Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илгә татыулыҡ өлгөһө күрһәттек
Башҡортостанда иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тамамланып килә. Уға йомғаҡ яһау өсөн ошо мәсьәләләр менән ҡайнап йөрөүсе кешеләргә мөрәжәғәт итеп, уларҙан: “Йыл ҡуйылған маҡсаттарға өлгәштеме?” — тип һораныҡ.
Вельмир АҘНАЕВ, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры:
— Иң башта шуны билдәләп үткем килә: республикабыҙҙа милләт-ара мәсьәлә буйынса бер ҡасан да ыҙғыш сыҡҡаны юҡ. Минеңсә, был урындағы халыҡтың милләт-ара мәсьәләләрҙә һәр ваҡыт һиҙгер, сабыр булыуына, киң күңеллелегенә бәйле.
Ә йылды иғлан итеүгә һәм уның йомғаҡтарына килгәндә, бик ҡәнәғәтбеҙ. Февралдә республикала йәшәүсе барлыҡ милләт вәкилдәре Дуҫлыҡ меморандумына ҡул ҡуйҙы. Халыҡтар дуҫлығы йортоноң 14 филиалы, 38 милли-мәҙәни үҙәге бар. Уларға быйыл тәү сиратта матди ярҙам күрһәтелде. Төрлө йыһаз, эш өсөн заманса техника алдыҡ. Икенсенән, улар бик күп етди сара үткәрҙе. Милли-мәҙәни үҙәктәребеҙ 400-ләп сара ойошторған. Араларында республика кимәлендәгеләре лә бихисап.

Раил ӘСӘҘУЛЛИН,республика татарҙарының “Ватаным” ойошмаһы рәйесе, БДПУ ректоры:
— Йыл үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәне. Республикабыҙ быға тиклем дә милләт-ара мәсьәләләрҙе ыңғай һәм ваҡытында хәл итеүсе төбәк ине. Әлеге йыл быны тағы бер тапҡыр дәлилләне, улай ғына ла түгел, яңы мөмкинлектәр асты. Мәҫәлән, быйылғы һайлау һәм унан һуңғы ваҡиғалар беҙҙең халыҡтың берҙәмлеген, үҙ етәксеһе тирәләй тупланғанлығын күрһәтте. Иң мөһиме — күптәнге тәжрибәне юғалтманыҡ, яңыһын да өҫтәнек.
Быйыл рухи яҡтан ғына түгел, матди йәһәттән дә уңыштар тос булды. Мәҫәлән, беҙҙең уҡыу йортонда татар телендә бик күп китап нәшер ителде, әрмәндәр үҙҙәренең әсбаптарын баҫып сығырҙы. Ғаилә проблемаларына арналған фәнни конференция үткәрҙек, унда уҡытыусылар, ата-әсәләр, балалар ҡатнашты.
Быйыл Башҡортостан менән Татарстан президенттарының осрашыуы, артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөүе лә күпте һөйләй. Республикала милләт-ара татыулыҡ проблемаларының уңышлы хәл ителеүе, был йүнәлештә әүҙем эш барыуы менән ҡәнәғәтмен. Йәмәғәт ойошмалары үҙ-ара һәм власть менән даими бәйләнештә эшләне. Беҙҙе ишеттеләр, тыңланылар һәм ярҙам иттеләр.

Владимир САМОРОДОВ, Башҡортостан урыҫтары соборының башҡарма комитеты рәйесе:
— Республикабыҙ үҙенә һәм башҡаларға тағы ла бер тапҡыр милләт-ара татыулыҡ төбәге булыуын дәлилләне. Йыл үҙ маҡсатына өлгәште, бик күп эш башҡарылды. Мин һүҙҙе мәҙәни саралар тураһында ғына алып бармайым. Әле яңыраҡ ҡына республикала йәшәүсе милләттәрҙең үҫеш концепцияһы ҡабул ителде. Тимәк, эш артабан да дауам итәсәк.
Милли сәйәсәттең дөрөҫ алып барылыуы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау ваҡытында ла асыҡ күренде. Халыҡ үҙенең берҙәмлеген, әүҙемлеген күрһәтте.
Үҙебеҙҙең ойошмаға килгәндә, йыл уңышлы һәм ваҡиғаларға бай булды: үҙебеҙҙең II Соборыбыҙҙы (конгресс) үткәрҙек, эштәргә йомғаҡ яһаныҡ, башҡарма комитетҡа яңы ағзалар һайланыҡ. Республикала урыҫ телен, мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлауға бәйле һөйләшеү ифрат файҙалы булды.

Ашот МУРАДЯН, “Севан” әрмән милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
— Йыл башланыр алдынан Президент Рөстәм Хәмитов ниндәй бурыстар ҡуйған булһа, уларҙың барыһы ла үтәлде. Беҙ, ғөмүмән, республикала алып барылған милли сәйәсәт менән ҡәнәғәтбеҙ. Башҡа төбәктәрҙәге әрмәндәр, уларҙың милли үҙәктәре менән аралашам — Башҡортостандағы кеүек үҙ-ара мөнәсәбәт бер ерҙә лә юҡ. Беҙгә күптәр көнләшеп ҡарай һәм был — лайыҡлы баһа.
Быйыл әрмән йәкшәмбе мәктәбенең 10 йыллығын киң билдәләнек, башҡорт яҙыусыһы һәм сәйәсмәне Рафаил Зинуровтың әрмәндәр тарихы тураһында яҙған китабының исем туйы булды. Ул баҫма беҙҙең өсөн бик мөһим һәм ҡәҙерле. Ғөмүмән, урындағы етәкселек тарафынан даими иғтибар тойоп йәшәйбеҙ һәм аңлау, хәстәрлек беҙҙе ҡанатландыра.

Владимир ДОРОШЕНКО, “Кобзарь” украин милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
— Төрлө ваҡиғаларға бик бай булды был йыл. Мөһим сараларҙа йыш ҡатнашырға тура килде, милли-мәҙәни үҙәктәр эсендә лә тормош ҡайнаны ғына.
2011 йылды республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип атау отошло булды. Әммә, минеңсә, был Башҡортостандан бигерәк дөйөм Рәсәйҙең мәнфәғәттәрен күҙ уңында тота. Беҙҙә милләт-ара татыулыҡты һаҡлау йәһәтенән эштәр яҡшы, шуға ла илдең башҡа төбәктәренә өлгө күрһәтергә хаҡлыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә