Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғәт ҡомартҡыларына сәйәхәт
Тәбиғәт ҡомартҡыларына сәйәхәтКүптән түгел Хәйбулла районы хакимиәте тәҡдиме менән йәш быуында тыуған төйәккә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғәт һәйкәлдәрен ҡурсалауға өйрәтеү, иҫтәлекле урындарға иғтибарҙы арттырыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында “Хәйбулла районының тәбиғәт һәйкәлдәре” исемле автоуҙыш үтте. Унда райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ихлас ҡатнашты. Дүрт көн буйы барған автоуҙыштың һуңғы көнөндә беҙгә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Шуныһы ҡыуаныслы: төбәктең тыуған яҡты өйрәнеүселәре йылдар дауамында райондың һигеҙ тәбиғәт ҡомартҡыһын, айырыуса яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж ун тәбиғәт объектын ныҡлап өйрәнгән. Тап уларҙың тырышлығы менән башланған изге эш быйыл, ниһайәт, үҙ маҡсатына өлгәште, сөнки тәбиғәт ҡомартҡылары менән яҡындан танышыу маршруттарын улар төҙөгән. Һәр урында тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы ағзаларының тикшеренеүҙәренә таянып, ғилми яҡтан нигеҙләнгән сығыштары киләсәктә ниндәй эш башҡарыу кәрәклеге хаҡындағы тәҡдимдәр менән үрелеп барҙы. Мәҫәлән, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы янында “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән, республикала бик һирәк осраған күк артыш үҫә. Шулай уҡ Мәйтүбә битләүендә юғала барған бик боронғо артыш ағасын осратырға мөмкин. Оло Әбеш ауылына ҡараған биләмәлә бер саҡрымға һуҙылған андыҙ урындары ла ҡурсалауға мохтаж.
Һуңғы көндә автоуҙышта ҡатнашыусыларҙы бигерәк тә ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле урындар көтә ине. Тәүге туҡталыш күптәр өсөн көтөлмәгән булды. Ул — боронғо диңгеҙ төбө Ҡайынҡабаҡ. Ғалимдар һәм археологтар билдәләүенсә, был урында элек диңгеҙ булған. Хәҙер ҙә уның ярҙарынан беҙгә билдәле булмаған балыҡтарҙың, һөйрәлеүселәрҙең һөлдәләре, ҡабырсаҡтар табыла икән. Бындай үҙенсәлекле ер Хәйбулла районында ғына түгел, ә тотош Көньяҡ Уралда берәү генә. Рәсәй буйынса быға оҡшаш мезозой эраһына хас диңгеҙ ҡатламы Мәскәү, Һарытау өлкәләрендә генә бар. Элегерәк хатта диңгеҙ терпеләренең ҡалдығына тап булғандар, әле уларҙың энәләре килеп сыға, ти тыуған яҡты өйрәнеүселәр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: бында ике миллиметрҙан алып утыҙ өс сантиметр оҙонлоғона тиклемге белемниттарҙы ла осратырға мөмкин. Хәйер, уны һатыу өсөн файҙаланыусылар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә сараны ойоштороусылар Ҡайынҡабаҡты БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ тәҡдим итергә һәм ошо урынды айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә тиңләргә тәҡдим итте.
Киләһе туҡталыш – Юлбарыҫ ауылы янында үҫкән меңйәшәр ҡарағас. Хәйер, гәзит биттәрендә был хаҡта мәҡәлә донъя күргәйне инде. Райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы етәксеһе, Аҡъярҙың 1-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Шәһит Мәжит улы Баймырҙин әйтеүенсә, ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡтағы ҡарт ҡарағас — Көньяҡ Уралдағы ылыҫлы ағастар дендрологияһы һәм фитогеографияһы өсөн бик үҙенсәлекле күренеш. Меңйәшәр ҡарағас 1998 йылда Тәбиғәт ҡомартҡыларына сәйәхәтХәйбулла район Советы ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Әле райондағы иң ҡарт ағасҡа – 170 йәш. Әммә Юлбарыҫ ауылында йәшәгән ололар Мөхәмәҙи менән Әмир Вәхитовтарҙың һөйләүенә ҡарағанда, ҡарағасҡа 600-700 йыл тирәһе булырға тейеш. Бында күп кеше килеп, изге ағас янында туҡталып, уны ҡосаҡлап, төрлө теләк теләй. Ауырыуҙарға — дауаһын, аҙашҡандарға юл күрһәтеүсе, шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере хәтере, рухи көс биреүсе илаһи бер мөғжизәгә тиң меңйәшәр ҡарағас янында барыһы ла нисектер таҙарынып, яман уйҙарҙан арынып, үҙҙәренә көс һәм рух алғандай тойолдо. Шул саҡ барыбыҙҙы ла ҡойондороп яуған ямғыр тамсылары аша ҡарт ағас үҙ фатихаһын биргәндәй булды. Шуғалыр ҙа изге урындан берәү ҙә китергә ашыҡманы, һәр кем тәбиғәт ҡомартҡыһы янында оҙағыраҡ торорға тырышты, буғай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Һамар ауыл биләмәһе башлығы Вәкил Фәйзуллиндың тырышлығы менән быйыл ҡарт ағасты уратып яңы ҡойма эшләнгән, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылған, тирә- яғы таҙартылған, мәғлүмәт таҡтаһы ҡуйылған. Ысынлап та, ниндәй генә төбәктәге тәбиғәт ҡомартҡыһын һәм объектын алма, урындағы ҡала һәм район, ауыл хакимиәте етәкселәре, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм ауыл халҡы һаҡсыл ҡарашта түгел икән, тәбиғәтебеҙҙең был мөғжизәләрен киләсәк быуындарға һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә әлеге эште бөгөндән үк башлау кәрәк. Был йәһәттән беҙгә хәйбуллаларҙан өлгө алып, уларҙан өйрәнергә генә ҡала.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә