Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күлдәр иле һағынып иҫкә алды
Күлдәр иле һағынып иҫкә алдыАтаҡлы башҡорт геологы һәм дәүләт эшмәкәре, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзиндең тыуыуына 100 йыл тулды. Уның тыуған ерендә — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы Әмин ауылында — байрам саралары уҙғарылыуы айҡанлы, беҙ Өфөнән алыҫ сәфәргә сыҡтыҡ. Делегация составында — арҙаҡлы ғалимдың ҡыҙы, геология-минералогия фәндәре кандидаты Ая Тимерғәзина, геолог-ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, техник фәндәр докторы, профессор Эрнст Юлбарисов һәм ошо юлдарҙың авторы. Беҙҙе унда бик ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә. Ҡоншаҡтар юбилей айҡанлы Әмин урта мәктәбендә үткәреләсәк семинарға бөтөн райондан мәктәп директорҙарын, уҡытыусыларҙы, район һәм өлкә башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәрен саҡырған, концерт программаһы әҙерләгән. Мин бигерәк тә бөйөк милләттәшебеҙҙең изге тыуған төйәгендәге Сабаҡтыкүл буйҙарына аяҡ баҫыу, уның ҡәҙерле ауылдаштары, яҡташтары менән күрешеү сәғәттәрен түҙемһеҙлек менән көтөп барам. Кеше, ниндәй генә бөйөклөктәргә өлгәшмәһен, барыбер иң элек ата-әсәһе, тыуып үҫкән тупрағы, үҙ халҡының рухи донъяһы алдында бурыслы. Ә инде яҡташтары уны онотмай, исеме менән ғорурланып йәшәй икән — был айырыуса оло шатлыҡ, ҙур мәртәбә. Шулай булмай ни: ана бит, ҡасандыр Ҡадир Рәхим улы уҡыған Әмин мәктәбе алдына күпме халыҡ йыйылған!

Күлдәр иле һағынып иҫкә алдыҒалимдың тыуған ауылы Аҡ Сабаҡ (Сабаҡтыкүл) бынан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Унан да килгәндәр оло байрамға. Бына мәктәп директоры Әлфиә Йосопова Ҡ.Р. Тимерғәзиндең юбилейына арналған осрашыуҙы асыҡ тип иғлан итә. Беҙ Ая Ҡадир ҡыҙы менән бергәләп ҡоншаҡтарға Башҡортостан сәләмен тапшырабыҙ һәм Ҡадир Тимерғәзиндең бюсы алдына Өфөнән алып килгән сәскәләр бәйләмен һалабыҙ. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле А.Ғ. Хәбибуллин, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Н.Ҡ. Шәйҙуллин йыйылыусыларҙы ихлас ҡотлап сығыш яһаны, семинарҙы ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Семинарҙың эшендә шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Г. Йәнтүрина, мәғариф идаралығы начальнигы Р.Х. Әсәтуллин, ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Ә.Ә. Шәүәлиев, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны С.К. Яҡупов ҡатнашты.
— Ҡоншаҡ районынан Фәтхелҡадир Сөләймәнов (Абдулҡадир Инан), Шәрифә Тимерғәлина, Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Ҡадир Даян, Рамаҙан Шәғәлиев һымаҡ бик күп талантлы кешеләр үҫеп сыҡҡан. Араларында Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзин айырым урында тора. Уның тормош юлы ысын мәғәнәһендә батырлыҡҡа тиң, шуға күрә лә бөйөк яҡташыбыҙҙың исеме йәштәребеҙ өсөн һәр йәһәттән дә өлгө, — тине, семинарҙа сығыш яһап, Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Герс Ғаттаров. — Ҡадир ағайыбыҙ заманында бына ошо Әмин башланғыс мәктәбендә, артабан өс йыл буйы 2-се баҫҡыс Арғаяш башҡорт мәктәп-интернатында белем алған. Өфөлә рабфак тамамлаған. Төпкөлдән сыҡҡан башҡорт балаһы Ҡазан дәүләт университетының геология факультетын "бишле"гә генә бөтөп, ғүмерен Башҡортостандың нефть һәм газ ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә арнай. Башҡорттар араһынан беренсе булып геология-минералогия фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжә алыуға өлгәшә. Мин хәҙерге ата-әсәләргә балаларына туған телдә белем биреүҙең, туған телде өйрәнеүҙең ни тиклем әһәмиәтле булыуын уның өлгөһөндә төшөндөрөргә тырышам. Ҡадир Тимерғәзин дә, ана, башҡорт мәктәбендә төплө белем, башҡорт мөхитендә яҡшы тәрбиә алып, үҙенең тырышлығы, зирәклеге арҡаһында ниндәй бейеклектәргә күтәрелгән, тип аңлатам.
Күлдәр иле һағынып иҫкә алдыСеминарҙа күренекле геолог, профессор Эрнст Юлбарисов бөйөк ғалимдың ғилми эшмәкәрлеге, уның Башҡортостанда академик фән үҫешенә индергән өлөшө тураһында һөйләне. Республикала Туймазы, Шкапово, Серафимовка, күрше Татарстандағы Баулы, Ромашкино нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнашҡан ул. Профессор Тимерғәзин 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалын (хәҙер — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәген) асыу инициаторҙарының береһе була, республикала тәүге академик ғилми учреждение — Тау-геология (хәҙерге Өфө ғилми үҙәге составындағы Геология) институтына нигеҙ һала. Уны 1959 йылда — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты, Юғары Совет рәйесе, 1963 йылда РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлайҙар. Үкенескә ҡаршы, Ҡадир Рәхим улының ғүмере бик иртә өҙөлә. 1963 йылдың апрелендә ул окоп нефриты тигән ауырыуҙан вафат була. Шул айҡанлы Ҡадир Тимерғәзиндең Бөйөк Ватан һуғышында дүрт йыл буйы оҙон, дәһшәтле фронт юлдарын үтеп ҡайтыуы тураһында ла әйтеп үтергә тейешбеҙ. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә, аҙаҡ был наградалар янына ике "Почет Билдәһе" ордены өҫтәлә. Ғалимға "РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре" тигән маҡтаулы исем бирелә.
Эрнст Юлбарисов шулай уҡ Ҡадир Тимерғәзиндең ғилми мираҫы, уның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар тураһында мәғлүмәттәр бирҙе. Ғалим үҙе иҫән саҡта 70-тән ашыу ғилми хеҙмәте баҫылып сыға, ә бына 2000–2011 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының "Ғилем" нәшриәтендә уның өс томдан торған "Һайланма хеҙмәттәр"е донъя күрҙе. Башҡорт геологының эштәре менән ғалимдар сит илдәрҙә лә, мәҫәлән, АҠШ Конгресының китапханаһында, Ҡытайҙа, шулай уҡ Интернет аша таныша ала. Башҡортостан Фәндәр академияһы Президиумы 2000 йылда Ер тураһындағы фәндәр һәм экология өлкәһендәге күренекле эштәр өсөн Ҡадир Тимерғәзин исемендәге премия булдырҙы.
2004 йылдан бирле, Волга-Урал нефть-газ провинцияһының нефть һәм газ байлыҡтары проблемаһына арнап, Тимерғәзин уҡыуҙары үткәрелә. Э.М. Юлбарисов Әмин мәктәбенә ошо саралар айҡанлы баҫылып сыҡҡан ғилми йыйынтыҡтарҙы, бөйөк ғалимдың өс томлыҡ "Һайланма хеҙмәттәр"ен бүләк итте. Ая Ҡадир ҡыҙы иһә тағы ла бер ҡәҙерле бүләк менән килгәйне — Өфөлә беҙ сәфәргә сығыр алдынан ғына уның Камил Ҡадир улы менән бергә яҙған "Геология — уның ғүмерлек мөхәббәте" ("Геология — любовь всей его жизни") тигән китабы донъя күргән икән. Тимерғәзиндең тормош һәм ижад юлы яҡтыртылған был китап та мәктәп китапханаһын биҙәп торасаҡ. Әйткәндәй, белем усағында арҙаҡлы шәхес тураһында күп кенә материал тупланған, уға арнап стенд эшләнгән. Коллектив материалдар туплауҙы дауам итә. "Ләйсән" ансамбле ағзаларының концерты семинарҙа ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.
Күлдәр иле һағынып иҫкә алдыБына беҙҙең ҡайтыр ваҡыт та етте. Ошо төбәктең талантлы улы, йырсы шағир Ҡадир Даяндың шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Ҡоншаҡ яғы —
Ҙур-ҙур күлдәр иле,
Ә Сабаҡты —
Иң дә гүзәле.
Был яҡтарҙы, дуҫҡай,
Һин күрмәһәң,
Ваҡыт табып, берәй гиҙ әле!
Шөкөр, барҙыҡ, күрҙек был күркәм төбәкте. Рәхмәт "Танып" шифаханаһының директоры, Ҡадир Рәхим улының ауылдашы Кашаф Ямалетдиновҡа: уның ярҙамы арҡаһында, өҫтөбөҙгә саң да ҡундырмайынса, бына тигән йылы машинала үтеп ҡайттыҡ йыраҡ араларҙы. Ә Өфө менән Сабаҡтыкүл араһы, ысынлап та, шаҡтай алыҫ икән: спидометр бер яҡҡа ғына ла 533 километр арауыҡты күрһәтте. Киләсәктә лә күршеләребеҙ менән шулай изге ниәттәрҙә сәскә бәйләмдәре тотоп йөрөшөргә, милләттәштәребеҙҙең яҡты йөҙҙәрен, имен тормошон күреп йәшәргә яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы

Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев илдең участковыйҙар коллективын...

Тотош уҡырға 7

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне 17.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 5

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй

Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан хеҙмәт ветераны Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшлек юбилейын билдәләне....

Тотош уҡырға 2

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал 14.11.2025 // Йәмғиәт

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте...

Тотош уҡырға 3

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне 14.11.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла...

Тотош уҡырға 3