Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өй ҡуйыны күңелде йылытыр
Өй ҡуйыны күңелде йылытырҺағышлы, бошонҡо, тәнде лә, йәнде лә өшөткөс мәл етте. Күк йөҙөн ҡаплап алған ҡарағусҡыл болоттар, ҡыш һулышын һиҙҙергән һалҡынлыҡ, һуңғы япраҡтарҙы осорған әсе ел... Күңел өшөй, өй йылыһына тартыла, хәстәрлек көтә. Тәбиғәттең ошо мәлен, ирекһеҙҙән, етемдәрҙең күңел торошо менән сағыштыраһың.

Шуныһы ҡыуаныслы: төбәгебеҙҙә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылғандарға иғтибар артҡандан-арта. Мәҫәлән, кисә Өфөнөң Калинин районындағы “Яңы Максимовка” торлаҡ комплексында бәлиғ булған биш етемгә фатир асҡыстары тапшырылды. Күркәм сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Былтыр килгәнемдә, торлаҡ комплексы яңы ғына төҙөлә башлағайны. Ошо арауыҡта ул ифрат ҙур үҫеш кисерҙе, — тип башланы һүҙен республика етәксеһе. — Торлаҡ комплексын төҙөкләндереү, унда йәшәү өсөн шарттар булдырыу — социаль әһәмиәтле биналар һалыу, юлдарҙы йүнәтеү — йәһәтенән артабан да ныҡлы эш алып барыласаҡ.
Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында йәштәргә айырым ҙур өмөт бағланы. Ул яңы фатир асҡысын алған Андрей Шәрипов, Надежда Толстоусова, Любовь Мызгина, Өй ҡуйыны күңелде йылытырГүзәл Мөхәрәмова һәм Александр Лачихиндың йортона ҡот, именлек теләне, ҡыуаныслы ваҡиғаның яҙмыштарҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртеренә ышаныс белдерҙе.
— Республикала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға иғтибар арта, — тине Президент. — Былтыр, мәҫәлән, уларҙың 600-ҙән ашыуы фатирлы булды. Быйыл был күрһәткес 650-гә етте. Шулай ҙа, барыһы ла һәйбәт, тип әйтеп булмай: әле тағы ла 1 500 самаһы етем торлаҡҡа сиратта тора. Мәсьәлә бер-ике йыл эсендә мотлаҡ хәл ителәсәк.
Рөстәм Зәки улы үҙ сығышында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе. Уларҙың ярҙамы менән йәштәр буш түгел, ә йыһазландырылған фатирға аяҡ баҫты.
Шатлығының сиге булмаған яңы торлаҡ хужалары үҙҙәренә ныҡлы иғтибар өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, ышаныстарын мотлаҡ аҡларға һүҙ бирҙе. Араларынан Александр Лачихин иһә (фотоһүрәттә) Рөстәм Зәки улын табынға саҡырҙы. Сәй эскән арала Президент йорт хужаһы менән ихлас аралашты, төрлө кәңәш бирҙе, изге теләктәрен еткерҙе.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә