Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ах, был урман!..

Әҙәм балаһының ғүмере улай уҡ сомтор түгел инде. Әммә шул арала ул диңгеҙҙәрҙе ҡоротоп, тауҙарҙы ыуалтып, кейек үткеһеҙ урмандарҙы ла ҡырып өлгөрә. Мин быуынға ултырғанда, Әбйәлилемдәге Ҡаҙмаш йылғаһы боҙҙарын гөрһөлдәтеп емереп, бирге яҡ тау итәгенән арғы яҡтағы ҡабаҡҡа тиклем сайҡалып аға торғайны. Текә Өлкән Ҡыҙылташ морононоң көнгә ҡараған ҡыразында ҡуҡайып ултырған яңғыҙ ҡарағас, Ғарифулла олатайым әйткәнгә ышанһаң, әле бер-ике быуын эсендә ошо тирәне ҡаплап шаулаған урмандың аҡтыҡҡы осмото икән. Мин бала саҡта ҡыуғын үтә торған Оло Ҡыҙылдың ололоғо хәҙер атамаһында ғына ҡалған. Ә яҙ һайын тулап ала торған Ҡаҙмаш, Бағры йылғалары... Юҡ, кеше ғүмере оҙон ул, урман-йылғалар ғына был фани донъяла оҙаҡҡа сыҙай алмай.

Әлеге Өлкән Ҡыҙылташтың иң бейек суҡыһына түгел, түбәндәрәк һерәйеп торған осортмаға күтәрелергә лә хәҙер ҡарыу етмәй, йә тын ҡыҫыла, йә баш әйләнә. Ҡарар күҙгә тәпәшәйә барған, хәлгә ҡалһа, асманға олғашҡан сусаҡтарға йөрәк менән генә талпыныр саҡ етте. Уларҙан алдыңа баҫыр сәхрәләрҙе күңел күҙең менән байҡай башлаһаң, яҙмыш һиңә тип тәғәйенләнгән юлдың осон шәйләгәндәй булаһың. Тауҙар ҙа, һинең ялан аяҡтарыңды нисәмә мәртәбә ярған таштар ҙа әүәлге урынында, тик зәңгәр монар шаршауы артында һине әүрәтеп тә, ҡурҡытып та ятҡан урмандар ғына әллә алыҫлашҡан, әллә ер йөҙөнән тамам юйылған.
Урман уның сатыры аҫтында донъяға килгән, ағас араһында көн иткән ауыл кешеләре өсөн дә асылып та, серҙәрен сисеп тә бармай. Йонсоу миҙгелдәр алдынан йә Бөрйәнгә тартым Урал һырты яғынан, йә беҙҙән ҡояш сығышында ятҡан Ҡырҡты, Ирәндек тауҙарынан меңдәрсә һыбайлы сабып килгәндәгегә оҡшаш геүләү ишетелә башлай. Әле бураны ла, йәшенле яуыны ла юҡ, ә йөрәккә шом һала торған алыҫ тауыш, Тәңре күкрәгенән урғылған киҫәтеү һымаҡ, алдан йөрөй. "Урман үкерә" — өлкәндәрҙең аңлатыуы ғәмәлдә бер нәмәне лә аңлатмай. Бер-береһенә ботаҡтары менән сырмалышып күмәк үҫкән ағастар тора-бара ниңә тауышлана башлай икән? Һуң, ауыҙ-телһеҙ, күҙ-ҡолаҡһыҙ урман ни әмәл менән тауыш сығара алһын? Ағын һыу, ана, шаршыларҙа селтерләп үтә — күргән-белгән хәбәрен шул арала һөйләп өлгөрә ул, тиҙәр. Ҡумшытырлыҡ таштарын беҙ, малайҙар, аҫҡа тәкмәстереп бөткән Өлкән Ҡыҙылташ, күпме зыян күрһә лә, өнһөҙ-тынһыҙ тора бирә. Йәнһеҙҙең, тәне булһа ла, өнө сыҡмайҙыр. Ә һеҙ "урман үкерә" тип ныҡыйһығыҙ. Тауыш бирерҙәй әмәле булғас, тимәк, урмандың йәне бар?! Бала саҡтан шомланып, уйланып йөрөгәндәремдең раҫҡа сығыуына мин күп йылдар үткәс, төрлө тарафтарҙағы урмандарҙы йәнә һәм йәнә ҡыҙыра килә генә ышандым. Ышаныуым иһә, зиһенемә мәғлүмәт булып инһә лә, йөрәгемә ҡыуаныс һалманы, сөнки заман килтергән бәлә-ҡазаны таш ҡына ҡымшанмай үткәрә. Йән эйәһенә иһә һыҙланыуҙар, юғалтыуҙар өлөш булып төшә.
Бер нисә йыл элек миңә Башҡортостандың ете төп мөғжизәһен һүрәтләргә тырышҡан китапты әҙерләп нәшерләүҙә ҡатнашырға тура килгәйне. Хисте өҫтөн ҡуйғанда, ғәмәлебеҙ, бәлки, үҙен аҡлағандыр ҙа. Әммә төптәнерәк фекер йөрөткәндә, ундағы мәғәнәнең һайлығын да аңлайһың. "Урал батыр" эпосы, әлбиттә, халыҡ рухының ғәйәт юғары күтәрелеше тип ҡабул ителһә лә, көй сығарыу ҡоралы йә бөжәктәрҙең инстинктив тырабызлығы менән йыйылған бал символ булырлыҡ дәрәжәгә баҫамы икән? Тупраҡ, дым, яҡтылыҡ һәм һауаның ҡөҙрәте менән ерҙә ниғмәт булырлығы ла, көнитмеште йәмләрлеге лә үҫә, тулыша, өлгөрә. Сәскәләрҙең ғәжәйеп төҫтәре, биҙәктәре, еҫтәре, емештәрҙең һәр ҡайһыһының үҙ тәме беҙҙе ниңәлер хайран ҡалдырмай. Ошо юҫыҡта уйланғанда, урмандан да мөғжизәлерәк күренеш, минеңсә, юҡ. Меңдәрсә йыл уның ҡурсалауына таянып, шунда туйынып, кейенеп ғүмер кисерһә лә, әҙәм балаһы урмандың төпкөл асылын барыбер белмәй. Ғилми тикшеренеүҙәр, ниндәйҙер күҙәтеүҙәр, урман тигән донъяның бер мәлен, күҙ күрер хәлен асһа ла, уның йәшәүе, яҙмышы, өлөшөнә төшкән көмөштөң һәлмәклеге һаман сер булып ҡала.
Хоҙай биргән хазинаның ҡәҙерен белергә, булғанды һаҡлап тотонорға кәрәк тә бит, ләкин беҙ ағас түгел, көн дә ейер ризығыбыҙ — икмәкте лә самалап ашарға, юҡҡа-барға тәскәйттәмәҫкә өйрәнә алманыҡ. Һуғыш йылдарында, ул үткәс тә икмәккә тилмергән саҡтарҙа унан да ҡәҙерлерәк ниғмәт юҡ һымаҡ ине. Туйып, ашъяулыҡтағы һәр һыныҡты иҫәпләмәй башлағайныҡ, әпәкәйгә булған илаһи мөнәсәбәт эҙһеҙ юғалды. Мал ишәйгән, донъя бөтәйгән һайын кешенең йөрәген — май, күңелен мүк баҫа. Ҡорһаҡ ауырайған саҡта мейенең еңеләйеүендә үҙенә күрә законлылыҡ барҙыр инде.
Оло әҙибебеҙ Ноғман Мусин ағай, урман һәм яҙмыштарын урман менән бәйләгән кешеләр тураһында яҙғанда, урмандың мәңге буласағына ышаныуын ерҙәге тормоштоң һис ҡасан да ҡоромаясағы менән дәлилләй. Алсаҡ күңел менән уйлағанда, ҡоро ерҙе йәшел океан һымаҡ ҡаплап ятҡан урмандың ҡасан да булһа шоҡраясағын, ас бүреләр божраға алған айыу хәлендә йән әсеһе менән үкерәсәген кем фаразлаһын. Беҙ, урманлы мөхиттә ғүмер кисергән кешеләр, урмандың һис кем ҡымшандыра алмаҫтай ҡөҙрәтенә инанып үҫтек. Мостай ағай фекеренә эйәргәндә, тауҙарҙың һәм кешеләрҙең яҙмышында уртаҡлыҡ бар: бейегәйгән, күтәрелгән һайын уларҙы ҡағыусы елдәр — уҫаллана, уралыусы томандар ҡуйыра бара. Урман да шулай, ҡарағай-ҡарағастары быуынға ултыра, һомғоллана килә, уның өҫтөнә күтәрелгән балталар күбәйә. Ошо мәлдә урмандың хәлен беҙ аңларға тейеш тә бит, ләкин күп осраҡта балта рәүешенә лә, үрт сүрәтенә лә үҙебеҙ инәбеҙ.
Бәлки, күпселегенең көнитмеше урман менән бәйле булғанғалыр, башҡорттоң уға мөнәсәбәте илаһи төҫ алған. Үҫә торған ағасҡа ла зарураттан ғына оронор булған, ә усаҡ-маҙарға ҡартайып йә сырхаулап ҡороғандарын ғына тотонған. Бик борондан ултырған ҡарағастар инде, мәҫәлән, изгегә һаналып, хатта табыныу урыны булған. Әбйәлилдән Бөрйәнгә түтә һуҡҡан юлда Өс ҡарағас тип йөрөтөлгән алаңғырт урын бар. Шунда донъя яралғандан бирле ултырған өс бәһлеүән, ошо тирәгә атама биреүҙән үтеп, ата-бабалар ғүмеренең оҙонлоғона ишара яһаусы символ рәүешен алғайны. Эргәләренә яҡынайырға ла баҙнат итмәгән ҡарағастарҙың нәҡ беҙҙең быуын ағымында ауып юҡҡа сығыуында әйтергә лә ҡурҡыныс ишара күрәм.
Минең яҙмышымда донъяға ҡарашыма һәм хатта зауығыма йоғонто яһаған ваҡиға 1969 йылдың ахырына ҡарай булғандыр. Белорет ҡалаһына "Совет Башҡортостаны" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе итеп күсеүҙе башта металлургтар мөхитенә барып инеү тип уйлағайным. Әлбиттә, Иҙел башы йәки Ҡатай күп быуындар хәтерендә суйын ҡайнатыу, ҡорос иретеү, сым һуҙыу, ҡорос арҡандар үреү урыны булып уйылып ҡалған. Ғәмәлдә ошо төбәк иҡтисадын металлургия сәнәғәте формалаштыра торғайны ла. Ләкин ике ҡала, өс район тормошон һүрелтмәй яҡтырта барыу бурысы йөкмәтелгән хәбәрсе завод цехтары менән генә ҡәнәғәтләнә аламы инде. Ул замандарҙа хәбәрсе алдында компьютер ҙа, мәғлүмәттәрен һурып алып, үҙ фекерең тип матбуғатҡа сығарғандай төпһөҙ Интернет та юҡ. Классик фекерен ябайлаштырып әйткәндә, өс юллыҡ хәбәр хаҡына, алһыҙ-ялһыҙ, өс тәүлек ил гиҙәһең. Ниндәй тәгәрмәс эләгә, шуның менән урыҡ-һурыҡ йөрөү, ғаиләңдән ситтә йыш ҡына тәғәм йәһәтенән кеше мәрхәмәтенә ҡалыу, әлбиттә, йонсота. Шул уҡ ваҡытта йәшәүҙең асылы йомшаҡ урын менән татлы ризыҡта ғына түгеллеген дә аңлайһың. Мосафир алдына һәр аҙым бер донъя асмаған хәлдә лә, ҡарай һәм күрә белһәң, уның батыры ла, бахыры ла күҙ алдыңдан үтә.
(Дауамы бар).


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә