Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илебеҙҙә – ике бәлә...
Илебеҙҙә – ике бәлә...“Рәсәйҙә ике бәлә: юлдар һәм ахмаҡтар” тигән әйтем киң таралған. Ә шул ике бәлә бергә ҡушылһа, нимә була? Юл-транспорт фажиғәләре хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе уҡыһаң, сәс үрә торорлоҡ: йылына илдә 30 меңгә яҡын кеше юлда һәләк була, тимәк, йыл һайын бәләкәй генә бер ҡала халҡы юҡҡа сыға тигән һүҙ. Ҡорбандарҙың күбеһе – йәшнәп йәшәрлек йәштәр, араларында тормоштоң гүзәллеген тойоп та өлгөрмәгән балаларҙың булыуы бигерәк аяныс... Дәүләткә ябырылған ниндәй үләт һуң был? Ҡыҫҡаһы, демографик көрсөк кисергән илебеҙ өсөн юлдарҙағы хәл – уғата оло фажиғә.
Уның сәбәптәрен асыҡлау, юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү йәһәтенән йәмәғәтселектә лә, власть органдарында ла етди һөйләшеүҙәр булып тора, яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителә. Әммә әүәлгесә насар юлдар һәм хәүефһеҙлек мәсьәләһенә ҡул һелтәп ҡараған “ахмаҡтар” төп бәлә булып ҡала бирә.
Рәсәй кимәлендә афәткә әүерелгән мәсьәләне юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ойошмаға ғына ла япһарып булмай, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа юл ҡағиҙәләренә бәйле хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы ҡанундар ҡабул ителде, тәртип боҙоусыларға ҡарата яза ҡатыраҡ була башланы, юл хәрәкәтен тикшереүҙең заманса технологиялары ҡулланыла.
Бынан биш йыл элек ил етәкселеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына 2013 йылға тиклем юл-транспорт ваҡиғалары һанын 1,5 тапҡырға кәметеү талабын ҡуйғайны. Ошо маҡсатта 2006 – 2012 йылдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса федераль маҡсатлы программа ла ҡабул ителде. Әлбиттә, дөйөм алғанда, һуңғы өс йылда күрһәткестәр кәмегән кеүек. Мәҫәлән, 2004 йылда ил юлдарында 35 мең кеше һәләк булһа, быйыл 11 айҙа 25,2 мең замандашыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Тағы бер үҙенсәлекте иҫәпкә алырға кәрәк: быға тиклем һәләк булған тип юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң ете көн эсендә йән биргән кеше иҫәпләнһә, быйылдан был осор, донъя стандарттарына ярашлы, 30 көнгә тиклем оҙайтылды. Тимәк, статистика мәғлүмәттәренең ниндәйҙер кимәлдә шартлы икәнен күҙалларға мөмкин.
Белгестәр билдәләүенсә, киләһе федераль маҡсатлы программаны әҙерләгәндә барлыҡ нескәлектәр ҙә иҫәпкә алынасаҡ, бигерәк тә балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә айырым ҡараш йүнәлтеү мөһим.
Шулай уҡ автомобилдәрҙең хәүефһеҙлек кимәлен баһалауға тәүге тапҡыр ҙур иғтибар бүленәсәк. Был Рәсәйҙә етештерелгән һәм ҡулланылышта булған “ҡорос ат”тарға ҡағыла. Әйткәндәй, донъяла был талап йылдан-йыл күтәрелә бара, ә беҙҙәге халыҡ, ҡануниәт йәһәтенән көйләү булмағас, “үҙешмәкәрлек” менән шөғөлләнә: тәүге сиратта автомобиль һәләкәтендә үҙенең һәм яҡындарының ғүмерен ҡотҡарырға һәләтле ғәмәлдәр тураһында түгел, ә “текә” магнитола йәиһә затлы тюнинг хаҡында уйлай. “Менталитет үҙенсәлеге”, тип әйтер бәғзеләр. Ниндәйҙер кимәлдә улар менән килешмәйенсә лә булмай. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй автомобилдәренең сифатын да сит илдеке менән сағыштырыу мөмкин түгел – был машинала йөрөп ҡарағанда уҡ беленә. Юл-транспорт ваҡиғаларына килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йышыраҡ беҙҙең автомобилдәр ҙурыраҡ зыян күрә, ә сит илдең “ҡорос аты” ла имен, эсендәге кешеләре лә иҫән...
Һуңғы йылдарҙа юл-транспорт ваҡиғаларын фото-видеотеркәү саралары киң ҡулланыла башланы. Был, һис шикһеҙ, әһәмиәтле, сөнки улар хәлде объектив баһалай, водитель менән инспектор араһында бәхәскә юл ҡуймай. Миҫал өсөн, әле республика юлдарындағы хәлде алты тиҫтәгә яҡын стационар, шул тиклем үк күсмә видеоҡоролма аша баһалайҙар. Өфөлә лә тиҫтәләрсә урында видеокүҙәтеү ойошторолған. Әммә... Был сараларҙың береһе лә водителдәрҙе иҫерек килеш рулгә ултырыуҙан тыя алмай: Рәсәйҙә, әйтеүебеҙсә, яуапһыҙлыҡ көслө. Шулай ҙа белгестәр ыңғай һөҙөмтәләр барлығына ышандыра: бер нисә йыл элек штрафтар үҙгәртелеп, иҫерек шоферҙарға яза ҡатыланғас, күрһәткестәр түбәнәйгән. Быны Башҡортостан миҫалында ла тойорға мөмкин: яңы ҡанундар ҡабул ителгәнгә тиклем республика юлдарында йылына 70 мең самаһы иҫерек водитель тотолһа, хәҙер был һан 40 мең самаһын тәшкил итә. Тынысланырлыҡ түгел, шулай ҙа алға китеш бар.
Иң әсендергәне: ҡайһы берәүҙәр штрафты түләп тә, барыбер ҡағиҙәләргә бойһонмауын дауам итә. Рулгә ултырырға хоҡуғы булмай тороп та, эсеп, “ҡорос ат”ҡа атланғандар бар. Тимәк, улар ҡануниәтте бар тип тә белмәй, ҡағиҙәләрҙе һанламай. Улар өсөн үҙенең дә, кешенең дә ғүмере йәл түгел. Ни эшләргә? Уларға ҡарата бөтөнләй икенсе саралар ҡулланылырға тейештер, моғайын. Йәмәғәтселектә был йәһәттән төрлө фекер ишетелә, сит ил тәжрибәһен ҡулланырға саҡырыусылар ҙа бар. Миҫал өсөн, сит илдә, әгәр ҙә кеше үҙен алкоголле эсемлек ҡулланыуҙан тыя алмай икән, уны табиптар һәм суд органдары ҡаты күҙәтеү аҫтына ала. Эсеп тотолғандар иһә тейешле язаһыҙ ҡалмай.
Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре иҫәбенә юлдарҙың сифатһыҙ булыуы ла инә, тип әйткәйнек. Ысынлап та, илдәге күпселек юлдар үткән быуат стандарттары буйынса төҙөлгән, юл япмаларына ҡарата дәүләт стандарттары XX быуаттың 70-се йылдарында яңыртылған. Ул ваҡытта транспорттың һаны һәм техник мөмкинлектәре икенсе булған бит! Мәҫәлән, юл стандарттарын раҫлағанда, 6 тонналыҡ йөк автомашиналары иҫәпкә алынған – әлеге 40 – 60 тонналыҡ “фура”лар булмаған бит. Шулай уҡ ҡышҡы сәнскеле резинаны ғына алайыҡ – осло тимер асфальтты аҡтарып сығара, әммә беҙҙәге һауа шарттарында ундай тәгәрмәсһеҙ ҙә булмай. Ҡыҫҡаһы, юл япмаһы тиҙ туҙа, бигерәк тә оҙайлы ҡыштан, яҙғы осорҙан һуң. Тигеҙһеҙлектәр, соҡор-саҡырҙар иһә авария ихтималлығын арттыра...
Үрҙә телгә алынғандарға йомғаҡ яһап, шуны әйтергә мөмкин: водителдәргә ҡаршы санкцияларҙы ҡатыраҡ итеү, штрафтар күләмен арттырыу менән генә проблеманы тамырынан йолҡоп ташлап булмай. Тимәк, миҙалдың икенсе яғын да иҫәпкә алырға, атап әйткәндә, автомобиль йөрөтөүселәр уйланырлыҡ шарттар тыуҙырырға кәрәк. Мәҫәлән, тағылмаған ҡайыш өсөн штраф күләме күтәрелде, әммә инспекторҙарҙың бының өсөн генә туҡтатыуы күбәйҙеме һуң? Әлбиттә, юҡ. Әммә халыҡ уйға ҡалды: беренсенән, ҡайыш – хәүефһеҙлек сараһы, икенсенән, берәүҙең дә кеҫәһенән аҡсаһы сығып бармай. Белгестәр билдәләүенсә, водителдәрҙең 70 – 80 проценты ҡайышын тағып йөрөй.
Әлбиттә, “ахмаҡтар” арабыҙҙа күп. Бигерәк тә тыйылған урында ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығырға йөрьәт итеүселәр тураһында тап шулай тип әйтке килә. Әммә йәмәғәтселек әллә ишетмәй, әллә ишетергә теләмәй: бәләнең башы үҙебеҙҙә, битарафлыҡта, яуапһыҙлыҡта, ҡыҫҡаһы, ҡәҙимге юл мәҙәниәте булмауҙа! Юл ҡанунының ғүмер ҡануны икәнлеген төшөнгәс кенә, бәлки, илгә ябырылған был афәттән ҡотола алырбыҙ...
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 0

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә