Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 2011 йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғалары
Ҡыйыу ҡарар ҡотҡарҙы

Йыл башында рәсәйҙәрҙең иң яратҡан ял итеү урындарының береһендә – Мысырҙа халыҡ күтәрелештәре, сыуалыштар башланды. Меңәрләгән кеше, ил етәксеһе Хөсни Мөбәрәктең властан китеүен талап итеп, урамдарға сыҡты.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов көсөргәнешле осорҙа ҡыйыу ҡарар ҡабул итте: Башҡортостан студенттарын тыуған яғына ҡайтарыу өсөн Мысырға махсус самолет ебәрелде.

Бәлә көтмәгәндә килә

Май айында Иглин районының Урман ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан хәрби келәттәр шартланы.
Республика етәкселеге фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҙур иғтибар бүлде, тәүге көндәрҙән үк Урман ҡасабаһы халҡының хәлен еңеләйтеү өсөн бөтөн саралар күрелде. Башҡортостан етәкселеге зыян күреүселәргә компенсация түләне һәм ҡасабаның инфраструктураһын ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тергеҙеүгә өлгәште.

Балалар хаҡына

Иң сағыу саралар иҫәбенә Беренсе канал ойошторған “Беренсе бул!” шоу-программаһын индереү фарыз.
Мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашыу өсөн Өфөгә популяр алып барыусылар – Екатерина Стриженова, Леонид Якубович, Лариса Вербицкая, Петр Толстой һәм башҡалар килде. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә “Балалар ҡаласығы” төҙөлдө, унда төрлө аттракциондар, уйындар, бәйгеләр ойошторолдо.

Тетрәнеүҙәрһеҙ булманы...

Йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы тип илдә парламент һайлауҙары үтеүен билдәләү фарыз.
Тәүге көндәрҙән Рәсәйҙең эске эштәр органдарында реформа башланды, шулай уҡ һуңғы 20 йылда тәүге тапҡыр илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә реформаларға старт бирелде.
Июлдә иһә беҙҙе “Болғар” теплоходының һәләкәте тетрәндерҙе, йөҙҙән ашыу кеше, шул иҫәптән тиҫтәләрсә баланың ғүмере өҙөлдө. Унан арынып та өлгөрмәнек, сентябрҙә илдең иң көслө хоккей командаларының береһе “Локомотив”, самолет һәләкәтенә эләгеп, яҡты донъя менән хушлашты. Иң аяныслыһы шунда: был хәлдәр ниндәйҙер осраҡлылыҡ түгел, ә кешеләрҙең үҙ вазифаларына яуапһыҙ ҡарауына, битарафлығына бәйле.

Кеше тәбиғәт менән ярыша алмай...

11 мартта Японияла көслө ер тетрәүе булды. Һөҙөмтәлә көслө цунами илгә ҡот осҡос зыян килтерҙе. Мияги префектураһын ер менән тигеҙләне, меңәрләгән кеше һәләк булды. Шулай уҡ фажиғә һөҙөмтәһендә Фукусима атом станцияһында шартлауҙар булды, радиация таралыу ихтималлығы донъяла көсөргәнеш тыуҙырҙы.
Ваҡиға ни тиклем аяныслы булмаһын, япон халҡы уны сабырлыҡ менән ҡабул итте һәм эҙемтәләрҙе тиҙ арала бөтөрөү өсөн күп көс түкте. Шул уҡ ваҡытта был ер тетрәүе кешенең тәбиғәт стихиялары алдында ни тиклем көсһөҙ икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы.

Сәйәсәтме, әллә баш күтәреүме?

Ливияла граждандар һуғышы башланды.
Белгестәр әлегәсә төшөнә алмай: был, ысынлап та, диктатор Муаммар Каддафиҙың режимынан ялҡып баш күтәргән халыҡ ризаһыҙлығы булдымы, әллә Америка Ҡушма Штаттарының үткәргән йәшерен сәйәсәте һөҙөмтәһеме? Һәр хәлдә, әлеге көндә ҡасандыр баҡсаларға күмелгән ил емереклектәргә әүерелгән, халыҡҡа фажиғә янай.
Шул уҡ ваҡытта донъялағы иң ҡаты режимдарҙың береһенә етәкселек итеүсе Ким Ир Сенға халыҡ күтәрелештәрен күрергә яҙманы – декабрҙә Төньяҡ Кореяның “Бөйөк юлбашсы”һы вафат булды.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә