Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бокс – аҡыл эйәләренең алышы ул”
“Бокс – аҡыл эйәләренең алышы ул”Туғыҙ йыл элек игеҙәктәр Хәбир менән Сабир Сөләймәновтар Нью-Йоркка юлланған. Джон Кеннеди аэропортында уларҙы берәү ҙә көтмәгән, беренсе төндө паркта үткәргәндәр. Кеҫәләрендә – ни бары 65 доллар. Тап ошонан башланған да инде бер туғандарҙың Америка эпопеяһы. Ә бына профессиональ бокстағы абруйлы награда – “Алтын бирсәткә” — был дәүерҙең иң юғары бейеклеге булғандыр, моғайын.
Был хәл 2006 йылда була. Алышта бөтәһен дә еңгән игеҙәктәр финалда бер-береһенә ҡаршы сыға. Ул рингта гуманизм еңә. Судья егеттәрҙең икәүһенең дә ҡулын күтәреп: “1927 йылдан башланған алыштар тарихында тәүге тапҡыр ике туған финалға сыҡты. Күптәнге ҡағиҙәгә ярашлы, туғандар бер-береһенә ҡаршы һуғыша алмай, шуға күрә бөгөн уларҙың икеһе лә – еңеүсе!” — тип иғлан итә.
Океан аръяғында танылыу яулаған башҡорттарҙы табыу ниәтенән профессиональ бокс буйынса Америка чемпионы, әле Лос-Анджелеста йәшәүсе Хәбир СӨЛӘЙМӘНОВҠА мөрәжәғәт итергә булдым.

— Хәбир, рингка сығып, дәғүәсеңдең күҙҙәренә бағыу менән унда нимә күрергә тырышаһың?
— Асылым буйынса – философмын. Минеңсә, күҙҙәр кешенең холоҡ-фиғелен сағылдыра. Уларҙа ҡурҡыу йәки үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһон күрергә тырышам. Бернард Хопкинс әйткәнсә, бокстың 99 процентын – психология, ҡалғанын күнекмәләр тәшкил итә. Ә инде алыш барышында үҙемә ҡаршы сыҡҡан кешенең эйәгенә ҡарайым, шунда һуғырға тырышам, сөнки эйәк — иң һиҙгер, йомшаҡ урын.
— Майк Тайсон: "Ысын боксерҙы ҡурҡыу тәрбиәләй", — тигән. Үҙеңдәге ҡурҡыу менән еңеүгә ихтыярҙың нисбәтен нисек баһалайһың?
— Тәүге һөжүмдән һуң ҡурҡыуҙың әһәмиәте юҡҡа сыға. Алыш алдынан ҡәтғи логик иҫәп булырға тейеш, планға ярашлы эш итергә, унан бер аҙым да ситкә тайпылмаҫҡа кәрәк. Ҡурҡыу, бәлки, барҙыр ҙа, ләкин ул мөһим түгел. Бокста хәүефкә өйрәнәһең, сөнки ул — аяуһыҙ спорт төрө. 3-5 мең доллар өсөн ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Майк Тайсон кеүек кешеләргә тәбиғәт ғәйәт ҙур көс-ҡеүәт биргән, ләкин бер үк ваҡытта уны эске ҡурҡыу тойғоһо менән сикләгән. Шулай булмаһа, улар йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырыр ине. Әйткәндәй, алыш барышында боксер башын йәшерә икән, тимәк, ул һаҡланыу кимәленә күсә, ҡурҡа башлай. Ә миндә иһә тәүге һөжүмдән һуң адреналин кимәле ҡырҡа арта.
— Был ажарлыҡ адреналинымы?
— Юҡ, еңеү адреналины сиктән аша!
— Ниңә һинең стилде агрессив тип атайҙар?
— Рингта мин һәр саҡ һөжүм итәм, шуға күрә Crazy Russian ("Ярһыу урыҫ") тигән ҡушамат та таҡтылар.
— Рингта кешенең асылы бөтә тулылығында сағыла. Оло йөрәклелек менән түбәнселек хаҡында нимә әйтә алаһың?
— Бокс — бысраҡ спорт төрө. Әшәкелек, түбәнселек менән йыш осрашырға тура килә. Уның менән шөғөлләнергәме-юҡмы тип кәңәш һораһалар, футболға йәки хоккейға барығыҙ, тип әйтәм. Ғәҙәттә, был тәҡдим күптәрҙе ғәжәпләндерә. Ҙур бокс — ҙур бизнес, аҡса һәм ҡомһоҙ кешеләр даирәһе ул. Боксерҙың үҙ командаһы юҡ икән, дошманына ғына түгел, шулай уҡ үҙен файҙаланып аҡса эшләүселәрҙең ҡомһоҙлоғона, әшәкелегенә, түбәнселегенә ҡаршы алышырға тура килә.
“Бокс – аҡыл эйәләренең алышы ул”— Боксерға үҙен формала тотоу өсөн психологик яҡтан көйләү талап ителә. Һинең өсөн ошондай "эске тәртиптең иң юғары нөктәһе" тигән төшөнсә нимәне аңлата? Психологик йәһәттән үҙеңде нисек әҙерләйһең?
— Хаталанһам, уңышҡа өлгәшә алмаһам да, мөмкинлектәремә бер ҙә шикләнмәйем. Күнекмәләрҙең, кэмпингтың, тренерымдың яҡшы булыуына, үҙ-үҙемә ныҡ ышанам. Күнекмә барышында өс-дүрт боксер ҡаршы сыға. Юғалып ҡалмайым, бар көсөмдө тупларға тырышам. Американдар әйтеүенсә, эске тәртиптең сере — үҙ-үҙеңә ныҡлы ышаныуҙа.
— Әле тренерың кем?
— Фил Паолино. Ул — гений. Бокс тураһында бөтәһен дә белә, йәшәү мәғәнәһен ошо спорт төрөндә генә күрә. Башҡа уны бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай. Тиҙҙән телевидениеға үҙенең яңы тапшырыуы менән сығасаҡ. Ҡайһы саҡта тренерым рингта ҡаршы яҡтың ғәмәлдәрен алдан күҙаллай.
— Рингка сығырға әҙерләнгәндә дәғүәсегеҙҙең алыштары яҙылған видеотаҫмаларҙы ҡарайһығыҙмы?
— Бик һирәк.
— Шулай ҙа уларҙа нимә ҡыҙыҡһындыра — тактикамы, техникамы, стратегиямы?
— Техника. Ләкин иң мөһиме — ул ритм. Һәр боксерҙың үҙенә генә хас ритмы бар. Шуға күрә дошманыңдың ритмын алдан тойоу, юҡҡа сығарыу мөһим. Ритм тойғоһо бөтәһе өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡайһы берәүҙәр тормошта бар нәмәһен юғалтып, берәҙәк хәленә төшә. Бының аңлатмаһы ябай: тимәк, уның йәшәү ритмы шундай булған. Бокста иң юғары бейеклеккә етеүгә, донъя чемпионы булыуға ярты аҙым ҡалғас ҡына, тормошта ритмдың әһәмиәтен ныҡлы тояһың. Тап ошондай хәлдә спортсыға әлегә тиклем күрелмәгән юл асыла, ниндәйҙер махсус ритм барлыҡҡа килә. Мин тренерымдан уңдым. Ул миңә боксер тормошонда ритмдың серен асты. Туғыҙ йыл эсендә нәҡ үҙемдең Тренерымды таптым.
— Әйткәндәреңә ҡарағанда, алдынғылыҡ, уға өлгәшеү серҙәре менән тәрән ҡыҙыҡһынаһың. Хәҙерге бокста лидерлыҡ тураһында нимә әйтә алаһың? Яратҡан боксерың кем, илһамландырыусы өлгө сифатында кемде күрәһең?
— Бокстың ысын интеллектуалы Оскар Де Ла Хойя, еңелеү белмәҫ Мэнни Пакьяо оҡшай. Мэнни Пакьяо менән яҙмышыбыҙ бик оҡшаш. Бала саҡта мин икенсе ауыл мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡыным, ә ул урамда тәмәке һатып көн күргән. Ә хәҙер Мэнни — мультимиллиардер. Филиппинда үҙ банкы бар, үҙе сенатор. Элегерәк Лос-Анджелесҡа килгәндә шахмат уйнай торғайныҡ.
— Ә бына бокс философияһы бармы? Булһа, уның төп ҡанундары ниндәй?
— Бокс философияһына ярашлы, был спорт төрө — көслө ир-аттың һуғышы ғына түгел, ә интеллекттар алышы. Унда һәр хәрәкәт, һәр аҙым миллиметрға тиклем иҫәпләнгән. Флойд Мейвезерҙың рингта үҙен тотошон ҡарағыҙ. Уның уйынында интеллект иң юғары көс-ҡеүәтте тәшкил итә.
Асылда иһә, һәр спорт төрө йәшәү рәүеше менән ауаздаш. Рингта һаҡланыуға өҫтөнлөк бирәһең икән, һәр саҡ ошо йүнәлеште һайлаясаҡһың. Боксерҙың тормош фәлсәфәһе лә тап ошонан ғибәрәт. Туғаным Сабир шахматсы Анатолий Карповты йыш ҡына өлгө итеп ҡуя. "Шахмат ярҙамында мин характерымды тәрбиәләнем", — ти Карпов. Спорт аша кеше үҙен камиллаштырыуға этәргес ала. Унда уңышҡа өлгәшеп, ошоно уҡ үҙенең тормошона ла күсерә. Пьер де Кубертендың: "О, спорт, һин — тотош донъя", — тигән һүҙҙәрен үҙемсә: "Спорт — сикләнмәгән мөмкинлектәр донъяһы ул", — тип үҙгәрттем.
Спорт тәртипкә өйрәтә. Мәҫәлән, таңғы 5-тә тороп йүгереү, махсус диета тотоу, режим һаҡлау һәләте һәр кешегә лә бирелмәгән. Бокста өйрәнгәндәремде тормошта ла ҡулланырға тырышам. Тренерҙарымдың береһе, һөжүмде кире ҡағырға әҙер булыу — уңышҡа нигеҙ, ти торғайны. Бокста хаталаныу нокдаунға килтерә. Хатаға юл ҡуйҙың икән — аяғыңда баҫып ҡалырға, ҡолағанһың икән, торорға кәрәк. Тормошта ла шулай. Бокс мине ныҡышмаллыҡҡа өйрәтте. Иң мөһиме — уңышҡа өлгәшеүеңә ышаныу. Чемпион тап шулай фекер йөрөтөргә тейеш. Шик-шөбһәгә урын юҡ. Ошоно уҡ йәшәү рәүеше булараҡ та ҡабул итеү шарт. Бокстан ваҡытында китә белергә лә кәрәк. Рой Джонс ваҡытында китә алманы, хәҙер ниндәй хәлгә төштө? Ә бит ҡасандыр ул йондоҙ ине...
— Бәлки, ул ошо спорт төрөнән башҡа йәшәй алмайҙыр?
— Эйе, бокс уның өсөн наркотикка әүерелде.
— Хәбир, туғаның менән Америкаға юлланырға нимә мәжбүр итте? Үҙгәрешкә ынтылыумы, әллә урын алмаштырыу теләгеме? Бәлки, Силәбеләге Ал майҙанда тәңкә ырғытҡандан һуң ошондай ҡарарға килгәнһегеҙҙер?
— Беҙ — игеҙәктәр. Ниндәйҙер мәсьәлә буйынса уртаҡ фекергә килә алмайбыҙ икән, тәңкә ырғытабыҙ. Башҡорттар — баш эймәүсән халыҡ, буйһонорға яратмай. Америкаға бөтәһен дә ныҡлы уйлап юл тоттоҡ.
— Уңыш көҫәүҙең нигеҙе нимәлә? Генетикаламы?
— Атайым — һәр яҡтан беҙҙең өсөн өлгө. Ул — фермер, үҙенең хужалығы бар. Силәбе өлкәһендә яңы ауылға нигеҙ һалған берҙән-бер кеше ул. Яҡындарыма оло һөйөү әсәйемдән күскәндер. Туғандары өсөн ул ғүмерен йәлләмәҫ.
— Рингка милли кейемдә сығып, яугир милләт булараҡ, башҡорттарҙың данын күтәрәһең. Был һинең өсөн бик мөһимме?
— Америкала милләт тигән төшөнсә юҡ. Улар Рәсәйҙә төрлө милләт вәкилдәренең ни тиклем күп булыуын күҙ алдына ла килтермәй. Улар өсөн беҙ барыбыҙ ҙа — урыҫтар. Раса төшөнсәһенә өҫтөнлөк бирелә — ҡара, аҡ, азиат... Рингка милли кейемдә сығып, башҡорттарҙың үҙ милләте менән ғорурланыуын, тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлап ҡалыуын теләйем. Ҡайһы саҡта йәштәр башҡорт булыуынан уңайһыҙлана. Көн һайын бөтә Рәсәйҙәге милләттәштәрҙән тиҫтәгә яҡын хат алам. Аҙнаһына — 70, айына 250 булып китә. Уларҙың барыһы ла Америка рингтарында еңеү яулаған башҡорт егете менән ғорурланыу хаҡында.
Ҙур проектым бар — милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрөргә хыялланам. Халҡының азатлығы өсөн ғүмерен биргән яугирҙе бөтә донъя белһен ине.
— Промоутерың әйтеүенсә, ҡаршылыҡтарҙы яратаһың. Улар һиңә нимәһе менән оҡшай?
— Ҡаршылыҡ бар икән, уны еңеп сығасағыңды иҫбатлау теләге тыуа. Ниәт-маҡсатһыҙ йәшәгән кешеләр бар, ундайҙарҙы аңламайым. Минеңсә, нимәнелер үҙеңә булһа ла иҫбатларға, маҡсатҡа өлгәшә алыуыңды раҫларға кәрәк. Спорт — был йәһәттән иң яҡшы сара. Кәртә юҡ икән, тимәк, йәшәү мәғәнәһе лә юҡ. Тап амбициялы кешеләр донъяны үҙгәртә ала. Иң ҡыйыны — үҙ-үҙеңде еңеү.
— Һиңә нимәгә ҡаршы көрәшергә тура килә?
— Туғаным әйтеүенсә, саманан тыш ҡыҙыу ҡанлымын. Ундайҙарҙы яндырай тиҙәр. Еңел юл эҙләмәйенсә, кәртәләрҙе туранан-тура емереп, алға барам. Бәлки, сабырлыҡҡа өйрәнергә кәрәктер.
— "Күләгәгә ҡаршы алыш" тигән клибыңда Вивальди көйөн ишетергә мөмкин. Ул һинең яратҡан композиторыңмы?
— Ике төрлө музыканы яратам: классиканы һәм тынлыҡты. Абсолют тынлыҡ — иң яратҡан музыкам. Тынлыҡта хыялланырға, уйланырға, яҙырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр уны яратмай, хатта ҡурҡа. Ундайҙарға туҡтауһыҙ ни ҙә булһа эшләргә: тәмәке тартырға, наркотик ҡулланырға, иҫерткес эсемлектәр эсергә — ҡыҫҡаһы, тынлыҡты нисектер тултырырға кәрәк. Ә бит тәртип, гармония тап тынлыҡта тыуа, хыял бейеклеккә өлгәшә.
— Вивальди, Моцарт музыкаһында ғәййәрлек юҡ, ниңә уларҙы үҙ итәһең? Музыкала иғтибарыңды нимә йәлеп итә?
— Гармония, ритм. Иң мөһиме — тормошта, уйҙарҙа, мөнәсәбәттәрҙә аһәңлелек.
— Һинеңсә, профессиональ бокс тамашасыға нимә бирә?
— Америка тамашасыларына ҡан, адреналин кәрәк. Ул гладиаторҙар алышын хәтерләтә.
— Был түбән инстинкттарҙың уяныуымы?
— Быны түбән инстинкт тип әйтмәҫ инем. Мөхәббәт йәки нәфрәт кеүек үк тәбиғи инстинкттыр ул. Һәр кем тамашанан үҙен борсоған һорауҙарға яуап эҙләй.
— Америкала, Рәсәйҙә, донъяның төрлө төбәктәрендә үҫеп килгән малайҙарға ниндәй теләктәрең бар?
— Беҙ Уралдың төпкөл ауылында тыуҙыҡ, мәктәптә ни бары өс класс ҡына ине. Уҡыуҙы дауам итеү өсөн һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы икенсе ауылға йәйәүләп йөрөргә тура килде. СССР тарҡалған йылдарҙа илдә тәртипһеҙлек көсәйҙе. Йә яғыулыҡ юҡ, йә шофер иҫерек, шуға күрә ылау булманы. Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр беҙҙең был ҡылыҡты өнәп етмәне. Беҙ "аҡ ҡарғалар" кеүек бөтәһенә ҡаршы сыҡтыҡ. Башҡаларҙы ата-әсәһе мәжбүр итеп мәктәпкә йөрөтмәне, ә беҙҙең өсөн был яҡшы сынығыу, һынау булды.
Иң мөһиме — маҡсатҡа өлгәшеүҙә ныҡышмаллыҡ күрһәтеү. Шарттар ниндәй генә булмаһын, һин арымай-талмай алға, хыялыңа табан барырға тейешһең. Үҙ-үҙеңә ышаныс, ҙур теләк булыуы шарт. Башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Бында килгәс, бөтәһен дә үҙем эшләргә тырыштым. Күнекмәләр үттем, алыштар таптым. Промоутерым да, менеджерым да булманы. Мин егерме йәшлек максималист инем ул осорҙа. Бөтәһенә лә үҙем өлгәшә алыуымды иҫбатлау теләге менән яндым. Бәлки, хаталанғанмындыр, баштан уҡ яҡшы тренер, промоутер тапһам, күптән инде донъя чемпионы булыр инем. Әле ошо бейеклеккә табан атлайым. Ни бары ярты аҙым ҡалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872