Туғыҙынсы дәрес
1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Изге яҙмалар.
Аллаһ илселәре”.
Бер генә пәйғәмбәр ҙә изге яҙмаларҙы үҙ ҡулы менән яҙмаған, ә таратҡан, килтергән, халыҡҡа ҡалдырған. Шуға күрә “улар Аллаһ тарафынан ебәрелгән” тип аңлатыу дөрөҫ булыр.
Изге яҙмалар бер-береһен инҡар итмәй. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә “Ҡөрьән”гә тиклем булған ошондай аманаттарға ҙур ихтирам күрһәткән. Тимәк, башҡа диндәрҙе инҡар итеү Пәйғәмбәребеҙҙе хөрмәтләмәүгә тиң.
Изге яҙмаларҙың маҡсаты — әҙәпкә, яҡшылыҡҡа, татыулыҡҡа әйҙәү. Улар бөтөн диндәрҙе лә тиң күрә, халыҡтарҙы айырмай.
2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”
“Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ. Гонаһ тураһында төшөнсә”.
Был төшөнсәләрҙе бөтөн диндәр ҙә бер төрлө аңлата, әммә уларҙың килеп сығышы тураһындағы фараздар бер-береһенә оҡшамаған. Ғөмүмән, нимә һуң ул яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ? Атай-әсәйгә, ғаиләгә, уҡытыусыға, дуҫ-ишкә, тәбиғәткә, мал-тыуарға һәм башҡаларға ҡарата нисек сағыла? Был һорауҙарҙы тәүҙә уҡыусыларҙың үҙҙәренә биреп, дәресте уларҙың аң кимәленән сығып башлау яҡшы булыр.
“Урал батыр” эпосында яҡшылыҡ һәм яманлыҡ Урал менән Шүлгән образдары аша сағылдырыла. Был төшөнсәләрҙең башы — кешенең йәшәү маҡсатында: үҙе өсөн генә тормош көтөргә теләйме ул, әллә башҡаларҙың мәнфәғәтен дә хәстәрләйме. Эпоста шундай ваҡиға бар: Шүлгән көнләшеп ҡустыһын үлтермәксе булғас, Урал менән уландары уны тотоп ала, һәм төп герой ағаһына былай ти:
Йәштән яуыз үҫтең һин,
Урлап ҡан да эстең һин:
Атам һүҙен тотманың,
Яуызлыҡҡа ыҡланың,
Яҡшылыҡты ташланың.
Ҡанда йөҙҙөң яуың менән,
Ил үртәнең утың менән.
Дейеүҙәрҙе дуҫ иттең,
Кешеләрҙе үс иттең,
Йөрәгеңде таш иттең,
Атам йөҙөн ят иттең,
Әсәм һөтөн ыу иттең…
Бына ҡайҙа икән яуызлыҡтың башы.
Ә йәншишмәнән һыу эскән ҡарт яҡшылыҡ тураһында былай ти:
Донъяла мәңге ҡалыр эш —
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән —
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.
Урал батыр:
Дейеүҙәргә яу асып,
Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп,
Ерҙә торлаҡ табыштым,
Кешеләрҙе яуыздан
Ҡотҡарырға тырыштым, — ти.
Эпоста Урал менән Шүлгәндең йәшәү маҡсатының тәүҙән үк билдәле булғаны асыҡ күренә.
“Ә башҡа төрлө диндәр был төшөнсәләрҙе нисек аңлата? Әйҙәгеҙ, шул хаҡта һөйләшәйек”, — тип теманы дәреслек буйынса дауам итһәң, уҡыусыға аңларға еңелерәк булыр.
3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”
“Кешенең әхлаҡи азатлығы”
Кешенең әхлаҡи азатлығы тураһында һөйләр алдынан да был хаҡта уҡыусыларҙың үҙҙәренең фекерен һорашырға кәрәк. Нимә ул азатлыҡ? Кеше ни теләһә, шуны эшләй аламы? Быға хоҡуғым бар, тип кенә йәшәй аламы? Мәҫәлән, төн уртаһында берәй ерҙән ҡайтып килгәндә ҡысҡырып һөйләшергә йәки машинала ҡысҡыртып музыка тыңларға мөмкинме? Был күренеш азатлыҡтан файҙаланыуҙы аңлатамы?
Уҡыусылар бәхәсләшкәндә бер-береһен туҡтатһа, тыйһа, икенсе берәүҙең фекеренән көлһә: “Һин дөрөҫ эшләнеңме? Класташың үҙ һүҙен әйтергә тейеш инеме, әллә юҡмы? Бәлки, үҙ фекереңде генә дөрөҫ тип уйлайһыңдыр?” — тип һорауҙар бирергә кәрәк.
Бәхәстән һуң мотлаҡ һығымта яһарға кәрәк. Ә ул былай булыр: һәр кеше үҙ азатлығынан файҙаланырға тейеш, әммә башҡаларҙың мәнфәғәтен күҙәтмәү — әхлаҡһыҙлыҡ, яманлыҡ. “Самаһыҙлыҡтың да самаһы бар” тигән мәҡәлде оноторға ярамай.
Унынсы дәрес
1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Ҡиәмәт көнөнә һәм яҙмышҡа ышаныу”
“Урал батыр” эпосында яҡшылыҡ һәм яманлыҡтың нимәгә килтергәне бик яҡшы һүрәтләнгән. Кешегә һәр ваҡыт изгелек эшләгән Урал батырға матурҙарҙан-матур, аҡыллыларҙан-аҡыллы Һомай осрай. Ғаилә батыр уландар үҫтерә. Халыҡ Уралды ҙурлай, уның ҡәберенән мәңгелек тау хасил була. Тимәк, батырҙың исеме яҡшылыҡ төшөнсәһе менән айырылғыһыҙ бәйле. Ә Шүлгән үлтерелмәй, әммә бер үҙе ҡала. Яңғыҙлыҡтан да ауырыраҡ яза юҡтыр.
Исламда яҡшы һәм яман эш ҡылғандарҙың артабанғы яҙмышы, йәғни изге кешеләр менән гонаһҡа батыусыларҙың киләсәге, Ҡиәмәт хөкөмө менән аңлатыла. Был төшөнсәгә башҡа диндәр төрлөсә аңлатма бирә. Ә һөҙөмтә бер: яҡшылыҡ ҡылған кешеләрҙең изге ғәмәлдәре лә, яманлыҡҡа баҫҡандарҙың гонаһтары ла онотолмай. Улар әҙәм балаһының үҙенә ниндәй юлдар менән булһа ла кире әйләнеп ҡайта. Кеше яҡшылыҡты ла, яманлыҡты ла үҙе һайлай. Был йәһәттән аҙым һайын, һәр эштә һайлау алдына баҫа: кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙырғамы, әллә уны күрмәмешкә һалышырғамы, дөрөҫтө һөйләргәме — алдашырғамы, дәрестә тыңлап ултырырғамы — икенсе нәмә менән шөғөлләнергәме һәм башҡалар. Ошондай һорауҙар алдында кеше һәр ваҡыт изгелек юлын һайларға тейеш тигән фекер ята дини тәғлимәттәрҙә.
Ошоларға бәйле хәҙис шәриф:
Ҡиәмәт көндө иң гонаһлы шул бәндәләр –
Мәғәнәһеҙ һүҙҙе иң күп һөйләгәндәр.
2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”
“Тәүбәгә килеү һәм
ҡөһөр ҡайтарыу”
Кеше үҙ ғүмерендә төрлө һынау алдында ҡала. Яңылышҡандан һуң хатаһын аңлап, төҙәлеү юлына баҫҡандар бихисап. Әммә ҡайһы берәүҙәр яңылышлығын бөтөнләй танымай, юлын дөрөҫ тип һанап, ҡырын эштәрен дауам итә. Тимәк, кешенең төҙәлеү-төҙәлмәүе фәҡәт үҙенән тора. “Шулай эшлә, былай ит”, тип берәүгә лә аҡыл биреп булмай. Хаҡ юлдың, яңылышлыҡтың нимә икәнлеген аңлатып, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтергә генә мөмкин. Ҡайһыһын һайлауы — үҙенең ихтыярында. “Урал батыр” эпосында Урал ағаһы Шүлгәнгә былай ти:
“Йөрәгеңдәге ҡара ҡан
Кибеп, ҡабат ҡыҙарһын —
Шунда кеше булырһың…”
Әҙәм балаһы етешһеҙлеген үҙтәрбиә, ихтыяр көсө менән бөтөрә ала. Бының өсөн ул, әлбиттә, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, әҙәп һәм әҙәпһеҙлек кеүек ҡапма-ҡаршы төшөнсәләрҙең ни икәнен ныҡлы төшөнөргә тейеш. Донъя диндәре был сифаттарҙы төрлөсә аңлата. Өҫтәүенә гонаһтан сығыу юлдарын өйрәтә. Ә былары инде дәреслектә бирелгән.
Темаға бәйле хәҙис шәрифтәр:
Һаҡланығыҙ көнсөллөктән —
Унан да яманы юҡ.
Көнсөллөк ул, әйтерһең дә —
Донъяны ялмаған ут.
* * *
Эй, әҙәм балаһы! Күпме
Гонаһтарың иңеңдә.
Улар болотҡа ашһа ла,
Ғәфү үтенһәң минән,
Итермен ғәфү, ҡолом,
Баҫылыр борсолоуым.
3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”
“Азатлыҡ һәм яуаплылыҡ”
Яуаплылыҡ — бик ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡ төшөнсә. Ауырлығы шунда: яуаплылыҡ ике төрлө — эске һәм тышҡы — була. “Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай” тигән халыҡ мәҡәле лә шунан килеп сыҡҡан. Ҡайһы берәүҙәр кеше алдында оятҡа ҡалмау, ғәйепле күренмәү ниәтенән сығып яуаплы булырға тырыша. Әлбиттә, башҡаларҙың фекере менән иҫәпләшергә кәрәк. Халҡыбыҙҙа “Кеше булыр кешенең кешелә булыр эше”, “Кешене күҙәт, үҙеңде төҙәт” тигән фәһемле мәҡәлдәр ҙә бар. Әммә бөтөн яуаплылығың башҡалар алдында үҙеңде күрһәтеү өсөн генә булһа, был яҡшы икәнлегеңде аңлатмай. Иң мөһим һәм юғары әхлаҡлылыҡ — намыҫың алдындағы яуаплылыҡ.
Уҡыусыларға ысын азатлыҡтың нимә икәнлеген төшөндөрөү яҡшы булыр. Ул — эске кисереш, ғазаплы хәүеф-хәтерҙән, кемдер йәки нимәлер алдында күңелеңде өйкәп йөрөгән ғәйеп тойғоһонан ирекле булыу. Ә был — ғәжәп ҙур бәхет.
Темаға бәйле мәҡәл:
Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр,
Эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр.