Һағышлы, бошонҡо, тәнде лә, йәнде лә өшөткөс мәл етте. Күк йөҙөн ҡаплап алған ҡарағусҡыл болоттар, ҡыш һулышын һиҙҙергән һалҡынлыҡ, һуңғы япраҡтарҙы осорған әсе ел... Күңел өшөй, өй йылыһына тартыла, хәстәрлек көтә. Тәбиғәттең ошо мәлен, ирекһеҙҙән, етемдәрҙең күңел торошо менән сағыштыраһың.
Шуныһы ҡыуаныслы: төбәгебеҙҙә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылғандарға иғтибар артҡандан-арта. Мәҫәлән, кисә Өфөнөң Калинин районындағы “Яңы Максимовка” торлаҡ комплексында бәлиғ булған биш етемгә фатир асҡыстары тапшырылды. Күркәм сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Былтыр килгәнемдә, торлаҡ комплексы яңы ғына төҙөлә башлағайны. Ошо арауыҡта ул ифрат ҙур үҫеш кисерҙе, — тип башланы һүҙен республика етәксеһе. — Торлаҡ комплексын төҙөкләндереү, унда йәшәү өсөн шарттар булдырыу — социаль әһәмиәтле биналар һалыу, юлдарҙы йүнәтеү — йәһәтенән артабан да ныҡлы эш алып барыласаҡ.
Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында йәштәргә айырым ҙур өмөт бағланы. Ул яңы фатир асҡысын алған Андрей Шәрипов, Надежда Толстоусова, Любовь Мызгина,
Гүзәл Мөхәрәмова һәм Александр Лачихиндың йортона ҡот, именлек теләне, ҡыуаныслы ваҡиғаның яҙмыштарҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртеренә ышаныс белдерҙе.
— Республикала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға иғтибар арта, — тине Президент. — Былтыр, мәҫәлән, уларҙың 600-ҙән ашыуы фатирлы булды. Быйыл был күрһәткес 650-гә етте. Шулай ҙа, барыһы ла һәйбәт, тип әйтеп булмай: әле тағы ла 1 500 самаһы етем торлаҡҡа сиратта тора. Мәсьәлә бер-ике йыл эсендә мотлаҡ хәл ителәсәк.
Рөстәм Зәки улы үҙ сығышында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе. Уларҙың ярҙамы менән йәштәр буш түгел, ә йыһазландырылған фатирға аяҡ баҫты.
Шатлығының сиге булмаған яңы торлаҡ хужалары үҙҙәренә ныҡлы иғтибар өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, ышаныстарын мотлаҡ аҡларға һүҙ бирҙе. Араларынан Александр Лачихин иһә (фотоһүрәттә) Рөстәм Зәки улын табынға саҡырҙы. Сәй эскән арала Президент йорт хужаһы менән ихлас аралашты, төрлө кәңәш бирҙе, изге теләктәрен еткерҙе.