Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанға һуғарылған яу яланы
Ҡанға һуғарылған  яу яланыБородинола ике быуат элек булған ваҡиғалар “тергеҙелде”

“Биш йылдан һуң мин донъяның хакимы булам. Бер Рәсәй генә ҡалды, ләкин мин уны иҙәсәкмен”, – тигән дә Наполеон үҙенең 600 меңлек ғәскәрен 1812 йылдың 12 июнендә сик аша үткәргән. Ә ике айҙан һуң инде…
“Ҡояш, күк күренмәгән, йәшел үлән ҡалмаған. Ер ҡан яланына әйләнгән. Кеше тәндәрен йәҙрәләр киҫәктәргә турап осорған, картечь тишкеләгән. Ҡылыстар сапҡан, штыктар ҡаҙалған…”
Бородино яланы. Уға яҡынлашҡан һайын ошо һүҙҙәр йәнде өтә, ата-бабаларыбыҙҙың иле өсөн түккән йылғалай ҡанын күҙ алдына килтерә…
Бородино яланы. Хәҙер уны өҙөк-өҙөк ҡыуаҡлыҡтар, урман ҡаплаған. Тик ошо үҙгәрештәргә Колоча йылғаһы ғына бирешмәгәндәй — быуындарҙан быуындарға бынан ике быуат элек булған ваҡиғаларҙы еткерә: тулҡындарын берсә ярға ҡаға, тағы ашыҡтыра – ишетә белгәндәргә оло тарих һөйләй.Ҡанға һуғарылған  яу яланы
Был көндө нәҡ ошо йылға ярына яуҙа ятып ҡалғандарҙың вариҫтары ата-бабаларын иҫкә алырға йыйылды, ап-аҡ палаткаларҙан ҙур ҡаласыҡ хасил булды. Бер генә ерҙә ошо аҡ ҡаласыҡты йәмләгән башҡасараҡ, йылыраҡ төҫ бар – башҡорт тирмәһе!
“Бородино яланы” музей-заповеднигы, Халыҡ-ара хәрби-тарихи ассоциация, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, йылдағыса, йәш быуын өсөн айырыуса мөһим булған сараны – 1812 йылғы хәл иткес һуғыштың реконструкцияһын – уҙғарҙы. Унда “Өфө пехота полкы” менән “Беренсе Башҡорт атлы полкы – Любизар”ҙың йыл һайын ҡатнашыуы мәғлүмдер.

Тирмәләр ҡоролдо

Алдан барғандар эргәһенә килеп туҡтау менән Башҡортостан автобусын һырып алдылар.
Ҡанға һуғарылған  яу яланы– Һай, башҡорттар килеп етте!
Китте ҡул ҡыҫышыуҙар, ҡосаҡлашыуҙар. Бында беҙҙең егеттәрҙең дуҫтары, фекерҙәштәре йыйылған. Уларҙың барыһы ла күптән таныш, дуҫ, туған булып бөткән. Үҙҙәре әйтмешләй, үҙ эшенә мөкиббән “фанаттар” улар. Ошонда дуҫлыҡ, берҙәмлек сағыла. Ата-бабаларыбыҙ әлеге клуб ағзаларылай берҙәм булып, иңгә-иң терәшеп алышҡа бармаһа, ҡылған ҡаһарманлыҡ та булмаҫ ине. Бына ошонда, ҡул ҡыҫышыуҙа, сағыла әлеге тел менән әйтеп йөрөтөлгән ватансылыҡ. Ә инде башҡорт тирмәһе ҡоролғас, урыҫ, француз, казак клубтары ағзаларының ҡыҙыҡһыныуы тағы ла артты.
Көн кискә ауышыуға ҡарамаҫтан, иң элек оло сара – 1-се Башҡорт атлы полкының байрағын юғары күтәреү тантанаһы — булды. Һуңынан инде полк Ҡанға һуғарылған  яу яланымуллаһы, 83 йәшлек аҡһаҡал Ғиндулла Шәйәхмәтов артынан теҙелгән егеттәр намаҙға баҫты. Ағайҙың моңло тауышы, Колочтың һалҡынса һауаһын ярып, әллә ҡайҙарға таралды. Ҡаҙан аҫылды, ҡурай моңо күңелдәрҙе елкендерҙе.
– Теҙелегеҙ! – был полк командиры Илдар Шәйәхмәтовтың бойороғо ине.
Егеттәр киске “поверка”ға теҙелде. Һәр кем исемләнеп сыҡҡас, иртәгәһе көнгә маҡсаттар ҡуйылды, көн тәртибе билдәләнде. Барыһы ла хәрбисә, барыһы ла бынан ике быуат элеккесә.
Реконструкцияның маҡсаты ла шул бит: заман төпкөлөнән килгән фарманды үтәү – Тыуған илде һаҡлау, үткәндәрҙе онотмау, йәш быуынға еткереү.
Реконструкция тарих төпкөлөндә ҡалған барлыҡ нәмәне — ҡоралды, кейемде, байраҡты һәм башҡа ошондай ҡомартҡыны – нисек булған шулай тергеҙеү тигәнде аңлата. Ә беҙҙең егеттәр уға маһир: уҡ-һаҙаҡ тиһеңме, кейемме, хатта байраҡ та улар ҡулы менән эшләнгән. Мәҫәлән, Рафаэль Амантаев ысын мәғәнәһендә оҫта: аҙ ғына буш ваҡыты булдымы – ҡулы эштә. Хатта юлда ла тик ултырманы — кобура, ҡайыштар текте. Ҡыҫҡаһы, һәр кемдең үҙ шөғөлө, үҙ урыны. Клуб ағзалары бер ғаиләләй йәшәй. Әйткәндәй, нәҡ ошондай сараларҙа танышып яңы ғаилә ҡорғандар ҙа бар.
Ҡаҙан аҫтындағы ялҡын, еҙ самауыр шыжлауы, аттар кешнәүе, Колоча тулҡындары тауышы. Үҙе бер сихри моң. Белмәйем, әүәл хәлдәр нисек булғандыр, әле быларҙың бөтәһе лә иртәгәһе көндө, ата-бабабыҙ яуҙы өмөтләнеп көткәндәй, көтөү һымаҡ тойолдо…

Ә был мәлдә…

Ҡанға һуғарылған  яу яланыФранцуздар ҙа, аҡ палаткалар ҡороп, биләмәләрен һәр береһе ситән, тал сыбығы менән уратып алған. Бында милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙ күберәк. Моғайын, ике айҙа Мәскәүҙе алырға йыйынған, еңеүенә ныҡлы ышанған Наполеон аш-һыу бешереү өсөн шулай эшләгән булғандыр заманында. Реконструкция бит, йәғни ул ваҡытта нисек булған, клуб ағзалары бөгөнгәсә шулай килтереп еткерергә тейеш. Кейемдең ситсаһына, төймәләренә тиклем.
Һалдаттар менән һөйләшәм. Береһен беҙҙең тирмә эргәһендә лә самалағайным: ҡыҙыҡһынды, һорашты.
– Мин Иҫәнбаев булам, – ти ул.
– Иҫәнбаев?..
– Эйе, минең шул саҡтағы олатайым Орловскийҙың “Һыбайлы башҡорт” картинаһында һынландырылған!
– Картина геройы прообразы Муллаҡай Иҫәнбаевмы?
– Бынан өс йыл элек үҙемдең шәжәрәм менән ҡыҙыҡһына башланым, шунан инде төрлө сығанаҡтарҙан тамырым Башҡортостандан, Ябалаҡлы ауылынан Ҡанға һуғарылған  яу яланыикәнен белдем…
Баҡһаң, коллективлаштырыу башланғас, уның олаталарын Себергә ебәргәндәр. Һуңынан инде ғаилә Тажикстанға күскән, үҙе шунда тыуған. Хәҙер иһә Бородино яланы ингән Можайскта йәшәй.
Бына бит, әҙәм башы ни күрмәй ҙә ҡайҙа илтмәй уны яҙмыш...

“Пехота пехота инде!”

Өфө пехота полкы Бородино яланына ингән ерҙә үк ҡалды, сөнки Рәсәй, Украина, Белоруссиянан йыйылған пехота полктары бер ерҙә урынлашты, ә төрлө ерҙән килгән кавалерия егеттәренең лагеры икенсе ерҙә — төптәрәк ҡоролдо. Араны әллә ни ҙур булмаған урман айырып тора.
Пехота полкы хәрби-тарихи клубының рәйесе Рәмил Рәхимов егеттәренең дә кәйефе шәп. Матур итеп урынлашып, палаткалар ҡорғандар, һәр береһенең эргәһендә клуб ағзалары ҡайнаша: кейемен әҙерләй, төймәһен ялтырата, картечтарын барлай. Ҡыҫҡаһы, ысын мәғәнәһендә лагерь тормошо һиҙелә.
Ҡанға һуғарылған  яу яланыБыл беҙҙең заманда. Ә 1812 йылда Өфө полкына генерал-майор Иван Цыбульский етәкселек иткән. Уның тураһында: “Ябай кеше, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу, һалдаттар араһында хөрмәт ҡаҙанған”, – тигәндәр. Өфө пехота полкына тәүге тапҡыр алышҡа 5 августа инергә тура килә, ул саҡтағы батырлыҡтары хатта француздарҙы хайран ҡалдыра. Ә 26 августа VI корпус Бородино яланындағы һуғыштың иң уртаһында була. Позицияһы Горки ауылынан башлап Раевский батареяһына тиклем һуҙыла. Иң ауыр, төп бурыстарҙың береһен үтәйҙәр. Раевский батареяһын бер аҙға француздар алғанда ла, нәҡ Өфө полкы ярҙамы менән беҙҙекеләр уны кире ҡулға төшөрә…
Бына шундай ҡыйыу, ҡаһарман була ул ваҡытта ла Өфө пехота полкы. Әлеге реконструкцияла ла һыр бирмәй яҡташтар.

“Баш эйәбеҙ һеҙҙең алда”

“1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 1-се Башҡорт атлы полкы яугирҙәренә мәңгелек дан!”
Һалҡын гранитҡа яҙылған был һүҙҙәр ошо яланда – ҡанға һуғарылған Бородино яланында – башын һалған барлыҡ яугирҙәр рухына йүнәлтелә. Эйе, ҡанға Ҡанға һуғарылған  яу яланыһуғарылған. 1812 йылда ғына түгел, фашист илбаҫарҙары Можайск аша Мәскәүгә ынтылғанда ла беҙҙең олатайҙар ошонда йән аямай һуғышҡан.
Был ҡалҡыулыҡ — барыбыҙ өсөн дә изге урын. Ә бит бер нисә йыл элек ябай ғына ер кеүек ине. Әгәр ҙә 1-се Башҡорт атлы полкы егеттәре булмаһа... Нәҡ ошонда улар уҡҡа оҡшатып оҙон кәртә юнған да үҙенсәлекле һәйкәл ҡуйған. Тик һуңынан ғына, бик күп ишектәрҙе асып инеп, Башҡорт полкы ла Бородинола француздарға ҡаршы алышҡанын иҫбатлағас ҡына, рәсми рәүештә обелиск ҡалҡҡан.
Был көндө изге урынға Өфө пехота полкы менән 1-се Башҡорт атлы полкы егеттәре килде. Пехотасылар баш кейемен ҡулдарына тотоп, Тыуған иле өсөн ғүмерен биргәндәр рухы алдында баш эйҙе. Башҡорт егеттәре иһә, бер ергә йыйылып, полк муллаһы Ғиндулла хәҙрәт уҡыған изге Ҡөрьән сүрәһенә ҡушылды.
Ошо арала эргәнән генә һуҙылған юлда бер нисә машина туҡтаны. Водителдәре, пассажирҙары сығып юл ситенә баҫты ла һәйкәл эргәһендә барған сараға һоҡланып ҡарап торҙо.
— Башҡорттарҙың үҙ йолаларын белеүе һоҡландыра, – тине минең эргәгә килгән Таһир исемле уҙаман. – Үҙем Татарстандың Әлмәт районынан булам. Гелән туҡтап китәм обелиск янында…
Аят уҡып, батырҙарҙы иҫкә алғас, 1-се Башҡорт атлы полкы командиры Илдар Шәйәхмәтов клубтың әүҙем ағзаларына наградалар тапшырҙы.

Француз ерен дә күрҙек

Эйе, ысын Франция ере ул. Ватан һуғышының 100 йыллығы айҡанлы, йәғни 1912 йылда Франция хөкүмәте яуҙа һәләк булғандарға һәйкәл ҡуйыр өсөн Ҡанға һуғарылған  яу яланыРәсәйҙән ер һорай. Батша хөкүмәте быға ыңғай ҡарай һәм үтенестәрен кире ҡаҡмай, әлеге урында уба өйөп, обелиск ҡуйырға ер һата. Һәйкәл тәүҙә ағастан була, һуңынан таштан һалына. Шулай итеп, Бородино яланында башын һалған Наполеон армияһы яугирҙәренә обелиск ҡалҡа.
Оҙон, һауаға ашҡан обелисктың осонда ҡанаттарын йәйеп ултырған бөркөткә ҡарайым да уйға ҡалам. Беҙҙең һалдаттар Европаның ҡайһы ғына илендә ятыпҠанға һуғарылған  яу яланы ҡалмаған! Совет осоронда туғандар ҡәберлектәре лә бар ине. Хәҙер улар ниндәй хәлдә икән? Берлиндың Трептов паркында күкрәгенә бәләкәй генә нимес ҡыҙын ҡыҫып торған Совет һалдатынан тыш, ҡайһыһы тәрбиәләнә? Ә бында, Мәскәү эргәһендә генә, Францияның ер киҫәге бар, һәм ул иғтибарҙан мәхрүм түгел.

Тимер ирене, ер тетрәне

Был алыштан һуң Наполеон: “Мәскәү алдындағы һуғыш — минең барлыҡ алыштарым араһынан иң ҡот осҡосо. Бында урыҫтар еңелмәҫлеген күрһәтте”, – тип яҙасаҡ.
Ә уға тиклем…
Тиҙ генә Рәсәйҙең баш ҡалаһын алырға ынтылып, Наполеон ғәскәрен Яңы Смоленск юлынан алып бара. Һис ҡаршылыҡһыҙ ғына Мәскәүгә үтеп инеренә ышана. Ләкин…
Ҡанға һуғарылған  яу яланы1-се (генерал М. Барклай де-Толли) һәм 2-се (генерал Багратион) урыҫ армиялары Смоленск эргәһенән һуң Бородино ауылы яланында бергә ҡушыла. Кутузов был саҡта полковник К. Толь һайлаған позицияларҙы ҡарай. Барлыҡ көстөң 2/3 өлөшөн Яңы Смоленск юлын ҡапларлыҡ итеп уң флангта ҡалдыра. Нәҡ шунан Наполеон һөжүм итергә тейеш була. Рәсәйҙең позицияһы Колоча йылғаһы буйында – Шевардин терәк пунктында.
Көстәр бер тигеҙ үк тиерлек: урыҫ армияһында — 132 мең кеше һәм 624 орудие, ә француздарҙыҡында – 135 мең кеше, 587 орудие. Ләкин француз армияһы әҙерлекле һалдаттарҙан тора, ә урыҫтарҙа 28 меңлек ополчение һәм тәжрибәһе булмағандар иҫәпләнә.
Шевардин редутында төп һуғыш була. Генерал Горчаковтың яугирҙәре (8 мең пехота, 4 мең кавалерия һәм 36 орудие) көнө буйы француздарҙың 30 мең пехота, 10 мең кавалерия һәм 186 орудиеһына ҡаршы тора. Ҡан ҡойғос алыш Ҡурған бейеклегендә (Раевский батареяһы) һәм Багратион флешыһында (36 орудие) була. Ул яҡынса 6-сы яртыла башлана.
Наполеон ҙур ҡыйынлыҡ менән флешыларҙы ала, шунан һуң бар көсөн Раевский батареяһына ташлай. Ләкин генералдар Уваров менән Платовтың кавалерияһы Наполеон ғәскәренең һул яғынан һөжүм итә. Был ҡаршы яҡта ҙур паника тыуҙыра. Ни эшләргә белмәгән Наполеон сигенә…
Әлегә тиклем күрелмәгән ҡан ҡойғос алышта – Бородино яланында — француздар 58 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын (француздар 30 мең тип һанай) һәм 47 генералын юғалта. Урыҫ армияһының 44 меңләп һуғышсыһы һәм 23 генералы һәләк була.
Икенсе көнгә Рәсәй армияһының баш командующийы Кутузов үҙ ғәскәренә сигенергә фарман бирә, сөнки армияны һаҡлап ҡалырға кәрәк була. Аҡыллы полководец француздарҙың артта ҙур резервы барлығын һәм Наполеонға ярҙамға ашыҡҡандарын белә…
Бына ошо ваҡиғаларҙың бер өлөшөн реконструкцияларға тейеш бөгөнгө быуын вәкилдәре.
…Ҡанлы алыш. Тик ул бынан ике быуат элек түгел, ә бөгөн бара. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы, дошман илебеҙ өҫтөнә ябырылған саҡта ҡурҡыу белмәй көрәшеүе тураһында һөйләй әлеге сара. Ана, үҙенә ышанған Наполеон ғәскәре тигеҙ сафтарға теҙелеп килә лә, беҙҙең позицияларға етеүгә, бер нисә киҫәктәргә бүленә – ут аса. Урыҫ армияһы һалдаттары яуап бирә. Китә мәхшәр, “ҡан ҡойош”. Беҙҙекеләрҙе ҡыҫырыҡлайҙар, хатта Раевский батареяһын ала яҙалар. Ҡаты алыш бара. Һуғышсылар араһында Өфө пехота полкы егеттәре лә бар. Ошо мәл Платов менән Уваров кавалерияһы һул яҡтан сыға. Нәҡ бынан ике быуат элек булған күренеш. Дошман сигенә. Атлылар уларҙы берсә уратып алып ҡыра, берсә, төпкә үк үтеп, кире әйләнеп сыға. Араларында башҡорт милли кейемле, ҡылыстарынан йәшен уйнатып дошманына табан ажарланып сапҡан яугирҙәрҙе лә күрәһең. Был – 1-се Башҡорт атлы полкы яугирҙәре!

Уйҙар, уйҙар...

Реконструкцияланған күренеш. Беҙгә генә, ситтән ҡарап тороусыларға, ул бик еңел эш һымаҡ. Ә уның артында ғалимдарҙың, эҙәрмәндәрҙең нисәмә йыллыҡ хеҙмәте ята! Күпме көс талап итә ошондай мөһим сараны үткәреүҙәр? Ә Өфө пехота, 1-се Башҡорт атлы полкы, башҡа ошондай хәрби-патриотик клубтарҙың егеттәре, ҡыҙҙары күпме тырышлыҡ һала! Улар беҙгә: "Уйланығыҙ, бер генә мәлгә булһа ла тарихҡа ҡарап, бөгөнгө тыныслыҡтың, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!" — тип йөрәк әрнеүе аша хәҡиҡәтте еткерә.

Юлға, тыуған яҡҡа!

…Автобус Өфө яғына табан елә. Уға еңеүселәр ултырған. Шуға ла берсә моңһоуҙар ҙа һымаҡ, берсә геү итеп ҡалалар: йәнле һөйләш, шат ауаздар... Ышана улар: тағы бер йылдан Бородиноға йәнә киләсәктәр. Унан башҡа йәшәй, тора алмай Өфө пехота полкы менән 1-се Башҡорт атлы полкы егеттәре. Был — уларҙың яҙмышы, тарихты тергеҙеү – уларҙың булмышы…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872