Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
Етенсе дәрес

1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Ҡөрьән” һәм “Сөннә”


Пәйғәмбәр әхлағы тигәндә —
Барыһы әйтелгән “Ҡөрьән”дә.

* * *
Йортоңдағы изге “Ҡөрьән”
Күңелеңде нурлаһын.
Мәсетең күркәм булғанда,
Рухың емерек булмаһын.
(Хәҙис шәриф)

Дәрестә “Ҡөрьән” китабын күрһәтеп, сүрәләрҙең, аяттарҙың ни икәнлеген аңлатырға кәрәк. Шуға айырым иғтибар итеү мөһим: һәр сүрәнең тәүге һөйләме — “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим”, йәғни “Бөйөк рәхмәт үә шәфҡәт эйәһе Аллаһтың исем-шәрифе менән башлайым”.
“Ҡөрьән”де Аллаһ тапшырған, Аллаһ әйткән”, — тиеү дөрөҫ түгел. Хоҙай Тәғәләнең ҡайҙа, ниндәй ҡиәфәттә икәнлеген белмәйбеҙ. Шунлыҡтан “Аллаһ тарафынан әйтелгән”, “Аллаһ тарафынан тапшырылған” тип һөйләргә кәрәк.
Ә “Сөннә”лә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош юлы, ҡылған ғәмәлдәре, фекерҙәре, уның хаҡында риүәйәттәр тупланған. “Ҡөрьән”дән һуң икенсе изге китап булып һанала ул. “Сөннә”ләге һүҙҙәр “хәҙис” тип атала. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев ошондай 303 хәҙисте шиғри юлдарға һалып нәшер итте. Улар бик тиҙ ятлана, хәтерҙә ҡала. Мәҫәлән:
Баҫып торған саҡта асыуың килһә,
Ултырып тор асыуың баҫылғансы.
Ултырып та асыуың баҫылмаһа,
Ятып торсо — сығып бөтһөн асыу.
* * *
Белем бирегеҙ, ғилем эстәгеҙ,
Еңеләйтегеҙ, ауыр итмәгеҙ.
Һөйөндөрөгөҙ, нәфрәт һипмәгеҙ.
* * *
Телеңде тый, телеңде тый,
Телеңдән тик яҡшы һүҙ ҡой.
Ҡулланмала бирелгән барлыҡ хәҙис-шәриф тә Рауил Бикбаевтың “Өс йөҙ ҙә өс хәҙис” (“Скиф” нәшриәте, 2009 йыл) йыйынтығынан алынды.

2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”
“Донъя диндәренең изге китаптары”


Уҡыусылар дәреслектәге донъя диндәренең изге китаптарынан бирелгән өҙөктәрҙе яҙып алһа, бөтөн тәғлимәттәрҙең дә фәҡәт яҡшыға өйрәтеүенә тағы бер тапҡыр инаныр.
Исламдың төп китабы “Ҡөрьән” — “уҡыу”, “Иҫке Ғәһет” һәм “Библия” — “китаптар”, “Яңы Ғәһет” — “изге хәбәр”, “Типитака” “аҡыл тупланған өс кәрзин” тигәнде аңлата.

3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”
“Изгелек һәм яманлыҡ”


“Ҡояш янында — йылылыҡ, әсә янында — изгелек” тигән мәҡәл бар халыҡта. “Изге” һүҙе “иң ҡәҙерле” тигәнде аңлата. Тимәк, кешегә изгелек эшләү — иң яҡшы, ихлас тойғонан яралған ғәмәл. Ул ерҙә ятып ҡалмай, бер ваҡытта ла онотолмай. Шунда уҡ кире ҡайтмауы ла ихтимал, әммә кешенең ҡыуанысын, рәхмәтле булыуын күреү күңелгә рәхәтлек, тыныслыҡ, ҡәнәғәтлек килтерә. Ә был тойғоно кисереү — ҙур бәхет. “Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр”, ти халыҡ. Ауырлыҡтарҙан ана шул күңел тыныслығы, бөтөнлөгө аралап ҡала ла инде.
Ә яманлыҡ бер ваҡытта ла ҡәнәғәтлек килтермәй. Яуызлыҡ ҡылған кеше һәр ваҡыт нимәнәндер ҡаса, боҫа, юҡ-барҙан тертләй, ҡурҡа. Ғөмүмән, күңел тыныслығын юғалта, һөҙөмтәлә иртәме-һуңмы бәләгә осрай. Шуға күрә һәр ваҡыт кешегә изгелек итергә, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыу үҙ намыҫың таҙалығы өсөн мөһим. “Бына ҡайһылай яҡшы кешемен!” — тип маҡтаныу, маһайыу өсөн түгел. Изгелек эшлә лә һыуға һал, ти халыҡ. Һәйбәт күңелле кеше: “Туҡта әле, изгелек ҡылып алайым”, — тип уйламай, бүтәндәрҙең мохтажлығын күрә лә ярҙам ҡулын һуҙа. Ошоға бәйле риүәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Бер кешенән дуҫы аҡса һорап тора. Бурысҡа биргәс, уйға ҡалған, бошоноп ултырған иренән ҡатыны: “Ни эшләп кәйефең юҡ?” — тип һорай. “Дуҫымдың аҡсаға мохтажлығын күрә инем бит. Ниңә үҙем белеп ярҙам ҡулын һуҙманым икән, тип өҙгөләнәм,” — тигән ире. Тимәк, иң яҡшыһы — үҙ белдегең менән булышлыҡ итеү.
Изгелекле кешенең күңеле таҙа була. Был яҡтылыҡ йөҙгә — балҡыш, ҡарашҡа нур булып күсә. “Һөйкөмлө”, тиҙәр ундай кешене. Ә был — иң ҡиммәтле, әллә ҡайҙан һиҙелеп торған матурлыҡ. Мәҫәлән, урамда берәйһенән адрес йәки сәғәт һорарға уйлаһаҡ, йөҙө яҡты кешене эҙләйбеҙ һәм яңылышмайбыҙ. “Урал батыр” эпосында әйтелгәнсә:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Хөрмәтле уҡытыусылар! Эпостан өҙөк килтергән саҡта һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ. Был осраҡта: ат — исем, зат — булмыш, кеше булыу — һәр тарафтан өлгөлө булыу.
Яҡшы әҙәм билдәһе —
Асыу менән үсе юҡ.
Яман әҙәм билдәһе —
Асыу менән үсе күп,
— тип әйтелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә.

Һигеҙенсе дәрес
1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Аллаһ Тәғәләгә ышаныу”


Хөрмәтле уҡытыусылар! “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”н уҡытҡанда, әлбиттә, дингә ҡарата оло хөрмәт күрһәтеү мөһим. Дини тәғлимәт — бик ҡиммәтлеһе.
Ислам дине ерле юҡтан бар булмаған. Мөхәммәттең тормошон өйрәнгәндә уның һәр ваҡыт христиан динле кешеләргә яҡын булғанын күрәбеҙ. Мәҫәлән, Пәйғәмбәребеҙ 12 йәшендә ағаһы Әбү Талиб менән сәйәхәткә сыға. Каруан бер монастырь янында туҡтай. Ундағы Баһира исемле монах Мөхәммәттә буласаҡ пәйғәмбәрҙе күрә. Шулай уҡ Мәккәнең яңы дингә ышанған мосолмандарының күбеһе Африканың Эфиопия тигән иленә китә. Ундағы хаким, үҙе христиан булһа ла, мосолмандарҙы йылы ҡабул итә. Тимәк, ул Ислам йүнәлеше менән таныш булған. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Әл-Бураҡҡа атланып, Ябраил менән бергә Йәрүсәлим ғибәҙәтханаһына барғанын, унда Ибраһим-Авраам, Муса-Моисей, Ғайса-Иисус менән доға ҡылғанын иҫкә төшөрәйек. Тимәк, бөтөн диндәрҙең дә (Буддизмдан башҡа) нигеҙе бер. Шуның өсөн дә уҡыусы уларҙың араһында ниндәйҙәр өҫтөнлөк йәки кәмселек күреп өйрәнмәһен. Дин — Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Йүнәлештәре төрлө булһа ла, бөтөн тәғлимәттәр кешене фәҡәт яҡшылыҡҡа өндәй. Ә был саҡырыуҙарҙың маҡсаты бер, әммә саралары төрлөсә: вәғәз, хәҙис, һәр төрлө риүәйәт аша бирелә.

2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”
“Донъя диндәрендә риүәйәттәрҙе һаҡлаусылар”


Һәр тәғлимәтте өйрәткән айырым кешеләр була. Беҙҙең заманда улар — махсус уҡыу йортон тамамлаған, тейешле әҙерлек алған уҡытыусылар. Дин тарала башлаған ваҡытта ла шундай кешеләр булғанлығын аңлатып, дәфтәргә яҙҙырып ҡуйырға кәрәк.
Әйтәйек, башҡортта борон-борондан сәсәндәр булған. Улар ҡобайыр әйтеп, ундағы фекерҙәргә аңлатма биреп, халыҡҡа аң-белем таратып йөрөгән. Кешеләр берәй йәйләүгә йәки ауылға сәсән килерен белеп ҡалһа, әллә ҡайҙарҙан йыйылыр булған. Ошо рәүешле байтаҡ ауыҙ-тел ижады һаҡланып ҡалған. Зирәк баланың бәләкәйҙән һәләтен үҫтерергә тырышҡандар. Дини тәғлимәт таратыуға ла аңлыларҙы, отҡорҙарҙы һайлап алғандар.
Уҡыусыларға аңлап етмәгән ғәрәп телендә аят ятлатыуҙан һаҡ булығыҙ. Бер генә хәрефтең төшөп ҡалыуы ла йәки өндөң яңылыш әйтелеүе лә ҡапма-ҡаршы мәғәнә биреүе ихтимал. Мәҫәлән, башҡорт телендә лә шундай һүҙҙәр бар: мәшәҡәтләнмәгеҙ — мәшәҡәтләмәгеҙ, аяуһыҙ ҡырылды — яуһыҙ ҡырылды.
Алда әйтеп үтеүебеҙсә, дәрестәрҙә теге йәки был аяттың һәм хәҙистең мәғәнәһен аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк.

3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”
“Изгелек һәм яманлыҡ”


Яҡшылыҡ менән яманлыҡтың алтын уртаһы — барыбер яҡшылыҡ. Башҡорт уны “сама белеү” тигән. Мәҫәлән, Ҡыуанғанда ла, ҡайғырғанда ла сама бел. Сама белгән сайҡалмаҫ. Самаһыҙлыҡтың да самаһы бар. Сама саманан артмаһын. Баҫалҡы булһаң, баҫырҙар, уҫал булһаң, аҫырҙар, сама белһәң, ил ағаһы яһарҙар.
Ниндәй генә теманы үтһәк тә, башҡорт халҡының этика нигеҙҙәре тураһында өҫтәп һөйләү яҡшы булыр. Былтыр нәшер ителгән әсбабымдан — “Тормош һабаҡтары. Юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма”, М. С. Бураҡаева. “Китап” нәшриәте” — уҡытыусылар үҙҙәре өсөн тейешле өҫтәмә мәғлүмәт алыр тигән фекерҙәмен.
(Дауамы. Башы 20, 27 сентябрь, 4 октябрь һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21