Һәүетемсә генә барған тормош бер көндә туҡтағандай тойола Рөстәм Ғабдуллинға. Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған егет аптырап ҡала: көндән-көн күҙ нурҙарының кәмеүен тоя. Бер ваҡыт тамам насар күрә башлай. «Ни эшләргә?» – тигән һорау тыуа. Үҙен тиҙ ҡулға ала ул. Етмәһә, иң ауыр минуттарында оҫта массаж яһаусы, ул ваҡыттағы Башҡортостан Массаж яһаусылар ассоциацияһы президенты Әнүәр Хантимеров терәк була.
Бөгөн Рөстәм Ғабдуллин – үҙе Башҡортостан Массаж яһаусылар ассоциацияһы президенты. Уның менән беҙ баш ҡалала медицина һәм SPA-массаж буйынса уҙғарылған асыҡ республика чемпионатында таныштыҡ.
«Яҙмыш үҙе мине ошо һөнәрҙе һайларға этәрҙе», – ти Рөстәм Ринат улы. Күҙҙәре насар күргәс, Башҡорт медицина колледжының күреү буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн массаж бүлексәһендә уҡып сыҡҡан.
Чемпионатта ошо уҡыу йортонан ҡатнашыусылар күп ине. Баҡтиһәң, насар күргәндәргә һәм һуҡырҙарға массаж һөнәре буйынса белем биргән учреждение тотош илдә икәү генә икән.
— Финалға ун ете кеше сыҡты. Бәйгегә дауаханаларҙан һәм шифаханаларҙан килделәр. Был сара ярыш ҡына түгел, иң беренсе сиратта – тәжрибә, яңылыҡтар менән уртаҡлашыу урыны ла. Ҡайһы берәүҙәр хатта подвалдарҙа халыҡты ҡабул итә. Улар өсөн бындай чемпионат – үҙеңде башҡаларға танытыу майҙаны ла, – ти Рөстәм Ғабдуллин.
Мануаль терапия үҙәгенең баш табибы, профессор, медицина фәндәре докторы Юрий Новиков етәкселегендәге жюриға иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңел булмағандыр, моғайын. Шулай ҙа һәр бәйге еңеүсеһе менән мәртәбәле. Стәрлетамаҡтан Валерий Кажиев — дауалау, Өфөнән Андрей Пензин SPA-массаж буйынса беренселекте яуланы. Андрей 29 ноябрҙә Мәскәүҙә үткәреләсәк медицина һәм SPA-массаж буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.