Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ҡыйыҡ аҫтында
Бер ҡыйыҡ аҫтындаБыйыл үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Нефтекама – төрлө милләткә бай ҡала: Башҡортостаныбыҙҙа йөҙ утыҙҙан ашыу халыҡ вәкиле дуҫлыҡ-туғанлыҡта йәшәһә, бында улар – алтмыш ике. Шуларҙың башҡорт, татар, мари, удмурт, украин һәм урыҫ йәмәғәт ойошмалары, кинәйәләп әйткәндә, бер ҡыйыҡ аҫтында эшләй. Ошо хаҡта ҡаланың Милли берләшмәләр үҙәге етәксеһе Мөхәссәнә ханым ЙӘҒӘФӘРОВА бәйән итте.

– Дөйөм хәл-торош тураһында нимәләр әйтерһегеҙ, Мөхәссәнә Ҡасим ҡыҙы?
— Бөгөн беҙҙә алты милли-мәҙәни ойошма бар. Уларҙың иң “олоһо” – мари милли берләшмәһе ошо айҙа үҙенең 25 йыллығын билдәләһә, башҡорт, татар һәм урыҫ милли-мәҙәни берләшмәләре уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан әүҙем эшләп килә. Һуңыраҡ был “милләттәр гөлләмәһенә” украин һәм удмурт халыҡтары вәкилдәренең дә ҡушылыуы ыңғай күренеш булды.
Милли берләшмәләр үҙәгенә килгәндә, сентябрҙә уға биш йыл тулды. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы бинаһының бер бүлмәһен ҡала етәкселеге милли-мәҙәни берләшмәләргә бирҙе, сөнки улар тырым-тырағай үҙҙәре таба алған урындарҙа эшләй ине. Хәҙер һәр милләт вәкилдәренә осрашып һөйләшеү, саралар үткәреү өсөн тәғәйен урын бар. Кәрәк булғанда, музейҙың тамаша залы ла, халыҡтарҙың тарихына һәм көнкүрешенә арналған бай экспозициялары ла беҙҙең ҡарамаҡта.
– Көндәлек эшегеҙҙең асылы нимәлә?
– Ошо ваҡыт арауығында милли ойошмалар эшмәкәрлеген сағылдырған һәм даими яңыртылып торған фотостенд эленде, берләшмәләр тарихын сағылдырған альбомдар ҙа өҫтәмә мәғлүмәт менән тулыландырыла, китапханаға ла яңы донъя күргән әҫәрҙәр өҫтәлә. Килеүселәр республикабыҙҙа сыҡҡан милли баҫмалар тупланмаһы менән таныша ала.
Һәр милли-мәҙәни берләшмә үҙ халҡының телен, йолаларын, күп яҡлы бай мираҫын һаҡлау, артабан үҫтереү һәм пропагандалау буйынса эш алып бара. Был эшмәкәрлектең төп маҡсаты – ҡалала йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең бер-береһен аңлап һәм хөрмәтләп, татыулыҡта көн күреүен тәьмин итеү. Берләшмәләрҙең тығыҙ бәйләнештә эшләүенә булышлыҡ итеү – үҙәктең төп бурысы. Мәҫәлән, йыл һайын беҙҙә алты милли-мәҙәни айлыҡ үткәрелә: тәүгеһен ғинуарҙа “Славян көндәре” башлап ебәрһә, мартта — “Удмурт айлығы”, апрелдә – татар, майҙа украин мәҙәниәте көндәре дауам итә. Был саралар октябрҙәге башҡорт һәм ноябрь айындағы мари мәҙәниәте айлыҡтары менән тамамлана.
– Улар ниҙән ғибәрәт һуң?
– Һәр милли берләшмә үҙ халҡының тарихына, йолаларына, мәҙәниәтенә нигеҙләнеп, айлыҡтарҙы үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле итеп ойоштора. Шәжәрә, фольклор, йыр, шиғыр байрамдары, ҡалала йәшәгән һәм ситтән саҡырылған һүҙ, ҡылҡәләм, сәнғәт оҫталары, һөнәрмәндәр менән осрашыуҙар, аш-һыу конкурстары, спорт бәйгеләре, милли кейем, биҙәнеү әйберҙәре, шулай уҡ башҡа төр тематик күргәҙмәләр халыҡ күңеленә хуш килә. Айлыҡ осоронда тәү сиратта мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларында, ҡайһы бер предриятие һәм ойошмаларҙа ла төрлө саралар уҙғарыла. Йыл һайын Ҡала көнөндә милли мәҙәниәттәрҙең “Дуҫлыҡ балҡышы” фестивале үтә. Быйыл, мәҫәлән, ял паркында милли берләшмәләр, шулай уҡ ҡалала йәшәгән тажик, әрмән һәм азербайжан халыҡтары вәкилдәре үҙ милләттәренең тарихын, көнкүрешен сағылдырған тирмәләр һәм аласыҡтар ҡуйҙы, милли йолалар күрһәтте, уйындар ойошторҙо. Әле генә тамамланған Башҡорт мәҙәниәте көндәренә ярашлы, башҡорт гимназияһы уҡыусылары Мостай Кәримдең әҫәре буйынса сәхнәләштергән “Айгөл иле” спектакле филармонияға йыйылған тамашасының береһен дә битараф ҡалдырманы. Ноябрҙә билдәләнәсәк “Әсә көнө”нә лә мари берләшмәһе үҙенсәлекле сара әҙерләй.
– Берләшмәләр милләттәштәре йәшәгән төбәктәр менән бәйләнеш тотамы?
– Әлбиттә. Мәҫәлән, удмурттар Түбәнге Тәтешлелә эшләп килгән Удмурт милли үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә. Башҡорт берләшмәһе ағзалары йырлы-моңло күстәнәстәрен Пермь крайында йәшәгән милләттәштәренә йыш алып бара, күршеләр ҙә Нефтекамаға шатланып килә. Урыҫ телендә ижад итеүсе яҙыусы һәм шағирҙар шул уҡ Пермь крайының, Удмурт Республикаһының беҙгә яҡын ҡалаларындағы ҡәләмдәштәре һәм милләттәштәре менән даими осраша. Мари ойошмаһының әүҙем ағзалары уҙған йыл Йошкар-Олала булып, ундағы аралашыуҙарҙан бик тәьҫирләнеп һәм дәртләнеп ҡайтты. Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов етәкселегендәге рәсми делегация составында татар мәҙәни берләшмәһе вәкилдәренең Бөтә донъя татар конгресы башҡарма комитеты саҡырыуы буйынса Ҡазанға сәфәре лә унда ҡатнашыусылар хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Дөйөм алғанда, һәр милли-мәҙәни ойошманың “халҡым” тип янып йөрөгән әүҙем етәкселәре һәм ағзалары милләттәр берҙәмлеген һәм дуҫлығын нығытыуға тос өлөш индерә. Уларҙың етәкселәре Азат Үтәкәев, Галина Копьева, Нәфисә Нәбиева, Игорь Губаев, Фирүзә Фәйезова һәм Галина Әхмәтшиналарҙы айырым атамаһам, яҙыҡ булыр. Үҙҙәренә, шулай уҡ милләттәштәренә һәм фекерҙәштәренә киләсәктә лә матур эштәр башҡарыуҙарын теләйем.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә