Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңылыҡтар теҙмәһе - 21 август
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Башҡортостан мосолмандарын бөйөк Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Был байрам изге урындарға ғибәҙәт ҡылыуҙың тамамланыуын белдерә, мосолман донъяһының бай тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырған әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һынландыра. Ошо көндәрҙә һәр диндар үҙенең уйҙарын һәм тойғоларын мәрхәмәткә һәм ғәҙеллеккә, яҡын кеше тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтә.
Республика мосолмандары хәйриә эшмәкәрлегендә ҡатнаша, ғаилә нигеҙҙәрен һаҡлай, балаларҙа хеҙмәткә һөйөү һәм ололарға ҡарата ихтирам тәрбиәләй. Бөгөн Башҡортостанда яңы мәсеттәр төҙөлә, дини белем биреү системаһы үҫешә, конфессия-ара дуҫлыҡ нығына.
Ҡорбан байрамы республикабыҙҙа рухи күтәренкелек һәм ихлас аралашыу мөхитендә үтә. Кешеләр бер-береһен аш-һыу менән һыйлай, туғандарына, дуҫтарына һәм яҡындарына ҡунаҡҡа йөрөшә. Ошондай матур традицияларҙың бөтә быуын вәкилдәрен берләштереүе айырыуса ҡыуандыра.
Был изге байрам көнөндә һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, ысын күңелдән һаулыҡ, именлек, өйҙәрегеҙгә йәм һәм йылылыҡ теләйем!

Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ.


100 йыллыҡҡа –
инвестиция проекттары


Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы дөйөм күләме 28 миллиард һумлыҡ инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Юбилейға әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала хәбәр итте.

Юбилей объекттары төҙөлөшөнә килгәндә, төбәк етәксеһе эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең бер нисә инвестиция башланғысын тәҡдим итеүе хаҡында хәтергә төшөрҙө.
– 28 миллиард һумлыҡ инвестиция проекттары бар. Уларҙы ла ҡарарға, үҫеш күҙлегенән нимә ҡамасаулауын, эште тотҡарлауын тикшерергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Әле һигеҙ проект тамамланған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла туғыҙ объект, шул иҫәптән селекция-гибрид үҙәге сафҡа инәсәк.
– Беҙҙә 60 түгел, ә 600, 1 мең объект төҙөлә. Хатта меңдән дә күберәктер. Инвестиция күләмен 28 миллиард һум тип әйткәйнегеҙ. Әллә ни шәптән булмаған былтыр ғына ла беҙҙә 270-280 миллиард һум инвестиция йүнәлтелгәйне, – тине төбәк Башлығы. – Шуға күрә бер яҡтан башланғысығыҙ бик һәйбәт, икенсе яҡтан иһә – төҙөлөштәрҙең ниндәй критерийҙар буйынса юбилей объекттарына индерелеүе аңлашылмай, ғөмүмән, быны эшләргә кәрәкме икән?


Зыянды ҡаплатыу
мөмкинлеге бар


Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән ҡоролоҡ һәм ҡыуан ел кеүек хәүефле агрометеорологик күренештәргә бәйле 15 районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был райондарҙа сәсеүлектәр зыян күргән.

Муниципалитеттар тарафынан Ауыл хужалығы министрлығына тәҡдим ителгән зыян тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә ведомство федераль ҡаҙнанан компенсация алыу өсөн документ әҙерләйәсәк.
Ғәҙәттән тыш хәл Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә райондарында иғлан ителде.


Өфөлә – өр-яңы вертолет

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында медицина модуле менән йыһазландырылған вертолет менән таныштырыу сараһы үтте. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, сара “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты нигеҙендә ойошторолдо.

Таныштырыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Андрей Трухан менән Салауат Сәғитов, һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, медицина ойошмалары етәкселәре, Башҡортостандағы санитария авиацияһы белгестәре ҡатнашты. Ошонда уҡ республика халҡына ваҡытында махсус медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу өсөн стационар вертолет майҙансыҡтарын асыу мәсьәләләре тикшерелде.


Эш хаҡы мәсьәләһе тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә халыҡтың формаль булмаған мәшғүллеген кәметеү һәм хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү мәсьәләләре буйынса Ведомство-ара республика комиссияһы ултырышы булды.

Унда хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурыслы ун ойошма тикшерелде. Ведомство-ара комиссия ағзалары алдында ойошмалар, район һәм ҡала хакимиәттәре, башҡарма власть органдары, федераль хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре сығыш яһаны.


Әүҙемдәр
Октябрьскийға йыйылды


Октябрьский ҡалаһында Республика партия проекты форумы үтте. Сараға Башҡортостандың 40-тан ашыу ҡала, райо­нынан 150-гә яҡын ҡатнашыусы йыйылды. Форумға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла килгәйне.

Йәмғеһе биш фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо. “Яңы мәктәп” майҙансығында мәғариф системаһында яҡын арала хәл ителергә тейешле проблемалар күтәрелде. “Реаль эштәр”ҙә иһә граждандарҙың ихаталарҙы төҙөкләндереү, спорт, балалар майҙансыҡтарын төҙөү буйынса башланғыстарына аҡсалата ярҙам күрһәтеү тураһында һүҙ барҙы. “Сәләмәт киләсәк” майҙансығында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эксперттар йыйылғайны. “Халыҡ контроле” сауҙаға, йәмәғәт туҡланыуына, дарыуханалар эшенә, экология торошона контролде көсәйтеү, үҙебеҙҙең намыҫлы етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.


Өлөшсөләргә фатирҙарын ҡайтарҙылар

Башҡортостандың Арбитраж суды ҡарары менән “Интеграл” акционерҙар йәмғиәтенең Нефтекамалағы проблемалы төҙөлөш ойошмаһының 20 өлөшсөһөнә конкурс массаһынан, йәғни предприятие бурысы иҫәбенә һатылырға тейешле мөлкәттән, фатирҙар тапшырылды.

Хәҙер Комсомол проспектындағы 54/1-се йорттағы өлөшсөләр фатирҙарына милек хоҡуғын теркәй ала.
Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов алданған өлөшсөләрҙе яҡлау һәм уларҙың хоҡуғын тергеҙеү мәсьәләһен контролдә тота. Һуңғы йылда ғына республикала оҙаҡ төҙөлгән биш йорт файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙан 276 ғаилә фатир алды. Проблемалы йорттар һаны әле 95-кә етте, 2014 кеше зыян күргәндәр реестрына индерелде.
“Интеграл” банкрот тип танылды, компанияның мөлкәте һатыла.

Алты махсус участка эшләй

Башҡортостанда закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа һуҡыр һәм насар күргән һайлаусыларҙың тауыш биреүе өсөн алты махсус участка ойошторола. Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Өфөлә, Бәләбәйҙә, Стәрлетамаҡта һәм Белоретта икешәр участка эшләйәсәк.

Тауыш биреү өсөн махсус урындар яндауырҙар, пандустар менән йыһазландырылған. Күреү һәләтендә кәмселектәре булған кешеләргә махсус трафареттар, лупалар тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, һайлау участкаларының барыһында ла һайлаусыларҙың бөтә категориялары өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылырға тейеш.
2018 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда һайлаусылар һаны 3 059 787 кеше тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта 19 618 кеше тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

Көйөргәҙеләрҙең ҡыуанысы

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙелә 13 етем балаға торлаҡ асҡысы тапшырылды.

“Ауыл хужалығы техникаһы” предприятиеһының әүәлге административ бинаһы социаль тәғәйенләнештәге торлаҡ йорт итеп үҙгәртеп һалынды. Ҡаралтыны тулыһынса яңырттылар. Һөҙөмтәлә майҙаны 27-29 квадрат метрлыҡ 14 күркәм бер бүлмәле фатир барлыҡҡа килде. Стеналарға обой йәбештерелгән, иҙәнгә ламинат түшәлгән, сантехника, һыу йылытҡыс, электр плитәһе, аш-һыу бүлмәһендә хатта өҫтәл менән ултырғыстар ҙа бар.

Уртаса пенсия күпме?

“Башстат” республикалағы пенсияның уртаса күләмен әйтте. Һуңғы йылда хаҡлы ялдағылар һаны 1,5 процентҡа артып, әле 1,186 миллион кеше тәшкил итә. Былтыр пенсионерҙар 1,168 миллион ине.

Республикала 995,2 мең кеше ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы ала, июль башына уның уртаса күләме 13 099 һум тәшкил иткән. Инвалидлыҡ буйынса уртаса пенсия – 8 537,8 һум, ҡараусыны юғалтыуға бәйлеһе – 8 996,3, дәүләт пенсия тәьминәте буйынса түләү – 9 382,7 һум. Шулай итеп, уртаса пенсия күләме – 12 791,8 һум, йәғни 2017 йылдың тәүге яртыһы менән сағыштырғанда 483 һумға күберәк.

100 йыллыҡҡа – 100 шәхес

Республикала “100 йыллыҡҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Конкурс Башҡортостандың оло юбилейына әҙерлек нигеҙендә үткәрелә. 1916–1932 йылдарҙа дәүләтселекте ойоштороуға, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән Баймаҡ районының танылған 100 шәхесенең исемлеге төҙөлә.

Исемдәре онотолған кешеләргә айырым иғтибар бирелә. Исемлекте төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала. Проектҡа теге йәки был шәхесте индереү өсөн быйыл 1 декабргә тиклем юллама, шәхестең ҡыҫҡа биографияһын, ҡаҙаныштарын тәҡдим итеү шарт. Документтарҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә мөмкин: Баймаҡ ҡалаһы, С. Юлаев проспекты, 36, 305-се кабинет. Электрон почта адресы: [email protected].

Музыка мәктәбе төҙөлә

Өфөнөң Затон биҫтәһендә 9-сы музыка мәктәбенең яңы бинаһы һалына. Әле төҙөлөш майҙансығы әҙерләнә, 24 августа тәүге нигеҙ ташы һалыу сараһы ойошторола.

Затондағы музыка мәктәбе 1966 йылда уҡ иҫке ағас бинала асылған. Мәктәп бинаһы иҫкереү сәбәпле, ике йыл элек етәкселек мәғариф учреждениеһын әүәлге химик таҙартыу бинаһына күсерергә ҡарар иткәйне. Яңы төҙөлгән бина Союз һәм Чкалов урамдары киҫелешендә урынлашасаҡ. Проект буйынса мәктәп өс ҡатлы буласаҡ, 1,6 мең квадрат метрлыҡ майҙанды үҙ эсенә аласаҡ.
Төҙөлөштөң заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Контракт алыуға конкурста “Башгражданстрой” тресы еңеп сыҡты. Проект республика ҡаҙнаһынан финанслана. Төҙөлөштө киләһе йыл тамамлау күҙаллана.

Киностудиябыҙ Әмир Абдразаҡов исемен йөрөтәсәк

“Башҡортостан” киностудияһына Әмир Абдразаҡов исемен биреү тураһындағы юллама республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса комиссия ултырышында хупланды.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында белдереү­ҙәренсә, тап Әмир Абдразаҡов 1990 йылда киностудияның ойоштороусыһы һәм уның беренсе директоры була. 2006 йылда “Һынмаҫ рух” документаль фильмы өсөн Әмир Абдразаҡовҡа республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла.

Күмертауҙа Ихата байрамы гөрләне

Күмертау ҡалаһында ошо көндәрҙә Ихата байрамы үтте. Биләмә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проекты нигеҙендә төҙөкләндерелгәйне.

– “Ҡала мөхите” проекты ярҙамында йорт эргәһендәге биләмә күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Хәҙер бында автомобилдәрҙе ҡуйыу өсөн урын бар. Юлға асфальт түшәлде, яҡтыртҡыстар алмаштырылды, подъезд эргәһендә уңайлы эскәмйәләр барлыҡҡа килде, – тине партияның урындағы бүлексәһе етәксеһе Елена Решетникова.
Әйткәндәй, Күмертауҙа “Ҡала мөхите” проектына ярашлы туғыҙ ихата ремонтлана. Төҙөкләндереү эше шулай уҡ Ю. Гагарин исемендәге паркта ла бара. Ҡалаға ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 18 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 321

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 007

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 475

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 585

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 974

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 101

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 459

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 309

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 286

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 448

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 175

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 397