Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ХАЖЫЛА ХӘМЕР ҺАТЫЛМАЙ!
ХАЖЫЛА ХӘМЕР ҺАТЫЛМАЙ!ИШЕМБАЙҘАР КИЛӘСӘК БЫУЫНДЫ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР

Беҙҙең белешмә:
Быйыл конкурста ҡатнашырға 90-ға яҡын ауыл һәм ҡала ғариза тапшырған. 2011 йылда, проект башланып ҡына торған саҡта, 99 ауыл ҡатнашҡан. Уларҙың 30-ҙан ашыуы финалға үтеп, 15-е төрлө номинацияла еңеү яулаған. Өсәүһе «Айыҡ ауыл» исеменә лайыҡ булған.
Конкурсты ойоштороу өсөн республиканың резерв фондынан бер миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Еңеүселәр биш номинацияла билдәләнә: «Ғаилә институтын һаҡлау буйынса эшмәкәрлектең иң яҡшы һөҙөмтәләре», «Граждандарҙың әүҙемлеген арттырыуҙа иң яҡшы тәжрибә», «Милли-мәҙәни эшмәкәрлектә һәм ауыл традицияларын үҫтереүҙә иң яҡшы ҡаҙаныштар», «Айыҡ (сәләмәт) йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы тәжрибә», «Ауыл тураһында иң яҡшы фото-видеорепортаж».

Йәйге төн. Эрәҫ шишмәһе тирәләй төркөм-төркөм йәштәр йыйылған. Юҡ, ауылдың серле йәмен – шишмәне бысратып, Хажы тауы итәгендәге урманда һайраған ҡоштарҙың моңло йырын тауышланып боҙоп, шешә-шешә араҡы бушатып ултырыусылар түгел улар, ә бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ тип, сәмләнеп бәхәс ҡорған, хыялланған ҡыҙҙар-егеттәр!

— Бер уйлаһаң, үҙенсәлекле ул беҙҙең ауыл, — тип ҡаршы алды хәбәрселәрҙе хажылар. Хеҙмәттәшем менән тәбиғәттең хозурлығына иҫ китеп торған арала ХАЖЫЛА ХӘМЕР ҺАТЫЛМАЙ!“Айыҡ ауыл-2013” конкурсында ҡатнашыуҙары хаҡында бәйән иттеләр.
— Бәләкәй ауылдан һаналһаҡ та, бына шундай ҙур бәйгегә ҡушылырға булдыҡ әле. Ә ниңә, беҙ кемдән кәм? Ауылда йәштәр, балалар күп, эш етерлек. Туризм буйынса ла уй-пландар тыуҙы. Иң мөһиме — беҙҙә спиртлы эсемлек һатыусы ла, эсеүсе лә бөтөнләй юҡ! – тип ғорурлана ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зилә Фәйезова.
Әңгәмәгә ауыл старостаһы Фәрит Дауытов та ҡушыла:
— Йәштәребеҙҙең организмы ла, рухы ла айыҡ. Кемдәрҙер ауылда эшләй, берәүҙәр ситтә уҡый, икенселәр ҡалала үҙ йүнен тапҡан. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһының күңелендә – Хажы ауылы яҙмышы. Был һүҙҙәр яҙыр өсөн генә түгел. Йәштәребеҙ өмә булһынмы, байрам ойошторайыҡмы – һәр ваҡыт дәррәү, — ти ул.
— Бына клубты ғына йүнәтеп алһаҡ, — тип өмөтләнә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары Әлфирә Аубаева. – Әлегә тиклем улар шишмә янында йыйыла. Араларында эсеп-туҙып йөрөгәндәре юҡ. Хатта туйҙарыбыҙ ҙа араҡыһыҙ үтә беҙҙең. Мәҫәлән, йәй Төхвәтуллиндар ғаиләһе айыҡ никах ҡорҙо.
— Конкурста ҡатнашыуыбыҙ, эскелеккә ҡаршы көрәшеүебеҙ иң тәүҙә йәштәрҙе ошо бәләнән йолоп ҡалыуға йүнәлтелгән, — ти Һайран ауыл хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиева. – Конкурс — үҙе үк көрәш. Ләкин беҙҙең маҡсат бының менән генә сикләнмәй, айыҡ йәшәү йәмен халыҡ аңына еткереү зарур.
Ғөмүмән, конкурсҡа документтарын Әминә Зәкәрәй ҡыҙы етәкләгән биләмәнән Хажы, Биксән, Һайран ауылдары халҡы тапшырған.
Артабан Һайранға ашығабыҙ. Ауылға барған арала рулдәге башлыҡ конкурс хаҡында ентекләберәк һөйләй:
— Барыһы ла Биксән ауылында райондың дин әһелдәренең халыҡ менән осрашыуынан башланды, тәҡдимде Ишембай ҡалаһы мәсетенең имам-хатибы Рәфҡәт хәҙрәт еткерҙе. Изге ниәтте халыҡ дәррәү күтәреп алды. Акцияға һайрандар менән хажылар ҙа ихлас ҡушылды.
Әлбиттә, көрәшеү тип әйтеүе генә анһат. Үҙең шул ауыл кешеһе булғас, эсергә яратыусылар менән көн дә йөҙгә-йөҙ осрашаһың. Сер түгел, уларға бер төшмәһә, йомошоң бер төшөүе ихтимал. Юл ыңғайы ошо йәһәттән әңгәмәсемдең фекере менән ҡыҙыҡһынам.
— Дөрөҫ. Әммә ҡуйған маҡсатың юғары булырға тейеш. Шуға күрә ҡайһы саҡта теш ҡыҫып түҙергә тура килә. Кемдер шунда уҡ тәүбәгә ҡайта, бәғзеләр бәхәсләшә-бәхәсләшә аңына килә. Башта янап китһәләр ҙә, аҙаҡ килеп ғәфү үтенеп, рәхмәт белдерәләр. Иң мөһиме — һөҙөмтә бар, тимәк, артабан да көрәшергә мөмкин! – ти ул.
— Көрәшеү тигәндән, спиртлы эсемлекте һатыусылар ҙа бар бит әле. Араларында байыр өсөн түгел, баланың тамағын туйҙырам, өҫтөн бөтәйтәм тиеүселәр ҙә осрай хатта, — тип ныҡышам һаман.
— Бар, әлбиттә, ундайҙар. Беҙ шуның өсөн баштан уҡ ҡаты бәрелмәйбеҙ. Тәү сиратта проблеманың айышына төшөнәбеҙ, һөйләшеп-аңлашып ҡарайбыҙ. Башҡа төрлө аҡса эшләү ысулдарын өйрәтәбеҙ. Араларында үҙ хоҡуҡтарын, мөмкинлектәрен самаламай, ошондай еңел кәсепкә тотоноусылар ҙа осрай. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер көмөшкә ҡыуыусылар юҡ тиерлек, күбеһе ситтән осһоҙло эсемлек килтереп һата.
…Һайран ауылы ла хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бында ла һәр кем үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл. Сығышы менән ошо ауыл егете, Ишембай районы һәм ХАЖЫЛА ХӘМЕР ҺАТЫЛМАЙ!ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллинға көтмәгәндә тап булабыҙ. Ул тыуған ауылында йыш була икән. Башҡа ауылдаштары кеүек, уҙаманды ғәзиз төйәгенең яҙмышы хаҡындағы хәстәрле уйҙар урап үтмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Әлеге конкурс хаҡында ул: “Күптән көтөп алынған күренеш. Ошо йәһәттән йәштәрҙе спорт менән мауыҡтырыу, рухи аңын нығытыу буйынса эштәрҙе лә оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Ауылдың киләсәген билдәләгәндә, уларҙы ошо ерҙә ҡалдырыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Ә ауылға иҫерек йәшлек кәрәкмәй”, — ти.
Һайранда эскелеккә ҡаршы көрәштә Әминә Мәһәҙиеваға ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Вәлишина ныҡлы терәк икән. “Минең уң ҡулым”, — тип маҡтап та ебәрә Әминә Зәкәрәй ҡыҙы. Ысынлап та, шундай ҙур ауылда “йәшел йылан”дан еңел генә ҡотолоп булмай шул. Таң булһынмы, кисме, Лилиә Вәлишина — халыҡ араһында: кемделер иҫкәртә, икенсеһен әрләй тигәндәй, эсеп-туҙып йөрөүселәргә көн юҡ. Шул уҡ ваҡытта әле ағыуланып өлгөрмәгән йәштәрҙе лә онотмай ҡатын – төрлө саралар уҙғара. Донъя тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙ!
…Биксән ауылында ла беҙҙе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе ҡаршыланы. Нәзилә Баязитованың көрәш алымы үҙенсәлекле булып сыҡты. Баҡтиһәң, ул эсеп йә иһә үҙҙәре көмөшкә һатҡан ҡатындарҙы совет ағзаһы итеп ала икән. Ә инде “үҙ” кешеңә әйләнгәс, эшләүе лә, һөйләшеүе лә еңел, ти әңгәмәсем.
— Төрлө саралар уҙғарыу халыҡ менән эш итеү өсөн уңайлы. Тик эскелеккә ҡаршы көрәшкәндә ундай ысулға ғына таяныу етмәй, һәр кем менән шәхсән һөйләшеү, проблемаларын йөрәгең аша үткәреү мотлаҡ. Кемдәрҙер: “Эшегеҙ ҡағыҙ өсөн генә”, — тиһә лә, һөҙөмтә бар: эсеүҙән туҡтаған күп балалы әсәләрҙе күреп шатланам, “үлем” менән һатыу итеүселәр һирәгәйә. Ғөмүмән, халыҡ аңлап ҡабул итә, — тип Нәзилә Ғайса ҡыҙы яңылыҡтары менән уртаҡлашҡан арала, уның һүҙҙәрен хуплағандай, яныбыҙға күрше ауылда уҡытыусы булып эшләгән Венера Нәбиуллина килә.
— Беҙҙең Лилиә апай бер кемдән дә ҡурҡмай ул! Кәрәк икән, эскесеһенең дә, көмөшкәсеһенең дә битенә бәреп әйтә, сөнки үҙе өсөн йөрөмәй бит, ә халыҡ, киләсәк тип яна. Ундайҙар күберәк булһа икән, — ти йәш уҡытыусы.
…Машинабыҙ ҡайтыу яғына елә, ә башта мең-мең уйҙар сыуала. Өс ауыл — өс тарих. Әммә яҙмыштары, киләсәктәре бер уларҙың – айыҡ тормош өсөн көрәш…

Һандар телендә:

Һайран ауылына ХVIII быуат аҙағында нигеҙ һалынған. Әле унда 152 йортта 382 кеше йәшәй. Мәктәпкәсә йәштәге 39 бала, 46 мәктәп уҡыусыһы бар. 59 кеше урында эшләһә, 56-һы ауылдан ситтә хеҙмәт урынын тапҡан; хаҡлы ялдағылар һаны – 64. 12 йәш ғаилә һанала.
Ауыл башлыса һыйыр малы аҫрау менән мәшғүл. 32 берәмек техника бар.
Урта мәктәп, клуб, мәсет бар. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары эшләп килә.
Биксән ауылы ла бынан ике быуат ярым элек барлыҡҡа килгән. Бында бөгөн 152 йортта 527 кеше йәшәй (шул иҫәптән 16 йәш ғаилә). Мәктәпкәсә йәштә 48 бала, йәнә 56 уҡыусы иҫәпләнә. Биксәндәрҙең 131-е ситкә йөрөп эшләй, 65-е – үҙ ауылында; хаҡлы ялдағылар һаны – 87.
Әле ауылда 272 баш һыйыр малы тоталар. 35 берәмек техника иҫәпләнә. Биксәндә урта мәктәп, клуб, мәсет эшләй. Ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары бар.
Хажы ауылы ике йөҙ йылдан ашыулыҡ тарихҡа эйә. Әле унда 43 йорт иҫәпләнә. Халыҡ һаны – 72 кеше (шул иҫәптән биш мәктәпкәсә йәштәге, ете мәктәп уҡыусыһы). Ауылда ике йәш ғаилә йәшәй. Хажыларҙың 14-е аҡсаны ситтә эшләй, 15-е үҙ ауылында көс түгә; хаҡлы ялдағылар һаны – 16.

Әлфис ФӘЙЗУЛЛИН, Ишембай районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Һайран ауылы:
— Кешелектең киләсәге хаҡында уйланғанда экология, глобалләштереү һымаҡ төшөнсәләр менән бер рәттән эскелеккә ҡаршы көрәш тураһында ла баш ватырға бурыслыбыҙ, сөнки йәш быуындың саф һауа һулап та, араҡынан бөлөүе ихтимал. “Айыҡ ауыл” конкурсын иғлан итеү, унда ҡатнашыу ошо көрәштең бер башланғысылыр, тип уйлайым. Әммә конкурс-акциялар менән генә сикләнергә ярамай, айыҡ тормош ҡәҙимге күренешкә әйләнергә тейеш!
Зилә ФӘЙЕЗОВА, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Хажы ауылы:
— Ауылдар бөтә тип зарланабыҙ. Ә уларҙың ни сәбәптән юҡҡа сығыуы хаҡында һуңлап ҡына уйлана башланыҡ. Эскелек тә ошо проблемаға туранан-тура бәйләнгән бит. Шуға ла уға ҡаршы дәррәү көрәш башлау – мөҡәддәс бурысыбыҙ, тип уйлайым. Әммә был эш исем өсөн генә булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, үҙебеҙҙән алып әйтәм, ауылда спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйыу мотлаҡ. Әгәр ошо күренеш булмаһа, проблеманы хәл итеү еңелерәк буласаҡ.
Венера НӘБИУЛЛИНА, уҡытыусы, Биксән ауылы:
— Көрәш юлдарына килгәндә, тәү сиратта ул ғаилә, мәктәп тәрбиәһенә ҡайтып ҡала. Юҡҡа ғына алтыла инмәгәнде, алтмышта инмәҫ тимәгән халыҡ. Әгәр ҙә балаға “ярамай, ярамай!” тип ҡанына һеңдереп тормаһаң, ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ә ҡыҙыҡһыныу, үҙ сиратында, мауығыуға, ауырыуға килтерә. Тик… үҙе лә эскән ата-әсә ниндәй тәрбиә бирһен? Ҡулыңа рюмка тотҡан көйөнсә “ярамай” тиеүҙән ни файҙа? Тимәк, ундай ата-әсә менән эш алып барыуҙы һәр саҡ күҙ уңында тотоу мотлаҡ. Был мәктәптең дә, ауыл Советының да, ауыл халҡының да уртаҡ бурысы!
Әммә көрәш – бер, һөҙөмтәле алымдарҙы ҡулланыу — икенсе мәсьәлә. Әйтәйек, эскелекте туҡтатып ҡына алға китеү икеле. Кешене нимә менән булһа ла ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Шөғөлө булмағас, эскелектән арынған кешенең икенсе насар юлға баҫыуы ихтимал. Шуға күрә комплекслы программа уйлау мотлаҡ. Ауыл ере өсөн, ғәҙәттә, иман, дини юлға баҫыу – яҡшы күренеш. Шул уҡ ваҡытта эш урындары булдырыу, көнкүрештә ярҙам итеү хаҡында ла оноторға ярамай.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә