртибенә әүерелгән. Гөлнара ла ҡустыһы Илфат өсөн йөрәк йылыһын бирергә әҙер, ярҙамлаша. Әсә кеше, билдәле инде, балаһы өсөн нығыраҡ борсола, йоҡоһоҙ төндәрҙе күп үткәрһә лә, күңелендә ялҡын дөрләһә лә, хәсрәтен йөҙөнә сығармаҫҡа тырыша. Уның шаянлығы, нурлы йөҙө бөтә донъяны яҡтыртып ебәргәндәй.
Яҙмамды Зинфира Яруллинаның тормош иптәше Әсхәт ағайҙың, балаларының ҡанатлы һүҙҙәре менән тамамлағым килә: "Бөгөн беҙ һинең ошо донъяла барлығың, оло мәрхәмәтле йөрәгең, эшсән ҡулдарың, күңел байлығың өсөн мең-мең рәхмәт әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ. Һин — донъяла иң сибәр, иң шәфҡәтле әсәй, иң ғәҙел зат, һинең булмышың — беҙҙең өсөн батырлыҡ, фиҙакәрлек үрнәге".
Замандашыбыҙ бөгөн дә ихлас күңелле, тура һүҙле, шат рухлы. Шағир әйтмешләй, ана шундай көслө рухлылар ғына маҡсаттарына өлгәшә ала, сабырҙар ғына бәхеткә лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20