Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ваҡыт уҙыу менән генә йән яраһы уңалмай...
Ваҡыт бик тиҙ үтә, уны туҡтатып булмай. Йәш саҡта ғына кешегә ваҡыт бер урында торған кеүек, сөнки маҡсаттар, хыялдар алға әйҙәй. Беҙ ҙә тормош иптәшем Наилә менән шулай йәшәнек, ваҡытты тиҙләтергә тырышып, бала булыуын көтөп, фатир тураһында хыялландыҡ, белемде арттырырға ашыҡтыҡ һәм тормош баҫҡыстарынан йәһәтерәк үрмәләргә ашҡындыҡ. Олатай, өләсәй, ҡарт олатай, ҡарт өләсәй булып киттек. Тормоштоң, майланған тәгәрмәс кеүек, үтә лә шәп әйләнә башлауын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Наиләнең 70 йәшлек юбилей тантанаһын, алтын туйыбыҙҙы үткәреп, хәҙер инде ял итергә лә ваҡыт, тип йөрөгән көндәрҙең береһендә тормош иптәшемдең йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Бала саҡтан күп ауырлыҡтарҙы кисергән, ғүмер юлдарының һикәлтәле үрҙәренән артыла-артыла арыған йөрәге биреште. Был ҡара көндәрҙән һуң ике йыл үтте, минең йөрәк ҡайғыға нисектер түҙә әле, хәләл ефетемдең хәстәрлеге һөҙөмтәһелер инде. Шулай ҙа бер уй тынғы бирмәй. Элек-электән ир заты иртәрәк донъя ҡуйған. Тормош күҙлегенән сығып уйланһаң, был ғәҙелдер ҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең.
Ваҡыт үтеү менән ҡайғының ҡая таштары шымара төшә, кеше ысынбарлыҡ менән килешергә мәжбүр була, тәҡдиргә күнә, тиҙәр. Ләкин бының менән һис килешә алмайым. Киреһенсә, көндәр үтеү менән үкенеү, күңелһеҙлек тойғоһо көсәйә бара, йыш ҡына күҙ йәштәре маҙаһыҙлай. Иҫкә алыуҙар, хәтер аяҡтан йығылмаҫҡа ярҙам итә. Күҙ алдынан 50 йыл бергә йәшәгән ғүмер миҙгелдәре үтә, ҡанатланып матур йәшәгән көндәр, йылдар, томанды ярып сыҡҡан ҡояш нурҙары кеүек, күңелде йылыта. Һаман да бергә икәнбеҙ, таяныр терһәктәребеҙ айырылмаған һымаҡ. Наилә рухынан көс алабыҙ. Атҡарған эшебеҙҙе, ҡылған ҡылығыбыҙҙы уның күҙлегенән баһаларға тырышабыҙ, яҡшыһына ҡыуаныр тип өмөт итәбеҙ, оҡшамағаны өсөн ғәфү итеүен һорайбыҙ.
Бер-беребеҙгә бирелгәнлек, йөрәк яҡынлығы, бер бөтөндөң ике яртыһы булыу беҙҙең өлөшкә төшкән көмөштөр. Икебеҙ ҙә һуғыш балалары. Шуның өсөн дә беҙ тормошта сағыштыра, аҡты ҡаранан айыра белдек, ил мәнфәғәтенән сығып эш иттек. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Наилә лә, мин дә, заманалар үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, совет кешеһе булып ҡалдыҡ, илебеҙҙе яраттыҡ һәм уға тоғро хеҙмәт иттек. Беҙҙең атайҙар Ватан өсөн ҡан ҡойҙо, береһе һуғыш яланында уның азатлығы хаҡына баш һалды. Наилә бер ваҡытта ла илебеҙ тарихын кәмһеткән, уға хыянат иткән әҙәмдәрҙе яратманы.
Ул ғүмер буйы беҙҙең таянысыбыҙ, яҡлаусыбыҙ, ярҙамсыбыҙ, ышаныслы тылыбыҙ, яҡты йәшәү усағы булды. Бер ваҡытта ла үҙенең һаулығын хәстәрләмәне, үҙе өсөн ваҡыт тапманы. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына ул 46 йыл ғүмерен арнаны, клиника-диагностика лабораторияһы табибы, һуңғы 25 йылда профсоюз комитеты рәйесе вазифаларын үтәне. Һәр хеҙмәткәр өсөн ул үҙ кеше ине, олоһон да, кесеһен дә аңларға тырышты, улар менән бергә ҡыуанды, ҡайғырҙы, хеҙмәттәштәренең проблемаларын тынғыһыҙ йөрәге аша үткәрҙе.
Бөгөн әлеге данлыҡлы дауаханала булып, Наиләнең хеҙмәттәштәре менән күрешеп һөйләшкән саҡта ла бында ҡалдырған тәрән эҙҙәре тойола, уның тураһында яҡты хәтирәләр тулҡынландыра. Был инде яҡын кешебеҙҙең ярһыу, йөкмәткеле, тынғыһыҙ һәм кешеләргә арналған ғүмеренә ҙур баһа. Дауахананың “Медик” клубы стенаһына ҡуйылған таҡтаташ ошо баһаны ҡеүәтләй.
Көн һайын иртән һәм кисен хәләл ефетемдең хеҙмәт юлы үткән дауахана эргәһенән уҙам. Ҡаласыҡтың көн дә матурланыуы, яңы корпустар ҡалҡып сығыуы күңелде шатландыра. Республикабыҙҙың ҙур тарихлы дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыуанысымдың сиге юҡ. Наиләнең ошо бәхеттән мәхрүм булыуы йәрәхәтле йөрәкте сәнскеләп ҡуя. Киров урамының башында урынлашҡан Профсоюздар йорто ла күңелгә бик яҡын. Был йорт Наиләнең икенсе эш урыны булды тип әйтеү ҙә хата түгел. Профсоюз хеҙмәткәрҙәре лә Наилә Хажи ҡыҙының ҡәҙерен белде, тәүәккәллеге, кешелеклелеге һәм мөләйемлеге өсөн уны яратты. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, дүрт миҙал эйәһе Наилә Өмөтбаеваны һис онотмай. Былтыр хатта уның иҫтәлегенә республика дауаханалары командалары араһында шахмат ярышы уҙғарылды. Еңеүсе командаға профсоюз ойошмаһы кубогы, ҡиммәтле бүләк һәм Наилә Өмөтбаева исемендәге күсмә кубок тапшырылды. Ярыштың ике йылға бер тапҡыр үткәреләсәге тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Шахмат буйынса ярыш уҙғарыуҙың сәбәбе — Наиләнең мәктәптә һәм Белорет медицина училищеһында уҡыу йылдарында шахматты оҫта уйнауы менән бәйле. Ул хатта йәштәштәре араһында Белорет ҡалаһының чемпионы булған. Фоторәсеме күп йылдар Өфөләге “Спартак” ойошмаһының спорт залында эленеп торҙо. Республиканың Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһында эшләгән дәүерендә ул шахмат буйынса күп ярыштарҙы ойоштороусы ла, унда ҡатнашыусы ла булды.
Наилә Хажи ҡыҙының ғаиләһе исеменән уның яҡты иҫтәлеген һаҡлаған Республика клиник дауаханаһы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы етәкселегенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ошондай матур, күркәм холоҡло, күренекле шәхес менән 50 йыл иңгә-иң терәп йәшәүемә ғорурланам. Уның менән бергә үҫтем, олоғайҙым, ҡартайҙым. Ауыр саҡта ул мине ҡанатландырҙы, йәшәүгә көс бирҙе. Наиләнең яҡты иҫтәлеге һәр ваҡыт үҙем менән, ул — балаларыбыҙ ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ, туғандар һәм дуҫтарыбыҙ күңелендә.


Автор: Вил ӨМӨТБАЕВ, техник фәндәр докторы, профессор.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә