Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Изгелек ҡылмаған
аҡлана алмаҫ

Хәҙистәрҙең береһендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: "Ғүмере үтеп, һуңғы һулышы еткәнсе бер изгелек тә эшләмәгән кешенең Аллаһ алдында аҡланыр урыны ҡалмаҫ", — тигән.
Исламда был ғәмәлдең даирәһе бик киң, баһаһы ифрат юғары. Мәҫәлән, "Өлкәндәрҙе хөрмәт итә белмәгән кеше беҙҙеке түгел", — тигән Пәйғәмбәр. Аллаһтың рәхмәте менән бирелгән ғүмерҙең сабыйлыҡ, балалыҡ, үҫмерлек, йәшлек йылдарын үткән оло йәштәгеләргә айырыуса изгелекле, иғтибарлы булыу мөһим. Ҡартлыҡ килеүе ҡотолғоһоҙ, уны туҡтатып тороп булмай. Шуға күрә лә һәр кем үҙенә бүләк итеп бирелгән ғүмер юлын лайыҡлы үтергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә: "Эй, Аллаһ! Мине тән зәғифлегенән, ҡурҡып-өркөп йәшәүҙән, ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан, ҡартлыҡ сәбәпле килгән аҡыл зәғифлегенән ҡурсалап тороуыңды теләйем", — тип һәр ваҡыт доға ҡылған.


“Сәғид өсөн күпме түләрһең?”

Мосолман күршеһен атына, затына, милләтенә, диненә ҡарамайынса яҡын күрә. Уның хаҡы тәңренекенә тиң, тип иҫәпләй.
"Күршеһенең ас булғанын белгән көйө йоҡларға ятҡан кеше — беҙҙеке түгел, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Аллаһ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булғандарҙы, изгелеклеләрҙе һөйә". Ә сәхәбәләрҙең береһе Ғабдулла бин Ғәмр үҙенә ит бешереп килтергән хеҙмәтсеһенән һәр ваҡыт: "Күршеләге йәһүдкә лә бирҙеңме?" — тип һорар булған.
Ата-бабабыҙ ғәҙел кешеләр менән йәнәш йәшәүҙе бер ни менән алмаштырып булмаҫлыҡ изгелек, бәхет тип ҡабул иткән. Сәхәбәләрҙең береһе Сәғид ибн Әл-Ғастың күршеһе йөҙ мең динарға өйөн һатыу тураһында һөйләшеп килешкәс: "Был — йортомдоң хаҡы, — тип белдергән. — Ә Сәғид менән йәнәш көн итәсәгең өсөн күпме бирерһең?" Быны ишеткән Сәғид өй хаҡын үҙе түләгән һәм күршеһенең янында ҡалыуын үтенеп һораған.
Кешеләр генә түгел, төбәктәр, илдәр шатлыҡ-ҡайғыһын уртаҡлашып, татыу йәшәргә тейеш. Күршеләрҙәй яҡын булып, бер-береңә иғтибар, хәстәрлек күрһәтеп ғүмер итеү тормошобоҙға ҙур бәрәкәт килтерер.


Бәхеттең юлдашы —
тәрбиәлелек

Күркәм холоҡ, тәрбиәлелек — әҙәм балаһындағы иң күркәм сифаттар. "Улар барҙа, ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная", — тигән имам Садиҡ.
Кешенең бәхетендә тәрбиәлелектең ҙур өлөшө бар. "Бер-берегеҙгә ышана белегеҙ, — тип өйрәтә Ислам. — Ҡәрҙәштәрегеҙҙән изгелек кенә көтөргә өйрәнегеҙ, һөйләгән һүҙҙәренән насарлыҡ эҙләмәгеҙ. Башҡаларға ышаныу гонаһҡа батып барғандарҙы ла бәләнән ҡотҡарып ҡала". Бөгөнгө аҡыл эйәләренең күбеһе әҙәплелекте, тәрбиәлелекте бәхеткә, уңышҡа алып барған хазина тип белә.
Аяттарға күҙ һалайыҡ: "Үлсәгән ваҡытта ғәҙеллек кәрәк, бизмәнегеҙ дөрөҫ булһын. Бының аҙағы — яҡшы", "Белмәгәнеңде беләм тип барма: ҡолаҡтарың, күҙҙәрең, күңелең был йәһәттән бергәләп яуап тотасаҡ", "Күкрәгеңде киреп йөрөмә: ерҙе үтәнән-үтә тишеп сығырға көсөң барыбер етмәҫ, буйың менән дә тауҙар түбәһенә етә алмаҫһың", "Тәкәбберлеккә бирелеп, маҡтанып йөрөгәндәрҙе Аллаһ һөймәй" һәм башҡалар.


Наҙандар янъялға юл аса
"Күрә алмаусанлыҡ, дошманлыҡ холоҡтоң тотанаҡһыҙ булыуынан килә, — тип өйрәтә ғалимдар. — Ундай кеше ыҙғыш өсөн сәбәп эҙләп кенә йөрөй. Күп нәмәне дуҫтарса хәл итеү урынына, маһайыусанлығы, наҙанлығы сәбәпле, аҙым һайын янъялға юл асып ҡына тора".

Был йәһәттән дин әһелдәре, дини юлбашсылар элек-электән бәндәләргә яҡшылыҡ, изгелек, кешелеклелектең сағыу өлгөләрен күрһәтеп килгән, тормош һабаҡтарын тыуыр быуындарға ҡалдырған.
"Киң күңелле булмау — етешһеҙлектәрҙең иң насары, үс алырға ашығыу — гонаһтарҙың иң ҙуры", — тигән Ғәли хәҙрәт.
Мосолмандарҙы изге "Ҡөрьән" киң күңеллелеккә әйҙәй: "Арағыҙҙан йомарт, малы етерлек булғандар ҡәрҙәштәренә, фәҡирҙәргә өлөш сығарыуҙан туҡталып ҡалмаһын, бәндәләрҙе ғәфү итһен, бәхилләтә белһен".




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә