Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәсьәлә ҡырҡыу тора. Хәл итеүе — ай-һай...
Мәсьәлә ҡырҡыу тора. Хәл итеүе — ай-һай...
Һыу. Кеше генә түгел, бар тереклек унһыҙ йәшәй алмай. Тик, Әҙәм менән Һауа балаларынан айырмалы, башҡалар ошо йәшәү сығанағы булған тереһыуҙы сарыф итмәй: хайуан-йәнлектәр донъяһы һыуһынын ҡандырыр, ҡойонор, ризыҡланыр өсөн генә файҙаланһа, үҫемлектәр һәр тамсыға ҡыуана. Беҙ иһә донъяға мәңгелеккә килгән һымаҡ ҡыланабыҙ: ҡулланабыҙ, бысратабыҙ, тәбиғәттең был байлығы һис бөтмәҫ тип уйлайбыҙ. Эсәр һыуҙың сикләнә барыуы, киләсәк быуынға, балаларыбыҙға беҙҙән ни ҡалыры ҡыҙыҡһындырмай төҫлө. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ошо турала булыр.
Сираттағы ҡорға гәзиттең тоғро дуҫы, әңгәмәгә йүнәлеш биреүсе белгес, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитовты, Ағиҙел һәм Урал йылғалары бассейнындағы һыу объекттарының федераль дәүләт идаралығы бүлек начальнигы Әхтәм Рауил улы Ғәббәсовты, БДУ-ның география һәм гидрология кафедраһы мөдире, профессор, география фәндәре докторы Әүфәр Миңлеғәзим улы Гәрәевте саҡырҙыҡ.

— Бөгөн беҙ йәшәйешебеҙҙең сығанағы булған һыуҙың ҡәҙерен белеп, асылын тулыһынса аңлап етәбеҙме? Ҡыланышыбыҙға ҡарағанда, ай-һай, тип баш сайҡарлыҡ шикелле...
Илдар Ғәбитов:
— Һыу шундай нәмә: күп булһа, кеше уның ҡәҙерен баһалап бөтмәй, аҙ икән — алтының ситтә торһон, бар нәмәнән ҡиммәтерәккә, ҡәҙерлерәккә әйләнә.
Әүфәр Гәрәев:
— Кешелә шундай уй нығынған: һыу күп, бөтәһенә лә, бар нәмәгә лә етә. Ләкин ул бар ерҙә лә шулай ҡабул ителмәй. Әйтәйек, көньяҡта — Мысырҙа, ғәрәп илдәрендә — һыу гелән алтынға бәрәбәр булған. Уға ҡарата башҡа мөнәсәбәт йәшәгән, артабан да ошолай дауам итәсәк. Күптән аңларға ваҡыт: беҙ ҙә яйлап шуға табан барабыҙ. Эсәр һыуҙы магазиндарҙан һатып ала башлауға күнегәбеҙ бит...
Илдар Ғәбитов:
— Ер шарында, бер уйлаһаң, һыу бер ҡайҙа ла китмәй: парға әйләнеп, Йыһанға осмай — ошонда ҡала. Тик шыйыҡса, пар, боҙ рәүешендә, формаһында ғына тора. Һыу әйләнеше бар, тимәксемен. Асылда проблема ла булмаҫҡа тейеш һымаҡ...
Әүфәр Гәрәев:
— Донъя океаны гелән бер кимәлдә. Ләкин гидрологик климат өсөн ошондай фактор бар — улар циклдарға бүленә, шуға ҡарап үҙгәрә. Төп сәбәбе — ҡояш әүҙемлеге, йәғни йыһан күләмендәге геофизик әүҙемлек. Ошоларҙың йоғонтоһо инде циклдарҙы барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән, ун бер йыллыҡ, быуат эсендә булған, быуаттар араһында һәм күп йыллыҡ. Әлбиттә, былар — фәнни ҡараш, үҙе ҙур тема. Ябай тел менән яҡынса шулай аңлатып була: донъялағы һыу кимәле ошо циклдар эсендә булған ҡояш әүҙемлегенә бәйле булып ҡала.
— Тимәк, уның донъялағы дөйөм кимәле, һыуҙы беҙ күпме файҙаланыуға ҡарамаҫтан, үҙгәрмәйенсә, ошо циклдарға бәйле була...
— Эйе, был — тәбиғәт ҡануны. Әгәр беҙ һуңғы йөҙ йыллыҡты алып ҡараһаҡ, шуны күрәбеҙ: ХIХ быуаттың һуңғы йылдарынан ХХ быуаттың 40-сы йылдарына тиклем яйлап һыу кәмеү яғына табан барған. Мәҫәлән, көньяҡ-көнсығыш райондарында Үрге һәм Түбәнге Үләнде күлдәре ҡороп бөтә яҙып, урындағы халыҡ бесән сапҡан, ә бына 40-сы йылдан һуң һыу арта башлаған. Был хәл 2003 йылдар тирәһенә тиклем дауам итте. Асылыкүлде төрлө яҡлап тикшереү ҙә шуны күрһәтә. Яңы быуат башынан инде яңы фаза — һыу кәмеүе башланды. Бына шундай “бәүелеү” күҙәтелә. Ләкин был йыл һайын ҡоролоҡ була тигән һүҙ түгел. Әлбиттә, антропоген сәбәптәр ҙә бар, уларҙың тәбиғәттең глобаль үҙгәреүенә лә килтереүе мөмкин. Был инде һыу системаһының үҙгәрәсәгенә лә ҡағыла. Ғалимдарҙың фекере төрлөсә.
Илдар Ғәбитов:
— Шулай ҙа бөгөнгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Заманында республикала байтаҡ һыу һаҡлағыстың төҙөлөүе хәлде бер аҙ яҡшырттымы? Иҡтисади яҡтан, экологик яҡтан ҡарағанда. Әллә...
Әхтәм Ғәббәсов:
Мәсьәлә ҡырҡыу тора. Хәл итеүе — ай-һай...— Иҡтисади яҡтан файҙаһы булманы түгел — булды. Мәҫәлән, Ташлы йылғаһындағы Аҡъяр һыу һаҡлағысы тотошлай Аҡъяр ауылын һыу менән тәьмин итә. Таналыҡ, Һаҡмар, Быҙаулыҡ һыу һаҡлағыстары ла шулай уҡ. Һуңғы йылдарҙа сафҡа ингән Йәрмәкәй һыу һаҡлағысының һыуы Октябрьский ҡалаһы халҡына бара.
Әйтәйек, элегерәк төҙөлгән Нөгөш һыу һаҡлағысы, дөйөм алғанда, 400 миллион кубометр һыйҙыра. Төҙөлөү маҡсаты — Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ һымаҡ сәнәғәт тармаҡтары алға киткән ҡалаларҙы һыу менән тәьмин итеү.
Әүфәр Гәрәев:
— Был — иҡтисади яҡтан ҡарағанда. Әммә экология йәһәтенән файҙалы булды тип әйтеп булмай. Һыуҙы файҙаланыу кимәлен көйләүҙә быуаларҙың, һыу һаҡлағыстарҙың файҙаһы ҙур, әлбиттә, ҡоро ваҡытта кәрәгенсә ҡулланып була. Ләкин уларға артыҡ һыуҙы туплап, тәбиғи һуғарылған үҙәндәр, күлдәр сығанаҡтан мәхрүм ителә. Улар ҙа бит һыуға мохтаж. Күптәре ташҡын ваҡытында кәрәгенсә алып ҡала ине. 2001–2002 йылдарҙан алып шулай һуғарылған күлдәрҙең кибеүе, һайығыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Өфөнөң Затон биҫтәһе яғында, Ҡырмыҫҡалы районында шулай булды. Оло Талпаҡ, Кесе Талпаҡ күлдәре... Бөрө районында Шәмсетдин күле ошо хәлдә ҡалды — һыуы ныҡ кәмене...
Ләкин һыу комплекстарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, шуға уның кимәлен көйләүҙә килешеп эшләү мөһим.
Илдар Ғәбитов:
— Башҡортостан файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Ҡаҙып алғанда йәки нефть сығарғанда бушлыҡтар барлыҡҡа килә. Йыш ҡына уларҙы һыу менән тултыралар. Был сағында өҫтәге һыу кимәленә уларҙың тәьҫире лә барҙыр...
Әүфәр Гәрәев:
— Беләһегеҙме, бәләкәй йылғаларҙың һыуын уйламайынса башҡа нәмәгә файҙаланғанда ла кәмей. Әгәр ҙә экологик йәһәттән ҡарамайынса һыуын алһалар, экологик йәһәттән дә хәүефле, иҡтисади яҡтан да зыяндан башҡаһы булмаясаҡ. Шуға ла һыу хужалығы балансын төҙөгәндә, идара итеүсе органдар тарафынан рөхсәт биргәндә быны контролдә тоторға кәрәк. Нефть сығарғанда пластарҙан бысратыусы күпме тоҙ эләгә!..
Әхтәм Ғәббәсов:
— Туймазы һәм башҡа көнбайыш райондарҙа хәҙер ҡоҙоҡтарҙан ҡаты, тоҙло һыу сыға. Бына ошо була инде экологик ҡағиҙәләрҙе боҙоу.
Илдар Ғәбитов:
— Һыу үҙенән-үҙе таҙарынырға тейеш, тәбиғәт ҡануны шулай. Ләкин, ишетеүемсә, яңы быуат башынан алып был процесс туҡтаған, тиҙәр...
Әүфәр Гәрәев:
— Тәбиғи һыу, ағын һыу һымаҡ, үҙен үҙе таҙарта. Ләкин мөмкинлектәре төрлөсә. Мәҫәлән, йылға менән күлде сағыштырып булмай. Күлдәр, билдәле, аҡрын таҙара, сөнки, халыҡ әйтмешләй, “тик тора”. Шулай булғас, төрлө органик матдәләр күбәйә, үҫемлек ҡалдыҡтары тула. Көньяҡ-көнсығыш төбәк күлдәрен генә алғанда ла был яҡшы күренә. Йылғалар тиҙерәк таҙара, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бысратылыу сәбәпле, был таҙарыу тотҡарлана.
Таҙартыу нимәнән ғибәрәт һуң? Фәнни телдә гибробионттар тип йөрөтөлгән зооблонтон, зообинтос һымаҡ, шулай уҡ фосфорлы матдәләрҙең төрлө органиканы юҡ итеүенән, төпкә ултырыуынан килә. Әгәр ҙә һыуҙа органик, токсик, башҡа зарарлы матдәләр күберәк икән, таҙартыусы микроорганизмдар үлә. Ундай йылғаларҙың үҙ-үҙен таҙартыу көсө кәмей.
Әхтәм Ғәббәсов:
— Йылға тәбиғи бысрана икән, ун биш саҡрым ағышынан һуң үҙ-үҙен таҙарта ала. Нефть продукттары, башҡа шундай зарарлы матдәләр күп булмаһа, ошо арауыҡтан һуң тулыһынса сафлана.
— Һөйләшеү башында беҙ ҡояш әүҙемлегенә бәйле циклдар, шуға ҡарап һыуҙың “тирбәлеүе” тураһында әйтеп үткәйнек инде. Хәҙер иһә, ябайлаштырып, һорауҙы шулайыраҡ ҡуяйыҡ: ололарҙан гелән “Беҙ бәләкәй саҡта йылғалар тәрән ине, кисеп сыҡҡыһыҙ булды”, тигәнерәк һүҙҙәр ишетәһең. Бында “циклдар”ҙан тыш сәбәптәр ҙә етерлектер?
Әүфәр Гәрәев:
— Әлбиттә. Күп йылдар арауығын алып ҡараһаң, уртаса яуым-төшөм, башҡа төр нормалар әллә ни үҙгәреш кисермәй. Шулай булһа ла, йылғалар ағышында трансформация, ябай тел менән әйткәндә, кире күренеш бара. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙең урмандар, туғайлыҡтар дөрөҫ, тейешенсә файҙаланылмай. Әйтәйек, Көнбайыш илдәрендә һеҙ урмандарҙа, йылға буйҙарында көтөүлектәр күрмәйәсәкһегеҙ. Уларҙа махсус урындар — “культуралы көтөүлектәр” бар. Мал күберәк кәртә-ҡурала тотола. Ә беҙҙең Белорет, Бөрйән райондарына 70–80-се йылдарҙа төрлө тарафтан меңәр-меңәр баш мал ҡыуҙылар. Беҙ Белоретта күп йылдар буйы тикшеренеүҙәр, тәжрибә алып барҙыҡ. Һөҙөмтәләр шуны күрһәтте: элек һыу тупраҡ ҡатламына үтеп инеп, ер аҫты һыуҙарына әйләнгән, көҙөн, йәйен, ҡышын яйлап йылғаларға барған. Малдан тапалғас, һыу төпкә үтеп инә алмай, өҫтә ҡала һәм яҙын ғына йылғаға ҡушыла. Шулай итеп, эрозия, һыу баҫыу китә. Ни өсөн яҙын һыу баҫамы? Сөнки йылғаларҙың тәбиғи хәлен көйләү боҙолған. Әгәр урмандар, үҫемлектәр донъяһы элеккесә һаҡланған булһа, хәҙер күп бәлә-ҡаза килмәҫ ине. Шуға ла яҙын һыу күп, ә йәйен әҙ. Йылғалар һайыҡты. Яҙын ярҙар ишелә, ләм ултыра. Был — бөтә яҡтарға ла хас күренеш. Бына ошонан килеп сыға ла инде элек мул һыулы булған, хәҙер атлап сығырлыҡ йылғалар.
Әхтәм Ғәббәсов:
— Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә һыуҙың йыллыҡ ағымында ныҡлы үҙгәрештәр һиҙелә, сөнки урмандарҙы уйламайынса ҡырҡтылар, яр буйҙарын малдан тапаттылар. Шуға бөтә һыу үҙәнлектәр, соҡорҙар буйлап йылғаға аға. Элекке тәбиғи хәлдә булһа, һыуҙың етерлек өлөшө аҫҡа китер, ер аҫты һыуҙарын тулыландырыр ине. Йылғаларға йыл әйләнәһенә йәйен, көҙөн, ҡышын һыу аҙ ҡала.
— Шулай ҙа зыян урман ҡырҡыуҙан күберәк киләме, әллә мал тапауҙанмы? Хәҙер бит мал да кәмене...
Әүфәр Гәрәев:
— Әгәр ҙә тәбиғи шарттарҙа урманды киренән үҫеп сығырлыҡ итеп, зыян килтермәйенсә киҫһәң, зыяны юҡ, сөнки, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ун йыл ваҡыт эсендә ағастар кире үҫә, яйлап элекке хәленә килә. Ә бына урманды ҡырҡып, етмәһә, мал да индерһәң, үҫемлек донъяһы тулыһынса үлә, һыуҙың ағып төшөп йыйылғаны, йәғни ерҙең һеңдереше бөтә.
Илдар Ғәбитов:
— Бөгөн, ауыл хужалығы ауыр хәлдә ҡалғас, ҡайһы бер баҫыуҙар уҫаҡ, ҡайын, ҡарағай менән ҡаплана башланы. Был осраҡта һыу әйләнешен көйләү нисә йылдан һуң тулыһынса тамамланыр икән?
Әүфәр Гәрәев:
— Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөтә яуған ямғыр һыуҙарының 95 проценты өҫкө яҡлап ағып китә. Шулай булғас, Урал алды һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында 15–20 процент майҙанда урман үҫә тип иҫәпләһәк, баҫыуҙар ағас менән ҡапланһа ла, һеҙ әйткән һыу әйләнешен көйләү тулыһынса булмаясаҡ. Ә ағастарҙың үҫеүе тәбиғәт өсөн яҡшы.
Әхтәм Ғәббәсов:
— Йәш үҫентеләр үҫеп етеп, һыу әйләнешен булдырырлыҡ хәлгә еткәнсе 20–25 йыл үтәсәк.
Әүфәр Гәрәев:
— Киләсәктә ауыл хужалығын тергеҙгәндә урмандарҙы һаҡлау, тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәт мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш. Совет осоронда былар эшләнмәне, тик һөрөнтө ерҙәрҙе арттырыу, уңышты күтәреү маҡсат итеп ҡуйылды. Шуға ла бөгөн ҡайһы бер райондарҙа 40–50 процентҡа саҡлы эрозияға дусар ителгән ерҙәр иҫәпләнә.
Илдар Ғәбитов:
Мәсьәлә ҡырҡыу тора. Хәл итеүе — ай-һай...— Бөгөн Рәсәйҙә, шулай уҡ республикала һыу менән файҙаланыуға йоғонто яһаған дәүләт структуралары барҙыр бит...
Әүфәр Гәрәев:
— Хәҙер ҙә төрлө тикшеренеүҙәр, күҙәтеүҙәр алып барыла. Публикациялар, фәнни хеҙмәттәр яҙыла. Бар бәлә шунда: материалдар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса кәрәк. Мәсьәлә менән шөғөлләнеүсе айырым ойошмалар ҙа бар, тик уларҙың башҡа ҡайғыһы күп. Дәүләт заказы был тәңгәлдә юҡ. Ә айырым хужалыҡ килешеүҙәре буйынса бәләкәй предприятиелар еңеп сыға, сөнки улар хаҡты аҙыраҡ ҡуя ала. Ғөмүмән, проблемалар етерлек. Совет осоронда һыу хужалығы, мелиорация буйынса министрлыҡ булды, ул барыһын йыйып тота ине. Бөгөн һыу объекттары тарҡау. Бар федераль, бар субъекттыҡы — бер республикаға ҡарағандары. Ошо хәл ныҡ ҡамасаулай. Хужалыҡ алып барыуҙары ла төрлөсә, төрлө ведомстволарға ҡарайҙар. Ниндәйҙер аҙым яһарға ынтылыш, техник яғын берләштерергә тырышлыҡ бар-барлыҡҡа. Ләкин, берҙәм хеҙмәтләндереү булмағас, эш әллә ни алға китә алмай. Бар эштә лә берҙәмлек кәрәк.
— Бигерәк тә тәбиғәтте һаҡлауҙа, тип өҫтәйек, сөнки киләсәгебеҙ, һаулығыбыҙ туранан-тура эсәр һыуҙың таҙалығына, һауаның сафлығына бәйле. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадындағы тереһыу, бәлки, бөгөнгө — экологик яҡтан хәүефле — заманда саф һыулы шишмәләребеҙҙе, йылға-күлдәрҙе күҙаллау булғандыр. Ошо тереһыуҙы тирә-яғыбыҙға бөркөр заман күптән еткән. Бөгөнгө ҡорҙо әлегә ошо урында — һәр беребеҙ уйланыр ерҙә — туҡтатып торайыҡ та, уҡыусыбыҙҙы киләсәктә лә мәңгелек тема буйынса һөйләшеүҙәр буласағына ышандырып, хушлашайыҡ. Үҙҙәрен дә фекер алышыуға саҡырайыҡ...


-Рәсәйҙә 2 миллиондан ашыу йылға иҫәпләнә, шуның 200-ҙән ашыуы — эре (оҙонлоҡтары 500 километрҙан ашыу). Барлығы 3 меңгә яҡыны уртасалар рәтенә инә (200–500 километр). Дөйөм алғанда, барыһын бергә ҡушһаң, 6 миллион 500 мең километр оҙонлоҡ килеп сығыр ине. Ҙур йылғалар өлөшөнә 160 меңгә яҡын километр тура килһә, уртасаларының был юҫыҡтағы һаны — 450 мең километр. Ҡалған 6 миллион километр һуҙым бәләкәй йылғалар иҫәбенә яҙыла.
Әлбиттә, һандар төрлө сығанаҡта төрлөсә күрһәтелә, шуға ла “ашыу”, “яҡын” һымаҡ һүҙҙәр ҡулланыла ла инде.

-Рәсәй күлдәренең һаны 2 миллиондан ашыу тип иҫәпләнә. Улар бөтәһе бергә 350 мең квадрат километр майҙанды биләй.
Байкал Себерҙә генә түгел, Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала. Донъяла иң тәрән күл. Иң тәрән ере — 1620 метр. Оҙонлоғо — 636, уртаса киңлеге — 48 километр. Рәсәйҙәге сөсө һыуҙың — 85, донъя запасының 22 процентын алып тора.

-Башҡортостанда 2 меңдән ашыу күл бар. Көнбайыш райондар өлөшөнә уларҙың 75 проценты тура килә, ҡалғаны көньяҡ-көнсығыш райондарға ҡарай. Бөтәһе 700-гә яҡын күл һуғарылыу иҫәбенә йәшәй. Мәҫәлән, Ағиҙел бассейнына — 73, Димгә — 12, Ыҡҡа — 8, Ҡариҙелгә 7 проценты тура килә. Фәнни күҙлектән ҡарағанда, беҙҙә ҙур күлдәр юҡ. Уртасалар рәтенә Асылыкүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Оло Учалы, Ҡарағайлы, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Сыбаркүл һәм башҡалар инә.

-Республикала 1120 йылға һанала. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20 мең километр иҫәпләнә.


Фекерҙәр

Ҡала халҡының, күбеһе булмаһа ла, ярайһы уҡ өлөшө крандан һыу эсеүҙән баш тартып, яйлап заказ буйынса килтерелгәндәренә, магазинда һатылғандарына күсә башланы. Әлбиттә, фатирҙарына һыу таҙартҡыс приборҙар ҙа ҡуйҙырталар. Өфө урамдарына сығып, бер нисә кешенән: “Һеҙ ниндәй һыу эсәһегеҙ?” — тип һорау ҙа етәлер. Һәр ҡайһыһының был мәсьәләгә ҡарата үҙ ҡарашы, үҙ уйы, тигәндәй. Булмаһа, ике-өс кешенең фекерен беләйек.

Алик НУРЫШЕВ, водитель:
— Әллә, беҙ юлда йөрөгәс, төрлөһө эләгә инде. Моғайын, күберәк минераль һыу эсәбеҙҙер. Өйҙә, ғәҙәттәгесә, крандан аҡҡанын. Уйлап ҡараһаң, был донъяла зарарһыҙ ни бар һуң? Мәҫәлән, араҡы — самопал, аҙыҡ — буяуҙар, тәмләткестәр... Минеңсә, һыуҙан да таҙа нәмә юҡ.

ФАТИМА, йорт хужабикәһе:
— Фенол булып алған замандан өйгә һыу таҙартҡыстар ҡуйҙыра-ҡуйҙыра хәл бөттө. Һуңынан барыһынан баш тарттыҡ та кешесә йәшәй башланыҡ — миллиондар кран һыуы эсә, нисауа, түҙәләр бит...

Сергей КУЗНЕЦОВ,
хеҙмәткәр:
— Ҡатын таҙа һыу килтертә, миңә ҡалһа, барыһы ла бата. Өләсәйем ғүмер буйы Өфөлә йәшәне — туҡһанға еткәнсе ауырыманы. Шулай ҙа балаларҙы уйлата. Беҙ өйрәнгән, ә улар менән ни булыр — ҡайҙа ҡарама ГМО ла бысраҡ һыу...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872