Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хазина тапҡан “шәп” егет
Яңыраҡ Нефтекама яҡтарына юл төштө. Алдан ниәтләп ҡуйған эштәремде теүәлләп йөрөй инем, күптәнге танышым осраны.
– Һаумы, Өлгөрбай ҡорҙаш! Ни хәлдәһең?
– Арыу ғына. Бына, мәшәҡәттәрҙән арынып, ҡайтырға йыйынам.
– Ә, шулаймы ни?! Ваҡытың ҡалһа, беҙҙәге бер “шәп” эшҡыуар менән танышып кит, тип әйтмәксе инем.
– Була ул. Яҡшы кеше менән аралашыуға мин һәр саҡ риза икәнде беләһең бит. Кемде шулай ололайһың “шәп ” тиеп?
– Краснокама районының Николо-Березовка ауылы уҙаманы Станислав Ғәрифуллинды, “Эргос” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорын.
– Ни ҡылған һуң ул?
– Ер аҫтынан байлыҡ сығара.
– Нисек, нисек? Был яҡта нефть булғанын беләм, алтын һәм башҡа ҡаҙылмалар ҙа бармы ни ул?
– Эҙләй белгән кешегә бар икән шул.
– Шунан-шунан?
Нефтекама ҡалаһының “Бригантина” балалар һауыҡтырыу лагеры ил кимәлендә лә билдәле: бер нисә йыл рәттән “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы лагеры” исемен яулаған, Бөтә Рәсәй йыйындарында ҡатнашҡан. Ҡала балалары өс сменаға ла бик теләп бара, унда йәйге ял матур ойошторола. Заманында Нефтекама автозаводыныҡы булған лагерь 2009 йылда ҡалаға тапшырылған. Әлбиттә, биләмәләге барлыҡ биналар, электр линиялары, һыу, канализация торбалары менән. Алыш-биреш документында улар шулай һанап кителгән дә инде.
Алда телгә алынған Станислав Ғәрифуллин атлы уҙаман бик тә тәжрибәле икән ошондай ҡағыҙҙарҙы өйрәнеү өлкәһендә. Үҙенең таныш-белештәре аша торбаларҙың оҙонлоғо метрлап күрһәтелмәүен һиҙеп ала ла ҡала хакимиәте уларға хужа түгел тигән оло асыш яһай. Башы арыу ғына эшләгәс, тәүҙә бының ни тиклем файҙалы икәнен иҫәпләп сығарырға ла онотмай.
– Бындай асышҡа уның нисегерәк килгәне лә ҡыҙыҡһындыралыр әле һине? – тип һораны танышым, хәбәрен һөйләүҙән бер аҙ тын алырға туҡтап.
– Ысынлап та, нисегерәк һуң?
– Эш шунда, – тип дауам итте ул. – “НефАЗ” йәмғиәте үҙ объектын хеҙмәтләндереү өсөн канализация системаһын төҙөгәндә, даими эшләүсе ике торба менән бер рәттән ун биш километрлыҡ линияға тағы ла ике резерв торба һалып ҡалдырған булған. 2009 йылда уларҙың икеһен Фәрүәзов атлы шәхси эшҡыуар ҡаҙып алған икән. Имеш-мимешкә ҡарағанда, завод менән килешеү нигеҙендә. Ә Станислав Ғәрифуллин иһә күп уйлап тормаған, уның эшен дауам итергә ҡарар ҡылған һәм быйыл йәй ниәтен теүәлләп тә ҡуйған. Ҡаҙылма байлыҡтың хаҡы туғыҙ миллион өс йөҙ мең һумдан артығыраҡ икән.
“Бригантина” эшен бөтөргәс, 27 августа “Нефтекамаводоканал” предприятиеһы эшселәре һыу-канализация системаһын киләһе йылға ҡәҙәр ябырға килгәндә күргән дә инде торбаларҙан елдәр иҫкәнен. Улар был хәлде лагерь директоры Елена Зоринаға еткергән, ә ул үҙ сиратында Краснокама районының полиция һәм прокуратураһына хәбәр иткән. Учреждение район биләмәһендә урынлашҡан бит.
– Полиция менән прокуратура һәр ерҙә лә бер эшләй инде... – тип танышымды бүлдерҙем.
– Бәлки, шулайҙыр, – тине ул. – Беҙҙең полиция сит илдәге кеүек тиҙ-тиҙ генә кешене “бур” тип ябып ҡуя алмай бит инде. Элекке милиция өлгөһөндә энәһенән ебенә тиклем тикшерәләр унда һәр эште. “Бригантина” торбалары менән дә шулай, ти. Краснокамалағы полиция бүлегенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре мәшғүл икән тикшереүҙә, августан бирле шөғөлләнәләр.
– Шулай булғас, Алла ярҙамы менән дөрөҫлөктөң осона сығырҙар инде. Ә теге Станислав Ғәрифуллин уҙаман нимә ти һуң?
– “Минең ярҙам менән хужаһыҙ торбалар хужалы булды” тип әйтә, ти. Шуға ла үҙен шәп тип хис итә икән.
– Ә-ә-ә... Бына уйлап торам әле: әгәр ҙә тикшереүҙән һуң полиция уның “текәлеген” раҫламаһа, бөгөнгө танышыу әллә нисек булыр бит әле?
– Әллә инде, Өлгөрбай ҡорҙаш... Үҙең беләһең.
– Ярай, улай булғас, аҙыраҡ көтәйек. Августан бирле тикшергәс, осо булыр әле. Ҡайһы бер “шәп”тәр аҡса тип балаларға ҡул һелтәһә лә, полиция улай итмәҫ инде. Ул бит беҙҙеке, халыҡтыҡы.


Автор: Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә