Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бохараға бараһыңмы?
Бохараға бараһыңмы?Киттек “Үҙәк баҙар”ға
Ысынлап та Бохараға юлланыуҙың кәрәге юҡ. “Үҙәк баҙар”ға барыу ҙа етә. Унда һеҙҙе үзбәк милли аштары менән “Бохара” кафеһы ҡаршы алыр.

Әйҙәгеҙ әле, менюҙарына күҙ һалайыҡ. Һурпалы аштар: измир – 80 һум, орман – 80 һум, лагман – 90 һум… Тағы ла – былау, манты… Уларының да хаҡы шул сама. Салаттарҙан “Ләззәт” тигәне айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Ундағы ризыҡтарҙы ашап, ләззәтләнеп ултыраһы ғына ҡала. Әллә нисә өҫтәл ҡуйылған. Бәләкәй генә бер урында бешерәләр ҙә һалып биреп тә торалар.
Һуңғы ваҡытта үҙемде Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә түгел, ә Үзбәкстанда йәшәгән кеүек тоя башланым, сөнки ҡайҙа ҡарама, үзбәк халҡының рестораны, кафеһы, сәйханаһы, ҡабымханалары тулған. Һанап осона сығырлыҡ түгел: Коммунистик урамында беренсе үзбәк рестораны эшләй. “Узбечка” Первый узбекский ресторан” тип яҙып ҡуйғандар. Тимәк, икенсеһе лә була тигән һүҙ, бәлки, Өфөнөң беҙ күрмәгән бер мөйөшөндә барҙыр ҙа әле. Юҡҡамы ни, йәй буйы Революцион урамында “Бакшиш” рестораны асыласаҡ” тигән аҫылмалы реклама эленеп торҙо. “Ихлас” мәсете эргәһендә “Айля” исемле кафе эшләй башланы. Туҡай урамындағы мәсет янында ашханала тәҡдим ителгән ризыҡтар ҙа үзбәк аштарынан төҙөлгән: шурпа, шаурма, люля-кебаб, шашлыҡ, былау…
Шаурма тәҡдим ителмәгән туҡталыш бармы икән хәҙер Өфөлә?! Ундағы киосктарҙа һыра һатыуҙы тыйыу тураһында ҡанун сыҡҡас, был сауҙа нөктәләренең хужалары аптырап ҡалды, сөнки килем ҡырҡа кәмене. Ә шарттарға яраҡлашып, һатып алыусыларға йәшелсә-емеш тәҡдим итәһе урынға, шаурмаға юл астылар. Быға иғтибар итмәгән үткенсе юҡтыр. Сипайловола “Ам” көнсығыш кафеһы, “Нур” театры янында “Шаурма” киоскыһы, “Аграр университет”, Менделеев урамындағы “Аптека” туҡталышында, Аврора урамында маршрут автобустары ҡулсаһында, С. Перовская урамындағы “Купчиха” баҙарында ике метрға бер метр урында шаршау ҡороп, эстә ҡатыны бешереп тора, тышта ире һата…
Был хәлгә иҫ китеп, хайран ҡалырлыҡ. Баш ҡалабыҙҙа Каруанһарай янындағы “Макдоналдс” тураһында йән әсеп бер-ике йыл элек яҙып та сыҡҡайным инде. Хәл үҙгәрмәне. Өфөбөҙгә килгән ҡунаҡтар “Макдоналдс”та түгел, ә башҡорт ашханаһында милли ризыҡтарыбыҙ менән туҡланып, хушланып, һоҡланып сығырға тейеш түгелме ни? Үзбәктәр “Бохара” кафеһында эсемлектәр араһында айранына тиклем тәҡдим итә, ә беҙ уны эшкә лә һанамайбыҙ, хатта шифалы ҡымыҙға ла һан юҡ. Башҡа бер милләттә шундай файҙалы, дауалау көсөнә эйә эсемлектәр булһа, әллә нимә эшләрҙәр ине, ә беҙҙә “Макдоналдс”тар сәскә атыуын дауам итә. Был тиҙ әҙерләнә торған бутерброд, чизбургер, гамбургерҙарҙың, дөрөҫөн әйткәндә, булкалары – икмәк, котлеттары ит түгел.
Бер Америка кешеһе “Макдоналдс”та булғанда әлеге гамбургерын гәзит киҫәгенә төрөп, кеҫәһенә һалып ҡуя ла өйөнә ҡайтҡас, пальтоһын элеп, ризығы хаҡында онота. Күрәһең, пальтоһының да кәрәге теймәй. Ун дүрт йыл үткәс кенә шул кейемен алып ҡараһа, кеҫәһендәге теге гамбургерҙың шул килеш һаҡланғанын күрә. Төрөлгән гәзит киҫәгендәге датаға ҡарап ҡына уның шунса йыл ятҡанлығы билдәле була. Шунан был ир “Макдоналдс”тың “һый”ын балаларына, ейәндәренә ғибрәт итеп күрһәтә, үҙенең күп осраҡта ошондай урындарҙа туҡланыуы арҡаһында ашҡаҙан сиренә дусар булыуы хаҡында әйтә, бүтәнсә унда йөрөмәҫкә ҡуша.
Бохараға бараһыңмы?Ниңә беҙ тотош Көнбайыш баш тартҡан ризыҡтарға үҙебеҙҙә юл асабыҙ? Ниңә үҙебеҙҙең милли аш-һыуыбыҙҙы әҙерләп һатҡан кафе, ресторан, ашханаларыбыҙ юҡ? Ҡоротло һурпа, бишбармаҡ, өлөш, ҡуллама, ваҡ бәлеш, ҙур бәлеш, сәксәк, ҡымыҙ, буҙа, айрандарыбыҙ ҡайҙа? Ленин урамындағы ашхана ла, сәйхана ла ябылды, берәүһе эшләй-эшләүен, әммә уны ихата яғынан эҙләп табыусы һирәк. Алтаҡтаһы ла ”Аш. ана” тип яҙыулы килеш тора.
– Мин Өфөлә тыуғанмын, әле Ҡазанда йәшәйем. Татарстанда бер ҙә ундай күренеш юҡ. Өфөгә ҡайтҡан һайын ғәжәпләнеп китәм, – ти Зөлфиә Шәрипова исемле ҡатын. “Үҙәк баҙар” туҡталышында барған был һөйләшеү мине лә ҡыҙыҡһындырғас, эргәләренә барҙым. Шунда ваҡ-төйәк менән һатыу итеүсе мәрйә Тамара Чистякова ла көнө буйы күргән-белгәндәренә иҫе китеп аптырай:
– Ер аҫты юлында ла, өҫтә лә үзбәктәр йәшелсә, еләк-емеш менән һатыу итә, беҙҙекеләр торһа, ҡыуып ебәрәләр. Баҙарҙа иһә улар үҙҙәрен хужа кеүек тота. Бөтә ерҙә аш-һыуҙарын тәҡдим итәләр. Хатта хәйер һорарға ла үҙҙәренең кешеләрен баҫтырып ҡуйҙылар. Бахыр ир көнө буйына усын тотоп уҡынып тора. Кис булғас, килеп аҡсаһын алып китәләр. Көн дә шул уҡ хәл ҡабатлана, кешеләр уны йәлләп хәйер биргән була, ә аҡса быға эләкмәй ҙә. Шул күренештәргә ҡарап Башҡортостан, Өфө өсөн йән әрней.
Ысынлап та, шундай туҡланыу нөктәләренә рөхсәт биреүсе ойошмалар ни уйлай икән? Ниңә әҙерәк кенә милли рух тойғоһо юҡ һуң уларҙа? Әллә бөтәһенә лә барыберме? Беҙҙең халыҡ берәй нәмә асам тиһә – мең кәртә, ә сит-яттарға – рәхим ит. Килгән ҡунаҡтар алдында Башҡортостан өсөн, Өфө өсөн, милләтебеҙ өсөн, биллаһи, оят булып китә.
…Был мәҡәләне яҙғансы, һеҙ уҡығансы төш тә еткән икән. Әйҙәгеҙ, киттек “Бохара”ға шурпа эсергә, шаурма, шашлыҡ ашарға, “Ләззәт” салатын ауыҙ итеп, ләззәтләнеп ултырырға. Аҙаҡ айранын эсеп хушһынырбыҙ. Хоп, мәйле…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 45

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 35

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 28

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 42

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 36

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 48

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 51

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 33

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 38