Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Европа "амурҙар"ҙы алҡышланы
Европа "амурҙар"ҙы алҡышланыОшо сараларҙа Германияла йәшәгән, халҡыбыҙҙың хөрмәтенә лайыҡ Ирек Байышевтың ни тиклем дә ҙур һәм баһалап бөткөһөҙ егетлек ҡылыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, уның өсөн тағы бер ғорурлыҡ кисерҙек. Тәүҙә манараға ҡуйылаһы уҡ менән шарҙы еңелсә йүнәткеләп, алмаштырып ҡуймаҡсы булғандар. Тик бер һүтелә башлаған манара, күп йылдар үтеп, ағас терәүҙәре ҡаҡшағанлыҡтан, бөтөнләй таралып төшә башлай. Шул мәлдә бөгөнгө тантаналы ваҡиғаларҙың булыу-булмауы ихтималлығы ла Шварца хакимиәтен борсой башлай. Ремонт өсөн бүленгән сығымдарҙың самалы ғына икәнен белеп ҡалған Ирек Байышев тиҙ арала тотош манараны йүнәтеүҙе һәм кирха стенаһына ҡуйыласаҡ таҡтаташты яһатыуҙы үҙ өҫтөнә алып, Шварца хакимиәтенә ҙур ярҙам күрһәтә. Эштәр йәнләнеп китә. Һәм бына беҙ уның тантаналы тамамланыуына шаһитбыҙ. Лейпцигта йәшәгән яҡташыбыҙҙың тәүәккәллеге беҙҙе лә, немецтарҙы ла һоҡландырҙы.

Вәт, исмаһам, аттар!

19 октябрь. Таң атыу менән беҙгә — һыбайлы ғәскәр булып ҡатнашыусы биш башҡорт яугиренә — аттарыбыҙ менән танышыу ваҡыты етте. Беҙгә тейешле немец юртаҡтары өсөн күптән хаҡын түләп ҡуйғанбыҙ. Быға тиклем Бородино уйындарында күп кенә ығы-зығы, мәшәҡәттәрҙең шул аттар тирәһендә булғанлығын йыш кисергәс, шөбһәләнгәйнек. Әммә аттарҙың тыныс шарттарҙа тапшырылыуына күңел шатланды.
Алдағы көндәрҙә Рафаэль Амантаев, Мәжит Ибраһимов, Юлай Ғәлиуллин, Айҙар Мәжитовтан торған һыбайлылар төркөмөнә баш булып маневрҙарҙа, һуғыш эпизодтарында ҡатнашаһы бар. Бына миңә лә үҙ атым янына денниккә инергә сират етте, ҡулыма малды таҙартыу өсөн ҡырғыс бирҙеләр. Ул мине һағынып көткәндәй, мороно менән еҫкәп, маңлайын яурыныма терәп ҡаршыланы. Тешләшеү, тибешеү кеүек ғәҙәттәрһеҙ яҡшы тәрбиәле туры бейә булып сыҡты. Ҡушаматы ла телгә ятышлы, моңло булып иҫтә ҡалды — “Ильче”. Туры бейәне шунда уҡ үҙ итеп, ҡосаҡлап алдым да башҡортсалап “Илсе” тип ҡолағына бышылданым, яратып, муйынынан иркәләгәс, атым бөтөнләй буйһондо, үҙ итте, буғай.
Тәғәйенләнгән аттарҙы туҙандан таҙалап, ял-ҡойроҡтарын тарағас, үҙебеҙ менән алып килгән яҡшы йүгәндәр менән йүгәнләп, сергетыштар ябып эйәрләнек. Малҡайҙың ниндәй һәләттәре барлығын белергә теләп, хужаһынан ишаралап һораным. Ул миңә, баш бармағын өҫкә күрһәтеп, был аттың бик яҡшы өйрәтелеүен, тыңлаусан икәнен, хатта яугирҙе ерҙә ятҡан килеш ултыртып, тора белеүен дә белдерҙе. Кинола ғына аттарын ятҡырып менеп алыусы кавалеристарҙы күргән бар ине, бында үҙем шул оҫталыҡты ҡулланырмын тип уйламағайным да. “Илсе”не тышҡа сығарып, һәләтен һынап ҡарамаҡ булдым, йүгәненән тартып ятырға ишараланым. Ул бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ергә һуҙылып, эйәргә атланғанымды көткәндәй хәрәкәтһеҙ ҡалды. Мин дә инәлтеп торманым, эйәренә атландым да торорға ҡушып, йүгәнен ҡыбырлаттым. “Илсе” тояҡтарына баҫты! Бындай күренештән тирә-яғымда үҙ аттары менән булышып, менә алмай аҙапланыусылар ҙа, иптәштәрем дә хайран ҡалды.
Бындай аҡыллы, өйрәтелгән аттарҙы әлегәсә Башҡортостаныбыҙҙа осратҡаным булманы, шуға күрә лә немецтарҙың уларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәте берсә һоҡландыра ла, күңел төбөндә әрнеү ҡатыш көнләшеү тойғоларын да уята. Ни тиһәң дә, әле беҙ барыбыҙ ҙа шул тиклем көр, матур тәрбиәләнгән, ыҫпай аттарҙы эйәрләп мендек, ә үҙебеҙҙә уҙғарылған ҙур байрамдарҙа тирә-яҡ ауылдарҙан саҡырылып, таушалып бөткән эйәр һалынған, яһалма сүстәрҙән ҡулайлаштырып эшләнгән йүгән кейҙерелгән, бысраҡ, ябыҡ йылҡы малын килтереп йонсотоуҙарын күргәнебеҙ бар.
Барыбыҙ ҙа атлы булғас, төрлө ауыр уйҙар тиҙ таралды, “Любизар”ҙы йырлай-йырлай үҙ бивуагыбыҙға дәртләнеп ҡайттыҡ. Һәр беребеҙ үҙ малҡайы менән ғорурланды, уны тиҙерәк ҡулға өйрәтергә ашыҡты. Үҙебеҙҙең усаҡ янына ҡайтҡас, яҡындағы аҡланда елдереп тә, сафҡа теҙелеп йөрөп тә һыбай күнекмә үттек. Беҙҙең өсөн ошонан да ҙур бәхет юҡ ине. Башҡорттарҙың атлы булыуҙарына тирә-яҡ күршеләребеҙ ҙә ҡыуанышып ҡарап торҙо, яныбыҙға килеп шалт та шолт фотоға төшөрҙө.
Бер аҙ аттарыбыҙға өйрәнеп алғас, көр күңелдә башҡа ғәскәрҙәр менән бергә ҡатнашыу өсөн кейенеп, барлыҡ ҡоралыбыҙҙы алдыҡ та, сафҡа теҙелеп, Лейпциг ситендәге ҙур асыҡ ергә иртәгә буласаҡ “яу” яланына һыбай килдек. Урамдан үткәндә халыҡ хайран ҡалып тамаша ҡылды, фотокамераға төшөрөп ҡалырға ашыҡты.
Европа "амурҙар"ҙы алҡышланыХалыҡтар һуғышы —
дәһшәтле тамаша

20 октябрь. Был көндө барыбыҙ да таң һарыһы менән уяндыҡ. Бөгөн “яу” булаһы көндә нисек оҙаҡ йоҡлап ятырға мөмкин?
Ғәҙәттәгесә, һалҡын йылға һыуында ғөсөл ҡойоноп сафланып алғас, усаҡ терелтеп, тамаҡ ялғап, аттарыбыҙ янына ашыҡтыҡ. Бөгөн Маркклееберг тип аталған биш мең гектарҙы биләгән ҙур ғына аҡланда “Терелгән тарих” тип аталған “Халыҡтар яуы” уйналасаҡ. Был – Европалағы иң ҙур хәрби-тарихи фестивалдәрҙең береһе, унда 6 меңгә яҡын кеше 1813 йылға хас төрлө тарихи кейемдә Франция, Австрия, Швеция, Шотландия, Бельгия, Голландия, Польша, Саксония, Пруссия, Рәсәй ғәскәрҙәрен кәүҙәләндереүҙә ҡатнашасаҡ. Тиңе булмаған ғәрәсәтле спектаклде 40 меңдән ашыу кеше тамаша ҡыласаҡ. Улар өсөн ялан ситтәрендә махсус урындыҡтар теҙелгән. Урын етмәгәнлектән, кешеләр ағас баштарында ла, йорт-ҡура ҡыйыҡтарында ла үҙҙәренә урын тапҡан. Алыҫтан фотокамералары эшләп торған тамашасылар диңгеҙе Яңы йыл гирляндалары эленгән кеүек ялтлап торҙо.
Бына беҙ ҙә атлылар һәм йәйәүлеләр сафында бишәр яугирҙән торған ике төркөмдә яу яланына килеп еттек. Яныбыҙға күрше казактар лагерынан Дмитрий исемле Дон казагы ла килеп баҫҡас, ысынлап та, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ булдыҡ.
Башҡорт яугирҙәренең ыҫпай, йәмле күренгәнлеген уйын менән идара итеүсе офицерҙар ҙа һиҙеп ҡалды, буғай. Уйнаҡлап торған арғымағына атланған Рәсәйгә союздаш булып француздарға ҡаршы хәрәкәт итеүсе Австрия уландары ғәскәренең обер-офицеры яныбыҙға килеп тә етте. Ул беҙҙең менән идара итәсәген белдереп, инглиз телендә ете һыбайлынан торған Гродно гусары, унлаған Александр гусары, һигеҙ Ахтыр гусары, бер Павлоград гусары, биш башҡорт яугире һәм бер дон казагынан торған ҙур ғына атлылар төркөмөнә үҙ фарманын еткерҙе, һәр бер төркөмгә айырым бурыстар ҡуйҙы. Яныбыҙҙа торған Гродно гусарҙары араһында инглиз телен бик шәп белгән бер егет булғанлыҡтан, тел айырымлығында һис тотҡарлыҡ булманы, барыһын да тиҙ аңлап алдыҡ.
Бына бер мәлде бар тирә-яҡты дер һелкетеп, француз пушкалары “телгә килде”. Уларға яуап итеп, ҡаршы яҡтан союздаш инглиздәрҙең “ракеталары” шыйылдап оса башланы. Был 1813 йылда ҡулланылған тәүге ракеталарҙың терелтелгән макеттары ине. Ул заманда бик үк тура һәм йыраҡ осмаһалар ҙа, яңы ҡорал булараҡ, француздарҙы ныҡ ҡына ҡурҡыуға һалғандар. Ике яҡтан бар донъяны һелкетеп кемуҙарҙан ут сәскән артиллерия диалогын күҙәтеп, үҙебеҙҙең атакаға ҡуҙғалыр ваҡытты көтәбеҙ.
Яуға инер алдынан кисергән тойғолар бөтөнләй башҡасараҡ була шул. Әлеге мәлдә беҙ уйнап ҡына һуғышабыҙ, ә аттар ниҙер тойомлап, бышҡырғылап, ара-тирә үҙҙәренең холҡон да күрһәткеләп, тояҡтары менән ерҙе сапсып тибенә башланы. Егеттәрҙең һәр береһенә үҙ алдына белгән доғаларын уҡып алырға ҡуштым. Доға уҡылған урында күңел тынысланып ҡала ул.


Автор: Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә