Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матурлыҡ өләшеүселәр
Матурлыҡ өләшеүселәрЯҙҙан ҡара көҙгәсә Яңауыл ҡалаһы йәшеллеккә күмелеп, күҙ яуын алырлыҡ мең төрлө сәскәгә төрөнөп ултыра. “Республиканың төньяҡ ҡапҡаһы”ның тышҡы күренеше шулай булырға тейештер ҙә!

Ҡала йөҙөнөң үҙгәреүендә йыл да үткәрелгән махсус конкурстың өлөшө ҙур. Халыҡ кемуҙарҙан зауыҡ менән сәскә түтәлдәре яһай, йорто алдын, эшләгән еренең биләмәһен матурлауға бар күңелен һала.
— Яңауылдар фантазияға бай — улар быны йыл да раҫлай, — ти ҡала хакимиәтенең баш белгесе Зөһрә Ялашева. — Түтәлдәрҙең формаһына, биҙәлешенә һәрМатурлыҡ өләшеүселәр саҡ яңылыҡ индерелә, үҫентеләр ҡәҙерләп тәрбиәләнә.
Быйылғы конкурста ҡаланың сәнәғәт предприятиелары араһында “Яңауылводоканал” һәм “Водоканалстройсервис” йәмғиәттәренә етеүсе булманы. Икенсе урында — электр селтәрҙәре ойошмаһы менән “Башэнергонефть” йәмғиәтенең Яңауыл цехы. Ә “Яңауылтеплоэнерго” предприятиеһы һәм Яңауыл юл ремонтлау-төҙәтеү идаралығы — өсөнсө баҫҡыста. Еңеүселәрҙең биләмәһе ысынлап та һәр саҡ таҙа, бөхтә була, кешеләрҙе “йылмайып” сәләмләй.
Конкурста ҡала урамдарының төҙөклөгө, күркәмлеге өсөн яуаплы “Юл-йәшелләндереү эштәре” предприятиеһы маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Шулай уҡ үҙәк китапхананың, дауахананың, ҡалалағы байтаҡ мәғариф учреждениеһының, шәхси эшҡыуар А. Сидоренко кибеттәренең, В. Иҙиәтуллинаның “Ҡатын-ҡыҙ Матурлыҡ өләшеүселәрбәхете” магазинының, “Фармленд+” дарыуханаһының гөлгә күмелгән майҙансыҡтары иң яҡшылары тип табылды.
Конкурс ауыл биләмәләре араһында ла үтте. Район Советының ойоштороу бүлеге етәксеһе Инзилә Ибраһимова әйтеүенсә, беренсе урын Вояҙы ауыл хакимиәтенә бирелгән. Мәҙәниәт учреждениеларынан — Сәлих һәм Иҫке Ҡоҙаш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса Прогресс ауылы аҡ халатлыларының сәскә түтәлдәре иң матуры тип табылған.
Ихатаһында сәскә үҫтергәндәр араһынан Вояҙы ауылынан Соня Имамова, Яңы Уртауылдан Шәйхулловтар, Орловканан Күсемовтар ғаиләһе һәм Эткенә ауылынан Зәлиф Рәшитов еңеү яулаған. Уларға район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Матурлыҡ өләшеүселәр


Автор: Елена ТАРИСОВА, “Яңауыл таңдары” гәзите хәбәрсеһе; Ансар НУРЕТДИНОВ, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе. Район: Яңауыл районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә