Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дошмандар айыра алманы
Дошмандар айыра алманыШамил ағай менән Мәҙинә апайҙың ғаиләһен Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингән 1967 йылдан бирле беләм. Тәүге көндән үк уларҙың ҡыҙы Фатима менән бер бүлмәлә йәшәнем. Ул саҡта 1-се ятаҡта ремонт бара ине, шуға филология факультеты студенттарына яңы ғына төҙөлөп бөткән онкодиспансер бинаһын биреп торҙолар, сөнки Киров урамындағы ятаҡ ныҡ иҫкергәйне, йәшәрлек түгел ине. Беҙ Ҡырмыҫҡалы районы һылыуы Фатима менән бергә тура килдек. Бына шул осорҙа дуҫлығыбыҙ башланды.

Ошо йылдарҙан Фатиманың ата-әсәһе Шамил ағай һәм Мәҙинә апай менән дә танышып, дуҫлашып киттек. Ауылдары яҡыныраҡ булғас, мөмкинлек сыҡҡанда бәрәңге утарға йә ҡаҙырға, ҡаҙ өмәһенә барырға тырыша инек. Унда тағы бер һәйбәт нәмә – мунса ла бар. Һуңынан, билдәле инде, һәр студент өсөн хас булғанса, көс етмәҫлек аҙыҡ-түлек тейәп, кире китәбеҙ.
Ошондай ҡунаҡлашыу мәлдәрендә Мәҙинә апай ҡыҙҙырған күл балығының, сөгә, йәйендән бешерелгән һурпаның, ҡаҙ өмәһендә әҙерләнгән белендең тәме әле лә тел осонда. Был ғаиләнең уңғанлығына һоҡлана инек. Шамил ағай — агроном, Мәҙинә апай һөт йыя, шул арала йорт хужалығында булған бар эште лә атҡарып өлгөрәләр. Халыҡта йәшәгән “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын”, “Ҡатынды ҡатын иткән ҡоро утын” тигән мәҡәлдәр был ғаиләгә тура килеп тора ине. Бында мин “ҡоро утын” тигәнде ғаилә усағын дөрләтеп яндырырға ярҙам иткән һөйөү ялҡынын да күҙ уңында тотоп әйтәм. Ошондай мөнәсәбәт булмаһа, үҙ-ара иш һәм ҡуш булып 67 йыл бергә йәшәй алмаҫтар ине. Ә бит икеһенең дә тормош юлы еңел булмаған...
Был осор кешеләренең рух ныҡлығына һоҡланырға ғына ҡала. Иңдәренә төшкән хәсрәт-ауырлыҡты зарланмай күтәреп, тормоштан ваз кисмәй, тыуыр көндәргә өмөт, ышаныс менән бағып йәшәй белгән илһөйәр кешеләр улар. Был быуындың уңғанлығы, сәмле тырышлығы алдында баш эйге килә. Осорға хас рәүештә Шамил ағай ҙа, Мәҙинә апай ҙа иртә йәштән колхоз эшенә егелә. Үткер зиһенле, иҫәп-хисапҡа оҫта, үҙе бик намыҫлы, эшсән ун ике йәшлек ҡыҙҙы бер юлы ике вазифаға тәғәйенләйҙәр: бригадир ярҙамсыһы һәм конторала хисапсы. Шамил ағай ҙа зиһенле була. Алты йәштән хәреф танырға өйрәнһә, ун өстә оҫта гармунсы тигән дан ала. Һуғышҡа киткән ауылдаштарын гармун тартып оҙатып ҡала, яуҙан иҫән ҡайтҡандарын дәртле көйҙәр уйнап һабантуйҙарҙа бейетә. VII кластан йәштәштәре менән бергә улар колхоздың төп көсө, таянысы була.
Мәҙинә апай менән Шамил ағай киске уйында таныша. Үрге Тимкә егетен 1944 йылдың ҡыш аҙағында күрше ауылға хәрби күнекмәгә ебәрәләр. Һуғыштың ҡасан бөтөрөн бер кем дә белмәй, шуға үҫеп килгән егеттәрҙән резерв әҙерләйҙәр. Көндөҙ хәрби әҙерлек үтәләр, ә кис — йәшлеккә хас уйын, йыр-бейеү. Сибәр гармунсыға күҙ атыусы ҡыҙҙар уның эргәһендә өйөрөлә, егеттәр уға шуларҙың берәйһен һайларға ишаралай, тик Шамил башын ғына һелкә — араларында күңел тартырлығы юҡ. Шунда егеттәрҙән берәү әйтеп һала: “Ярай, Мәҙинәне күрһәң, танауың төшөр әле”. Аҙағыраҡ ҡыҙҙар был арала клубҡа сыҡмаған һылыуҙы өгөтләп киске уйынға алып килә. Юлда уҡ гармунсы егет тураһындағы хәбәрҙе уның ҡолағына төшөрәләр, күккә сөйөп маҡтайҙар. Мәҙинә әхирәттәрен иҫе китмәй генә тыңлай. Ишектән кергән оҙон һары сәсле, зифа буйлы һылыуҙы күргәс, текә гармунсы ҡойолоп төшә. Ҡыҙ ҙа һөйкөмлө егеткә битараф ҡалмай. Ике йыл дуҫлашып йөрөп, бер-береһен һынағандан һуң йәштәр өйләнешә, һәм улар шунда уҡ үҙаллы тормош башлай.
Ҡайны ҡарттың бәләкәй кенә йортонда тиҫтәгә яҡын кеше йәшәй, ашау-эсеү яғы ла наҡыҫ. Әммә уларға бәхеттең бер осҡоно ҡуна. Өс айлыҡ курс бөтөп, Ҡабаҡ ауылында эшкә урынлашҡан Шамилға бүлмә бирәләр. Бер нисә аҙналыҡ курс үтеп, Мәҙинә лә һөт заводына эшкә килә һәм һөт айыртыу бүлеген етәкләй башлай. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ булып, тәүге балалары Фатима донъяға килә. Тик йәштәргә бер нәмә етмәй: икеһенең дә күңелендә оло теләк ята – белем алыу. Мәҙинә апай ошонда ҡатын-ҡыҙға ғына хас булған ҡаһарманлыҡҡа бара: үҙ теләген ҡорбан итеп, иренә юғары белем алыу мөмкинлеген бирә. Үҙе сабыйы менән Ҡабаҡта эшләп ҡалып, Шамилын мәжбүриләп тигәндәй нефть техникумына уҡырға ебәрә, был ваҡытта ҡарынында икенсе балаһы ярала. Мин уҡығанда бер үҙеңә ауыр булыр тип, Шамил ҡатынын Үрге Тимкәлә яңғыҙ йәшәгән ҡайныһы йортона ҡайтарып ҡуя. Тик егеткә техникумды тамамларға насип булмай — икенсе курстан әрмегә алалар. Өс йыл Владивостокта хеҙмәт итеп ҡайтҡан Шамилды йүгереп кенә түгел, тәтелдәп һөйләшеп йөрөгән ҡыҙы менән улы ҡаршылай.
Һалдаттан ҡайтҡас та Шамил ағайҙа уҡыу дәрте һүнмәй. Теләген Мәҙинә лә хуплай. Тағы ғаиләһенән айырылып, Шамил Өфө фанера комбинатында эшләй, киске мәктәптә урта белем ала. Артабан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. Утыҙ бер йәшендә ҡулына диплом ала.
Уларҙың тормош юлының икенсе бите башланып китә. Тәүҙә юллама буйынса ғаиләһе менән Ауырғазы районында эшләйҙәр, аҙаҡ Ҡырмыҫҡалыға ҡайталар. Бында Шамил, агроном булараҡ, төрлө вазифаны башҡара. Талапсан, тура һүҙле, дәрәжәһенә ҡарап тормай, уйлағанын ярып әйтә торған Шамилдың холҡо ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәй. Илке-һалҡы эшләгән колхозсыларға уның бойороғона буйһоноу ауыр. Етешһеҙлектәргә күҙ йомоп ҡарамауы ла күптәрҙең күңеленә ятмай. Шуға үҙҙәренә бик үк ҡулай булмаған был белгесте юлдан алып ташлар өсөн ҡара уйлы кешеләр бер көн хәйлә ҡора: Шамилды төп таянысы булған иң ҡәҙерле кешеһенән, һөйөклө ҡатынынан, мәхрүм итергә һәм, шул рәүешле уның көсөн бөтөрөп, юлдан алып ырғытырға. Бының өсөн Мәҙинәне юҡ итергә килешәләр. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән генә мәкерле ниәт тормошҡа ашмай ҡала — шул яуыздарҙың береһе эскән килеш фетнә тураһында һөйләнеп ҡуя, быны ишеткәндәрҙән берәү Мәҙинә апайҙы иҫкәртеп өлгөрә. Артабан инде ул үҙенең зирәк аҡылы, тапҡырлығы менән үлемдән ҡотолоп ҡала.
Шулай бер-береһенә терәк булып йәшәй, хеҙмәт итә улар. Эштән киткәндән һуң да, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ булып ҡалалар. Баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә үҫтерәләр, малдан өҙөлмәйҙәр. Һаман шулай көр күңел, изге уй-ниәт менән донъя көтәләр. Хәҙер инде олоғайған балалары ла эргәләрендә. Уларға юл һыуынмай. Беҙҙән бер генә теләк: Шамил ағай менән Мәҙинә апайҙың ғаилә усағы һүнмәһен, һөйөү утында йылынып, иҫән-һау, ҡыуаныс-шатлыҡ менән бәхетле ҡартлыҡтың тәмен татып, оҙон-оҙаҡ йәшәһендәр.


Автор: Гөлфирә ҠОТЛОМӨХӘМӘТОВА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә