Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мәсет хужаһыНовелла
Йома намаҙы алдынан Һарун ҡарт менән Сәғит мулла талашты ла китте. Тәүгеһе: “Намаҙҙы мин алып барам”, – тиһә, икенсеһе ҡаршы төштө, сөнки был йола хан заманынан килә. Ғөмүмән, әллә нисә тапҡыр хажға барып ҡайтҡан абруйлы кеше ул Сәғит хажи.
Ә Һарун ҡарт хаҡлы ялға сығып ҡына дингә ылығып китте. Ғүмер буйы матди байлыҡ артынан ҡыуып йәшәне лә, олоғайғас, намаҙға баҫты. Бына шунда инде тәүге ҡыйынлыҡ тыуҙы. Ҡулынан ныҡлы тотҡан тормош дилбегәһе ысҡына төшкәндәй булды. Элек “Һарун бай” тип өлтөрәп торғандар ҙа хәҙер уны күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Мәсеттә лә барса ғәм, Сәғит хажи ҙа Сәғит хажи, тип өтәләнә. Уның, Һарун ҡарт һанауынса, ҡасандыр әллә ҡайҙан килгән килмешәк булыуын бөтөнләй оноттолар.
Шуға иртән мәсеттәге власты ҡулына алырға хәл итте ул. Һиҙенгәненсә, еңел генә килеп сыҡманы был. Бөтөн халыҡ ҡаршы төштө. Тирә-яҡтан “Ул – беҙҙең күптәнге муллабыҙ!”, “Сәғит мулла – хажи, ә һин кем?”, “Ул ошо мәсетте төҙөттө!” тигән һүҙҙәр осто.
Ысынлап та, күптән инде, коммунизм төҙөйбөҙ тип янған саҡта, егерме йыл самаһы элек ауылға Сәғит мулла килеп төшкәйне. Ауыҙына ғына ҡаратып ҡуйыу оҫталығына эйә булған уҡымышлы кеше ине ул.
Өй беренсә йөрөп, кешеләр менән ауылда иман йорто төҙөү хаҡында һөйләште. Халыҡтың фатихаһын алып, һәр ғаиләнән иғәнә йыйып, ҡыҙыл кирбестән бик күркәм мәсет һалдырыуға иреште. Яҡын-тирәлә бындай матур мәсет юҡ ине. Әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултырҙы.
Бына бөгөн ошо бина өсөн алыш ҡупты. Диндарҙар мулланы яҡланы. Еңеү уның яғында булырына тамсы ла шикләнмәнеләр. Изге көндө боҙғаны өсөн асыуланып, Һарун ҡартты ишеккә ҡарай ҡыҫырыҡлай уҡ башланылар.
Көстәрҙең тигеҙ түгеллеген күргән ҡарт кеҫә телефонын сығарҙы ла участковыйға шылтыратты. Халыҡ, ризаһыҙлыҡ белдереп, шаулауын дауам итте. Күп тә үтмәй, участковый Кәрим килеп тә инде.
– Әссәләмәғәләйкүм, инәйҙәр, олатайҙар, – тип ҡуш ҡуллап күрешеп алғас, ҡарашын әле берәүгә, әле икенсегә төбәп дауам итте. – Шунан, ни булды?
Бер мәлгә шымып ҡалған төркөм умарта күселәй гөжләргә тотондо. Һарун ҡарт яғына ағыулы осҡондар сәсә-сәсә һәр кем әйтеп ҡалырға тырышты:
– Бынау оятһыҙ низағ сығарҙы. Мәсеткә хужа булып маташа. Ниндәй хоҡуғы бар уның шулай эшләргә?
Ара-тирә “Мәсет – ауылдыҡы, бөтә халыҡтыҡы”, “Өйөлөр шул бында” тигән һүҙҙәр ҙә ишетелде.
Участковый Кәрим Һарун ҡартҡа боролоп:
– Олатай, улай тәртип боҙмағыҙ инде. Был – дөйөм милек… – тип әйтеп өлгөрмәне, тегеһе ҡуйынына ҡулын тығып бер ҡағыҙ тартып сығарҙы ла баш осона күтәреп ҡысҡырына башланы:
– Ниндәй дөйөм милек? Минеке ул, белгегеҙ килһә!
Барса ғәм шаҡ ҡатты. Телһеҙ ҡалдылар. Ҡыш булмаһа әгәр, билләһи, себен осҡаны ла ишетелер ине. Иң беренсе участковый иҫенә килде. Ҡулын һоноп:
– Ҡана, олатай, ҡарайыҡ әле, – тине.
Минуттай ҡағыҙҙы әйләндереп-тулғандырып, яҙыуҙарҙы уҡып-өйрәнеп торҙо ла:
– Эйе, йәмәғәт, был – ошо мәсет ултырған ергә милек ҡағыҙы. Бөтә имзалары, мисәте булған рәсми документ. Һарун олатай исеменә, – тине.
Халыҡ геү итеп ҡалды. Үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмай, күңелдәренән һаман да был хәлдең ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ икәненә ышанып маташтылар. Элекке замандарҙың күптән артта ҡалып, донъяға ҡырағай баҙар иҡтисадының хужа булып алғанын ҡабул итергә теләмәнеләр, ахыры.
Һарун ҡарт ҡына ҡәнәғәт йылмайып баҫып тора бирҙе. Ул был хәҡиҡәтте иң беренсе булып төшөнгәйне инде.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә