Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Хәмитов: “Берҙәм булып ҡына ҙур эштәр башҡарырға, еңеү яуларға мөмкин”
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрамда сығыш яһаны.

– Бөгөнгө байрам айырым мәғәнәгә эйә. Ул – халыҡтар берҙәмлеге. “Берҙәмлек” һүҙе үҙе үк илһамландыра. Сөнки берҙәм булып ҡына ҙур эштәр башҡарырға, еңеү яуларға мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөтә тарихи юлында илебеҙ тап халҡының берҙәмлеген сағылдыра. Бөгөн ошо байрамды билдәләп, бер-беребеҙҙе ҡотлау мөмкинлегенә эйә булыуыбыҙ бик яҡшы. Бергәләп беҙ алға барасаҡбыҙ.
Сарала Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Зөфәр Тимербулатов сығыш яһаны.
– Берҙәмлек башҡорт халҡының менталитетын сағылдыра. Берҙәмлеккә ынтылыу, уны һаҡлап ҡалыу – башҡорттоң ҡанында. Бындай сифаттар халҡыбыҙға хас, – тине Зөфәр Тимербулатов.
Уның фекеренсә, берҙәм ғаиләлә йәшәү теләге 450 йылдан ашыу элек башҡорттарҙы үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылырға этәргән.
Байрам айҡанлы “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ҙур концерт булды, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм республика тарихи-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Төбәк етәксеһе халыҡ менән аралашты, күргәҙмә экспозицияһы менән танышты, республика сәнғәт оҫталарының концертын ҡараны.


Өйө барҙың – көйө бар

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында ошо көндәрҙә 64 фатирлыҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды.

Яңы фатирҙар “Граждан­дарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү” республика программаһында ҡатнашыу­сыларға тапшырылды. Йорттары йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған 56 ғаилә һәм биш етем бала торлаҡ асҡыстарын алды.
Башҡортостандың Төҙө­лөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, күптән түгел генә Бәләбәйҙә 16 ғаилә өй туйлағайны. Һуңғы биш йылда ҡалала өс йорт һалынды һәм унда 42 ғаилә күсерелде. 1 Май урамында тағы ла бер йорттоң төҙөлөшө тамамланып килә.
Тыныслыҡ бульварындағы әлеге йорт бер йыл эсендә һалынды. Ул заманса технологиялар буйынса төҙөлгән. Был технологиялар коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләмен ярайһы уҡ кәметәсәк.


Бергәләп диктант яҙҙыҡ

Башҡортостанда уҙғарылған Ҙур этнография диктантында ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Рәсәй тарихы, унда йәшәгән халыҡтарҙың йолалары һәм мәҙәниәте буйынса белемен тикшерергә теләгәндәр өсөн бөтә республика буйынса 12 майҙансыҡ ойошторолдо.

– Төбәк халҡы диктантҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Бер ай алдан уҡ уның ҡайҙа үткәрелерен, ваҡытын һорашып шылтырата башланылар. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, сараға килгәндәр күп булды. Тимәк, республика граждандары этнография мәсьәләләренең йәмғиәт өсөн әһәмиәтен яҡшы аңлай. Киләһе йыл майҙансыҡтар һанын арттырырбыҙ, тип уйлайым, – тине сараның төбәк координаторы Әлмира Ҡолдәүләтова.
Диктант 45 минут дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә 30 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Уларҙың 20-һе бөтә Рәсәй өсөн уртаҡ булды, ҡалған 10-ыһы төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Майҙансыҡҡа килә алмағандар диктантты онлайн тәртибендә яҙҙы.
Акцияға йомғаҡ 12 декабрҙә – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә яһала.


Ташкисеүгә юл һалынды

Әлшәй районында яңы юл файҙаланыуға тапшырылды. Ул райондағы бер нисә биләмәне үҙ-ара бәйләне һәм Ташкисеү ауылына юл проблемаһын хәл итте.

3,5 саҡрымлыҡ арауыҡ урындағы Сураҡай – Ҡаран автомобиль юлына сығыуҙы тәьмин итте. Яңы юл “2014 –2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһына ярашлы һалынды. Быйыл уның буйынса Башҡортостанда 58,254 километрлыҡ юл һалына. Киләһе йылға программаға тағы ла ун объект индерелә.



Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 589

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542