Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күрше төбәктәрҙән дә эҙләп киләләр
Күрше төбәктәрҙән дә эҙләп киләләрКәсептәрҙең ниндәйе генә булмай. Халыҡ йолаларына яраҡлашҡандары ла байтаҡ. Әйтәйек, туйҙарҙы беҙҙең халыҡ боронғонан килгән йолалар буйынса үткәрергә тырыша. Тик бының өсөн төрлө кәрәк-яраҡты эшләй белергә лә кәрәк бит әле. Шул осраҡта оҫталар ярҙамға килә лә инде. Тик ундайҙар күп түгел. Учалы районында беҙ шундай ике оҫтаны тап иттек.

Бикле һандыҡта
гәүһәр ятыр

Юлдаш (Аҡҡужа) ауылында йәшәүсе Нәғим Аллаяров — кәсебе менән генә түгел, төп һөнәре буйынса ла ижад кешеһе: ул тиҫтәләрсә йыл инде ауылдың мәҙәниәт йортона етәкселек итә. Гармунда күңелдәрҙе елкетеп уйнай ҙа, өҙҙөрөп бейей ҙә ул. Ижад бәйгеләрендә алған приздары бихисап. Тик тирә-яҡ ауылдарҙан һәм райондарҙан Нәғим Ғәйнулла улын һандыҡ оҫтаһы тип эҙләп киләләр. Семәрләп-нағышлап эшләнгән был һандыҡтар ауылдағы туйҙарҙың иң түрендә була, ҡыҙ яғының баһаһын бермә-бер арттыра икән. Нәғимдең уларҙы нисек эшләүе тураһында Учалы телевидиениеһы фильм да төшөрөп алған. Ә һандыҡтар, ысынлап та, күҙҙең яуын ала: тышы сүкеп һәм махсус буяу менән биҙәп эшләнгән, эсе – аҡ, ә ҡапҡас аҫты йәшел туҡыма менән көпләнгән.
— Матур әйбер ҡыйбат торалыр әле? – тип ҡыҙыҡһынам.
— Үткәндә бер һандыҡ өсөн өс мең ярым һум һорағайным, һатып алған кеше “Бик осһоҙға бирәһең бит, биш меңгә лә риза булыр инем” тине, — тип көлә Нәғим. – Ә заказдар етерлек, бер тапҡыр үҙебеҙҙең йорт өсөн эшләгән һандығымды, “Беҙгә бик ашығыс кәрәк” тип, әйберҙәрен бушатып алып киттеләр. Тик күҙ ауырта башланы һуңғы осорҙа – сүкегәндә тимер ҡалай ныҡ ялтырай бит. Әммә үтенеп һораһалар, тағы баш тарта алмайым.

Күрше төбәктәрҙән дә эҙләп киләләрҠырас матур ялдарыңды уҡалармын, юрғам

Тик туйға һандыҡты матур итеп, шартына килтереп алып барырға ла кәрәк бит әле. Был осраҡта инде райондың Сәфәр ауылы оҫтаһы Сәғит Фәхретдиновҡа мөрәжәғәт итергә була: ат егер өсөн ҡамыт-йүгәнде унан да күркәмерәк эшләүсе юҡтыр был яҡтарҙа. Был оҫтаны ла йыраҡтарҙан эҙләп киләләр. Ул да шулай уҡ төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып данын арттырған.
— Туй өсөн генә түгел, юбилей булһа ла һорайҙар, — ти Сәғит Сабит улы. – Әле яңыраҡ ҡына бер егет атаһының 60 йәшенә тип һатып алып китте.
— Күпмегә алырға була?
— Төрлөһө бар. Эш аттары өсөн булғандарын бер-ике меңгә лә биреп ебәрәм, ә ҙур тантана өсөн кәрәк тип килһәләр, уларын синәү (заклепка) менән нағышлап-биҙәп яһарға тура килә һәм хаҡы ла 10-15 мең һумға барып баҫа.
Күрше төбәктәрҙән дә эҙләп киләләрҠамыт, өҙәңге, дилбегә, йүгән, ыңғырсаҡ, бауырлыҡ, нуҡта... Быларҙың барыһын да, хатта нисек аталғанын онотоп та барабыҙ. Ә ҡала башҡорттарының уны күргәне лә юҡтыр әле. Әммә улар баҙар иҡтисады шарттарында кәрәк булып сыҡты! Шуныһы ҡыуаныслы.


Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә