Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Был һөнәрҙе һайларға яҙмыш үҙе этәрҙе»
«Был һөнәрҙе һайларға яҙмыш үҙе этәрҙе»Һәүетемсә генә барған тормош бер көндә туҡтағандай тойола Рөстәм Ғабдуллинға. Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған егет аптырап ҡала: көндән-көн күҙ нурҙарының кәмеүен тоя. Бер ваҡыт тамам насар күрә башлай. «Ни эшләргә?» – тигән һорау тыуа. Үҙен тиҙ ҡулға ала ул. Етмәһә, иң ауыр минуттарында оҫта массаж яһаусы, ул ваҡыттағы Башҡортостан Массаж яһаусылар ассоциацияһы президенты Әнүәр Хантимеров терәк була.

Бөгөн Рөстәм Ғабдуллин – үҙе Башҡортостан Массаж яһаусылар ассоциацияһы президенты. Уның менән беҙ баш ҡалала медицина һәм SPA-массаж буйынса уҙғарылған асыҡ республика чемпионатында таныштыҡ.
«Яҙмыш үҙе мине ошо һөнәрҙе һайларға этәрҙе», – ти Рөстәм Ринат улы. Күҙҙәре насар күргәс, Башҡорт медицина колледжының күреү буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн массаж бүлексәһендә уҡып сыҡҡан.
Чемпионатта ошо уҡыу йортонан ҡатнашыусылар күп ине. Баҡтиһәң, насар күргәндәргә һәм һуҡырҙарға массаж һөнәре буйынса белем биргән учреждение тотош илдә икәү генә икән.
«Был һөнәрҙе һайларға яҙмыш үҙе этәрҙе»— Финалға ун ете кеше сыҡты. Бәйгегә дауаханаларҙан һәм шифаханаларҙан килделәр. Был сара ярыш ҡына түгел, иң беренсе сиратта – тәжрибә, яңылыҡтар менән уртаҡлашыу урыны ла. Ҡайһы берәүҙәр хатта подвалдарҙа халыҡты ҡабул итә. Улар өсөн бындай чемпионат – үҙеңде башҡаларға танытыу майҙаны ла, – ти Рөстәм Ғабдуллин.
Мануаль терапия үҙәгенең баш табибы, профессор, медицина фәндәре докторы Юрий Новиков етәкселегендәге жюриға иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңел булмағандыр, моғайын. Шулай ҙа һәр бәйге еңеүсеһе менән мәртәбәле. Стәрлетамаҡтан Валерий Кажиев — дауалау, Өфөнән Андрей Пензин SPA-массаж буйынса беренселекте яуланы. Андрей 29 ноябрҙә Мәскәүҙә үткәреләсәк медицина һәм SPA-массаж буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә