Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөкләмәләрҙе үтәү — намыҫ эше
Йөкләмәләрҙе үтәү — намыҫ эшеРәсәйҙең Социаль страховка фонды илдең социаль именлегенә — дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә — баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Уның эшмәкәрлегенең асыҡлығы, халыҡҡа тейешле мәғлүмәтте ваҡытында еткереп тороуы барыбыҙға ла яҡшы билдәле. Фондтың төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов әйтеүенсә, республикала социаль сәйәсәттең уңышлы тормошҡа ашырылыуы халыҡтың мәғлүмәтле булыуына ла бәйле. Төбәк бүлексәһе бөгөн ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Социаль страховка институтының төп йүнәлештәре үҙгәреш кисермәйме? Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Мөьмин улы ЛАТИПОВ менән әңгәмә шул хаҡта.

— Ниндәй генә ауырлыҡтар ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, дәүләт үҙенең граждандарына ҡарата социаль йүнәлешле булып ҡалырға тейеш. Һеҙ етәкселек иткән учреждение алдында торған бурыстарҙың ифрат мөһимлеген яҡшы аңлайбыҙ. Йөкләмәләрҙе үтәү өсөн финанс мөмкинлектәре етерлекме?
— Фонд эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — граждандарҙы ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалау буйынса тәьмин итеү; хеҙмәт кешеһен эш урынында ҡазаланыуҙан һәм профессиональ сирҙәрҙән яҡлау; социаль программаларҙы финанслау. Төбәк бүлексәһенең 2013 йылға бюджеты 12 миллиард 850 миллион һум күләмендә раҫланған. Федераль бюджеттан алынасаҡ мотлаҡ социаль страховкаға эйә булмаған граждандарҙы пособие менән тәьмин итеүгә билдәләнгән 2 миллиард 150 миллион һум да, бала табыу сертификаттарын түләүгә ҡаралған 620 миллион һум да ошо иҫәптә. Төбәк бүлексәһенең үҙ килеме 8 миллиард 700 миллион һум тәшкил итә. Һандарҙы сағыштырыу менән шул күҙгә ташлана: йыл дауамында йыйып алынасаҡ страховка иғәнәләре граждандарға дәүләт гарантияларын тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирмәй. Мотлаҡ социаль страховка дефициты яҡынса 13,5 процент тәшкил итә. Әммә был кемдеңдер дәүләт ярҙамынан мәхрүм ҡаласағын аңлатмай, етешмәгән хәлдә сығымдарҙы Рәсәйҙең Социаль страховка фонды ҡаплаясаҡ.
— Йылдың яртыһын да уҙҙыҡ. Уңыштарҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
— Тәүге ярты йыллыҡта граждандарға 5 миллиард 870 миллион һум (йыллыҡ планға — 49 %, ә былтырғы ярты йыллыҡ кимәлгә ҡарата 109,3%) түләнде. Был сумманың 4 миллиард 387 миллион һумы ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағы һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховка буйынса түләүҙәргә тотонолдо. Эш урындарында бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән страховкалауға 375 миллион һум йүнәлтелде.
— Республикабыҙҙа һәр кемдең яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе тойоуына өлгәшеү өсөн әүҙем социаль сәйәсәт алып барыла. Беҙ быны ғаиләгә, әсәлеккә, балалыҡҡа йоғонтоло ярҙам системаһы ойошторолоуынан сығып та әйтә алабыҙ.
— Эйе, әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле түләүҙәр сығымдарҙың иң ҙур өлөшөн биләй — 2449,2 миллион һум. Был сумма мотлаҡ социаль страховкалауға эйә граждандарға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар, бала тыуғандан һуң бер тапҡыр бирелеүсе һәм баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү буйынса пособиелар түләүгә тотонолдо. Иғтибарығыҙҙы социаль яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булған сығымдарға йүнәлткем килә. Мотлаҡ социаль страховка тейеш булмаған граждандарға шундай уҡ пособиелар түләүгә (йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙан тыш) тәүге ярты йыллыҡта 1 миллиард 98 миллион һум тотонолдо.
Медицина учреждениеларына иртә иҫәпкә баҫҡан йөклө ҡатын-ҡыҙға бер тапҡыр түләнеүсе пособиеларҙың дөйөм күләме 6,9 миллион һум тәшкил итте. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләүгә ошо осор эсендә 1 миллиард 910 миллион һум тотонолдо.
— Фондтың йәнә бер мөһим йүнәлеше — кешене эш урынында бәләгә тарыуҙан һәм профессиональ сирҙәрҙән социаль яҡлау — тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Әле төбәк бүлексәһендә ошондай социаль яҡлау сараһынан файҙаланған 9960 кеше иҫәпләнә. Страховканың был төрө буйынса сығымдарҙың ҙур өлөшө айлыҡ страховка түләүҙәренә китә, ярты йыллыҡта ул 267,5 миллион һум тәшкил итте. Бер тапҡыр бирелеүсе страховка түләүҙәренә — 6,7 миллион һум, производствола бәләгә тарыу һәм профессиональ сирҙәр менән бәйле, эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеларға 42,6 миллион һум һәм страховка түләүҙәрен илтеүгә 3 миллион һум аҡса тотонолған.
Һуңғы йылдарҙа эш урынында ҡазаға юлыҡҡандарҙы медицина, социаль, профессиональ реабилитациялауға ҙур иғтибар бирелә. Бәләгә тарығандарҙы дауалауға, шифахана-курортта һауыҡтырыуға, махсус автотранспорт, техник саралар менән тәьмин итеүгә ярты йылда 58,8 миллион һум йүнәлтелде. Шуның менән бергә бәлә-ҡазаны иҫкәртеүгә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеген дә яҡшы аңлайбыҙ. Хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, эш урындарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн предприятиеларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын күтәреү ҙә мөһим. Быйыл иҫкәртеү сараларын финанслауға 152 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
— Бөтә страховкалаусылар ҙа иғәнәләрҙе ваҡытында күсерәме?
— Бөгөн иҫәптә 99 мең страховкалаусы тора, күпселеге бурыстарын намыҫлы үтәй. Үкенескә ҡаршы, йөкләмәләренә яуапһыҙ ҡарағандар ҙа бар. 2012 йылдан республикала башҡа төбәктәрҙән килгән страховкалаусылар артты (2011 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, алты тапҡырға). Бындай ойошмалар бер үк адрес буйынса теркәлә һәм иғәнәләр түләү тураһында "онота". Уларҙың 95 проценты Фондҡа отчет бирмәй. Һүҙ ҙә юҡ, яуапһыҙлыҡ төбәктең социаль-иҡтисади тотороҡлолоғона кире йоғонто яһай. Әле юридик берәмектәрҙе бер үк адрестар буйынса теркәүҙе булдырмау, был тәңгәлдә ҡуртымға биреүселәрҙең яуаплылығын арттырыу мәсьәләләре ҡарала.
"Һоро" эш хаҡы түләү ҙә көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала. Уның эҙемтәһе билдәле инде: хеҙмәткәр страховка осрағы барлыҡҡа килгәндә пособиеларҙан мәхрүм ҡала. Кеше производствола бәлә-ҡазаға тарып, эшкә һәләтен юғалтҡанда, проблема айырыуса ныҡ тәрәнәйә. Намыҫһыҙ страховкалаусыларға тәьҫир итеүҙең төрлө ысулдарын эҙләйбеҙ. Ваҡытында иғәнәләр күсергән, хеҙмәткәрҙәре өсөн оло яуаплылыҡ тойған, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән эш биреүселәргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.


Автор: Раушания КӘБИРОВА әңгәмәләште.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә