Районыбыҙҙың Сусаҙы-Ябалаҡ халҡы бына өс ай инде шатлана-шатлана ауыл ситендәге шишмәнән һыу ташый. Йәй башында ғына тирә-яғы ташландыҡ хәлдә булған был сығанаҡ ауыл старостаһы Герасим Изибаевтың тырышлығы арҡаһында танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Башта ошо уҙамандың башланғысы менән шишмәнең ер аҫтынан ағып сыҡҡан урынын һәм үҙәнен таҙартыу ниәтендә өмә үткәрелде, аҙаҡтан унда бетон ҡулсалар ҡуйылды.
Оҫта Герасим Андриянович ҡалғанын үҙе башҡарып сыҡты: тимерҙән иретеп йәбештерелгән каркасты ҡалай менән көпләп, шишмәне кәртәләп алды, уға ҡыйыҡ та эшләп ҡуйҙы. Эргәгә сағыу төҫкә буялған уңайлы, ыҡсым эскәмйә лә ҡуйып ебәргәс, тирә-яҡ ысынлап та йәмләнеп китте. Һыу сығанағын матурлауға тимер материалдарҙы Первомайский ауыл Советы хакимиәте бирҙе, сылбыр, биҙрә һәм һыу сүмесе ауыл халҡы йыйған аҡсаға алынды. Башҡа сығымдарҙы Г. Изибаев үҙе күтәрҙе һәм бар эште бер ай тигәндә теүәлләне. Әле уның уйында – йәмләндерелгән шишмә эргәһенә шыршы үҫентеләре ултыртыу һәм ҡыйыҡ өҫтәнә флюгер ҡуйыу. Шуныһын әйтергә кәрәк: ауыл башлығы быға тиклем дә бер шишмәне тәртипкә килтергәйне, әҙерәк эштән бушағас, өсөнсө сығанаҡты ла матурларға ниәтләй.