Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уймаҡтай шатлыҡҡа ла һөйөнә бел
Уймаҡтай шатлыҡҡа ла һөйөнә бел
Уймаҡтай шатлыҡҡа ла һөйөнә белБыл донъяла беҙ белмәгән, күҙгә күренмәгән, аңлайышһыҙ күренештәр, мөғжизәләр ифрат күп. Кешенең йәшәү эшмәкәрлегенә “етәкселек” итеүсе, гормондар эшләп сығарыусы эске секреция ағзалары хаҡында кем үҙен хәбәрҙар тип иҫәпләй ала һуң?

Бер бәләкәй генә ҡалҡан биҙенең кешенең тотош организмы өсөн яуап биреүе, бөтә ағзаларҙы эшкә егелергә мәжбүр итеүе ғәжәп түгелме ни? Артып китһә лә — бәлә, кеше бер ниндәй сәбәпһеҙ тигәндәй күҙ алдында сиргә һабыша.
Хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, юғары категориялы эндокринолог Әмир Әхмәтйәнов менән әңгәмәләшеү сәләмәтлеккә ҡағылған ҡайһы бер “аҡ тап”тарҙы асыҡларға, үҙ-үҙеңә ни тиклем иғтибарлы булырға кәрәклекте йәнә бер иҫкәртте. Ҡалҡан биҙе бүлеп сығарған тироксин һәм трийодтиронин гормондарының ҡеүәтенә иҫең китер, уларҙың күтәрелеүе менән кеше ябыға, ҡулдары ҡалтырай, йөрәк тибеше йышая, тирләй, ярһыусанға әүерелә, сәбәпһеҙ күҙ йәше аға. Шулай итеп, тиреотоксикоз сиренең тәүге билдәләре менән таныштығыҙ.
Гормондарҙың түбән булыуы ла сәләмәтлек файҙаһына түгел, был саҡта кеше гел генә йоҡомһорап тора, хәлһеҙлек, һүлпәнлек күҙәтелә, ҡан баҫымы түбәнәйә, хәтер насарлана. “Былары инде гипотиреоз билдәләре”, — ти Әмир Мөхәмәтйән улы.
— Ни өсөн һуң был сирҙәр йылдан-йыл артыуға бара?
— Сәбәбе ябай, — тип яуапланы табип, — барыһы ла нимә менән туҡланыуыбыҙға, нисек йәшәүебеҙгә бәйле. Өҫтәүенә беҙҙең төбәк йод микроэлементына ҡытлыҡ кисерә, шуға күрә эндемик боғаҡ сире ныҡ таралған. Аҙыҡ-түлектә йод етешмәй, препараттар ҡулланыу, йөклөлөк осоронда уҡ сирҙе иҫкәртеү мотлаҡ. “Иодированный” тип яҙылған тоҙ төргәгендә лә йодтың бик самалы йә бөтөнләй булмауы ихтимал. Диңгеҙ балығында ла уның оҙаҡ һаҡланмауы мөмкин, сөнки йод тиҙ тарҡалыусан. Ә магазиндарҙан күпме яһалма аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ, иҫ китерлек бит! Кеше үҙ сәләмәтлегенә һаман да битараф: йоҡонан тороу менән тәмәкегә үрелә, спиртлы эсемлек ҡоллоғонан айырыла алмай яфалана.
Мине шәкәр диабеты менән сирлеләрҙең йыл да 5-6 процентҡа артыуы ныҡ борсой. Республикала бындай ауырыуға юлығыусылар һаны 81 меңдән ашыу. “Татлы” сирҙе дауалау ҙа ифрат ауыр. Был осраҡта ла тәүге урында туҡланыуҙы күҙәтеү, диета тотоу, углеводлы аҙыҡтарҙы сикләү тора.
— Һеҙҙең кеүек 75 йәштә шулай теремек зиһенле, егәрле, оптимист булыу өсөн ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
— Сере бик ябай. Тирә-яҡ мөхиткә миһырбанлы, кешеләргә мәрхәмәтле бул! Сәләмәт йәшәү рәүешен һайла! Үҙем тыуып үҫкән Миәкә районындағы Нарыҫтау янындағы Изге шишмәгә йыл да бармай ҡалғаным юҡ. Йыл буйына етерлек энергия һәм көстө ошо кескәй генә тылсымлы инештән алып ҡыуанам. Хеҙмәт аҙымдарымды Миәкә районындағы медсанчастың баш врачы вазифаһында башланым. Ете йылдан һуң ординатураға, аҙаҡ аспирантураға уҡырға индем, шәкәр диабеты буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. 1977 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университетының терапия кафедраһында, университеттың дипломдан һуң белем биреү институтында эшләйем. Бер үк ваҡытта Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының эндокринология бүлексәһендә ауырыуҙарҙы дауалайым, консультация бирәм, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашам. Башҡортостанда мин аяҡ баҫмаған ниндәй район, дауахана ҡалды икән? Юҡтыр ҙа... Оло ғаиләбеҙҙәге ете бала араһынан бер мин генә медицина юлын һайланым. Әле килеп, “дөрөҫ эшләгәнмен, иң мәрхәмәтле, кешеләр өсөн үтә кәрәкле тармаҡҡа ғүмеремде арнауым менән бәхетлемен”, тип әйтә алам.
Тыуған ерем — Миәкә районының Мәнәүезтамаҡ ауылының матур тәбиғәте, йәмле Дим буйҙары, мине үҫтергән ҡара тупраҡ, ҡайҙа ғына булһам да, үҙенә тарта. Һуғыш һәм унан һуңғы осорҙо эсенә алған бала сағым, ауылым шишмәләре, һәр ҡыуаҡлыҡ ошоғаса күҙ алдымдан китмәй, һағындырып тик тора. Йылдар нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ, балалар, уйнап үҫтек, һәр икмәк киҫәгенә, бер бөртөк ҡәләмгә, уймаҡтай шатлыҡтарға һөйөнөп йәшәй белдек, — тип һүҙен тамамланы юбиляр.
Бәхет тап ошондай ваҡ-ваҡ шатлыҡтарҙан хасил була торғандыр ҙа. Маҡсатыңа ирешһәң, йәшәүҙән ҡәнәғәтлек тойһаң, сабыйҙар сафлығын, бер ҡатлылығын һаҡлай белһәң...


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә