Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шишмәне йәмләндергән уҙаман
Шишмәне йәмләндергән уҙаманРайоныбыҙҙың Сусаҙы-Ябалаҡ халҡы бына өс ай инде шатлана-шатлана ауыл ситендәге шишмәнән һыу ташый. Йәй башында ғына тирә-яғы ташландыҡ хәлдә булған был сығанаҡ ауыл старостаһы Герасим Изибаевтың тырышлығы арҡаһында танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Башта ошо уҙамандың башланғысы менән шишмәнең ер аҫтынан ағып сыҡҡан урынын һәм үҙәнен таҙартыу ниәтендә өмә үткәрелде, аҙаҡтан унда бетон ҡулсалар ҡуйылды.

Оҫта Герасим Андриянович ҡалғанын үҙе башҡарып сыҡты: тимерҙән иретеп йәбештерелгән каркасты ҡалай менән көпләп, шишмәне кәртәләп алды, уға ҡыйыҡ та эшләп ҡуйҙы. Эргәгә сағыу төҫкә буялған уңайлы, ыҡсым эскәмйә лә ҡуйып ебәргәс, тирә-яҡ ысынлап та йәмләнеп китте. Һыу сығанағын матурлауға тимер материалдарҙы Первомайский ауыл Советы хакимиәте бирҙе, сылбыр, биҙрә һәм һыу сүмесе ауыл халҡы йыйған аҡсаға алынды. Башҡа сығымдарҙы Г. Изибаев үҙе күтәрҙе һәм бар эште бер ай тигәндә теүәлләне. Әле уның уйында – йәмләндерелгән шишмә эргәһенә шыршы үҫентеләре ултыртыу һәм ҡыйыҡ өҫтәнә флюгер ҡуйыу. Шуныһын әйтергә кәрәк: ауыл башлығы быға тиклем дә бер шишмәне тәртипкә килтергәйне, әҙерәк эштән бушағас, өсөнсө сығанаҡты ла матурларға ниәтләй.


Автор: Гөлсәсәк ТИМЕРШИНА, “Яңауыл таңдары” гәзите хәбәрсеһе.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә