Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Илһамлы ИлһамИлһам һымаҡ егеттәргә ҡарап, күптәр былай тиер ине: "Бирһә бирә бит Аллаһы Тәғәлә бәндәгә. Тырышлығын да йәлләмәгән, башҡа төр һәләтен дә..." Оҫталыҡ, әлбиттә, ниндәйҙер шөғөл менән ныҡлап мауыҡҡан кешегә ваҡыт үткәс килә. Тәүҙә мауығыу булып, һуңынан, тырышлығыңды өҫтәп, ошо тирмәнде һуғарып торһаң, кәсепкә әйләнә. Ә бына һәләт тигәндән, тәбиғәт Байбулдинға уныһын "һоҫоп" биргән: йыр-моңонан да өлөш сығарған, егет ҡорона инә бара ҡулдарын да алтынға әйләндергән, шуларға ир-ат баҫалҡылығын, хәстәрлеген өҫтәгән.

Бөгөн Илһам — бик һирәк шөғөл эйәһе. Ул, үҙаллы өйрәнеп, музыка ҡоралдары яһай. Башлыса думбыраны үҙ итә. Бер нәмә лә буш урында тыумай. Моңға тартылған Илһам бәләкәйҙән музыка ҡоралдарын үҙ ҡулы менән эшләп ҡарағыһы килә. Ҡарай ҙа. Етмәһә, ниндәйен бит әле — электр гитараһы!
— Тәүҙә ябай үләндән ҡурай эшләп уйнай торғайным, — ти Илһам. — Мәктәпте тамамлағас, гитара эшләп ҡараным. Ябай гитараны ҡутарҙым да, шуға ҡарап ағастан, фанеранан үҙемдекен — яңыһын яһаным. Бер нәмә килеп сыҡты инде шунда...
Илһамдың "шунда"һы егетте Өфө музыка училищеһы тупһаһы аша атлата, ысын мәғәнәһендә илһам шишмәһенә — илаһи сәнғәт донъяһына алып килә. Нәҡ ошо заманда халыҡ музыка ҡоралдарына иғтибар артҡан саҡ була. Думбыра класы асыла, уны тергеҙеү башлана.
— Мин ҡурай буйынса уҡый инем. Шул уҡ ваҡытта думбыра дәрестәре лә алдым. Сабир Әбхәлимов уҡытты. Шунан һуң думбыра эшләү теләге тыуҙы, ул ваҡытта саҡ тергеҙелә башлағайны ғына бит әле.
— Тәүге музыка ҡоралын нисегерәк эшләнең? Күңелеңдә, моғайын, килеп сығырмы-юҡмы тигәнерәк шик тә булғандыр?
— Бесәнгә барғанда бер ҡарама ағасы күңелгә оҡшаны. Шуны бысып алдым да, бесәнлектә юнып, алып ҡайтып киттем. Атай: "Ниндәй күҫәк эшләйһең?" — Илһамлы Илһамтип шаярта. Ниндәй күҫәк икәнен һуңыраҡ күрерһең, тим...
Илһам ошо "күҫәк"кә йән өрә: тора-бара оҫта ҡулында думбыраға әйләнә, һуңынан инде моң да сығара. Бөгөн тәүге ижад емешен ҡәҙерләп һаҡлай Байбулдин. Әйткәндәй, был музыка ҡоралы тарихҡа ла инеп ҡалған: Рияз Исхаҡовтың "Һөйәнтүз" фильмындағы төп геройҙарҙың береһе — сәсән шул думбырала уйнай.
Тәүге думбыраһы әҙер булғас, икенсеһенә илһамланып тотона Илһам. Нәҡ шул ваҡытта Булат Фәйзуллин атлы егет думбыра буйынса уҡып ҡайта. Ҡауарҙы ауылында ла Сәйетбабалағы кеүек Красноусол музыка мәктәбенең филиалы асыла. Булат шунда эш башлай. Ләкин музыка ҡоралдары булмай. Шулай итеп, Илһамға тәүге заказдар килә.
— Йыла ағасын бөгөп, биш думбыра яһаным. Бик матур килеп сыҡмаһа ла, уйнарлыҡ ине. Ул заманда инструменттар юҡ, технологияһын белмәйбеҙ. Бөтәһе лә ҡулдан эшләнде, ябай ғына инеләр. Һуңынан мандолина, гитараны ҡутарып, төҙөлөшөн, эсе нисек эшләнгәнен өйрәндем. Мәғлүмәт юҡ бит инде, оҫталарҙы Илһамлы Илһамбелмәйем. Үҙебеҙсә булаштыҡ шунда ...
Интернет селтәренә инергә мөмкинлек тыуғас, Байбулдинға ла мәғлүмәт сығанағы асыла. Башҡорт думбыраһы тураһында яҙылмаһа ла, ҡаҙаҡтың "домбура"һының, урыҫтың "домра"һының һыҙмаларына тиклем була. Ҡаҙаҡ музыка ҡоралының тауышы матур, шуға ла оҫта урталыҡты һайлай, башҡорт көйҙәренә тура килерлек итеп ҡыл тарта.
Оҫтаханаға инәбеҙ. Ни генә юҡ бында! Эш ҡоралдарынан алып киләсәктә думбыра булырлыҡ ағасҡа тиклем билдәле бер тәртиптә ҡуйылған. Кәштәләрҙә елем, буяу, башҡа кәрәк-яраҡ урынлаштырылған. Һәр ир-егеттең шундай оҫтаханаһы булып, шөғөлөнә тейешле ҡоралын алырға тейеш, тип ҡуям эстән генә. Юғиһә, кешенән балта-сүкеш һорап йөрөүселәр ҙә етерлек.
— Ҡумыҙ ҙа яһайһыңмы? — тип һорайым, стенаға эленгән тиҫтәләгән ҡумыҙҙы күреп.
— Миңә ағас эше оҡшай, ә тимер менән ҡустым Алик шөғөлләнә. Уның да эш ҡоралдары бар. Кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп эшләйбеҙ.
— Думбыра ғына яһамағаныңды күреп торам, — тим, төрлө музыка ҡоралдары деталдәренә ҡарап.
— Эйе. Әле яңыраҡ Яҡут Республикаһынан заказ алдым. Яҡуттарҙың "тансыыр" тип аталған беҙҙең думбыраға оҡшаш инструментын яһауҙы һоранылар. Уларҙың боронғо ҡоралының бар нәмәһе ағастан яһала. Хатта ҡыл тартып торған деталдәренә тиклем.
— Был дөңгөрҙө лә заказ буйынса эшләнеңме?
— Юҡ. Уныһы күңел өсөн. Дөңгөрҙөң бит аныҡ ҡына ҙурлығы булмай. Йыуан ағасты киҫтек тә, эсен соҡоп, тышын да, эсен дә буяттыҡ. Һуңынан өҫтөнә кәзә Илһамлы Илһамтиреһе тарттырҙыҡ. Тауышы һәйбәт. Ә бына тананың эс яғындағы йомшаҡ тиреһе тағы ла яҡшыраҡ була, уныһын да яһап ҡарағы килә...
Оҫтаның алдағы көндәргә булған өмөтлө хыялы ла, шул уйҙарҙы тормошҡа ашырырлыҡ дәрт-дарманы ла етерлек. Илһамға илһам көсөн тәбиғәт бирһә, ата-әсәһе малай ғына сағында күңеленә осҡон һалған. Хәҙер ошо усаҡты ғаиләһе һүндермәй. Эшкә лә дәртләндереп тора. Әйткәндәй, кәләше Гәүһәр ҙә халҡыбыҙҙың матур гәүһәрҙәренең береһе булған сигеү-ҡайыу эше менән шөғөлләнә. Уның ҡулдары тыуҙырған диван, кресло, ултырғыс япмалары күҙҙең нурын ала, сигеүҙәре өйөн биҙәй. Ҡыҙҙары Нәркәс тә ата-әсәһенә оҡшап оҫта булмаҡсы, әле үк һүрәттәр аша күңеленең матурлығын асып бирә, йыр-моңға оҫта. Малайҙары Юлдаш менән бәләкәс Мираҫ иһә атаһы эргәһенән китмәй.
— Кәләште кәртә артынан ғына алдым, алыҫҡа йөрөмәнем, — тип көлә Илһам. — Бер-беребеҙҙе белеп, күреп үҫтек. Шуға ла аңлашыуы еңелерәктер...
Башҡа һүҙ кәрәкмәй — ошоноң менән бөтәһе лә әйтелгән. Хәйер, һүҙһеҙ ҙә Байбулдиндарҙың яңы ғына бөтөрөп сыҡҡан өйөндәге эске нур, көҙгө сәскәләрҙә һуңғы осоштарын яһап, ҡышҡылыҡҡа көс йыйған бал ҡорттары барыһы тураһында ла һөйләй. Ә инде оҫтаханалағы эш ҡоралдарының тауышы был йортта йәшәү мәғәнәһе барлығын еткерә. Аҙна ғына ваҡыт үтер, моңһоҙҙарҙы уйлатырлыҡ, сәсәндәрҙе ҡобайыр әйттерерлек думбыра тыуыр...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә