Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр”ға ауаздаш “Олонхо”
“Урал батыр”ға ауаздаш “Олонхо”Кисә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән делегация үҙ халҡының “Олонхо” героик эпосы менән таныштырҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Саха (Яҡут) Республикаһының мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министры урынбаҫары Ариан Ермолаев, ике халыҡтың танылған ғалимдары, олонхо оҫталары, студенттар ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, бынан ике аҙна элек Башҡортостан һәм Саха (Яҡут) республикалары араһында “Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында”ғы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Өфөлә үткәрелгән презентация республикалар араһындағы хеҙмәттәшлектең башланғысы булып тора.
Алыҫ тарафтан килгән ҡунаҡтар тәүҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды. Артабан сара университетта дауам итте.
— Һәр халыҡ үҙенең иҡтисади ҡеүәһе менән түгел, тәү сиратта рухи мираҫына ҡарата яҡшы мөнәсәбәте менән көслө, — тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. — “Олонхо” героик эпосындағы кеүек үк уға ауаздаш беҙҙең “Урал батыр”ҙа ла яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш, яҡшылыҡ ҡылыу, тәртипле балалар үҫтереү кеүек мәсьәләләрҙе ҡуйған рухи ҡомартҡы һәр быуын өсөн үрнәк булып тора. Яҡуттар бөйөк әҫәрен донъя кимәлендә алдараҡ танытып өлгөрҙө, шуға ла бөгөнгө презентацияны ҡарау беҙгә “Урал батыр” эпосын пропагандалауҙа һәм уникаль халыҡ ижады үрнәге булараҡ бар ҡитғаларға танытыу өсөн өлгө бирә.
— “Олонхо” менән Париж, Шанхай, Мәскәү халҡы алдында сығыш яһаныҡ. Өфөлә оло сарала ҡатнашҡанда ла тулҡынланыуыбыҙ кәмемәй, — тине Ариан Ермолаев. — Хәҙерге заманда эпос халыҡтың телен, милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Был йәһәттән бөгөн беҙ Башҡортостан менән берҙәмлектә мөһим аҙым яһаныҡ.
Саханан килгән делегация баш ҡалабыҙҙа биш көн буласаҡ. Ауыҙ-тел ижадын хәҙерге заман шарттарында һаҡлап ҡалыу проблемаларына арналған “түңәрәк өҫтәл“ үткәреү, ғалим-фольклорсылар тарафынан оҫталыҡ дәрестәре биреү ҡаралған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 148

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 930

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 436

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 284

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 265

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 140

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 369

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 159

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 128