Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Баш ҡалала башҡорт булып үҫтем"
"Баш ҡалала башҡорт булып үҫтем"Юлай Вәли улы Псәнчиндың дәрестәре ифрат мауыҡтырғыс, күңелле үтеүе менән иҫтә ҡалған. Уҡытыусыбыҙ һәр саҡ күтәренке кәйефтә, дәрт-дарманлы. Ғәжәп иғтибарлы ла: әҙерәк танауың төшөп торғанын һиҙеп ҡалыу менән, кәрәк һүҙен таба һалып, йылмайтып ебәрер, берәй ҡыҙыҡлы ваҡиғаны бәйән итеп, атай-әсәйҙе, туғандарҙы һағыныуҙы таратыр, ситтә лә бер ғаилә булып йәшәү кәрәклеген аңғартыр...
Республиканың төрлө төбәгенән йыйылған студенттар булараҡ, Юлай Вәли улының диалектология дәрестәрен айырыуса яраттыҡ. Педагог предметын төплө белә, һәр райондағы, хатта ҡайһы бер бәләкәй генә төпкөл ауылдағы һөйләш үҙенсәлектәре менән яҡындан таныш. Ғөмүмән, Юлай Вәли улының Өфөлә үҫкәненә ышаныуы ҡыйын ине: уны үҙебеҙҙеке, ауылдыҡы кеүек ҡабул иттек. Бындай ябайлыҡ ҡайҙан килде икән уға? Әле 50 йәшен билдәләгән ғалимға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә мөмкинлек тыуҙы.

— Юлай Вәли улы, ғүмерегеҙҙең "алтын миҙгеле"нә аяҡ баҫҡан сағығыҙҙа, хәҙер инде фән докторы булараҡ, уҡытыу алымығыҙҙың төп сере нимәлә икәнлеген әйтмәҫһегеҙме?
— Ул ни бик ябай — студенттарыңды яратыу, хөрмәт итеү, уларға дәресең аша яңы тормошҡа яраҡлашырға ярҙамлашыу. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында (ә унда күпселекте ауылдан килгән йәштәр тәшкил итә) оҙаҡ йылдар эшләгән кеше булараҡ, шуға ныҡлы төшөндөм: студентҡа тәүге көндән үк ҙур талаптар ҡуйып ҡурҡытырға ярамай, ә үҙ көсөнә ышанысын арттырырға ярҙам итеү зарур. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, социаль йәһәттән айырыуса ҡатмарлы осорҙа, уҡытыусыларҙың бындай иғтибары ауылдан килгән йәштәрҙең яҙмышында хәл иткес роль уйнағандыр. Ғөмүмән, мин студенттарға һәр саҡ дуҫ, иптәш булырға тырыштым, әле лә шулай. Дәресеңде яратып өйрәнеүҙәрен теләйһең икән, ике арала күркәм мөнәсәбәт тыуҙырырға ынтылырға тейешһең. Дөйөм алғанда, уҡыу йортонда ғына түгел, тормошта шундай принцип менән йәшәйем — атай-әсәйемдең тәрбиәһе.
— Атайығыҙҙы — олуғ ғалим Вәли Шәғәли улын — тел ғилемен үҫтереүгә тос өлөш индергән, фәнгә ғүмеренең аҙағынаса арымай-талмай хеҙмәт иткән, шул уҡ ваҡытта ифрат ябай, баҫалҡы шәхес итеп белдек. Ошондай ғаиләлә ниндәй тәрбиә алып үҫтегеҙ?
— Атайым, ысынлап та, ифрат баҫалҡы кеше булды. Ул да, әсәйем дә — һуғыш осоро балалары, бәләкәйҙән ауыр эшкә егелеп үҫеү йөҙҙәренә сыҡҡайны, холоҡ-фиғеленә һалынғайны. Әле, үҙем 50 йәшкә еткәндә, ирекһеҙҙән 1980 йылдың 22 апрелен иҫкә төшөрәм. Был көндә атайым ошондай уҡ күркәм юбилейын билдәләгәйне. Икебеҙҙе сағыштырып ҡарайым да ҙур айырма һиҙәм: ҡәҙерле кешемдең етдилеге, уйсанлығы уны күпкә өлкән итеп күрһәтә ине.
Атайым менән әсәйем беҙ ауырлыҡ тоймаһын өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тырышты. Шулай итеп, тулы ғаиләлә, яҡындарыбыҙҙың татыулығын, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуын күреп үҫтек. Бер бөтөн кеүек булды улар, араларындағы иғтибарға, хөрмәткә бөгөн дә хайран ҡалам. Әйтәйек, әсәйем икенсе сменала икән, атайым бар эшен ситкә ҡуйып, уның ҡайтыуына йүгереп йөрөп ашарға әҙерләй, ә әсәйем төндәрен йоҡламайынса уның яҙмаларын машинкала баҫа...
Беҙҙән ҡунаҡ өҙөлмәне, өйөбөҙҙөң ишеге һәр кемгә асыҡ булды. Туғандар, атайым менән әсәйемдең хеҙмәттәштәре, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар... Милләте, туған теле өсөн янып торған кешеләр булараҡ, йыл һайын март айында Башҡорт АССР-ы барлыҡҡа килгән көндө айырыуса ҙур шатлыҡ, рух менән билдәләй торғайнылар.
— Башҡорт телен яҡшы белеүегеҙҙең сәбәбе бына ниҙә икән...
— Эйе, ҡалала йәшәһәк тә, башҡорт мөхитендә үҫтек. Өйҙә һәр саҡ туған телебеҙҙә аралаштыҡ. Күгәрсен районына, атайымдың тыуған еренә, йыш ҡайта инек. Унда беҙҙең башҡортса тап-таҙа һөйләшеүебеҙгә аптырай торғайнылар.
Мин I класҡа барырға йыйынған мәлдә Өфөлә, йортобоҙ янында, әлеге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы асылды. Белемгә юлым шунан башланды. Шуныһы ҡыҙыҡ: 20-се мәктәп асылғанда тәүге ҡыңғырауҙы мин бирҙем!
Мәктәп йылдары ғүмеремдең иң матур ваҡыты булып иҫтә ҡалған. Төрлө яҡтан йыйылһаҡ та, социаль хәлебеҙ күҙгә күренеп айырылып торһа ла, бик татыу уҡыныҡ. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә башҡорттар ғына түгел, башҡа халыҡ вәкилдәре лә күп ине, әммә милләт-ара аңлашылмаусанлыҡ бер ваҡытта ла булманы. Мәҙәни, тәрбиәүи кисәләрҙе күмәкләп әҙерләйбеҙ, ҡулдан күргәҙмә материалдар яһайбыҙ, атай-әсәйҙәр ҙә ҡушылып китә. Бергәләп ихлас күңелдән эшләгәс, саралар бик матур, күңелле үтә торғайны.
Мәктәп тәүҙә ялан һымаҡ ерҙә ултыра ине. Ундағы таштарҙы сүпләп ташлайбыҙ, урынына көн һайын тиерлек полиэтилен ҡапсыҡта тупраҡ алып килеп һалабыҙ. Һөҙөмтәлә беҙ уҡыуҙы тамамлағанда мәктәбебеҙ йәшеллеккә күмелеп оҙатып ҡалды.
Һөнәрҙе оҙаҡ һайларға тура килмәне миңә: үҙ теләгем менән БДУ-лағы филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлегенә уҡырға индем. Был йүнәлештең ифрат шәп яғы бар: классик әҫәрҙәрҙе төплө өйрәнәһең, ә улар донъяға ҡарашты формалаштыра, тормошта үҙ урыныңды табырға ярҙам итә, аң-белем кимәлен күтәрә. Ғөмүмән, менеджермы, юрисмы, иҡтисадсымы — барыһы ла классик әҙәбиәтте белергә тейеш.
Ким Әхмәтйәновтың мауыҡтырғыс лекциялары һаман хәтеремдә. Әхмәт Сөләймәнов, Нәғим Ишбулатов менән райондарға, сит төбәктәргә йөрөүебеҙҙе лә һағынып иҫкә алам. Уларҙағы рух, тарихҡа, телгә һөйөү ҙә киләсәгемде билдәләргә тос өлөш индерҙе, тип әйтә алам.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы диалектология һәм топонимика бүлегенә аспирантураға индем. Ғилми етәксем Нәжибә Мәҡсүтованың тәҡдиме менән диссертация эшемде башҡорт телендәге хәбәр ҡылымдары темаһына яҙырға булдым. Уны уңышлы яҡлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер — университет) эшләй башланым.
— Тимәк, юғары уҡыу йортонда башҡорт филологияһы факультеты асылыу ваҡытына тура килгәнһегеҙ.
— Эйе. Ҡатмарлы ғына осор булды ул. Фирҙәүес Хисамитдинованың, Әхмәр Аҙнабаевтың тырышлығы менән булдырылды барыһы ла. Яңы асылған факультетҡа райондарға йөрөп абитуриент йыйыуҙан башланған эшебеҙ бөгөн татлы емештәрен бирә икән, бында факультетҡа төрлө осорҙа тоғро хеҙмәт иткән педагогтарҙың да тос өлөшө бар.
1998 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтына докторантураға уҡырға киттем. Был йәһәттән БДПУ-ның элекке ректоры Эдуард Хәмитовҡа рәхмәтлемен. Төп маҡсатым — бөйөк тел ғалимы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың теорияһын тергеҙеүгә барлыҡ көсөмдө һалыу. Билдәле булыуынса, ул 1967 йылда ошо институтта сығыш яһаған, әммә теорияһын ҡабул итмәгәндәр. 1996 йылда Кейекбаевтың Урал-Алтай телдәре буйынса яҙылған хеҙмәте донъя күргәйне. Мәскәүгә барғас та төрлө яҡтан килгән белгестәргә шуны таратып сыҡтым. Теорияға иң тәүҙә фин-уғыр телдәре буйынса белгес Анатолий Юдакин ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Һөҙөмтәлә ул 2000 йылда сығарған "Ведущие языковеды мира" исемле энциклопедияһында Жәлил Ғиниәт улының ҡарашына анализ бирҙе, ғалим хаҡында ҙур белешмә баҫтырҙы. Фин-уғыр телдәренең тарихи грамматикаһын яҙғанда ла Кейекбаевтың тәғлимәтенә таянды. Унан Ҡалмыҡстандан Валентин Рассадин хеҙмәттәрендә башҡорт ғалимының теорияһына һылтанма бирә башланы. Аҙаҡ бүрәттәр, яҡуттар... Ғөмүмән, Ж. Кейекбаевтың теорияһын тергеҙеүгә үҙ өлөшөмдө индереү бәхетенә өлгәштем.
Докторантурала ғилми етәксем Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһының маҡтаулы академигы Ә.Р. Тенишев булды. Ул республикабыҙға тиҫтәгә яҡын фән докторы әҙерләгән. Араларында Фирҙәүес Хисамитдинова, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Рәйсә Халиҡова, Азат Камалов һәм башҡалар бар. Ғөмүмән, докторантурала уҡыған йылдарымды, остаздарымды һағынып иҫкә алам. Улар миңә артабан үҫергә юл асты, донъяға ыңғай ҡарашымды нығытты. Ғилми етәксем Ә. Р. Тенишев 2004 йылда мәрхүм булып ҡалды, әммә уның ғаиләһе менән бәйләнешемде өҙмәйем, хәлдәрен белешәм, кәрәк саҡта ярҙам итәм. Шулай уҡ Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙының да туғандары мине яҡын күрә. Мәрхүмәнең китапханаһын бүләк итеүҙәре генә лә күпте һөйләйҙер. Әле тәүге ғилми етәксем тураһында китап яҙыу менән мәшғүлмен. Ғөмүмән, остаздарымды онотмайым, уларҙың әлеге тормошомдағы өлөшөн юғары баһалайым.
— Юлай Вәли улы, әле Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында белем бирәһегеҙ. Эшегеҙ нимәгә бәйле?
— Белеүегеҙсә, уға тиклем Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында оҙаҡ ҡына эшләнем. Баш ҡалабыҙҙың төньяғын мәҙәни усаҡҡа әйләндереүҙә өлөшөм бар, тип әйтә алам, сөнки уҡыу йортонда үткәрелгән сараларҙа халыҡ һәр саҡ шығырым тулы булды, уҡыусылар ғына түгел, яҡында йәшәгән өлкән йәштәгеләр ҙә күпләп килә ине. Шулай уҡ филиалда башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ уҡытылыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Әле Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының яңыраҡ асылған "Сит ил төбәктәрен өйрәнеү" кафедраһында эшләйем, шәрҡиәт мәҙәниәтен, фәлсәфәһен, психологияһын, хоҡуғын уҡытам. Студенттарға бындай белемде Башҡортостанда 2015 йылда үтәсәк халыҡ-ара саммиттарға бәйле бирәбеҙ. Хәҙер инде был йәһәттән магистратура ла асылды. Республикабыҙға инвестиция, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек кәрәк сағында, бындай йүнәлеш бик кәрәк.
— Гәзит уҡыусыларҙы ғаилә хәлегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыралыр, Юлай Вәли улы.
— Миңә ғаилә бәхете һуң, әммә мул килде. Ҡатыным Гөлназ Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылынан. Хәҙер инде ике балабыҙ үҫеп килә. Һәр яҡлап өлгөр, эшендә — уңған хеҙмәткәр, өйҙә — яҡшы хужабикә, хәстәрлекле әсәй ул. Шундай ҡыҙ үҫтереп биргәндәре өсөн ҡайным менән ҡәйнәмә рәхмәтем сикһеҙ.
Быйыл атайым менән мәңгегә хушлаштыҡ. Әсәйем иһә, Аллаға шөкөр, ейән-ейәнсәрҙәре менән көңгөр-ҡаңғыр булып йәшәп ята, уларҙы ихлас тәрбиәләшә. Уның иҫәнлегенә, ғаиләмдең бөтөнлөгөнә, ҡустым Айбулаттың бәхетенә, ҡаҙаныштарына, студенттарымдың уңышына һөйөнөү тормошомдо дәрт-дармандан айырмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876