Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңел яраһы уңалмай…
Күңел яраһы уңалмай…Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн күпме көс һалынмаһын, юлдарҙа хәл барыбер киҫкен булып ҡала. Ял көндәрендә генә республикала 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше һәләк булған, 51-е төрлө тән йәрәхәте алған. Ошо фажиғәләр араһында баш ҡаланың Цюрупа һәм Киров урамдары киҫелешендә булғаны йәмәғәтселектә шау-шыу тыуҙырҙы.

Иҫерек килеш рулгә ултырған Игорь Климов (быға тиклем уны машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм иткән булғандар. – Авт.) светофорҙың ҡыҙыл уты янғанын да һанға һуҡмай, тиҙлеген кәметмәйенсә барыуын дауам итә. Был мәлдә йәйәүлеләр юл аша сыға башлай һәм йән-фарман ҡыуған автомобилде абайламай. Барлыҡ хәл-ваҡиға яҡында урынлашҡан видеокамераға эләгә. Уның һәр секунды ҡот осмалы. Тәүгеләрҙән булып юл аша сығып барған ҡатынды Климовтың "Фольксваген Туарег" автомобиле төкөп осора. Машинаның бәреү көсө шул тиклем ныҡ була, хатта ҡатын ҡаршы һыҙатта светофор сигналына туҡтаған "НефАЗ" автобусының кабинаһына уҡ осоп инә һәм йән бирә. Автобуста был мәлдә 23 пассажир була, уларҙың бишеһе төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Рулгә иҫерек килеш ултырып, ҡот осҡос фажиғә тыуҙырған егет әле дауаханала. Уның эргәһендә ултырып барған дуҫы бер нисә көндән реанимацияла үлгән. Һәләк булған ҡатын Марина Полтавец иһә Башҡортостандың Арбитраж судында судья вазифаһын башҡарған булған. Ошо көндәрҙә ялға йыйынған ханым юл аша ғына урынлашҡан магазинға аҙыҡ-түлеккә сыҡҡан.
Авария урынында төшөрөлгән кадрҙар Интернет селтәрендәге ҙур бәхәскә сәбәп булды. Хатта АҠШ граждандары ла Марина Полтавец менән бергә юл аша сыҡҡан кешеләрҙе битарафлыҡта, сара күрмәүҙә ғәйепләй. Ләкин был дөрөҫлөккә тап килмәй. Ҡурҡыныс фажиғә шаһиттарының хәүефле урынды үткәндән һуң бер аҙ ситтәрәк шаҡ ҡатып торғаны күренә. Шуға ла йәйәүлеләрҙе ғәйепләү дөрөҫ түгел. Кеҫә телефонынан 112 номерына шылтыратыусылар ҙа булған.
Беҙ иһә гәзит уҡыусыларға "Юл фажиғәләрен кәметеү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?"– тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Руслан СОЛТАНОВ:
— Иҫерек кешегә бөтөнләй рулгә яҡын барырға ярамай. Әле юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн индерелгән ҡағиҙәләр статистикала ғына сағыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскәндән һуң рулгә ултырыусылар бер ҙә кәмемәй. Кем ғәйепле? Тәү сиратта — ғаилә, был кешене уратып алған дуҫтары, таныштары, һуңынан ғына йәмғиәт һәм яуапһыҙлыҡ. Ә яуапһыҙлыҡ менән нисек көрәшергә? Был һорауға кем яуап бирер — белмәйем.
Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ:
— Әле генә Европанан сәйәхәттән ҡайттыҡ, Чехиянан Германияға тиклем ара үттек. Ошо биш сәғәтлек юлда бер авария күрмәнек. Минеңсә, һәләкәттәрҙе кәметеү өсөн тәү сиратта юл һәйбәт булырға тейеш. Был бер булһа, икенсеһе — водителдәрҙең машина йөрөтөү мәҙәниәте. Европа кимәлен өйрәнеп, беҙгә лә фәһем алырға кәрәк. Тамырына ҡарап һуҡтырыр мәл етте. Ҡаҙна тулыландырыу өсөн йылдан-йыл яңы тәртиптәр яҙып ултырырға түгел, ә эшләргә, хәлде яҡшыртырға бурыслыбыҙ.

Илүзә ҒАФАРОВА:
— Юл-транспорт ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡты ҡасан көсәйтерҙәр икән? Күпме кеше һәләк булыр тағы? Минеңсә, иҫерек килеш рулгә ултырғандарға, тупаҫ рәүештә ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата енәйәт эше асҡанда, хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер кеүек. Чиновниктар тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш иғлан итте, тик ниңәлер юлда барған “һуғыш”ҡа ҡарата битарафлыҡ күрһәтә. Тышҡа сығыуы, йәшел уты янып торған светофорға ҡарап урам аша үтеүе ҡурҡыныс. Балаларым, ата-әсәйем өсөн гел хафаланам. Мәктәптән нисек ҡайтты, юлды имен-аман сыҡтымы тип борсолоп бер булаһың. ҠУРҠЫНЫС!

Илдар ИБРАҺИМОВ:
— Мәскәүҙән ҡайтып килә инек, ҙур аварияға тап булдыҡ: ҡайһы бер машиналарҙың — алды, икенселәренең арты иҙелгән. Ныҡ зыян күргән бер автомобилдә ир кешенең башынан мейеһе ағып сыҡҡан, ул шуны ҡулы менән урынына һалып маташа. Икенсеһе алғы тәҙрә аша осоп сығып, ултыра төшкән дә тороп маташа, ҡулдарын болғай. Зыян күреүселәргә ярҙам итер урынға йәштәр уларҙы кеҫә телефонындағы видеоһына төшөрөп йөрөй. Дин тотҡан юлдашыбыҙ әрләгәс, телефондарын йыйып ҡуйҙылар. Кеше үлем менән яғалашҡан мәлдә лә ошолай ҡыланыу — вәхшилектең сиге! Шулай ҙа ярҙамсыл кешеләр байтаҡ. Тик ниңәлер әлеге йәмғиәттә ҡурҡыу, ашығыу, ҡыҫылмаҫҡа тырышыу кеүек күренештәр хөкөм һөрә.
Юлдағы авариялар менән көрәшеүҙең берҙән-бер юлы — бөтә ерҙә лә камера ҡуйып сығыу, тип уйлайым. Улар һәр водителгә күренеп торорға тейеш. Был аҙмы-күпме ҡурҡыта, яуаплылыҡ өҫтәй.

Лилиә БАТЫРШИНА:
— Һәр водитель рулгә ултырыу менән үҙенең генә түгел, юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙең дә хәүефһеҙлеге тураһында уйларға тейеш. Ғөмүмән, буласаҡ водителдәрҙе уҡытҡанда уҡ психологик тест үткәреп, шикле кешеләргә йөрөү хоҡуғы бирмәһендәр ине.
Бынан ун йыл элек поликлиникаға сығып киткән өләсәйемде машина бәрҙе. Беҙ уны һаман юҡһынабыҙ. Күңел яраһы уңалмай, шуныһы ныҡ үкенесле.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә