Кәсептәрҙең ниндәйе генә булмай. Халыҡ йолаларына яраҡлашҡандары ла байтаҡ. Әйтәйек, туйҙарҙы беҙҙең халыҡ боронғонан килгән йолалар буйынса үткәрергә тырыша. Тик бының өсөн төрлө кәрәк-яраҡты эшләй белергә лә кәрәк бит әле. Шул осраҡта оҫталар ярҙамға килә лә инде. Тик ундайҙар күп түгел. Учалы районында беҙ шундай ике оҫтаны тап иттек.
Бикле һандыҡта
гәүһәр ятыр
Юлдаш (Аҡҡужа) ауылында йәшәүсе Нәғим Аллаяров — кәсебе менән генә түгел, төп һөнәре буйынса ла ижад кешеһе: ул тиҫтәләрсә йыл инде ауылдың мәҙәниәт йортона етәкселек итә. Гармунда күңелдәрҙе елкетеп уйнай ҙа, өҙҙөрөп бейей ҙә ул. Ижад бәйгеләрендә алған приздары бихисап. Тик тирә-яҡ ауылдарҙан һәм райондарҙан Нәғим Ғәйнулла улын һандыҡ оҫтаһы тип эҙләп киләләр. Семәрләп-нағышлап эшләнгән был һандыҡтар ауылдағы туйҙарҙың иң түрендә була, ҡыҙ яғының баһаһын бермә-бер арттыра икән. Нәғимдең уларҙы нисек эшләүе тураһында Учалы телевидиениеһы фильм да төшөрөп алған. Ә һандыҡтар, ысынлап та, күҙҙең яуын ала: тышы сүкеп һәм махсус буяу менән биҙәп эшләнгән, эсе – аҡ, ә ҡапҡас аҫты йәшел туҡыма менән көпләнгән.
— Матур әйбер ҡыйбат торалыр әле? – тип ҡыҙыҡһынам.
— Үткәндә бер һандыҡ өсөн өс мең ярым һум һорағайным, һатып алған кеше “Бик осһоҙға бирәһең бит, биш меңгә лә риза булыр инем” тине, — тип көлә Нәғим. – Ә заказдар етерлек, бер тапҡыр үҙебеҙҙең йорт өсөн эшләгән һандығымды, “Беҙгә бик ашығыс кәрәк” тип, әйберҙәрен бушатып алып киттеләр. Тик күҙ ауырта башланы һуңғы осорҙа – сүкегәндә тимер ҡалай ныҡ ялтырай бит. Әммә үтенеп һораһалар, тағы баш тарта алмайым.
Ҡырас матур ялдарыңды уҡалармын, юрғам
Тик туйға һандыҡты матур итеп, шартына килтереп алып барырға ла кәрәк бит әле. Был осраҡта инде райондың Сәфәр ауылы оҫтаһы Сәғит Фәхретдиновҡа мөрәжәғәт итергә була: ат егер өсөн ҡамыт-йүгәнде унан да күркәмерәк эшләүсе юҡтыр был яҡтарҙа. Был оҫтаны ла йыраҡтарҙан эҙләп киләләр. Ул да шулай уҡ төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып данын арттырған.
— Туй өсөн генә түгел, юбилей булһа ла һорайҙар, — ти Сәғит Сабит улы. – Әле яңыраҡ ҡына бер егет атаһының 60 йәшенә тип һатып алып китте.
— Күпмегә алырға була?
— Төрлөһө бар. Эш аттары өсөн булғандарын бер-ике меңгә лә биреп ебәрәм, ә ҙур тантана өсөн кәрәк тип килһәләр, уларын синәү (заклепка) менән нағышлап-биҙәп яһарға тура килә һәм хаҡы ла 10-15 мең һумға барып баҫа.
Ҡамыт, өҙәңге, дилбегә, йүгән, ыңғырсаҡ, бауырлыҡ, нуҡта... Быларҙың барыһын да, хатта нисек аталғанын онотоп та барабыҙ. Ә ҡала башҡорттарының уны күргәне лә юҡтыр әле. Әммә улар баҙар иҡтисады шарттарында кәрәк булып сыҡты! Шуныһы ҡыуаныслы.