Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
Ун өсөнсө дәрес

ИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ НИГЕҘҘӘРЕ

РАМАҘАН АЙЫ УРАҘАҺЫ

Уҡыусыларҙың үҙҙәренән ураҙаның нимә икәнлеген, яҡындарынан берәйһенең ураҙа тотоу-тотмауын, тотһа, ураҙа тотҡан айҙың нимә тип аталғанын беләләрме – шуны һорарға кәрәк. Билдәле, ураҙа тотоу — мосолмандарҙың биш бурысының береһе. Ураҙа кешене сабырлыҡта, йомартлыҡта һынай.

Хәҙис шәриф

Иң күркәм иман, нур-шатлыҡ –
Сабырлыҡ менән йомартлыҡ.

* * *
Яуҙа яугир һаҡлағандай ҡалҡан менән
Ураҙа һаҡлар йәһәннәм ялҡынынан.

* * *
Ашҡа шөкөр иткән туҡ кеше
Ураҙа тотҡан менән бер ише.

Ә ни өсөн ураҙаны мотлаҡ рамаҙан айында тоталар? Ни өсөн рамаҙан айы әлеге беҙ атап йөрөткән ғинуар, февраль, март һәм башҡа айҙар кеүек йыл һайын бер үк ваҡытта булмай? Үткән дәрестәрҙән мосолман календарында биш айҙың 29 көндән, ете айҙың 30 көндән тороуын һәм йылдарҙың тап килмәүен иҫкә төшөрөргә кәрәк. Мосолман календарында йыл иҫәбенең ҡасан башланыуын да ҡабатлап үтеү ҡамасауламаҫ. Һижри йылында тәүге ай – мөхәррәм. Ай исемдәре: мөхәррәм, сәфәр, рәбиғел әүүәл, рәбиғел ахыр, йомадиәл әүүәл, йомадиәл ахыр, рәжәб, шәғбан, рамаҙан, шәүүәл, зөлҡағиҙә, зөлхизә.
ДОНЪЯ ДИНДӘРЕНЕҢ МӘҘӘНИӘТ НИГЕҘҘӘРЕ
ИЗГЕ ҠОРОЛМАЛАР

“Изге ҡоролмалар” темаһына ике сәғәт бүленгән. Әлбиттә, ҙур ҡалаларҙа уларҙың төрлө булыуын, төҙөлөшөн барып күреп, эскә инеп ҡарамаған саҡта ла тыш яҡтан танышып китергә мөмкин. Әммә иң яҡшыһы – һүрәттәрҙән йәки видеотаҫмаларҙан ҡарарға кәрәк. Бөтөн диндәр ҙә (буддизмдан башҡалары) бер Аллаға табыныуға өҫтөнлөк бирһә лә, йолаларҙың төрлө булыуына иғтибар итеү уҡыусының мәғлүмәтен киңәйтер. Йолалар төрлө. Мәҫәлән, ҡайһы бер диндәрҙә һүрәт төшөрөү рөхсәт ителә, ә исламда һүрәт төшөрөргә ярамай. Сиркәүгә баш кейемен һалып инәләр, мәсеткә, киреһенсә, башҡа кейеп, тик аяҡ кейемен сисеп инергә кәрәк. Был темалар үткән дәрестәрҙә яҡтыртылғайны. Яңынан ҡабатлап китеүҙең зыяны булмаҫ. Илебеҙҙә төрлө дин кешеләре йәшәй, төрлө изге йорттар бар, бер-береңдең йолаларын белеү һәм ихтирам менән ҡарау — яҡшылыҡ билдәһе.

ДОНЪЯУИ ЭТИКА НИГЕҘҘӘРЕ
КИҢ КҮҢЕЛЛЕЛЕК ҺӘМ
ҮҘЕҢДЕ ГЕНӘ ЯРАТЫУ

Альтруислыҡ – киң күңеллелек – башҡалар тураһында эскерһеҙ, ихлас хәстәрлек күреү, хатта үҙ мәнфәғәтең иҫәбенә булһа ла ярҙам ҡулы һуҙыу тигәнде аңлата. Альтруистар ҡайһы саҡта, кеше үҙе һорамаһа ла, кәрәкмәгән мәлдә лә үҙ ярҙамын күрһәтергә ынтыла. Мәҫәлән, альтруист ҡунаҡҡа килә. Сәй эсә һәм шунда уҡ хужаға өҫтәл йыйыштырырға ярҙам итә башлай. Һауыт-һабаһын йыуа, кәштәгә теҙеп ҡуя һәм хатта һыуытҡысҡа ашамлыҡтар ултырта башлай. Хужабикә үҙ һыуытҡысына кешенең тығылыуын яратмай: “Рәхмәт, рәхмәт, үҙем”, – ти. Ә альтруист иғтибар итмәй, ул мөмкин тиклем күберәк ярҙам итергә ашҡына һәм хатта иҙәнгә тамған һыуҙы ла /һорап та тормай/ хужабикәнең туҙан һөртә торған сепрәге менән ҡорота. Альтруистың маҡсаты изге, әммә әле килтерелгән миҫалдағы кеүек саманан сығып киткән осраҡтары булғылай.
Эгоислыҡ – үҙ-үҙеңде генә яратыу – альтруислыҡтың киреһе. Мәҫәлән, хужабикә өҫтәлгә ултыртырға аҙыҡ-түлек тотоп килгән саҡта ҡулындағы нәмәнең береһе төшөп китә, түгелә йәки сайпыла икән, эгоистың унда эше лә юҡ. Ул йә икенсе берәүгә хәбәр һөйләп ултыра, йә иғтибар ҙа итмәй, алдына сәй ҡуйғанды ғына көтә.
Тормошта була торған ошондай күренештәрҙән сығып, уҡыусынан: “Ә һеҙ ни эшләр инегеҙ?” – тип һорарға, фекерҙәрен белергә кәрәк. Дүртенсе класс уҡыусыһы ҡоро һүҙ һөйләүҙе ҡолағына ла элмәҫ, ә берәй ҡыҙыҡлы, уларға таныш күренеш буйынса фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашыр.

Ун дүртенсе дәрес

ИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ НИГЕҘҘӘРЕ
АЛЛА ХАҠЫНА
ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ

Исламдың биш нигеҙенең береһе – зәҡәт, тип, уҡыусылар дәфтәренә яҙып ҡуйғайны. Зәҡәт – ул байҙарҙың, хәлле кешеләрҙең йыл һайын үҙ болоноң, йәғни табышының ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаж кешеләргә таратып биреүе. Әммә ҡулынан килеп тә, мөмкинлеге булып та эшләмәй, ялҡаулығы арҡаһында ярлы йәшәгәндәргә бындай ярҙам бирелмәй. Ә ауырыу, күп балалы булыу арҡаһында етеш тормош ҡора алмағандарға ярҙам йөҙөнән таратыла, сөнки тап ана шундай кешеләр зәҡәт биреүселәргә ихлас рәхмәтле, ризалыҡлы. Ә ихлас рәхмәтле булыу, күңелеңдең яҡты нурҙарын һирпеү зәҡәт биреүсенең үҙенә лә ыңғай тәьҫир итә. Ғөмүмән, рәхмәтле булыу – ул рәхмәт әйтеү генә түгел, ә бөтөн булмышың, эске күңелең менән ҡыуаныу. Эске ҡыуаныс кешенең йөҙөнә сыға, кеше ҡояштай балҡып китә, күҙҙәре нурлана. Хатта күҙҙәренән йәш атылып сыға. Фәҡәт тел менән генә тышҡы әҙәплелек күрһәтеп рәхмәт әйтеү менән рәхмәтле булыуҙың айырмаһы ҙур. Шуға ла зәҡәт ысын мохтаж һәм ихлас рәхмәтле кешеләргә таратыла.

ДОНЪЯ ДИНДӘРЕНЕҢ МӘҘӘНИӘТ НИГЕҘҘӘРЕ
ДИНИ МӘҘӘНИӘТТӘ
СӘНҒӘТ

Сиркәүҙәрҙә бик күп икона күрергә мөмкин. Христиан динендә Ғайса пәйғәмбәрҙең дә, әсәһе Мәрйәм ананың да һүрәтен төшөрөү рөхсәт ителә. Христиан диненә ҡағылышлы башҡа төрлө иконалар ҙа бар. Ғөмүмән, икона төшөрөү – үҙе бер оло сәнғәт.
Исламда беҙ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең дә, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең дә һүрәтен осратмайбыҙ. Уның ҡарауы мәсеттәрҙә доғаларҙың иҫ китмәле матур итеп яҙылыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Донъялағы иң матур мәсет биналарына төшөрөлгән һүрәттәр, биҙәлгән намаҙлыҡтар, доғалар яҙылған һәр төрлө әйбер исламда сәнғәттең каллиграфия төрөнөң ныҡ алға китеүен күрһәтә. Мәсеттең эс яғында башҡа бер ниндәй ялтырауыҡ та юҡ, ә ошо каллиграфия төрлөлөгө һәм оҫталығы нур бөркөп торғандай.
Йәһүд динендә лә изге яҙмаларҙы биҙәүгә айырым иғтибар ителә, әммә, башҡа изге йорттарҙан айырмалы, синагогала яҡтыртҡыстар күп һәм төрлө.
Буддизмда Будданың һынын яһау оҫталығы алға киткән. Скульптураларҙың ниндәйе генә юҡ!
Шулай итеп, һәр дин үҙ йолаһына ярашлы сәнғәттең төрлө төрөн үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Бынан тыш, һәр дин үҙенең изге йортон төҙөүгә айырым иғтибар бүлгән. Тимәк, архитектура ныҡ үҫеш алған.

ДОНЪЯУИ ЭТИКА НИГЕҘҘӘРЕ
ДУҪЛЫҠ

Хөрмәтле уҡытыусылар! “Тормош һабаҡтары”ның унынсы класс өсөн дәреслеге үҙгәртелеп, мәҡәләләр өҫтәлеп, өлкән класс уҡыусылары өсөн ҡулланма рәүешендә яңынан нәшер ителде. Ошо ҡулланмала бирелгән мәҡәләләр дуҫлыҡ, дуҫлыҡтың төрҙәре, дуҫты һайлау, дуҫлыҡты һаҡлау, атай дуҫы һәм башҡа шундай темалар буйынса халыҡ аҡылына – мәҡәлдәргә һәм башҡа ижад төрҙәренә — таянып яҙылған. Әле “Дуҫлыҡ” темаһын үткән саҡта һеҙ был ҡулланманан байтаҡ мәғлүмәт алырһығыҙ һәм, дүртенсе класс балаларының йәш кимәлен иҫтә тотоп, ябайлаштырып аңлатырһығыҙ. Шуның өсөн ҡабатлап тороу артыҡ тип иҫәпләйем. Был ҡулланма-китап бөтөн мәктәптәргә лә таратылды.


Автор: Мәрйәм БУРАҠАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә