Тоҙҙоң файҙаһы бармы?
Беҙ тоҙҙо, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, күберәк ҡулланабыҙ. Әммә уның сәләмәтлекте ҡаҡшатыуы ихтимал. Тоҙ организмға һеңә, ләкин эшкәртелмәй. Уның туҡлыҡлылыҡ ҡиммәте лә, витамины ла юҡ. Киреһенсә, йөрәккә, ҡан тамырҙарына зыян килтерә, нервы күҙәнәктәрен ярһыта. Сама белмәйенсә ҡулланғанда йөрәк тибешен көсәйтә, ҡан баҫымын күтәрә.
Тоҙ балыҡта, йәшелсә, еләк-емештә бар һәм шул күләм организм өсөн етерлек. Кеше көнөнә яҡынса 1– 1,5 грамм тоҙ үҙләштерә ала. Ә беҙ унан күпме артыҡ ашайбыҙ?! Организмда бер туҡтауһыҙ тупланған тоҙ — сиргә ерлек. Бары тик асығыу ысулы менән генә артыҡ тоҙҙо сығарып бөтөрөп була!
Ҡайһы һауыт ҡулайыраҡ?
Ризыҡты ниндәй һауытта әҙерләү һәм һаҡлау дөрөҫ? Магазиндарҙа ниндәй генә һауыт-һаба һатмайҙар! Һайлай башлаһаң, күҙҙәр ҡамаша. Осһоҙҙан алып ҡыйбатына тиклем — теләгәнеңде ал.
Быуаттар буйы ҡулланылған һәм һыналған суйын, ҡорос, быяла, ағас барыбер иң ышаныслыһы булып ҡала. Бындай һауыт-һаба дауалау үҙенсәлегенә лә эйә. Ҡайһы саҡ улар сирҙе туҡтатырға йәки һауыҡҡан кешегә нығынып китергә ярҙам итә. Һауыт-һаба алғанда нисек яңылышмаҫҡа икән тип борсолһағыҙ, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Балсыҡ (керамика) һәм быяла һауыт-һаба зыянһыҙ. Балсыҡтан яһалған сүлмәктә аш әҙерләү һәм шундай һауыттан ашау бик файҙалы: ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра, һыҙланыуҙар кәмей, гастрит йә ашҡаҙан йәрәхәте ауыртыуҙары еңелләшә. Әммә балсыҡ һауыт сатнамаған булһа ғына. Һеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн уны температураның кинәт алмашыуынан һаҡлағыҙ. Һалҡын һауытты эҫегә йә, киреһенсә, эҫенән һыуыҡҡа ҡуймағыҙ. Йомшаҡ сепрәк менән генә йыуығыҙ.
Ҡорос һәм көмөш йыһаз файҙалы тирбәлеү тыуҙыра. Был кешенең психик һәләтенә ыңғай йоғонто яһай. Тетрәнеү кисергән мәлдә йәки көсөргәнешле эш көнөнән һуң ошондай металл әйберҙәрҙе файҙаланыу һәйбәт.
Эмаль һауыт-һаба органик кислоталарға, һеркә һәм тоҙға бирешмәй. Дарыу төнәтмәләре әҙерләү һәм ҡайнатыу өсөн дә яҡшы. Бигерәк тә үпкә ауырыуы, бронхит йә быума менән сирләгәндәргә ошондай һауыттарҙан ашау файҙалы.
Еҙ (баҡыр) һауыт-һаба бик сыҙам һәм унда ниндәй аҙыҡ әҙерләһәң дә була. Еҙ һауытта ризыҡ сифатын оҙаҡ һаҡлай, боҙолмай. Айырыуса кескәй балалар өсөн аш әҙерләгәндә еҙ һауытҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был металл, ваҡыт уҙғас, йәшел тут менән ҡапланасаҡ, уны лимон кислотаһы йә һеркә эссенцияһы менән һөртөп алғанда, яңы кеүек балҡып китәсәк.
Алюмин һауыт, әсе берәй нәмә менән ҡушылһа, химик реакция бирә, шуға ул һыу йәки һөт ҡайнатыу өсөн генә яраҡлы. Ҡайнатҡандан һуң шыйыҡсаны һауытта оҙаҡ тотмаҫҡа кәңәш итәләр. Щи, компот, аш, ит, соус һәм башҡа ризыҡты алюмин һауытта бөтөнләй әҙерләмәү хәйерле.
Тефлонлы һәм тутыҡмаусы ҡорос һауыт-һаба. Бындай һауытты эндокрин системаһы сәләмәт булмаған йәки шәкәр диабеты менән ауырыған кешеләргә ҡулланыу яҡшы. Тефлон һауытта ниҙер ҡурғанда майҙы күп ҡулланмағыҙ.
Ҡорос һауыттың төбө күп осраҡта ике ҡатлы була, шуға күрә кәстрүлдә “мейес эффекты” барлыҡҡа килә. Аҙыҡ-түлектең файҙалы үҙенсәлектәре һаҡлана.
Эх, иҙән йыуыуҙары!..
Таҙа иҙән — хужабикәнең йөҙө. Ләкин барлыҡ иҙәнде лә йыуырға яраймы? Өйөң таҙа булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ. Өй йыйыштырыуҙы еңелләштереү һәм ҡиммәтле паркеттың да, арзан ковролиндың да ғүмерен оҙайтыу саралары бар.
Паркет һәм таҡта иҙәнде ҡарау
Белгестәр раҫлауынса, паркет иҙәнде йыумаҫҡа, ә даими рәүештә һеперергә һәм балауыҙ пастаһы менән ышҡып торорға кәрәк. Әгәр таҡта иҙән ныҡ тапалған булһа, башта уны бысаҡ менән епсәләре йүнәлешендә ҡырырға ла, техник спирт һөрткәс, махсус паста һыларға тәҡдим итәләр. Паста тулыһынса кибеп бөткәс, ыҙәнде ышҡып ялтыратырға мөмкин. Уны ҡайнар һыу менән дә йыумағыҙ, сөнки ағастың структураһы боҙола.
Линолеум йәйелгән булһа...
Уны һабын һәм йылы һыу менән йыуығыҙ. Таптарын губка һәм араҡы ярҙамында бөтөрөгөҙ. Ныҡ ышҡымағыҙ. Кипкәндән һуң линолеумға мастика һөртөргә кәрәк. Быны эшләгәндә ҡулға кейер өсөн иҫке ойоҡбаштарҙы файҙаланырға була.
Ковролин
Ковролин урамдан ингән бөтә бысраҡты үҙенә йыя, шуға күрә уны йыш таҙартып торорға кәрәк. Туҙан һурғыс менән һәйбәт итеп таҙартҡандан һуң, йылы һыу һәм кер порошогы менән таптарын ышҡып сығырға кәрәк. Ковролинды тышта елләтеү бигерәк тә яҡшы — ҡояш нурҙары микробтарҙы юҡ итәсәк.
Келәм һайлайбыҙ
Келәм алыу өсөн баҙарға барыр алдынан йортоғоҙға уның ниндәйе кәрәклеген асыҡлағыҙ, ҡайһы бүлмәгә тәғәйенләнгәнен дә иҫәпкә алығыҙ. Тышҡы ишек төбөнә, йәғни урамдан кергән туҙан һәм бысраҡҡа яҡынмы? Ҡояш нурҙары тура төшмәйме?
Келәм япма алырға уйлаһағыҙ, бүлмәгеҙҙең майҙанын үлсәгеҙ. Бер аҙ запас менән алырға кәрәклеген онотмағыҙ.
Келәмдең формаһын һәм үлсәмдәрен хәл иткәс, “йөҙө”нә иғтибар итегеҙ. Бүлмә йыһаздары араһында уның иғтибарҙы йәлеп итеп тороуын теләйһегеҙме, әллә күҙгә ташланмауын хуп күрәһегеҙме? Ике осраҡта ла төҫтөң әһәмиәте ҙурлығын онотмағыҙ. Ҡыҙыл, һары, ҡыҙғылт-һары төҫтәр көс, ынтылыш уята, шуға күрә балалар һәм ҡунаҡ бүлмәһе, кабинет өсөн ҡулай. Аҡһыл йәшел, күк, зәңгәрһыу төҫтәр тынысландыра. Тимәк, уларҙы йоҡо бүлмәһенә йәйеү хәйерле.
Келәмдең составын өйрәнеү ҙә — мөһим мәсьәлә. Заманса магазиндарҙа, ғәҙәттә, был тауарҙы нисек таҙартыу тәртибе тураһында ла мәғлүмәт бар.
Келәм алғы йәки ҡунаҡ бүлмәһенә булһа, уның сыҙамлылығы тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ. Епсәләре тығыҙ булған һайын келәмдең оҙағыраҡ һаҡланыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Йыуыныу бүлмәһенә келәмдең машина менән йыуырға яраҡлыһын һайлағыҙ.
Баҙарға келәм йәйеләһе бүлмәләге обойҙың, тәҙрә ҡорғандарының ҡалдығын алып барһағыҙ оторһоғоҙ. Улар һеҙгә төҫ һайлағанда ярҙам итер. Ҡараңғы төҫтәге келәм бүлмәгә йәм бирә, ә аҡһыл төҫтәгеһе уны ҙурыраҡ күрһәтә.
Хәҙер келәмдең материалына туҡталайыҡ. Уңайлылыҡ яғынан тәбиғи ептәрҙән туҡылған келәмгә тиң юҡ. Ләкин магнитланмаған, аллергия тыуҙырмағандары ла бар. Синтетик келәм ныҡлығы яғынан күпкә өҫтөн.
Йөн — келәм туҡыу өсөн иң уңайлы материал. Борондан уның йылы, аяҡ аҫтында йомшаҡ, дымға сыҙамлы булыуын белгәндәр. Йөн келәм ныҡлы, артыҡ бысранып бармай. Шуға ла ата-бабаларыбыҙ тирмәләрен ошо материал менән биҙәгән. Йөн келәмдәр бөтөнләй магнитланмай. Улар хужаларына ярты быуат тирәһе хеҙмәт итә, экологик яҡтан да таҙа һанала. Тик хаҡы юғары.
Тәбиғи ебәк йөнгә ҡарағанда ныҡлыраҡ һәм тағы ла оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Ебәк келәм, яҡтылыҡ нисек төшөүгә ҡарап, төҫөн үҙгәртә.
Акрил епсәләр ҙә ныҡлы. Уларҙан төрлө төҫтәге һәм формалағы келәм етештерәләр. Бындай еп ҡушылған келәмде йөндән яһалғанына ҡарағанда йышыраҡ таҙартырға кәрәк.
Нейлон ептәрҙән яһалған келәмдең бер өҫтөнлөгө лә юҡ. Уның ҡарауы, улар тиҙ бысранасаҡ һәм формаһын юғалтасаҡ. Синтетик ебәк тә шулай уҡ.
Полипропилен келәмдәрҙе күбеһенсә йыуыныу бүлмәһенә алалар, сөнки улар еүешкә бирешмәй. Ышҡылыуға сыҙам булыуы арҡаһында алғы бүлмәләргә лә йәйергә була. Улар арзан, шуға ла тиҙ магнитлана, туҙанды яҡшы йыя, таҙартыуы ҡыйын һәм ике йылдан артыҡ ваҡытҡа сыҙамай.
Аяҡ кейеме магазинында
l Аҙ ғына ҡыҫҡан туфлиҙы һатып алмағыҙ. Кейә-кейә һуҙылыр тигән өмөттөң аҡланмауы бик ихтимал. Аяҡ кейеменең уңайлығын һынап ҡарарға теләһәгеҙ, магазинда уҡ кейеп йөрөп ҡарағыҙ.
l Икеһен дә кейеп ҡарарға кәрәк, сөнки, ғәҙәттә, бер аяҡ икенсеһенән саҡ ҡына ҙурыраҡ була.
l Яңы туфли менән йәйәү алыҫ юлға сыҡмағыҙ. Башта бер-ике көн уны сисмәйенсә өйҙә кейеп йөрөгөҙ.
l Аяҡ кейемен эш көнө тамамланғас барып алығыҙ. Был ваҡытта аяҡҡа ҡан күберәк төшә һәм ул шешенә. Тимәк, аяҡ кейеме дөрөҫ һайланасаҡ.
l Шәкәр диабеты менән сирләгән, быуын һәм умыртҡа һөйәге ауыртҡан кешеләргә кейем һайлау еңел түгел. Шпор, һөйәл, оҙон тырнаҡ туфлиҙың айырыуса уңайлы булыуын талап итә.
l Һуңғы ваҡытта проблемалы аяҡтар өсөн “антистресс” билдәһе ҡуйылған аяҡ кейеме сығаралар. Ҡырмаған, киң, пружиналы олтораҡлы, аяҡҡа өҫтәмә тотороҡлолоҡ биргән үксәле кейем йәйәү йөрөү өсөн бик яйлы һәм еңел.
l Әгәр урамда йөрөү өсөн тәғәйенләнгән туфлийығыҙ ҡыҫһа, кисекмәҫтән флебологка мөрәжәғәт итегеҙ. Был сир башланыуы тураһында һөйләмәһә лә, ҡан тамырҙары стенаһының үҙгәреүен һәм тиҙҙән варикоз буласағын иҫкәртеүе бар.
Оптимистар оҙаҡ йәшәй
Башын юғары күтәреп йөрөүселәр үҙҙәренән кәмселек эҙләүселәргә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй. Англия табиптары шундай фекергә килгән. Улар үткәргән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, үҙең тураһында яҡшы фекерҙә булыу ғүмерҙе генә оҙайтып ҡалмай, иммунитетты ла күтәрә икән. Бынан тыш, ундай кешеләр депрессияға, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына аҙыраҡ бирешә.
Тәмләткес ҡуллана беләһегеҙме?
Фисташка. Киптереп ҡурылғандан һуң, былау һәм башҡа татлы ашамлыҡтар бешергәндә ҡулланыла.
Кориандр. Хуш еҫле тәмләткес. Уны ашты бешерә башлағанда уҡ һалырға кәрәк.
Рәйхан. Бөтнөктәр төрөнә инә, тропик үҫемлек. Томат менән бергә ҡулланғанда иҫ киткес һәйбәт тәм бирә. Баклажандан, татлы боростан ниҙер бешергәндә ҡулланыла. Һарымһаҡ менән ҡушһаң, борос тәме бирә.
Ноҡот борсағы. Борсаҡ аштары бешергәндә ҡулланыу һәйбәт.
Майоран. Тимьянға оҡшаш тәмләткес үлән. Салаттарға, төрлө ит ризыҡтарына борсаҡ, кишер, ҡыяр кеүек йәшелсә менән ҡушыла.
Зәғфран. Ҡыҙғылт-һары булғанлыҡтан, ашамлыҡҡа һары төҫ, киҫкен һәм әскелтем тәм бирә. Ҡайһы бер балыҡ аштарына, ҡыҙҙырылған һуған менән әҙерләнгән иткә, былауға һәм һөтлө-дөгөлө татлы ашамлыҡтарға һалына.
Металл ҡөҙрәте
Металдарҙың дауалау ҡөҙрәте боронғо замандарҙан билдәле булған.
Көмөш йөрәктең дөпөлдәп тибеүенән, эренле йәрәхәттәрҙән, ҡысыныуҙан дауалай. Был металдың тәнгә тейеп тороуы нервы системаһын тынысландыра, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Шуға ла көмөш һауыттан һәм ҡалаҡтан ашыу файҙалы.
Ҡорос — өйәнәк ауырыуынан шифа. Юғары сифатлы ҡоростан эшләнгән пластинканы эске яҡтан көндәлек олатынан йәбештерәләр. Булмағанда ябай лезвие файҙаланырға мөмкин.
Ҡара ҡурғаш оҙаҡ төҙәлмәгән йәрәхәттәргә уңалырға ярҙам итә.
Баҡыр ҡан тамырҙарының киңәйеүен туҡтата, яраларҙың төҙәлеүенә булышлыҡ итә. Дауаланыу өсөн илебеҙҙә 1961 йылға тиклем сығарылған баҡыр аҡсаны пластырь менән оса һөйәгенә йәбештерәләр йәки, эт йөнөнән бәйләнгән билбауға теҙеп, билгә урайҙар.
Ауырыу кешенең тәненә тейеп торған баҡыр ҡарая. Уны бер килке тоҙло һыуҙа тотоп таҙартып алалар.
Тимер тутығын тәбиғи йөҙөм шарабына һалып, яҡшылап болғатып, компресс эшләһәң, ул тире ялҡынһыныуын баҫа, тоҙ ултырғанды дауалай. Ҡыҙҙырылған тимер һалынған һыуҙы эсеү ирҙәрҙең кәрен арттыра. Бындай һыуҙы шулай уҡ эс киткәндә, бәүел тотмағанда, күрем артыҡ мул килгәндә эсәләр.
Алтынды түшкә тағып йөрөү йөрәктең тигеҙһеҙ тибеүен дауалай, күңел төшөнкөлөгөнән, оялсанлыҡтан ҡотолдора. Ул шулай уҡ аҙыҡ эшкәртеүгә лә ыңғай йоғонто яһай.