Яҙҙан ҡара көҙгәсә Яңауыл ҡалаһы йәшеллеккә күмелеп, күҙ яуын алырлыҡ мең төрлө сәскәгә төрөнөп ултыра. “Республиканың төньяҡ ҡапҡаһы”ның тышҡы күренеше шулай булырға тейештер ҙә!
Ҡала йөҙөнөң үҙгәреүендә йыл да үткәрелгән махсус конкурстың өлөшө ҙур. Халыҡ кемуҙарҙан зауыҡ менән сәскә түтәлдәре яһай, йорто алдын, эшләгән еренең биләмәһен матурлауға бар күңелен һала.
— Яңауылдар фантазияға бай — улар быны йыл да раҫлай, — ти ҡала хакимиәтенең баш белгесе Зөһрә Ялашева. — Түтәлдәрҙең формаһына, биҙәлешенә һәр
саҡ яңылыҡ индерелә, үҫентеләр ҡәҙерләп тәрбиәләнә.
Быйылғы конкурста ҡаланың сәнәғәт предприятиелары араһында “Яңауылводоканал” һәм “Водоканалстройсервис” йәмғиәттәренә етеүсе булманы. Икенсе урында — электр селтәрҙәре ойошмаһы менән “Башэнергонефть” йәмғиәтенең Яңауыл цехы. Ә “Яңауылтеплоэнерго” предприятиеһы һәм Яңауыл юл ремонтлау-төҙәтеү идаралығы — өсөнсө баҫҡыста. Еңеүселәрҙең биләмәһе ысынлап та һәр саҡ таҙа, бөхтә була, кешеләрҙе “йылмайып” сәләмләй.
Конкурста ҡала урамдарының төҙөклөгө, күркәмлеге өсөн яуаплы “Юл-йәшелләндереү эштәре” предприятиеһы маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Шулай уҡ үҙәк китапхананың, дауахананың, ҡалалағы байтаҡ мәғариф учреждениеһының, шәхси эшҡыуар А. Сидоренко кибеттәренең, В. Иҙиәтуллинаның “Ҡатын-ҡыҙ
бәхете” магазинының, “Фармленд+” дарыуханаһының гөлгә күмелгән майҙансыҡтары иң яҡшылары тип табылды.
Конкурс ауыл биләмәләре араһында ла үтте. Район Советының ойоштороу бүлеге етәксеһе Инзилә Ибраһимова әйтеүенсә, беренсе урын Вояҙы ауыл хакимиәтенә бирелгән. Мәҙәниәт учреждениеларынан — Сәлих һәм Иҫке Ҡоҙаш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса Прогресс ауылы аҡ халатлыларының сәскә түтәлдәре иң матуры тип табылған.
Ихатаһында сәскә үҫтергәндәр араһынан Вояҙы ауылынан Соня Имамова, Яңы Уртауылдан Шәйхулловтар, Орловканан Күсемовтар ғаиләһе һәм Эткенә ауылынан Зәлиф Рәшитов еңеү яулаған. Уларға район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.