Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң мөһиме — халыҡҡа файҙаһы тейһен!
Иң мөһиме — халыҡҡа файҙаһы тейһен!Нефтселәр көньяҡ-көнсығыш төбәкте лә онотмай

Республикабыҙҙың көньяҡ төбәктәренең булмышын һәм иҡтисади үҫешен билдәләүсе төп үҙенсәлектәрҙең береһе — уларҙың баш ҡаланан алыҫлығы. Бының ыңғай яҡтары ла, киреләре лә етерлек. Төпкөлдә матур тәбиғәтебеҙ, боронғо йолаларыбыҙ, халыҡтың үҙаңы һаҡланған, әммә йыраҡ булыу сәбәпле, төбәк иҡтисади һәм социаль үҫеш йәһәтенән бер ни тиклем артта ҡала. Шуға күрә был яҡтарға ниндәй ҙә булһа ярҙам килһә, уны ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итәләр. Республикабыҙ сәнәғәтенең арҡа һөйәге булған предприятиеларҙың береһе "Башнефть" тә халыҡ өсөн бик кәрәкле һәм файҙалы объекттар төҙөй бында.
"Башнефть" компанияһының мәрхәмәтлек йөҙөнән һалған объекттары менән танышыу маҡсатында һуңғы арала бер нисә тапҡыр сәфәргә сығырға тура килде. Был юлы иһә иң йырағына — Баймаҡ менән Сибайға — юлландыҡ. Өс автобус тулы журналист баш ҡаланан ҡара таңдан ҡуҙғалды, Баймаҡҡа төштән һуң ғына килеп еттек.

Баймаҡтар ғорурлығы

Беренсе объект — республикаға киң билдәле Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы. Исеменән үк аңлашылыуынса, бында агрономдар, механиктар, ветеринарҙар һәм бухгалтерҙар әҙерләйҙәр. Уҡыу йорто был яҡтың байтаҡ төбәге уҡыусыларына тәғәйенләнгән: Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондарынан, Сибай һәм Межгорье ҡалаларынан килеп белем алалар. Республикабыҙҙың һәр районында тиерлек ошонда белем алып сыҡҡан белгестәр эшләгәнен беләһегеҙҙер.
Беҙҙе техникум директоры Гөлнара Хасьянова ҡаршы алды. Шунда уҡ капиталь ремонтланған белем усағын, ятаҡтарын һәм башҡаһын күрһәтә башланы.
— Уҡыу йортоноң элекке хәле ҡот осҡос ине. Беренсенән, иҫке, ҡотһоҙ булһа, икенсенән, үтә һыуыҡ. Ҡыштарын дәрестә тун, бейәләй кейеп ултырырға мәжбүр инек. Ручканың ҡараһы туңырлыҡ һыуыҡтар ҙа булғыланы, — тип хәтерләй ул.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, уҡыу йортонда йылытыу системаһы ғына түгел, һыу менән тәьмин итеү, канализацияға бәйле проблемалар етерлек булған. Спорт залы стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килеп, күп кластар ремонт талап итә башлағас, 2008 йылда киң ҡоласлы реконструкция үткәрергә ҡарар ителгән. Эштәрҙе бик тиҙ һәм сифатлы башҡарғандар: 2009 йылда тулыһынса тиерлек яңыртылған техникум ишектәрен аса. Әйткәндәй, шул йылда мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе тап ошонда үткәрелә.
Иң мөһиме — халыҡҡа файҙаһы тейһен!Бөгөн техникумдың бинаһы баш ҡалалағы ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарыныҡынан да күркәмерәк. Ул тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған, биҙәлгән. Яҡты, иркен кластар заманса техника менән йыһазландырылған. Яңыртылған спорт залы, ашхана уҡыусыларҙың яратҡан урынына әйләнгән. Ә иң мөһиме — уҡыу өсөн шарттар яҡшырған. Йылы, күркәм бинала белем алыуы ла күңелле шул. Ятаҡтарҙа ла хәҙер тулы тәртип: түбәнән һыу ағып тормай, канализация ла өҙлөкһөҙ эшләй. Күркәм бүлмәләрҙә йәшәүе, уҡыуы, ял итеүе кинәнес.
Ошо тиклем ҙур күләмле һәм сығымлы эште атҡарып сығыуҙа "Башнефть" компанияһының ярҙамы бик тос: ул республика ҡаҙнаһы сығымдарына өҫтәп, техникум бинаһын һәм уның ике ятағын ремонтлау өсөн аҡса бүлгән.
— Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын реконструкциялау беҙҙең фондтың республика Хөкүмәте менән берлектә финанслаған тәүге объекты булды. "Башнефть" был маҡсатта 200 миллион һум аҡса бүлде, — тине "Система" мәрхәмәтлек фонды филиалы директоры Рушан Сәйетов.
Бөгөн техникум алдына яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Директор Гөлнара Хасьянова әйтеүенсә, яҡын арала яңы уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашыра башларға ла иҫәптәре бар икән.
— Заман менән бергә атлайбыҙ, шуға күрә бөгөн кәрәк булған яңы һөнәрҙәр буйынса уҡыта башларға йыйынабыҙ. Мәҫәлән, кадастр иҫәбе, ғөмүмән, ер менән бәйле специальностар буйынса уҡыусылар ҡабул итә башлаясаҡбыҙ, — ти ул.

"Таусы" тураһында ишетербеҙ әле

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәге өсөн баш ҡала булған Сибайҙа беҙҙе бер юлы ике объект көтә ине. Йәмле, күркәм, ыҡсым ғына ҡала киске мәшәҡәттәре менән ҡаршыланы: кемдер эштән ҡайта, йәштәр урам буйында мәж килә. Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан ҙур бина алдына килеп туҡтаныҡ. "Ирәндек" тигән боҙ һарайы икән. Бында республиканың тағы бер хоккей командаһы үҫеп килә — унда "Таусы" уйынсылары шөғөлләнә.
Башҡортостандың төпкөлөндә ошондай заманса һарайҙың үҫеп сығыуы осраҡлы түгел, әлбиттә. Хоккей — республикабыҙ халҡының яратҡан уйындарының береһе, шуға күрә уны үҫтереү өсөн күп көс һалына. Сибайҙар ҙа был бинаны түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Төҙөлөш 2009 йылда башланған булһа, 2010 йыл аҙағында уны файҙаланыуға тапшырғандар. Бында ла "Башнефть" йәмғиәтенең ярҙамы ҙур — компанияның мәрхәмәтлек фонды төҙөлөш өсөн 120 миллион һум аҡса бүлгән.
Спорт комплексы директоры Ғаяз Ғәлиәкбәров бина менән таныштырҙы.
— Сибайҙар өсөн боҙ һарайы төҙөлөү ифрат мөһим. Шөкөр, хәҙер унда рәхәтләнеп шөғөлләнергә була. "Ирәндек" бик тиҙ арала сафҡа инде. "Башнефть" компанияһына рәхмәтебеҙ сикһеҙ, — тине ул.
Бында барлығы 250 бала һәм үҫмер йөрөй. Хоккейҙан тыш шорт-трек һәм фигуралы шыуыу секциялары ла бар икән. Алдан әйтеп китеүебеҙсә, "Ирәндек"тә "Таусы" шөғөлләнә. Әлегә был команда Башҡортостандың балалар-йәштәр спорт лигаһында һәйбәт кенә һөҙөмтәләр күрһәтеп килә. Киләсәктә көслө командалар, хатта "Салауат Юлаев" менән дә көрәшергә хыялдары бар икән. Команда үҙен республикаға ғына түгел, илгә лә танытыр әле... Иң мөһиме — Сибайҙа шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, маҡсаттары ҙур. Шулай булғас, барыһы ла — алда!
Көн кисләүгә ҡарамаҫтан, бында халыҡ байтаҡ ине. Атайҙар бәләкәй улдарын хоккей түңәрәгенән алып ҡайта, йәштәр тренажер залында шөғөлләнә. Спорт комплексы директоры әйтеүенсә, тренажерҙы егеттәр айырыуса ярата икән. Эштән, уҡыуҙан һуң килеүселәр байтаҡ. Заманса ҡорамалдар ҡуйылған зал йәштәргә үҙҙәрен яҡшы физик формала тоторға ярҙам итә. Хаҡы ла әллә ни ҡиммәт түгел. Шулай уҡ бында "Вертикаль" бейеү студияһы урынлашҡан, унда ла сибайҙар теләп йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаланың йәме булып ултырған боҙ һарайы бөгөн гөрләп тора. Уның тураһында киләсәктә лә күп ишетербеҙ әле.

Элеккеһе менән сағыштырырлыҡ түгел

Сибайҙарҙың тағы бер көтөп алған социаль объекты — ҡала дауаханаһы. Уны ысын мәғәнәһендә көтөргә тура килгән, сөнки төҙөлөш эштәре байтаҡ йылға һуҙыла. Йә "туңдырылып", йә яңынан башланып торғас, уны һалыуға "Башнефть" үҙе тотонған һәм тиҙ арала хыял тормошҡа ашҡан: Сибайҙа заманса, иркен дауахана корпусы барлыҡҡа килгән.
Ҡала халҡы иҫкеһе тураһында күңелһеҙ хәтирәләр генә һаҡлай. Беренсенән, ул бик тығыҙ булған: һәр палатала һигеҙешәр кеше ятырға мәжбүр ине, тиҙәр. Иң мөһиме — халыҡҡа файҙаһы тейһен!Уңайһыҙ, ҡараңғы бина ҡышын йылыны ла йүнләп тотмай: былай ҙа сирле кешеләр һыуыҡтан интеккән.
Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн "Башнефть" компанияһы 264 миллион һум аҡса сарыф иткән. Һөҙөмтәлә бында заманса, күп функциялы, бер нисә бүлексәһе булған дауахана үҫеп сыҡҡан.
Медицина учреждениеһының үҙенсәлектәре тураһында баш врач урынбаҫары Юрий Лысенко һөйләне.
— Беҙ Сибай ҡалаһы ғына түгел, яҡын-тирәләге райондар халҡын да ҡабул итәбеҙ һәм ярҙам күрһәтәбеҙ. Элек шарттар үтә алама ине, хәҙер иһә рәхәтләнеп эшләү мөмкинлеге бар, — тине ул.
Учреждение үҙенең телемедицина залы менән ғорурлана. Уның ярҙамында илдең иң яҡшы дауаханалары һәм медицина учреждениелары менән бәйләнешкә сығырға, тәжрибәле табиптар менән урында консилиумдар уҙғарырға мөмкин.
— Заманса операция залдары һәм гемодиализ үҙәге бар. Бында көн һайын көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы хеҙмәтләндерелә, — тине Юрий Лысенко.
Яңы бинаны ҡарап сығыу форсаты тейҙе. Уңайлы палаталарҙа икешәр, күп тигәндә өсәр кеше ята. Бүлмәләр йылы һәм заманса итеп эшләнгән. Юғары квалификациялы табиптар һәм медицина персоналы ла үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт. Ҡеүәтле ҡорамалдарҙың һәм аппаратураның дауалауҙа һәм диагноз ҡуйыуҙа ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Дауахананың ихатаһына тиклем күркәмлеге менән күҙҙең яуын алып тора. Уны тыш яҡтан да матурлағандар: түтәлдәрҙә сәскә үҫә, хатта бәләкәй генә фонтанға тиклем бар.

Изге эш туҡтамай

"Система" мәрхәмәтлек фонды филиалы директоры Рушан Сәйетов әйтеүенсә, 2009 йыл тулыһынса тиерлек ошо алыҫ төбәкте үҫтереүгә арналған.
— Иң мөһим объекттар ошо йылда барлыҡҡа килде. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы ике яңы мәктәп, Сибайҙағы боҙ аренаһы, Әбделкәримдәге мәҙәниәт үҙәге, Сибай дауаханаһының яңы корпусы, яңыртылған Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотам, — тине филиал етәксеһе. — Ул йылдарҙа тап Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында социаль инфраструктураны нығытыу талап ителә ине. Ә беҙҙең компания ярҙамды иң ныҡ мохтаждарға күрһәтергә тырыша.
"Башнефть" компанияһының мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге лә ныҡлап 2009 йылда башланды тип әйтергә була. Тап шул саҡта "Система" АФК-һы менән Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Ошо мәлдән алып республика мәнфәғәтендәге эштәргә йүнәлтелгән аҡса күләме 5,5 миллиард һумдан ашып киткән. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт комплекстары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм экология объекттары, мәсет-сиркәүҙәр һалыу дауам итә. Быйыл был маҡсатта компания 1,1 миллиард һум аҡса тотонасаҡ.
Һис шикһеҙ, республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенә бүленгән сумма ошо өс объект менән генә сикләнмәй. Улар байтаҡ, барыһын да барып ҡарау мөмкинлеге генә юҡ. Тик эш уларҙы журналистарҙың күреп яҙыуында түгел, ә халыҡтың файҙа күреп йәшәүендә бит. Был — иң мөһиме!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872