Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алма төшөрлөк тә урын юҡ...
Алма төшөрлөк тә урын юҡ...Госпиталгә заманса дауалау алымдары килде

Рәсәйҙә ни бары ике госпиталдең генә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүен һәм уларҙың берәүһенең тап Башҡортостанда урынлашҡанын белеп, нисек ғорурланмаҫҡа, ветерандар өсөн һөйөнмәҫкә мөмкин?

...Көҙгө тәбиғәттең көйһөҙлөгө лә, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ла госпиталдәге йәнлелекте һүрелтә, һауығырға килеүселәрҙең изге ниәтен һүндерә алмағандай. Алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған, тигәндәй, бөгөн дә бында буш урындар юҡ. Ҡарттарға йылы, ихлас мөнәсәбәте менән халыҡ теленә ингән һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең алтын ҡуллы, йомарт күңелле белгестәре хаҡында редакция почтаһында хат-хәбәрҙәр булып торһа ла, үҙ күҙең менән күреү күпкә яҡшыраҡ бит.
Алма төшөрлөк тә урын юҡ...— Тәүге тапҡыр дауаланыуым госпиталдә. Һигеҙ көн эсендә үҙемде яңынан тыуғандай хис иттем. Кәйеф яҡшырҙы, йәшәгеләр килеп китте, — тип йылмая Афған һуғышында өс йыл ғүмерен үткәргән Белорет уҙаманы Сергей Козлов. — Алты тапҡыр туҡландыралар, аш-һыуы телеңде йоторлоҡ.
— Буш ваҡытты йөкмәткеле үткәреү өсөн дә тырышлыҡ һалалар. Лекциялар тыңлайбыҙ, гәзит-журнал уҡыйбыҙ, — тип һүҙгә ҡушылды Рим Ғайсин да.
Палатала Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашҡандар ҙа дауалана икән.
— Дүрт йыл госпиталгә килгәнем булманы. Был юлы клиникалағы алға китеште, өр-яңы заманса медицина ҡорамалдарын күреп иҫ китте. Быйыл бишенсе тапҡыр дауаланам, — ти Өфө ҡалаһынан килгән Алексей Губеев.
Алма төшөрлөк тә урын юҡ...Благовар районының Мирный ҡасабаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II группа инвалиды Николай Ключниковҡа үҙ йәшен биреүе ҡыйын. Зиһене асыҡ, күңеле көр, әңгәмәләшеүгә әүәҫ ветеран ҡыҫҡа ғына танышыу мәлендә һуғышта нисек яраланыуы, аҙаҡ колхозда бухгалтер булып эшләүе, әле умартасылыҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында мауығып һөйләне.
— Мин Өфөгә эвакуацияланған ошо госпиталдә беренсе тапҡыр 1944 йылда дауаландым. Ул саҡтағы шарттар менән хәҙергеһен сағыштырырлыҡ та түгел. 14-әр койка торған палаталар әлегеләй күҙ алдында, — ти 87 йәшлек яугир.
Ватаныбыҙҙың именлеген һаҡлаусылар һуңғы йылдарҙа медицина ҡорамалдарының яңырыуын, ярҙам күрһәтеүҙең ҡырҡа яҡшырыуын билдәләп кенә ҡалмайынса, яңы тәҡдимдәре, уй-фекерҙәре менән бүлеште.
— Госпиталь өсөн яңы бина төҙөлөүен дүрт күҙ менән көтәбеҙ. Ул саҡта ауырыуҙарҙың ғына түгел, медицина хеҙмәткәрҙәренең дә эш шарттары күпкә яҡшырыр ине, — тине берәүҙәр.
Алма төшөрлөк тә урын юҡ...— Өҫтәүенә, клиникала йылына хәҙерге биш мең ауырыу урынына күберәк кешенең сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ә бит беҙҙә һуғыш ветерандарының һәм уларға тиңләштерелгәндәрҙең һаны ярайһы — 330 мең! — тип ҡушылды икенселәр.
Былтырҙан башлап учреждение травматология һәм ортопедия йүнәлеше буйынса өлкәндәргә юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Йыл һайын терәк-хәрәкәт ағзалары эшмәкәрлеге боҙолған 150-гә яҡын кешегә эндопротездар ҡуйыла.
— Беҙҙең госпиталь өсөн Японияла етештерелгән компьютер томографы алыу иҫтә ҡалырлыҡ оло ваҡиға булды, — ти учреждениеның баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Хәлил Мостафин. — Был яңылыҡ беҙгә ҡатмарлыраҡ операциялар яһарға, аныҡ диагностика ҡуйыуға юл аса.
Заманса ультратауыш аппараты алыу ҙа эште еңеләйтте, ти табиптар. Мәрхәмәтлек фондтарының изгелеге бының менән генә сикләнмәй. Биохимия лабораторияһы, операция, реанимация бүлексәләре өр-яңынан йыһазландырылған, тын алыу-наркоз ҡорамалдары барлыҡҡа килгән. Яңы аппараттарҙың үпкәне яһалма рәүештә оҙаҡ ваҡыт елләтергә мөмкинлек биреүе хәле ҡыл өҫтөндә торған ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙа ҙур роль уйнай.
Физиотерапия бүлексәһенә быуындарын тулҡынлы терапия менән дауаларға килгән 78 йәшлек Мәғрүрә Заһитова шәфҡәт туташтары Елена Кафтан һәм Асия Чанышеваға, табип Гөлнара Йәмилеваға рәхмәт әйтеп бөтә алмай.
Алма төшөрлөк тә урын юҡ...— Яңы ҡорамалдар алыу менән бүлексәне ике сменалы эш графигына күсерҙек. Әгәр ҙә башҡа дауаханаларҙа 70 йәште уҙған ауырыуҙарға физиотерапия дауаһы бөтөнләй тиерлек тәғәйенләнмәһә, беҙҙә 80 — 90 йәшлектәргә лә был медицина ярҙамы күрһәтелә, сөнки алдынғы ҡоролманың мөмкинлеге ҙур, — ти баш табип урынбаҫары Ирина Бакулина.
Нурланыш диагностикаһы бүлексәһенең өлкән рентген лаборанты Динара Гәрәева яңы томографтың өҫтөнлөктәре, функциялары хаҡында тәфсирләп һөйләне. Юғары технологиялы дауалау ысулдарына юл асҡан мөғжизәле ҡорамалдарҙың янбаш, тубыҡ һәм башҡа ҙур быуындарға эндопротез яһарға, кешеләрҙе ғәҙәти тормошҡа ҡайтарырға булышыуына ла хәбәрҙар булдыҡ. Шулай ҙа клиниканың иң көслө яғы, ҙур байлығы — белеме, профессионаллеге генә түгел, ә күңел йылылығы, яҡты йөҙө менән ололарҙы арбаған аҡ халатлылар.
Мәғрүрә инәй әйтмешләй, "фәрештәләрҙең береһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел". Елена Алексеева, Ләлә Хәзипова, Миләүшә Ғайсина, Татьяна Зыкова һәм башҡа бик күп табиптарҙың өлөшөнә төшкән халыҡ һөйөүенә, хөрмәтенә, өмөт нурҙарына беҙ ҙә ҡойоноп, күтәренке кәйеф менән урамға сыҡтыҡ. Тәбиғәттең уйсан сағы, ә күңелгә, әйтерһең дә, яҙ йылыһы, йәйғорло йәй ояланы!


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә